«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ ҠЫРҠ СЫРАҒЫ
+  - 


Күп тапҡырҙар яҙһам да, ҡабат-ҡабат ҡабатланған ерҙәре бер аҙ ҡайтышланһа ла, әйтер һүҙем Зәғифә инәй хаҡында. Ул беҙгә күрше булып, урам аша аласыҡтай ғына һалам ҡыйыҡлы өйөндә йәшәне. Бөгөн ҡалай ҡыйыҡлы, рәшәткә тәҙрәле, кирбестән һалынған, ян-тирәһе бейек ҡойма менән уратылған ике-өс ҡатлы коттедждар бермә-бер ишәйгән осорҙа, әллә нишләп, һаман да булһа, һалам ҡыйыҡлы, уҫаҡ бүрәнәләрҙән һалынған, аҡбалсыҡ менән аҡланған бикһеҙ ауыл өйҙәрен һағынам. Ишек тотҡалары алтынға мансылған бейек һарайҙар батшаларға тәғәйен, ә минең йәнемә иһә ана шул танһыҡ аҡлыҡ, сафлыҡ етмәне һәм әлеге көндә лә етмәй. Тыумыштан һуҡыр ине инәй, сығышы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылынан, тик беҙгә ниндәйерәк урау юлдар менән килеп эләккәндер, уныһын инде бер Хоҙай белә, һәр хәлдә, мин иҫ белгәндә ул беҙгә ҡырҡ ҡоршау быялалы тәҙрә өлгөләрен терәп, йүнәтеп ҡарап йәшәй ине инде. Һуҡырлығын иҫәпкә алмағанда, төҫкә-башҡа башҡа ауыл әбейҙәренән бер яғы менән дә айырылмағайны ул: тәбәнәк буй, йоҡа кәүҙә, таралып күренгән ап-аҡ сәстәр, йыйырсыҡтар менән сыбарланған ирәбе йөҙ. Миңә ҡалһа, уны Леонардо Да Винчиҙың донъяла киң билдәле Моно Лизаһына оҡшата инем. Әллә көн дә күреп йөрөп күҙ өйрәнеп киткәнгәме, әллә икенсе сәбәпме, Зәғифә инәй ете диңгеҙ аръяғындағы Лизаға ҡарағанда матурыраҡ та, һылыуыраҡ та, һөйкөмлөрәк тә ине шикелле. Бер ҡатлыраҡ ихлас ҡылыҡһырлауым арттырыу ҙа шаштырыу ҙа түгел.
Уның тәү ҡарашҡа сәйер иҫәпләнгән ике ғәҙәте ныҡ хәтерҙә ҡалған; көн яҡтыһын сырамытып күрмәһә (ошо килеш тә үҙен күҙлеләрҙән былайыраҡҡа иҫәпләне) лә, иртә таңдан, шунан ҡараңғы төшөп, төн уртаһы ауғансы өйөндә утын ҡабыҙа һәм иртә яҙҙан ҡара көҙ еткәнсе, ҡояш сығып байығанға ҡәҙәр, өйөнөң стеналарын һәрмәп, ҡуңалтаҡ өйөн зыр-түңәрәк уратып, әйлән-бәйлән әйләнгеләп йөрөй. Өйө уратаһы таҡырланып бөткән берләм һуҡмаҡ менән ҡайылғайны, балдаҡҡа алынғайны. Ҡарсыҡтың өйөндә ут тоҡаныуы була, әсәйем былай ти: "Ана, инәйең ҡара таңдан уянып, үҙенә ҡунаҡтар саҡыра ла башланы, тағы уның тәҙрәһендәге уттар урам юлын яҡшы яҡтырта, ҡараңғыла үткән-һүткәнгә абынмай үтеп китеү өсөн ҡулай!" Шул ҡылығы менән инәй башҡаларҙың барыр юлын яҡтыртып, ҡараңғыны ҡасырып йәшәне. Тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, Зәғифә инәй маңлай күҙе менән түгел, иң әүәл күңел күҙе менән күрҙе һәм ҡабул итте әйләнә-тирәһен. Күңел күҙе инде үҙ сиратында маңлай соҡорҙарына батҡандарға ҡарағанда үткерерәк тә, төпкөлөрәк тә, хислерәк тә.
Уны тотош ауыл халҡы ҡараны, ауырһынмайынса теләп ҡараны, унан ҡалһа, аҙна һайын мәктәптән эт өйөрөләй тимур командаһы килә. Ир-ат ҡырҙан утын килтереп бысып-ярып, өйҙө йыл әйләнәһенә йылы тотһа, кәрәккәндә йортто, таҡта солансаны, инер-сығыр тупһа тирәһен һипләһә, ҡатын-ҡыҙ иһә кейем-һалым, түшәнер-яҫтаныр, ҡабым ризыҡ хәстәрләне, ҡайғыртты, иҙәнгә ҡый-һай, тәҙрә төбөнә, түшәмгә саң ҡундырманы. Кеше - кешене яратмағанда, мөрхәтһенмәгәндә, күңелдәре тарыҡҡанда, көнитмештең аҫты-өҫкә килеп боларғанда, Зәғифә инәй ише артыҡтар, кеше көнлөләр бөгөн йәшәй алмаҫтар ине, билләһи, йәшәй алмаҫтар ине. Булмаҫтайҙы һөйләмәйем, ысынында шул.
Бер көн әсәйем яулыҡҡа ашанты төйнәгәйне, инәйҙең хәлен белергә, тип боролдом. Уйым - оҙаҡ тотҡарланмай ғына инеү ҙә, ҡулымдағын ҡалдырып сығыу, әсәйемдән өлкән кеше менән һүҙем, хәбәрем берекмәҫе көн кеүек асыҡ. Өй эсе яҡты, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Аҡ ҡорғандары ян-яҡҡа тартылған тәҙрә төбөндә тамсы гөлө тамылйып сәскә ата. Һығылдырып һый теҙелгән урындығының түренә ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡуҡырайып ҡунған инәй бер үҙе генә. Минең аяҡ тауыштарын ишетеү менән уның йөҙө йылмайыуҙан балҡып китте:
- Бына бит, бәхетленең ҡунағы бер көндә, Хәйҙәр улым да килә ята, яңғыҙ тамағыма аш үтмәй аптыранып утыра инем әле, бик тә йәтеш килеп сыҡты, әйҙә, һыйла инәйеңде! - Инәй күҙленән ғәйре, һаҡ ҡолаҡ, аяҡ тауыштарынан кемдең килгәнен, кемдең ингәнен шундуҡ һиҙемләп ала һәм һис ҡасан яңылышмай. Тыбызыҡлағандай аяҡтарымды алмаш-тилмәшләгәс, теләкһеҙ генә урындыҡ ҡырлауына һағып, һағайырға мәжбүр булдым. Урындыҡҡа йәйелгән ашаулыҡҡа ҙур ҡунаҡ саҡырғандағылай тәғәм теҙелгәйне; бер күнәк һыу һыйҙырмалы еҙ самауырҙың янына теленгән өй икмәге, әрсеп бешерелгән картуф, ватылған һыйыр майы, эремсекле май, яңы айыртылған ҡаймаҡ, бөрлөгән, ер еләге ҡайнатмалары, бетәү бешерелгән йомортҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә, текә ханбикәгә, хөкөмдар батшабикәгә эләкмәҫ татлы-тәмле һый ҡуйылған.
- Әхмәҙейҙең бисәһе Хәҙисә әпкилде быларҙы әле генә. Килтергәнен хәстәрләп алдыма теҙҙе, мине ошонда мендереп утыртып ҡуйҙы ла, йомошом бар, тип, ҡабаланып ҡайтып та китте. - Зәғифә инәй алдына ҡуйылғандың ҡайҙан икәнлеген аңлатты, төшөндөрҙө.
- Әсәйем тауыҡ һурпаһы, түтәрәм икмәк, йомарлам май, йәнә бер әсмүха камауай шәкәр, бер әсмуха һинд сәйе ебәрҙе!
- Һе, улайға уҡ китһә, мин дә һурпаһыҙ, итһеҙ утырмайым шыпа, ә бына күгәрсен һөтөләй һинд сәйе ҡайҙан килеп юлыҡты һеҙгә?
- Кейәүҙәге өлкән апайым Матрайҙа һатыусы булып эшләй бит. Ул күстәнәс араһына ике әсмуха сәй һалған, әсәйем шуның береһен һиңә ебәрҙе.
- Йәмиләнең ҡулы бигерәк балыуан шул, ә йомартҡа игелек икеләтә артып әйләнеп ҡайта! Мына бәрәкәт, бына рәхәт, мына рәхмәт, мынау сәйнүктәге грузин таҡта сәйен хәҙер үк ҡаҡ та шул ожмах һыйын мул итеп услап һалып ебәр! - Эш тапмаған эш тапҡан, тигәндәй, бынан тиҙ генә сығып ысҡынып булмаясағын тойомланым.
Инәйҙең өҫтөндә эре сәскә биҙәкле, оҙон, иркен итәкле күлдәк.
- Күлдәгегеҙҙе әйтәм, бигерәк матур, инәй!
- Сағыу сәскә биҙәклене үҙ күрәм, теләгемә ярашлы, Әхмәҙулланың бисәһе Ғаҡиҙә тегеп кейҙерҙе, йә килешәме? - Инәй ҡаҡ һөйәк яурындарын бейетеп ҡыйпаңланы. Ни хәл итмәк, ни ҡылмаҡ, ниндәй торошта ла, ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, сепрәк-сапраҡты оло байлыҡтай күрә.
- Килешмәгән ҡайҙа, ауылда бындай күлдәклеләрҙең күренгәне юҡ әлегә!
- Әйтмә лә, шулай икәнлеген бында утырып та беләм!
Ҡаймаҡ туҡылған бер сынаяҡ һинд сәйен түңкәрәһенән һемергән ҡарсыҡтың йөҙө алһыуланып китте:
- Ер аяғы ер башынан килгән күстәнәс сәйҙең зәхмәте зәһәр икән дә баһа, баштарым зыр әйләнеп китте, хатта! - Былай булғас хәл белеү оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Күренеүенсә, инәйҙең көйләп алырға, йырлап ебәрергә яйы. Ни булһа ла булыр, тип, ыңғайға һыпырам:
- Был сәй башты ғына әйләндереп ҡалмай, телде лә сисә торған.
Инәй сал сәстәрен ҡаҡ һөйәк бармаҡтары менән аралап ебәрҙе:
- Күңел, тигәнең күккә яҡын, тел тигәнең йырға тартым. Ҡыҙ саҡтан "Ғилмияза"ны яраттым. Көйләгәнең яҙмышҡа ятҡандай тормошоңа юш килә ҡайһы саҡ. - Ул ҡайнар сәй менән ирендәрен сылатып алғас, йырлап та ебәрҙе:
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
Тамаҡ төбөнән саҡ ишетерлек кенә булып һығылып, һыҙылып сыҡһа ла Зәғифә инәйҙең ипле тауышы үтә лә моңло, әһаңлы ине. Ул уның тоҙ төҫөнә ингән күҙ төптәренә һағыш, һағыныу эҙҙәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡһа ла, тотош өй эсен йәмләп, нурландырып, ҡотландырып ебәрҙе. Йыр иртәнге бала-ҡояштың күңел түрен тирбәтеп, тирбәлдереп алғандыр, һис шикһеҙ, алғандыр, шулай булмаһа, берҙән-бер тәҙрәнән көләс йөҙөн күрһәтеп йылмайып баҡмаҫ ине. Йырлаусыларҙың да төрлөһө була, бәғзеләр кәрәк булған өсөн тейешлекте үтәп кенә көй һуҙалар, ә ҡайһы берәүҙәр күңеленә, йәненә һыймағанды ян-тирәһенә тарата, теләп, яратып тарата. Һуңғыһы инде беҙ йәшәгән донъяны матурлай, йәнде иркәләй, бөләңгерт тормошто йәмле, мәғәнәле итә.
Бер аҙ тын ултырғас, ҡыймай ғына һорарға иттем:
- Инәй, һин сығышың менән Урыҫбайҙан шикелле, әгәр яңылышмаһам?
- Шунан. Ҡайтмағаныма ни ғүмер! Әммә өмөттө өҙгәнем юҡ әле, бер ҡайтып урарға йыйынып, көн һайын аяҡтарымды нығытам. Сәфәргә сәхәрҙә йәйәүләп сығып, бер һыуһын атлаһаң, тиҙ арала Ашҡаҙарға барып етергә мөмкин, иртәгеһенә Ҡаҙыршаға, ары, билде һыға быуып тырышһаң, Ғәлиәхмәттең үҙенә артылдым, тигән һүҙ. Теге яғына, тау аҫтына тәгәрләһәң дә Урыҫбайға бараһың да төшәһең у!
Ҡайһылайтып кешенең уй-хыялын һүндермәк, емермәк кәрәк, ҡеүәтләп ебәрәм ыңғайы бер:
- Һеҙҙең аҙымға яйлаһаң, көн ярымда бараһың да етәһең инде!
Хәлен самалаған инәй шик белдереңкерәй:
- Көн ярымда уҡ етеп бумаҫ, ике көн тирәһе, шай.
Уйға батыңҡырап ултыра инек, инәй бер аҙ теремекләнә төштө:
- Әллә, улым, һин дә йырлаштырып алаһыңмы?
- Әлләсе, ҡабалан барыр ерем бар...
- Һис ҡасан ашыҡма, ашыҡҡан етмәҫ, бойорған етер, тигән Аллаһы Тәғәлә!
- Иртә таңдан ауыҙ күтәреп йырлап ултырыу килешер микән?
- Килешмәй тағы, һин миндә һыйы һығылған табында ҡунаҡта утыраһың да баһа!
- Боронғо йырҙарҙы белмәйем бит әле...
- Ә һин хәҙергене көйлә, йәнеңдә ятҡанды, күңелеңде тирбәткәнде һайлап, йырҙың йыртығы юҡ.
Ҡайһылайтып оло кешенең һүҙен йығаһың? Күмәгәйе тупайған тамағымды ҡырып алғас, торна муйынымды юғарыға һоноп, сәгер күҙҙәремде ҡыҫа төшөп, аллы-гөллө тауышланып йырлап та ебәрҙем:
Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт.
Онотолмай Ағиҙел һылыуы...
- Бына бит ҡайһылай килешле! - Инәй минең семтем дә моң әҫәре сағылмаған йырымды маҡтап алған булды ла, ары дауам итте. - Бар ул ер йөҙөндә мәхәппәт, бар, ул бумаһа, гөлдәр, ҡыуаҡтар сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!.. (Бер саҡ институтта әҙәби осрашыу мәлендә бер ҡыҙ миңә һорау бирҙе:
"Ерҙә мөхәббәт барлығын нимә менән иҫбат итә алаһығыҙ?" Күпте күргән, күпте кисергән аҡыллы кешеләй яуап ҡайтарған булдым шул саҡ: "Мөхәббәт булмаһа, гөлдәр сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!..)
Инәй хәтирәләрен яңырта: - - Йәш саҡта миңә бер егет ғашиҡ булды бит, уйламағанда-көтмәгәндә!
- Бына ишетмәһәң ишет!
- Күрмәһәң - күр, тип тә өҫтәп ебәргән бу!
- Тегене әйтәм, күрмәлекле булғандыр!
- Һыу һөлөгө ише, ул буй-һын тиһеңме, ул төҫ-баш тиһеңме, торғаны алпамыша!
- Була бит донъяла ташҡа баҫылған кәртинкәләй ыҫбай кешеләр! - Инәйҙең һиҙгер ҡарашынан тартынғандай, һонтор, йоҡа кәүҙәмде ҡабарта биреп турыландырам, яҫы маңлайымды, асҡалаҡ йөҙөмдө һыпырам.
- Кәртинкә, тигән булаһың, ҡайтыш нимә менән сағыштырып, ул һыбайлы атынан төшөп байҡарлыҡ, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ уҙаман ине; башында ҡама кәпәс, өҫтөндә бил тирәһе һоро төҫтәге билдек менән уралған ҡанатлы ҡыҙыл бишмәт, гәләфи салбар, аяғында хром итектәр, итектәре баҫҡан һайын шығыр-шығыр килә. Ауылға килеп инеп, атынан һикереп төшөүе була, уны шундуҡ бала-саға уратып та ала: "Еҙнәй, тупайған кеҫәләреңдәге кәнфит менән һыйла әле?" "Кәнфит түгел бит ул, гәләфи!" "Гәләфи булһа ла ашайбыҙ!" тиҙәр тегеләр. - Зәғифә ҡарсыҡ үҙе уйлап сығарған хәл-ваҡиғанан ҡыҙыҡ табып, кеткелдәп көлөп ебәрә.
- Бигерәк кәттә булған икән дә баһа ул егет!
- Кәттәнән былайыраҡ, ә мин һайланып, уны күҙгә элмәгән булдым, алйот!
- Зерә лә хата эш эшләгәнһең, инәй!
- Әйтмә лә, бына бөгөн балда-майҙа йөҙөп, рәхәтлеккә кинәнеп кенә йәшәр инем.
- Теге егетте әйтәм, һине күҙләргә ҡасан килә торғайны?
- Ҡасан тип ни, иртәһен дә, кисен дә, күрше ауылдан ине бит у!
- Нимә менән йөрөнө?
- У саҡта тихника, тигәнең юҡ ине бит, һыбай, билдәле, һыбайлыға ҡайҙа ла юл.
- Аты...
- Аты, тимә, толпары, тиң!
- Эйе, толпары шәп булғандыр?
- Эйәргә ҡушарлап һағып йөрөмәгәс, уның шәплеген этем белһен, иллә төҫө шәп ине, әллә ҡайҙан йылҡылдап күренә ине.
- Күк инеме әллә?
- Күк-буҙ!
- Күк күҙҙе тишеп бара, буҙ инде төҫтө күпкә тыйнаҡландыра! - тип әкиәтте элеп алған булам....
...Ғәйепләп әйтмәйем, ҡатын-ҡыҙҙың булмышын бик тырышһаң да үҙгәртеү мөмкин түгел, ғаиләле булһа ла, балалар үҫтерһә лә, ул һәр саҡ, хатта ҡартайғансы, күк атҡа атланған принцтың көтмәгәндә килеп инерен көтөп, уның ҡасан да булһа шулай булырына зар-интизар булып йәшәй. Кемде генә алма, һәр саҡ хыялына батып, матур, яҡшы, яҡты көндәрҙең килеренә ышана. Яҡты маяҡтай ышаныс алға әйҙәй тереклекте.
Кеше көнлө Зәғифә инәй ҙә тыуған төйәгенә бер ҡайтып әйләнергә йыйынып, аяҡтарын нығытып көн итте, йәнә теге күк-буҙ толпарға атланған йәшлек мөхәббәтенең уны эҙләп табырына инанды.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru