«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЖМАХТА ЙӘШӘГӘНЕҢДЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ? БЕЛӘМ, УЛ ОЖМАХТЫ ҮҘЕМ БУЛДЫРАМ БИТ!
+  - 


Уйҙар сөңгөлөнә уйылдырыр, һиҫкәндерер, һеңгеҙәтер әҫәрҙәр ижад итә Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА. Әҙибәнең "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" тигән китабы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гөлсирә апай, беҙҙең алда, ошо халыҡтың улы-ҡыҙы булараҡ, кемдәрҙеңдер балаһы, ата-әсәһе булараҡ, кемдәрҙеңдер ҡартатай-өләсәһе булараҡ, кемдәрҙеңдер туғаны, дуҫы, яҡташы, ауылдашы булараҡ, кемдеңдер һөйгәне булараҡ, кемдеңдер серҙәше булараҡ, тағы ла әллә кемдең әллә кеме булараҡ, бихисап бурыстар тора. Барлыҡ бурыстарығыҙ араһында ижад нисәнсе урынды алып тора? Ғөмүмән, ул һеҙҙең бурысығыҙмы? Бурысығыҙ булмаһа, нимә ул?

- Бик күп йылдар бер етәксем, нимәгәлер йәне көйөпмө, маҡтарға теләпме, аптырапмы: "Һин үҙең торғаны бер әҙәбиәт бит ул!" - тигәйне. Хәҙер уйлайым да: "Ә бит ул дөрөҫ әйткән", - тип ҡуям. Был ижади халәтте бәләкәйҙән йотлоғоп китап уҡыуым башлап ебәргәнме, әллә ошо булмышым арҡаһында китапҡа мөкиббәнменме, әйтеүе мөмкин түгел. Ә ижад ул эстә туҡтауһыҙ бара, эске диалог, монолог рәүешендәме, ә ҡайһы ваҡыт кинофильм кеүек. Сөнки ижад - ул эске ихтыяж, һәр кемгә хас ихтыяж. Был яҙыусыларға, артистарға, рәссамдарға ғына ҡағылмай, ғөмүмән, һөнәрен үҙенең эске талабы буйынса һайлаған һәр бер кешегә ҡағыла. Мәҫәлән, хирургтарға операция урынын матур итеп тегеп ҡуя белеү ҙә мөһим һәм минең бер танышым үҙенең өләсәһе эргәһенә ултырып, сәғәттәр буйы мауығып, унан әйбер ямарға өйрәнеүе тураһында һөйләгәйне. Шуның һымаҡ, беҙ бер ваҡытта ла ижад итеүҙән туҡтамайбыҙ, кеше менән һөйләшкәндә, берәй ҡыҙыҡлы деталь, әңгәмә, ваҡиға, сәйер холоҡ-ҡылыҡ иғтибарҙы йәлеп итә, хәтергә һеңә лә, кәрәк кенә ваҡытында уйламағанда килеп сыға. Ижадҡа ошолай ҡарағанда, эске эш һәр ваҡыт бара. Шунан ниндәйҙер бер мәлдә миңә теге-йәки был әҫәрҙең сюжеты кинофильм һымаҡ килә башлай. Сағыу, матур, мауыҡтырғыс фильм. Бына шул ваҡытта ундағы күргән картиналарҙы һүҙ менән яҙып алырға маташыу - ижадтың иң ҡатмарлы мәле. Күргәндәрең шундай сағыу, ә һинең һөйләп биреүең шундай зәғиф. Был, моғайын, һәр ижадсыға хас халәт, хәтерләйһегеҙме Салауаттың шиғыры:
"Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм.
Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф".
Бындай мәлдә йыш ҡына йәнем көйөп, килеп сыҡманы, тип ташлап ҡуям. Шунан ул яҙмаларҙы байтаҡ ваҡыттан һуң алып ҡарап, "Ярайһы ғына булған икән", тип эшкәртә, яҙа, шымарта башлайым. Ә һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, йыш ҡына ялҡауланам, рәхәтләнеп ул киноны үҙем генә ҡарарға һалышып киттем. Ижад минең өсөн - шул.

Ябай ғына сағыштырыу. Яҙыусы, әйтәйек, биш йыл эсендә, пенсияһын һуҙып-тартып йәшәп, роман ижад итте икән ти. Уны китап итеп баҫтырып сығарыуға тағы ла биш йыл үтеп, йәмғеһе уның ун йыллыҡ интеллектуаль хеҙмәте, әйтәйек, 100 мең һумлыҡ гонорар менән баһаланды икән ти. Шул уҡ ваҡытта, үҙ ғүмерендә бер китап та уҡымаған, әммә йылан аяғын киҫкән сауҙагәр был аҡсаны бер көндә эшләп таба. Ниңә беҙҙең илдә интеллектуалдың ун йыллыҡ хеҙмәте интеллекты нуль кимәлендә булғандың бер көнлөк хеҙмәтенә тиң икән? Ошоларҙы белгәндән һуң нисек ижад итеп йәшәмәк кәрәк?

- Ижад бер ваҡытта ла яҙыусының тамағын туйҙырмаған бит. Рус әҙәбиәтенә генә ҡараһаҡ та: Толстой - граф, Чехов - врач, бахыр Достоевский ҙа ғүмере буйы аҡсаһыҙ йонсоған, ә Тургенев - ҡасан ҡарама помещица әсәһенең һыҡмырлығына зарлана. Шул уҡ Бунин, Булгаков, Набоков...
Әҙәби ижад менән тамағын туйҙыра алғандар бик һирәктер, тип уйлайым.
Ә әле иноагент булған Улицкая, Акунин, Сорокин һымаҡтар - улар бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Улар электән дә агент булған һәм шул емергес эштәре өсөн мул алған. Беҙ ул юлдан бара алмайбыҙ һәм кәрәкмәй ҙә.
Шуға күрә беҙҙең һөнәрҙәр: журналист - яҙыусы, тәржемәсе - яҙыусы иң ҡулайы, тип уйлайым. Хәйер, дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорт яҙыусылары барыбыҙ ҙа - беҙ үҙешмәкәрҙәр бит инде. Йоҡо иҫәбенә, буш ваҡытта ижад итәбеҙ...

Һин ҡала тормошоноң барлыҡ уңайлыҡтарын татығандан һуң кире тыуған ауылыңа ҡайтып йәшәйһең, ижад итәһең. Ауыл бит беҙ идеаллаштырған ауылдан хәҙер күпкә ҡайтыш, романтикаһы ла йәш ваҡыттағыса түгел. Ҡыҫҡаһы, ауылға ҡайтыуың үҙмаҡсат инеме, әллә беҙ аңлап бөтмәгән серҙәре лә бармы? Әллә ауылдың асылға яҡыныраҡ булыуы ылыҡтырамы?

- Ауылға мин Африкалағы хәйерселекте күреп, ҡотом осҡандан һуң: "Тиҙ арала Рәсәйҙе ҡотҡара һалырға кәрәк", - тигән ялҡынлы идея менән ҡайттым. Йәнәһе, ауылды күтәрәм. Хәҙер ул ваҡыттағы үҙемде хәтерләп, рәхәтләнеп көлөрлөк хәлгә килдем, ниһайәт. Тик бер нәмә лә юҡҡа түгел, пекарня асып-ябып ҡыялған бер нисә йыл эсендә ауылда йәшәгем килгәнен, дөрөҫөрәге, ҡалала бөтөнләй йәшәй алмаясағымды аңланым. Ауылда бит хәҙер ҡалалағыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ уңайлыҡтар булдырырға мөмкин. Канализация, газ, һыу - шуларға өҫтәп, саф һауа, таҙа һыу, иҫ киткес матур тәбиғәт, үҙең үҫтергән саф, тәмле йәшелсә-емеш, ит, һөт. Ҡала һөнәр, белем алыу, йәш саҡта үҙеңде тормошҡа ашырыу маҡсатыңда мөмкинлек өсөн генә кәрәк. Минең өсөн хәҙер донъяның үҙәге - үҙем йәшәгән урын. Интернет бар икән - бөтә кәрәк мәғлүмәтте ауылда ла алам. Ауылда мин күберәк уҡыйым, сөнки кәрәкмәгән аралашыуҙарға, юлға, магазиндарға ваҡытымды әрәм итмәйем.
Яңыраҡ, аҙна тирәһе ҡалала булырға тура килгәндә, тағы үҙем өсөн мөһим булған бер нәмәне аңланым: ҡалала ауылдағы һымаҡ тормош тантанаһы юҡ, ә был минең өсөн бик мөһим: иртән тороп сығыу менән тормош океанына сумаһың - мал-тыуар, ҡош-ҡорт, күбәләктәр, бал ҡорттары, ҡуңыҙҙар һәм башҡа миллионлаған йән эйәләре гөж килеп тора, ә үләндәр, сәскәләр, ағастар... Уларҙың кинәнесен, ләззәтен тойоу - әйтеп-аңлатып биргеһеҙ рәхәтлек бирә. Донъя менән гармония - күңел өсөн иң мөһиме шул, ахыры. Быны мин ғүмер буйы, ваҡыт-ваҡыт бер сәбәпһеҙ депрессияға төшөп китеүҙән йонсоған кеше булараҡ әйтәм.
Ауылда минең өсөн ылыҡтырғыс тағы бер нәмә бар - ул физик эш, хәрәкәттә - бәрәкәт. Ысын мәғәнәһендә ауыл балаһымын: саф һауа еҫкәр өсөн генә урамда эшһеҙ йөрөү - миңә элек тә енәйәт һымаҡ тойола торғайны.
Ауылдың тағы бер йән тыныслығы бирә торған яғы бар - унда бер нәмә лә әрәмгә китмәй: картуф ҡабығы һымаҡ нәмәләр малға, ҡағыҙ-мағыҙ - утҡа яғырға, моданан сыҡҡан кейем-һалым - мал араһына кейергә, ахыр сиктә, балаҫ һуғырға... Әйберҙе исрафламаҫҡа тырышыу хәйерсе психологияһы түгел - ул планетаға, хеҙмәт кешеһенә, үҙеңдең һанаулы ғына ғүмереңә ихтирам, ҡәҙер, сөнки беҙ шул әйберҙәрҙе аҡсаға алабыҙ, ә аҡса эшләйбеҙ тип үҙебеҙҙең ғүмеребеҙ менән түләйбеҙ.

Наил Ғәйетбаев бер мәл бик ҡыҙыҡлы фекер әйткәйне: бәхет тураһында яҙып булмай. Ысынлап та, бәхетле тормош проблемаларҙы юҡҡа сығара һәм ундай тормоштоң ҡыҙығы ҡалмаған һымаҡ. Мин "Бәйләнештә" селтәрендәге диуарыма бәхет хаҡында шундай статус та яҙып ҡуйҙым: "Абсолют бәхет булмай. Сөнки бәхет ҡошон ҡулына эләктергән кеше уны юғалтмаҫ өсөн бәхетһеҙ борсолоуҙар кисереп йәшәй". Һинеңсә, бәхет нимә ул?

- Минеңсә, бәхет - ул ниндәйҙер бер күтәренке рухи халәт, татлы тойғолар. Мәҫәлән, "Иң бәхетле минуттарың ниндәй?" тип һорағанда мин һәр ваҡыт тәүҙә ҡыҙым, унан улым тыуған иртәләрҙе иҫемә төшөрәм. Хәтеремдә, бала табыу йортоноң тәҙрәһе янында баҫып торам һәм шундай күтәренкелек тоям: теләһәм хатта кәйелеп-кәйелеп оса ла алырмын һымаҡ. Тик осоп китергә теләмәйем генә, сөнки эргәмдә сабыйым бар. Йәки, Мостай Кәрим фондының премияһын алғанда ла шундайыраҡ тойғо кисерҙем. Мин ул премияның Мәрйәм апай Бураҡаеваға биреләсәген белә һәм уның лайыҡ икәнен таный, уның өсөн ҡыуана инем. Бына уға премия тапшырҙылар, шаулап ҡул саптыҡ һәм кисәне алып барыусы "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһе өсөн, тип иғлан итә башланы. Был минең өсөн шул тиклем көтөлмәгән һәм көтөлмәгәне менән айырыуса тәьҫирле булды: мең кешелек залда тағы ла халыҡ дәррәү ҡул саба - сәхнәгә нисек итеп сыҡҡанымды ла тойманым. Шул уҡ осош тойғоһо! Ошондай осошта һәр ваҡыт йәшәп булмай, минеңсә, ул энергияны күп ала, ә беҙ атлап йөрөр өсөн яратылғанбыҙ. Шуға күрә ғалимдар, беҙҙең организм өсөн бәхетле булыуыбыҙ бик үк кәрәк түгел, сөнки бәхет хәлендә энергия күп китә, тиҙәр бит.
Бына мин ҡаҙаҡ эстрадаһын яратам, Димаш Хоҙайбиргәновтың "Дайдидау", "Ҡарағым-ау" тигән йырҙарын йәнем сығырҙай булып тыңлайым. Әммә бер тыңлау бер нисә айға етә - гел генә ундай хәлдә йәшәү мөмкин түгел. Эш күп ваҡыттарҙа еңел, дәртле, ябай әйберҙәрҙе тыңлаһаң, эшең дә ырай, арытмай ҙа.
Тормошто йәмләгән, ялҡын һымаҡ өтмәй, тандыр ғына йылытҡан бер рәхәт тойғо бар: ул ҡәнәғәтлек. Мәҫәлән, кешегә яҡшылыҡ эшләгәндән һуң шундай күңел күтәренкелеге була. Йәки бик күп ауыл кешеләренә хас нәмә: балалар ҡайтты, байтаҡ нәмә эшләп, ярҙам итеп, кире китергә йыйыналар, машиналарына ит, һөт, картуф, ҡыяр-помидор тултыралар. Әҙерләнгәндә ҡамасауламайым, тип, шул уҡ ваҡытта теләһә ниндәй һорауға яуап бирергә әҙер булып, ситтәрәк эскәмйәлә ултырам, ниндәйҙер бер мәлдә абайлайым: булмышымда күңел байрамы - ҡәнәғәтлек.
Был тойғоноң тағы бер әһәмиәтле яғы бар - үҙең биргәндә, үҙең башҡаларға нисектер ярҙам иткәндә барлыҡҡа килә, тимәк, ул һинең үҙеңә генә бәйләнгән, уны кисереү өсөн башҡаларҙан һәм яҙмыштан нимәлер көтөп торорға кәрәкмәй. Кешеләргә, йәмғиәткә кәрәкле кеше бул да, ҡәнәғәтлеккә кинәнеп тик йөрө... Шәп бит!

Һәр яҙыусы әҫәрендә үҙен яҙа тиҙәр. Ҡайһы әҫәреңдәге ҡайһы геройыңды туранан-тура үҙеңдең сағылышың тип әйтә алаһың? Кемдәргә "Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнең?

- Һорауыңды уҡыным да, үҙемдең геройҙарымды барлап алдым. Үҙемде үк яҙмайымдыр, ә, бәлки, үҙемдең хыялымдағы фаразымдың ҡайһы бер сифаттары инеп китәлер. Ә былай, йә ныҡ тетрәткән, йә ныҡ аптыратҡан, йә ныҡ һоҡландырған саҡта яҙаһыңдыр. Йыш ҡына ниндәйҙер эске проблемаларымды хәл итер өсөн яҙам, ахыры, сөнки әҫәр ҡайҙандыр, төпкөл аңдан килә бит. Әлбиттә, әҫәрҙә булмышыңды бер нисек тә йәшереп булмай. Элек мин "Донъя алдына шыр яланғас күңел менән сығып баҫалар" тип, шағирҙарҙы ныҡ йәлләй торғайным. Бер ваҡыт йәштәр ижады буйынса семинарҙа ҡатнаштым. Бер нисә башлап яҙыусының әҫәрҙәрен тикшерҙек. Семинарға әҙерләнгәндә үк яҙғандарын уҡып, ул яҙыусыларҙы күҙ алдына килтергәйнем инде. Үҙҙәре менән аралашҡас, хайран ҡалдым: прозала автор тулыһынса, бөтөнләй тиреһеҙ, бөтөн эсәк-ҡарыны менән асыла икән!
Сөнки һин, теләйһеңме-теләмәйһеңме, геройыңды үҙеңдең донъяңа урынлаштыраһың, уны үҙеңдән сығып баһалайһың, үҙең тойғанса һүрәтләйһең.
Ә яратыуҙы белдереүгә килгәндә, мин тормошто яратыуым, ни өсөн һәм ҡайһылай яратыуым, уның ниндәй яратыуға лайыҡ булғаны тураһында яҙып еткермәгәнмен. Яҡын арала ныҡлап шуға тотонорға торам. Әҫәремдең инде әллә нисә йыл күңелдә йөрөгән "Йәнтөйәк һәм донъя араһында" тигән исеме лә бар.

Лютер Бербанк тигән Америка селекционеры малдарҙың продуктлылығын арттырыу өсөн энәһеҙ кактустар үҫтереүгә өлгәшә. Кактустарҙы бигерәк тә һыйырҙар яратып ашай, әммә энәләре ҡамасаулаған була. Тәүҙә һәр төрлө ысулдарҙы ҡулланғандан һуң, тәжрибәһе килеп сыҡмағас, кактустарға һөйөү һүҙҙәре әйтә башлай һәм маҡсатына өлгәшә, үҫентеләрҙең энәләре юҡҡа сыға. Ул йылдарҙа Америкала ауыл хужалығы продуктлылығы бермә-бер күтәрелә. Ошо тәжрибәнән сығып, хәҙерге көндә донъяла, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған хәлдәргә ҡарата ниндәй ишаралар таба алаһың? Әгәр ҙә кешеләр бер-береһенә һөйөү һүҙҙәре әйтһә, барлыҡ һуғыштар ҙа, ыҙғыштар ҙа туҡтар һымаҡ...

- Бахыр кактустарҙың үҙгәреүенә ышанам, кешеләргә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ышанып етмәйем. Эш бында оптимизм менән пессимизмда ла түгел. Әҙәм балаһы күпкә ҡапма-ҡаршылыҡлыраҡ. Тормошта йыш ҡына яратыуың - бахырлыҡ, яҡшылығың - алйотлоҡ, иплелегең - йомшаҡлыҡ һымаҡ ҡабул ителә. Кешеләр "крутой"ҙарҙы нығыраҡ ихтирам итеүсән. Быны ла үҙ елкәмдә татығаным бар. Яҡшылыҡтың ысын баһаһын аңлар өсөн тормош тарафынан байтаҡ дөмбәҫләнергә һәм шул уҡ ваҡытта күңелгә асыу йыймаҫҡа кәрәк. Быны мин үҙемдән дә күрәм: яуызлыҡ, алама һүҙ, йәмһеҙ ҡыланыш хәҙер мине бик аптыратып бармай, ә кешенең бәләкәй генә яҡшылығынан да илайым. Хәйер, был тормоштоң аңлап бөтөп булмаған сере - ахыр сиктә бахырлыҡ булып ҡабул ителгән һөйөү барыбер нисектер өҫтөнлөк ала, еңеп сыға. Был аңлап булмай торған мөғжизәне донъяның ысынлап та Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратып яратылыуына дәлил һымаҡ ҡабул итәм.
Әммә кешелек тарихының гел ҡан ҡойошло үҙ-ара һуғыштарҙан торғанына ҡарағанда мин ихтирам иткән бер белгестең: "Берәй ваҡыт кешелек үҙ-ара һуғышыуҙан туҡтармы икән?" - тигән һорауға биргән яуабында ҡурҡыныс хаҡлыҡ бар: "Әгәр ҙә был ҡасан да була ҡалһа, тимәк, кешелек тулыһынса һәләк булған буласаҡ", - тигәйне ул. "Мин һәм улар", "беҙ һәм улар" - ошондай ҡапма-ҡаршылыҡ бәрелешендә формалашҡан кешелек, ғәҙәттә, дөйөм хәүеф, дөйөм ҡурҡыныс алдында бергә уҡмаша. Ә әле беҙ, беҙҙең ил халҡы, йәмғиәт хатта өҫкә ябырылып килгән хәүеф алдында ла берләшергә ашыҡмайбыҙ. Бына шул минең өсөн әле иң аяныслыһы.
Мин йыш ҡына донъя тураһында уйлағанда ергә самолет иллюминаторынан ҡарап барғанымды иҫкә төшөрәм. Париждан Буркина-Фасоға алты сәғәт 40 минут остоҡ. Шунда хайран ҡалдым: кеше рәхәтләнеп эшкәртеп, ҡолас ташлап йәшәрлек киңлек юҡ кимәлендә. Ҡап-ҡара тауҙар һәм ус аяһындай йәшеллектә бил бөккән кешекәйҙәр. Унан - икһеҙ-сикһеҙ Сахара сүллеге. Бына шул ваҡытта үҙеңдең ни тиклем хозур илдә йәшәгәнеңде, урман-ҡырҙарҙың, йылға-күлдәрҙең муллығын аңлайһың һәм тыуған илгә бөтөнләй икенсе ҡараш уяна. Беҙ хазинаға эйәбеҙ, ә уға эйә булырға теләүселәрҙең арымай-талмай уны ҡулға төшөрөргә хыялланыуҙары ла аңлашыла. Был хаҡта Маргарет Тетчер 1991 йылда уҡ: "Донъя йәмәғәтселеге баһаһы буйынса Рәсәй территорияһында 15 миллион ғына кеше йәшәһә етә", - тип әйткәйне. Яза сығарылған һәм уны тормошҡа ашырыуҙан баш тартҡандар тиһегеҙме?
Шуға күрә үҙ-ара ыҙғыштар ваҡытында мин иң элек, беҙҙең талаштан кемдәргә файҙа, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта бергәлек, татыулыҡ ябай ғына ғәҙеллеккә таянғанда ғына мөмкин. Быны бер кемгә лә оноторға ярамай. Ғәҙеллек тойғоһо ул йән эйәһенең тәбиғәтенән, ул хатта йәнлектәргә лә хас, тимәк - был Аллаһы Тәғәләнән. Ғәҙәти генә татыулыҡ, берҙәмлек - ғәҙеллеккә нигеҙләнгән.

Иң төп әҫәрем тип ҡайһы әҫәреңде әйтә алаһың. Әллә ул яҙыламы? Әллә бармаҡтарыңдың ҡайһыһын тешләһәң дә, ауыртамы?

- Мин, ғәҙәттә, теләк-хыялдарымдың артынан өлгөрә алмай йәшәйем. Шуға күрә ҡайһыһы төп, ҡайһыһы әһәмиәтле тип уйлағаным юҡ. Шуныһы бар: уҡыусыларым - башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Ир-аттар ҙа яратып уҡырлыҡ берәй нәмә яҙырға ине, тигән уй ваҡыт-ваҡыт башҡа инеп сыға...

Яһалма интеллект барлыҡҡа килтереү кешеләрҙе роботҡа әйләндереүҙең бер аҙымы тип уйламайһыңмы? Минеңсә, ундай интеллект тойғоларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыр һымаҡ һәм беҙҙең һымаҡ хисле халыҡҡа был һәләкәт менән янауы бар. Шулай түгелме?

- Яһалма интеллект - ул инструмент, ҡорамал тиҙәр уны уйлап табыусы һәм камиллаштырыу өҫтөндә эшләүселәр. Беҙ бит компьютерҙа эшләргә өйрәндек һәм уны кем ни тиклем һәйбәтерәк өйрәнде, эше шул тиклем үк еңелләште. Шуның һымаҡ, яһалма интеллект та тормошобоҙҙа үҙ урынын таба башланы бит: мәҫәлән, күптәрҙең робот-саң һурҙырғыс, робот тәҙрә таҙартҡыс бар. Бында мине икенсе нәмә борсой: уны үҙләштереүҙә артта ҡалмаҫҡа тырышырға кәрәк. Был процесты туҡтатыу мөмкин түгел, тимәк, "әгәр ҙә туҡтата алмайһың икән, башлап бар", тиҙәр бит. Шуға күрә үҙебеҙҙең Рәсәй ғалимдарының эштәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам.
Мәҫәлән, Ольга Ускованы "Рәсәй роботтарының әсәһе", тиҙәр, үҙенең корпорацияһы бар, был йәһәттән бик уңышлы эшләйҙәр. Үҙҙәре эшләгән Ипполит тигән яһалма интеллект менән бергә яҙған китабы бар. Уны уҡыһаң, ҡурҡып китәһең: донъяла шаҡ ҡатырғыс технологик революция бара, кешелектең бер өлөшө шунда йәшәй, киләсәкте ана шул ҡаҙаныштар күҙлегенән баһалай, пландар ҡора һәм был пландарҙа - беҙҙең яҙмышыбыҙ. Ә беҙ - күпселек - бер нәмә лә белмәй-күрмәй, маймылдар ҙа түгел хатта, ә динозаврҙар һымаҡ үҙ-ара һуғышып, көрмәкләшеп, донъяның инде бөтөнләй башҡа икәнен абайламай ҙа йәшәйбеҙ. Трансгуманистарҙың хыялдары буйынса, беҙ ана шул ҡасандыр Хаксли һүрәтләгән "хайран иткес яңы донъяла", виртуаль донъяла барыһын да онотоп, тик компьютерҙа уйнап, минимум ихтыяжға риза булып көн итергә тейешбеҙ икән, беҙ әле үк рәхәтләнеп шул донъяға инеп бармайбыҙмы ни: тәүлектең нисә сәғәтен гаджеттарҙы ҡулдан төшөрмәй үткәрәбеҙ? Бына мин, өлкән кеше, ауылда йәшәйем, социаль селтәрҙәрҙә аңлы рәүештә ҡатнашмайым, чаттарҙа юҡмын, "Тик-ток" ҡарамайым. Эшем телефон менән бәйләнмәгән, ун йылға яҡын өйөмдә телевизорым юҡ. Ә үҙемде контролдә тотор өсөн бик ныҡ тырышырға тура килә, хәҙер, бер генә нимә ҡарайым да, тип, үҙеңде алдайһың да, ҡараһаң, күҙ асып йомғансы бер-ике сәғәтең үтеп киткән! Миллиардлаған кешенең "Тик-ток"та теләһә нәмә ҡарап, берәүҙең иҫәрлегенә хахылдап, һанаулы ғына ғүмер сәғәттәрен юҡҡа сарыф иткәнен уйлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ. Ә балалар тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Шуға күрә был технология революцияһынан әҙәмлекте һаҡлап килеп сығыу өсөн һәр кешегә уяулыҡ, сослоҡ, тәнҡитле фекер йөрөтөү ҡеүәһе һымаҡ ихтыяр көсө талап киткән сифаттар кәрәк инде. Ә беҙ, әҙәм балалары, йыш ҡына осраҡта, ауырлыҡҡа түгел, рәхәткә сыҙамайбыҙ. Донъя кимәлендә геосәйәсәттә лә, технологияла ла баш китерлек һынылыш бара, МХО ана шуның ҡан ҡойошло, утлы өлөшө. Әммә кешеләрҙе айырым ғына ҡотон алып, өйҙәргә бикләп тә бик уңышлы кәметеп булғанын ковид ваҡытында күрҙек бит инде.
Хәйер, былар барыһы ла - тормош. Боронғолар әйтмешләй: "Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай инде". Тик йәшәгән генә ваҡытыбыҙҙың ҡәҙерен беләбеҙме икән? Еңел дофамин артынан ҡыуып, телефон артында ултырмай, ысын тормошта йәшәһәк, яһалма интеллект беҙгә тормошобоҙҙо еңеләйткән, емешлерәк иткән ярҙамсы ғына булыр ине, тигән ышанысым ҙур.

Яңынан ғүмереңде йәшәргә тура килһә, ҡайһы урындағы ниндәй хаталарыңды төҙәтер инең?

- Йәш ваҡытта хәҙерге тәжрибәм булһа, мөхәббәт тураһында хыялланыуға, уны көтөп һағышланыуға ваҡытымды сарыф итеп тормаҫ инем. Тәҡдиреңә яҙған ваҡиғалар, әһәмиәтле осрашыуҙар, иң кәрәкле кешеләр - барыһы ла көтмәгәндә килә. Булырға тейешле нәмә - була. Китергә тейешле кеше - китә. Тормош - ул бер оло вокзал кеүек, гөжләп торған пассажир залы, поездар килә тора, китә тора һәм һәр кемдең үҙенең маршруты, расписаниеһы.
Кешеләрҙең насарлығына үтә ҙур әһәмиәт биреп, баш ватып, ваҡыт әрәм итмәҫ инем. "Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер үк океандың тамсылары һәм һәр тамсыла тотош океандың сифаттары тупланған", - тигән метафора оҡшай миңә. Ысынлап та, бәндә балалары күп ҡырлы һәм "кеше түгел икән" тип күңел ҡайтҡан зат та бер көн килеп яҡшылығы менән аптыратып ҡуя.
Йәнә лә, бер һөйләшкәндә Мостай ағай: "Минең яҡшым, уның мотлаҡ башҡалар өсөн дә яҡшы булыуы ла мотлаҡ түгел. Ул минең яҡшым", - тигән фекер әйткәйне. Шуны йыш ҡына хәтерләйем. Ошо ябай ғына тойолған һүҙҙәр күп нәмәгә күҙемде асты, тынысландырҙы. Ҡайһы ваҡыт берәй кешене ныҡ оҡшатаһың. Уның менән дуҫлашҡың, аралашып йәшәгең килә. Ә ниңәлер бер нисек тә килеп сыҡмай. Хәҙер аңлайым: быға бер кем дә ғәйепле түгел, тимәк, мин ул кешенең яҡшыһы түгелмен. Йәки беҙ бер-беребеҙҙең яҡшыһы түгелдер, бары шул ғына. Ошоно аңлау бик күп үкенестәрҙән араланы, тормошомдо шаҡтай еңеләйткәйне.
Йәнә шуны аңланым: шәхси яуаплылыҡ һәм йоғонто яһау даирәһе тигән нәмәләр, реактив йәки проактив булыу кеүек нәмәләрҙе төшөнөү ғүмерҙең һанаулы ғына ваҡыттарын, үҙеңә бирелгән энергияны - мөмкинлекте, һаулыҡты исрафламай, һаҡсыл файҙаланыуға ныҡ ярҙам итә икән.

Һинең әҫәрҙәреңде уҡыусылар көтөп ала. Алдағы йылдарҙа уларҙы ниндәй әҫәрҙәрең менән һөйөндөрөргә иҫәп тотаһың?

- Һуңғы осорҙа мине йәмғиәтебеҙҙәге дәғүәләр, ҡараштар төрлөлөгө, төрлө сәйәси ҡараштарҙа булыу арҡаһында үҙ-ара дошманлыҡ, нәфрәт тойғоларының артыуы ныҡ ҡаҡшатты, ауырыу сигенә килтереп еткерҙе, донъяға, булып ятҡан ваҡиғаларға ҡапма-ҡаршы күҙлектән ҡарауыбыҙ арҡаһында бик күп яҡындарым менән аралар боҙолдо. Ә был минең өсөн әйтеп биргеһеҙ фажиғә кимәлендә, сөнки мин кешеләргә генә түгел, хатта бүтән йән эйәләренә лә ныҡ эҫенеп йәшәйем. Ныҡ ҡартайып киткән тәүге кәзәм Марта менән саҡ хушлашыуым, һаман һағыныуым тураһында әйтһәм, дуҫтар менән һыуынышыуымдың ни тиклем әсенешле икәнен аңларһың. Ниндәйҙер кимәлдә әле беҙҙең йәмғиәттә "һалҡын һуғыш", граждандар һуғышы аҫтан ғына көйрәй - йәғни илде, беҙҙе юҡ итергә ниәтләгән дошмандар алып барған мәғлүмәти һуғыш, тарихыбыҙға, халҡыбыҙға өйгән бысраҡлыҡтар, ялғандар үҙенең мәкерле эшен туҡтауһыҙ эшләй, үҙенең хәүефле емешен бирә.
Һәр кем хәҙер мәғлүмәтле, әммә мәғлүмәтте ул ниндәй инештән, ниндәй сығанаҡтан алған, уның нәҫел тарихын, ата-бабаларының ҡаҙаныштарын, ҡиммәтен юҡҡа сығарып, беҙҙең тамырҙарыбыҙҙы өҙгәнен ул тоямы?
Ваҡиғалар шул тиклем ҡатмарлы, етеҙ, информацион сүп-сар шул тиклем күп һәм мауыҡтырғыс - шуға күрә күптәр ваҡиғаларҙың асылын уйлап тормай, тормош буйлап ҡамғаҡ кеүек күңелле тәгәрләп бара бирә. Хәтер шул тиклем ҡыҫҡа - бына торған пандемия тураһында ла тиҙ генә оноттоҡ: ул ниндәй маҡсатта ойошторолған икән? Ундай һорау күптәрҙең башына ла инеп сыҡмай хәҙер.
Был мәсьәләләр мине бик ныҡ борсой. Хатта үҙемә был һинең яуаплылыҡ даирәңә инмәй, тип тылҡырға маташһам да, минең балаларым, ейәндәрем бар - улар йәшәйәсәк киләсәктең нисек булырына битараф булып буламы? Мин яҡты донъяла байтаҡ йәшәйем - бик уҫал хәтерлемен, бик күп нәмәне элек аңламаһам, хәҙер уларҙың асылы башыма барып етә. Әммә күптәр менән ул турала һөйләшеү ҙә хатта мөмкин түгел: яңы ғына ихлас ләстит һатып торған әңгәмәсең шунда уҡ ябыла, күҙҙәре ҡайҙалыр эскә китә һәм хуш: ул үҙенең бункерына инеп бикләнде. Эйе, беҙҙең һәр беребеҙ үҙенең информацион бункерында йәшәй һәм хәҙер һирәк-һаяҡ, саф һауа һуларға сыҡҡанда еңел-елпе хәбәрҙәр һөйләшеү өсөн генә аралашабыҙ. Элек мин нимәләрҙер һөйләргә, үҙемдең ҡарашты аңлатырға маташа торғайным: файҙаһыҙ икәнде аңланым. Ни өсөн был хаҡта оҙаҡлап һөйләп тороуыңдың сәбәбе шул: сәнғәттең, әҙәбиәттең кеше күңеленә ниндәйҙер серле һуҡмаҡтары бар һәм әлегә ул һуҡмаҡтар томаланмаған. Ижадсыларға (игелеккә хеҙмәт иткән кешеләргә) шуның менән файҙаланып өлгөрөргә кәрәк. Дошмандар был хаҡта күптән белә, улар көнө-төнө ал-ял белмәй эшләй, ә нишләп мин эшләмәйем?
Эйе, кеше хәҙер мәғлүмәтле, сит илдәргә йөрөй, тик күптәр, анекдоттағыса, "туризм менән эмиграцияны бутай". Ҡайҙалыр донъяла, мәҫәлән, АҠШ-та ожмах һымаҡ тормош барҙыр, тип хыялланып йәшәй. Был эске эмиграция тип аталған күренеш ысын эмиграциянан да ҡурҡынысыраҡ. Сөнки сығып киткән кеше ысынбарлыҡты күреп йә яраҡлаша, йә кире ҡайта ла тынысланып йәшәп алып китә. Ә тәүгеләр - тегендә лә китмәй, бында ла күңел һалып йәшәмәй, юҡ хыял менән тормошон бушҡа үткәрә.
Сит илдәрҙәге тормош тураһында һөйләһәң, күптәрҙең йәне көйөп, хатта дошман күреп киткәненә аптырай торғайным. Былтыр бер таксисҡа ултырып, Өфөгә барҙым. Урта йәштәрҙәге һөйкөмлө, алсаҡ кеше. Алты сәғәтлек юлда гел һөйләшеп барҙыҡ. Барған һайын кәйефе төшкәнен абайланым. Инде килеп еткәс, багажниктан сумкамды алып тотторҙо ла: "Эй, апай, минең хыялымды үлтерҙегеҙ. Мин, исмаһам, донъяның бер ерендә матур, ғәҙел тормош бар, тип ышана торғайным", - тине. Шунда башҡаларҙың да мөнәсәбәтен аңланым: хыялдарҙы емерәм икән.
Ошо хаҡта уйлағанда гел атайым менән әсәйем иҫкә төшә. Яралары уңалғас, атайым Үзбәкстандағы персик, винорадтары һығылып бешеп ултырған йортон һатып, үҙ илемдә үләм, тип, Иҙәшкә ҡайтҡан. Әсәйем менән буш урынға йорт һалып, баҡса ултыртып, йәнә утыҙ йыл йәшәне. Умартасы дуҫтары шау сәскәле ишек алдыбыҙға килеп инһә: "Һин үҙеңдең ожмахта йәшәгәнеңде беләһеңме?" - тип һорай торғайны. "Беләм, - тип яуаплар ине атайым. - Ул ожмахты үҙебеҙ булдырабыҙ бит". Бына шул үҙ ҡулдарыбыҙ, үҙ көсөбөҙ, үҙ һөйөүебеҙ менән ожмах булдырыуыбыҙ тураһында күңелдәргә һеңдерерлек, йәшәү дәрте ҡуҙғытырлыҡ әҫәрҙәр яҙғым килә...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru