«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨҘ БАШЫНАН - ЯҢЫ ҠАНУНДАР
+  - 

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ошо йылдың 1 сентябренән көсөнә ингән ҡайһы бер закондар хаҡында ҡыҫҡаса белешмә тәҡдим итәбеҙ.

Эш сәғәтенән тыш эшләгән өсөн

1 сентябрҙән өҫтәмә рәүештә башҡарылған эш өсөн иҫәпләшеү тәртибе үҙгәрҙе: эш биреүсе был осраҡта артыҡ сәғәттәр өсөн компенсация йәки дәртләндереү түләүҙәрен иҫәпкә алырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: норманан тыш эштең тәүге ике сәғәте өсөн - 1,5 тапҡыр, ә ҡалған ваҡыт өсөн икеләтә күләмдә түләү ҡарала. Ошоға тиклем түләү күләме оклад менән премияны үҙ эсенә алған уртаса эш хаҡына ҡарап түләнә ине, хәҙер бында башҡа төр өҫтәмә түләүҙәр ҙә индерелә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәр аҡса урынына үҙ теләге буйынса ял көнө алырға ла хоҡуҡлы. Компанияларҙа коллектив йәки хеҙмәт килешеүе буйынса норманан тыш эш өсөн күберәк түләү күләмен үҙҙәре лә билдәләй алалар.

Хәүеф өсөн - өҫтәмә

Рәсәй Банкы 1 сентябрҙән ҡулланыу кредитын ҡайтарыу гарантияһы раҫланмаған осраҡтарҙың хәүеф коэффициентына өҫтәмәне арттырҙы. Был заемсыларҙың бурыс йөкләмәләре артыуын сикләү маҡсатында эшләнә. Быйыл Үҙәк банк ҡайтарыу гарантияһы раҫланмаған ҡулланыу кредиттары буйынса бурыстарҙың 18-20 процентҡа артыуын билдәләй. Был иһә халыҡтың килем хәленән күпкә артып китә һәм граждандарҙың бурыс йөкләмәһе үҫә барыуына сәбәп булып тора.

Ипотека торлағын һатыу

Ипотека буйынса бурыслы заемсылар 11 сентябрҙән залогта булған торлаҡты үҙҙәре һата ала. Шулай итеп, финанс проблемалары булған заемсылар ипотека торлағын һатып, суд һәм сауҙалашыу процедураһынан ҡотола ала. Ләкин фатирҙы һатыу тураһында банкка ғариза менән банк әле заемсыны судҡа биреп өлгөрмәгән осраҡта ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Банк бурыслының ғаризаһын алғас, 10 көн эсендә мәсьәләне кире йә ыңғай хәл итә. Ипотека торлағын һатыу ваҡыты - дүрт ай, ләкин яҡтарҙың килешеүе буйынса был ваҡыттың оҙайтылыуы ла мөмкин.

Таксистар яуаплылығы

1 сентябрҙән такси автопарктары йәки үҙмәшғүл таксистар, пассажирҙар йөрөтөүсе булараҡ, улар алдында үҙҙәренең яуаплылыҡтарын страховкаларға бурыслылар. Йәғни берәй юл-транспорт ваҡиғаһы була ҡалып, унда таксистың ғәйебе булмаһа ла, пассажир страховкалаусынан 2 миллионға тиклем компенсация аласаҡ. Ошоға тиклем таксист ғәйебе менән автомобиль юл ҡазаһына осраған хәлдә пассажир ни бары 500 мең һум компенсацияға иҫәп тота ала ине. Хәҙер такси йәмәғәт транспортына тиңләштерелде. Автобус водителе, мәҫәлән, ике страховка: ОСАГО һәм ОСГОП полистарына эйә. ОСАГО - юл ҡазаһы үҙенең ғәйебе буйынса булһа, ОСГОП - пассажир зыян алған бөтә башҡа төр осраҡтар өсөн.

Ҡунаҡхана хеҙмәте

Ай башынан шулай уҡ өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) 0 процент ставка буйынса ҡунаҡхана хеҙмәттәре төрҙәре арттырылды. Был исемлеккә тренажер залы, SPA-хеҙмәттәре, интернет менән файҙаланыу, конференц-залдар, һаҡ ҡуйылған автотуҡталҡа инә. Был төр менән ("нулевой" НДС) бөтөн ошо хеҙмәттәр ҡунаҡханала йәшәү хаҡына индерелгән осраҡта файҙаланырға була.

Шулай уҡ:

Элемтә операторҙарына тариф пландарын үҙгәртеү тыйыла. Ай башынан телефон бәйләнеше хеҙмәттәре күрһәтеүҙең яңы ҡағиҙәләре: шылтыратыуҙар, СМС-хәбәрҙәр, интернет менән файҙаланыу һәм башҡалар ғәмәлгә инде. Иң мөһиме: элемтә операторҙары клиенттың ризалығынан тыш тариф планын үҙгәртә алмаясаҡ. Тариф планына ингән хеҙмәттәрҙе кире ҡарарға ярамаясаҡ. Мәҫәлән, әгәр клиент лимитһыҙ шылтыратыуҙарға эйә икән, уның ризалығынан башҡа элемтә операторы уны һүндереп ҡуя алмай. Ә бына абонент түләүҙәрен, йәғни тарифтың үҙен компания элеккесә бер яҡлы тәртиптә арттыра ала.

Инвалидҡа - өҫтәмә ял

Ай башынан шулай уҡ инвалид хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын тәғәйен түләүле отпуск йылына 30 календарь көндән дә кәм бирелмәйәсәк. Был көндәрҙе хеҙмәткәр өлөшләп тә алырға мөмкин. Ләкин уның бер өлөшө 14 көндән дә кәмерәк булмаһын. Бынан тыш, ай башынан төбәк властары ойошмаларға инвалидтарҙы эшкә алыу буйынса квота билдәләй аласаҡ. Квотаның иң кәме - хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һанынан - 2, иң күбе - 4 процент.

Мәктәптәге үҙгәрештәр

Белем биреү учреждениеларында ла сентябрь яңы ҡағиҙәләр менән башланып китте. Хәҙер уҡыусыларға мәктәптә планшет һәм смартфондар менән файҙаланыу тыйыла, әгәр балаларҙың һәм педагогтарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янамаһа. Шулай уҡ белем биреү учреждениелары бинаһында һәр ваҡыт РФ дәүләт флагы эленеп торорға тейеш. Башланғыс һәм урта мәктәптәрҙә белем биреү программаһына хеҙмәт дәрестәре ҡайтарылды.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 44

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru