«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).

Ошондай ялған хәбәрҙәргә ышанған крепостной крәҫтиәндәр үҙҙәре йәшәгән ерҙәрҙән күсеп китә башлай; ундағы властар бер ни ҙә ҡыла алмай; меңәрләгән халыҡ төркөмдәре Ырымбурға йүнәлә; Ырымбур һәм Уральск казактарының бер нисә полкын юл буйҙарына сығарып, күскенселәрҙе элекке йәшәгән урындарына кире ҡайтарып ебәрергә ҡушыла; шулай ҙа бер нисә партия Ырымбурға тиклем барып етә, уларҙың һәр бер нәмәгә үтә тиҙ ышанып барыусы иптәштәре, ябай халыҡ менән аралаша башлағас, кеҫәл ярлы һөт йылғаларының булмауына инана.
Эссен идара иткән ваҡытта төбәктә власты законһыҙ файҙаланыу бик ныҡ артып китә: типтәр полктарына туранан-тура килтерелгән рекруттарҙы ентекләп тикшереп тормайҙар - сибектәр, сирлеләр һәм хроник ауырыулылар ҙа хеҙмәткә алына; бындайҙарҙы күрмәһендәр өсөн ришүәт бирелә; аттар атлы стройға яраҡһыҙ булып сыға; һоло бөтөнләйгә бирелмәй, ә уның өсөн бүленгән аҡса полк командиры кеҫәһендә ҡалып, күңелле тормош өсөн сарыф ителә; бесән күп булған хәлдә лә йөҙ баштары булған командирҙар ҙа шулай уҡ нимәне булһа ла үҙ мәнфәғәттәре өсөн үҙләштерергә ынтыла, шуға күрә аттар ҡыш әйләнәһенә һаламда ғына тотола, ә яҙ еткәс, Ырымбурға барырға кәрәк булғанда, ҡауҙаулы аттарҙың күп булыуы беленә. Шуға күрә лә полктар Ырымбурға бер юлы инмәй; бер полктың ауырыу аттары икенсе бер полктың таҙа аттарына, йә иһә ҡаҙна аттары булған казак артиллерияһыныҡына алыштырыла.
Генерал Эссен Урал йылғаһы ярында, Преображенский соборы янында, вафат булып ҡалған император Александр 1-се ҡунып киткән, ҡаҙна мөлкәте булған губернатор йортонда йәшәй. Был өйҙөң стенаһына ошо ваҡиға хаҡында алтын хәрефтәр менән яҙылған таҡта беркетелгәйне, уны мин үҙем уҡығаным булды. Был ваҡиға 30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында булғандыр, тип уйлайым, был саҡта мин уҡый белә инем һәм миңә иптәштәрем менән шулай йыраҡҡа йөрөргә рөхсәт итәләр ине.
Был өй һүтелеп алына һәм 1840 йылда генерал-губернаторҙар өсөн яңыһы һалына, ә 1885 йылдан башлап бында ҡаҙна палатаһы урынлаша.
Эссен Ырымбурҙа яңғыҙы ғына йәшәй һәм байрам тантаналары булғанда аш мәжлестәре уҙғара, бында хеҙмәти әһәмиәте яғынан күренекле кешеләр саҡырыла. Ябай көндәрҙә уның аш мәжлестәренә уға көн һайын ординарец итеп тәғәйенләнгән офицерҙар саҡырыла, унан һуң да ошондай ҡағиҙә үтәлеп килә, әммә Перовский ваҡытында бындай мәжлестәр туҡтатыла, һәм офицерҙар үҙҙәре лә махсус рәүештә кейенеп-яһанып йөрөмәй.
Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Эссен Петербургта хөрмәт ҡаҙанмай һәм уның йоғонтоһо тойолмай. Уның тәҡдиме менән бүләкләүҙәр һирәк була; хәрбиҙәрҙе күтәрмәләү билдәләнгән тәртипкә ярашлы башҡарыла. Ырымбур казак ғәскәрендә ғәскәр канцелярияһында хеҙмәт итеүсе штаб-офицерҙар ике кеше генә була, ә үҙгәрешһеҙ ҡала биргән полк командирҙары, Эссендың тәҡдиме ыңғай рәүештә хәл ителһен өсөн аҡса йыйып, билдәле бер кеше аша Петербургҡа ебәрә.
Белемле офицерҙар һәм чиновниктар аҙ була; улар иҫәбенә донъяуи тәрбиә алған кешеләр инә, улар адъютанттар хеҙмәтендә йөрөй, әммә эш менән шөғөлләнмәй; хат яҙыу-алышыу хәрби писарҙарға һәм дежур штаб-офицеры һәм штаб начальнигы күҙәтеүе аҫтында ғәскәрҙән яҙыу эштәрен алып барыу өсөн саҡыртып килтерелгән казак урядниктарына йөкмәтелә. Шулай ҙа был вазифаларҙа ла һәр осраҡта үҙенә тәғәйенләнгән эшкә тура килгәндәр булмай, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар бригада командиры булған һәм ул саҡта ҡәлғә тип аталған казак станицаһында йәшәгән генерал Мистров; дежур штаб-офицеры, майор Матерн, уны генерал Перовский, кабинетында тиҙ арала кәрәк була торған ҡағыҙҙы яҙырға ҡушып, тегеһе шуны бер нисек итеп тә төҙөй алмағаны өсөн вазифаһынан бушата.
Губернатор канцелярияһы чиновниктары ла яҡшыларҙан булмай; төҙәтеүсе һәм секретарҙан башҡалары барыһы ла аҙ грамоталы һәм һәр саҡта ла айныҡ булмай, ошо хаҡта түбәндәгеләргә ҡарап һығымта эшләргә була. Ошондай бер нисә әфәнде, трактирҙа ныҡ ҡына эсеп алғас, барыһы бергә бер йортҡа кис ултырырға йыйылышҡан ҡыҙҙар менән күңел асырға барырға була, әммә йорт хужаһы, быларҙың ниндәй кешеләр икәнен белеп, эскә индермәй, ихата ҡапҡаһын ныҡ итеп бикләп ҡуя. Был өй ҡәлғә валынан йыраҡ булмай, ә унда артиллерия орудиеһы тора. Иҫерек чиновниктар орудиены валдан аҫҡа төшөрә, әлеге өй янына алып килеп, алға һәм артҡа табан тәгәрәтеп, ҡапҡаны төрттөрә, ҡапҡа ватылып, ергә ауғас, ошо иҫеректәр өйөрө өйгә килеп инеп, ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡотон ала.
Эссенға уның чиновниктарының ҡотороуы хаҡында хәбәр итәләр. Ул быларҙы үҙенә саҡыртып ала. Губернаторға барғанда уларҙың ҡайһы берҙәре, моғайын, үҙҙәрен таяҡ менән һуҡтырасаҡтары хаҡында әйткәс, бер татар кешеһе 100 тапҡыр таяҡ менән һуҡтырһалар ҙа бер ни ҙә булмаҫ, тик бынан да артығыраҡ яза бирмәһендәр, тип яуаплай. Ошо хаҡта миңә ошо кешеләр менән бергә ҡатнашып йөрөгән титуляр советник Василий Николаевич Астафьев һөйләгәйне, ул 50-се йылдар аҙағында вафат булды.
Ошо Астафьев губернатор канцелярияһында эшләгән сағында сик буйы бүлексәһен етәкләгән хәрби офицер Германға эш буйынса килгәс, теге бынан ниндәйҙер ҡағыҙ талап итә, ҡағыҙҙы бирмәгәс, ситтәрәк торған ҡылысын алып, Астафьевты сабып үлтереү менән янай. Быныһы киң ихатаға йүгереп сығып китә, ә ярһыған Герман ҡындан һурылған ҡылысын тотоп, уның артынан ҡыуалап йөрөй. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Герман арый һәм һөрөнөп йығыла. Ошоноң менән файҙаланып, Астафьев кире бүлмәгә инеп, ишекте келә менән бикләй һәм лакейҙан уның барины иртә менән килтерелгән ҡағыҙҙы ҡайҙа һалғанын һорай. Лакей ҡағыҙҙы табып бирә. Астафьев ишекте аса, һәм ул Германға әлеге ҡағыҙҙы биргәс, тегеһе уға ошолай тип әйтә: "Бәхетлеһең, эләкмәнең: ҡылысым менән һине сабып ташлаған булыр инем!"
Шул уҡ исправник Стәрлетамаҡ өйәҙендә хеҙмәт иткән сағында барыһына ла асыҡтан-асыҡ былай тип һөйләп йөрөгән: йылына 12 бот көмөш йыя алмаған исправник - бер эшлекһеҙ кеше ул.
Хәрби губернатор уға өйәҙ башҡорттарының дөйөм йыйынында кантон начальнигын һайлатырға ҡуша. Әлбиттә, һайланырға теләүселәр етерлек була. Өс кешене һайлауға сығаралар: Ибраһимов, Ҡайынов һәм Аҡсулпановты. Дәүләткилдиев, береһен дә үпкә-ләтмәй генә, һәр ҡайһыһынан 3-әр мең һум аҡса ала, һәр береһен мотлаҡ һайланасығына ышандырып, вәғәҙәләр бирә. Уның ҡул аҫтында хеҙмәт иткән земство чиндары 12 биҙрә пуншлы француз шарабын эсеп бөтөрә. Үҙ эшен тамамлағас, исправник кандидаттарға Ырымбурға барырға ҡуша, сөнки был мәсьәләне губернатор Эссен һәм уның чиновниктары ғына хәл итә ала. Ибраһимовты раҫлайҙар, ә ҡалғандарының аҡсаһы бушҡа китә. Дәүләткилдиев уларға, үҙегеҙҙе һәйбәт итеп күрһәтә алмағас, уңышҡа өлгәшә алмағанһығыҙ, ти, ә ысынында һайлау шарҙар һанына ҡарап хәл ителеүен был ябай кешеләр аңламай ине.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 54

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru