«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫЛЫҠТАР ЯҠШЫҒА БУЛҺЫН!
+  - 


Башҡортостан уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен яңы уҡыу йылында белем усаҡтарында ниндәй үҙгәрештәр көтә икән? Шулар тураһында тағы бер ҡабатлап үтәйек:
Яңы предметтар. Сентябрҙә мәктәп расписаниеһында үҙгәрештәр буласаҡ. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, яңы уҡыу йылында программала ике яңы предмет барлыҡҡа килде: "Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау" һәм "Хеҙмәт (технология)". Был фәндәр әле лә бар, әммә улар буйынса уҡыу программаһында үҙгәрештәр индереләсәк. Был предметтарҙы уҡытыу өсөн йәйгеһен меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнгән. Көҙөн улар өсөн "Патриот" паркында өс көнлөк күнекмә үткәреләсәк.

Контроль эш аҙыраҡ буласаҡ. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә контроль эштәре, бөтә Рәсәй тикшереү эштәренән тыш, уҡыу ваҡытының 10 процентынан артмаҫҡа тейеш. Юғиһә, был ҡағиҙә боҙоу тип иҫәпләнәсәк. Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рособрнадзор башлығы Анзор Музаев белдерҙе. Ул шулай уҡ, бөтә контроль эштәр Рособрнадзор менән килешеп эшләнергә тейеш, тип өҫтәне. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыу предметтары буйынса контроль эштәре уҡыу ваҡытының 35-40 процентын биләй.

Пилотһыҙ осоу аппараттары профиле буйынса әҙерлек үҙәге. 2024 йылда Башҡортостан "Пилотһыҙ авиация системалары" профиле буйынса практик әҙерлек үҙәктәре булдырыласаҡ пилот төбәктәр иҫәбенә инде. Яңы уҡыу йылы башынан уҡ бындай үҙәк Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында, шулай уҡ 20 мәктәп базаһында 20 махсуслаштырылған класта (түңәрәк) эшләй башлай.
Бөтәһе 500-ҙән ашыу уҡыусыны йәлеп итеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект сиктәрендә педагогик хеҙмәткәрҙәр уҡытыласаҡ, белем биреү программалары әҙерләнәсәк һәм тормошҡа ашырыласаҡ, уларға цифрлы белем биреү контентын файҙаланып, пилотһыҙ авиация системаларын проектлау, эшләү, етештереү һәм файҙаланыу күнекмәләренә өйрәтеү буйынса модулдәр индереләсәк.

Мәктәптәрҙе яңыртыу. Биш йыл эсендә Башҡортостанда 22 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп сафҡа индерелде. Берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алып, 9173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл тағы өс мәктәп - Өфөләге "Йондоҙ" белем биреү үҙәге, Иглин районының Иглин ауылында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм Туймазыла 500 урынлыҡ 5-се урта мәктәп сафҡа индереләсәк. Концессия килешеүҙәре сиктәрендә республикала ете ҙур мәктәп төҙөлә. Президент программаһы ярҙамында ике йылда Башҡортостанда 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы капиталь ремонтланды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йүнәлтелде, тағы ла 1 миллиард һумдан ашыуын республика өҫтәне.
Быйыл республикала 31 мәктәптә ремонт башланды, уларҙың бишәүһе 1 сентябрҙә үк ишектәрен аса. Бынан тыш, ике йыллыҡ цикл сиктәрендә 25 мәктәп киләһе уҡыу йылына капиталь ремонтланасаҡ. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк.

Бушлай йөрөү. 1 сентябрҙән Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар өсөн ҡала йәмәғәт транспортында: автобустарҙа, трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа бушлай йөрөү тураһында закон көсөнә инә.
Бындай ярҙам сараһы күп балалы ғаиләләрҙәге бөтә уҡыусыларға ла ҡағыла, мохтажлыҡ критерийы юҡ. Ул уҡыу көндәрендә 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә буласаҡ, ял, байрам һәм каникулдарҙан тыш - йылына ни бары 192 көн. Был социаль ярҙам сараһы менән күп балалы ғаиләләр, өлкән балаға 18 йәш йәки 23 йәш тулғансы, көндөҙгө формала уҡыған осраҡта файҙалана ала. Башҡортостанда өс һәм унан күберәк балаһы булған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған һәм опекаға йәки попечителлеккә ҡабул ителгән, статусы мөҙҙәтһеҙ билдәләнгән ғаилә күп балалы ғаилә тип иҫәпләнә.

Дәрестәрҙә смартфондарҙы тыйыу. Тағы ла бер мөһим яңылыҡ - республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан алып дәрестәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйыла. Мәғариф тураһындағы республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Законға ярашлы, уҡыусы "башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереүҙә уҡыу дәрестәрен үткәргәндә уҡыусыларҙың, белем биреү эшмәкәрлеген алып барған ойошма хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янаған осраҡтарҙан, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән тыш, күсмә радиотелефон ҡулланмаҫҡа тейеш". Элек уҡытыусылар ҡайһы берҙә дәрес ваҡытында уҡыусыларҙың телефондарын мәжбүри йыя ине, был конфликттарға килтерә. Хәҙер иһә закон мәктәптәргә сикләүҙәр индереү өсөн хоҡуҡи нигеҙ бирә.

Уҡытыусыларҙың хоҡуғын яҡлау һәм мыҫҡыл иткәне өсөн яза. Яңы уҡыу йылында уҡытыусылар, ниһайәт, ҡануни кимәлдә уҡыусыларҙың ҡыйыу һөжүменән һаҡлана һәм хатта кәрәк саҡта уларға яза бирә ала. Былтыр декабрҙә федераль кимәлдәге "Мәғариф тураһында" законға ошондай пункт өҫтәлде. Һуңғараҡ педагог статусы һәм мәғариф тураһындағы законға төбәк кимәлендә төҙәтмәләр индерелде.
Закон кимәлендә уҡытыусыларҙың кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеү, физик һәм психологик көс ҡулланыуҙың, шәхесте мыҫҡыллауҙың бөтә формаларынан яҡлау хоҡуғы барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем бындай хоҡуҡ тик уҡыусыларҙа ғына ине. Хәҙер, әгәр уҡыусы уҡытыусының хоҡуғын боҙһа, кәмһетһә, һуҡһа, ул белем биреү ойошмаһы етәкселегенә ялыу бирергә һәм дисциплинар яза талап итергә тулы хоҡуҡлы. Әгәр элек етәксе ялыуға күҙ йомһа, хәҙер ул уны мотлаҡ ҡарарға тейеш.

Педагогтар тураһында хәстәрлек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдан алып уҡытыусыларға берлектә финанслау шарттарында республиканың шифахана-курорт учреждениеларына ике аҙналыҡ юлламалар бүлергә тәҡдим итте. Республика етәксеһе профилле министрлыҡтарға был мәсьәләне тикшерергә һәм бер ай эсендә тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Радий Хәбировтың был тәҡдиме Стәрлетамаҡта Мәғариф буйынса традицион республика август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн көтөлмәгән һәм күңелле сюрприздарҙың береһе булды. "Был бюджетҡа ярайһы уҡ ҙур йөкләмә, шуға күрә мин бик һаҡ ҡына әйттем. Беҙ аҡсаны һанай башлайбыҙ, әммә ниндәйҙер вариант, унда ситтән дә, уҡытыусынан да финанслауҙың ҙур өлөшө булырға тейеш. Йыл һайын күпме эшләй аласағыбыҙҙы ҡарап сығайыҡ. Һынап ҡарайыҡ, үҙ ваҡытында был практика булған. Уҡытыусылар өсөн яҡшы нәмәләр эшләргә тейешбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Махсус мәктәп менюһы. 1 сентябрҙән Башҡортостанда уҡыусылар өсөн махсус база менюларының биш варианты ойошторола. Улар үҙ эсенә диабет менән ауырығандар, төрлө аҙыҡ аллергияһы, фенилкетонурия менән яфаланған балалар өсөн меню варианттарын, шулай уҡ махсус глютенһыҙ һәм һөтһөҙ менюҙы ала. Сентябрҙән рационға балалар яратҡан ауылса картуф, тауыҡ итенән "Наггетсы", һыйыр итенән "Баяр", "Люля-кебаб" кәтлиттәре, сырниктар, йәшелсәнән солянка, фасоль аштары индерелә.
Төп туҡланыуға өҫтәп, 2 сентябрҙән уҡыусыларға "Экоснектар" - сублимацияланған (консервалауҙың яңы йүнәлеше) емеш-еләк тәҡдим ителәсәк. Төбәк Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда уҡыусыларҙың льготалы категорияларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн бөтәһе 3,7 миллиард һум бүленгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 2,2 миллиард һум, республика бюджетынан - 1,5 миллиард һум.

Яңы автобустар. Һуңғы алты йылда республика бюджеты иҫәбенә 714 миллион һумлыҡ 253, федераль бюджет иҫәбенә 950 миллион һумлыҡ 447 яңы мәктәп автобусы һатып алынды.
Йыл аҙағына тиклем Рәсәй Хөкүмәте бойороғо буйынса республикаға тағы 50 яңы мәктәп автобусы килә. Уларҙың ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында килеүе көтөлә, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Мәғариф министрлығы етәксеһе Илдар Мәүлетбирҙин. Республикала мәктәп автопаркын әүҙем яңыртыу дауам итә, тип өҫтәне министр. Мәҫәлән, 2024 йылда республика бюджеты иҫәбенә министрлыҡ 107,4 миллион һумға 17 мәктәп автобусы һатып алған. Уның һүҙҙәренсә, яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы ташыуға 1523 мәктәп автобусы йәлеп ителәсәк.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru