«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АҠЫЛҺЫҘ БАШ АЯҠ ТЫНДЫРМАҪ
+  - 

Үткән аҙнала донъя хәлдәре Вашингтон менән Лондондың Украина властарына Рәсәй территорияһына алыҫ араға осоусы ракеталар менән һөжүм итергә рөхсәт биреү буйынса осрашыуҙары тирәләй барҙы.

Бөтөн тип әйтерлек Көнбайыш мәғлүмәт сығанаҡтары һәм йәмәғәтселек иғтибары ошо ваҡиғаға йүнәлтелде, ләкин АҠШ президенты Джо Байден менән Британия премьеры Кир Стармер осрашыуҙары һуңында Украинаға команда биреү хаҡында аныҡ ҡына белдереү яһаманы. Британия премьеры әйтеүенсә, был мәсьәлә буйынса әле ҡарар ҡабул ителмәне, ләкин уға юғарыраҡ кимәлдә - БМО Генераль Ассамблеяһы ултырышында әйләнеп ҡайтыу ихтималлығы бар.
Бындай асыҡтан-асыҡ янауҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путин өндәшмәй ҡала алманы, әлбиттә. Көнбайыштың алыҫ араға ҡорал менән Рәсәйгә тоҫҡауын ул, асылда, НАТО илдәренең Рәсәйгә ҡаршы һуғышы тип ҡабул ителәсәген белдерҙе. Украинаның бындай һөжүм яһарға хәленән килмәй, сөнки уны НАТО спутниктары мәғлүмәттәрен файҙаланып ҡына эшләргә була, тине һәм ул осраҡта НАТО үҙенең был хәрби конфликтта туранан-тура ҡатнашыуы хаҡында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Шул саҡта беҙ ҙә үҙебеҙгә янаған хәүеф-хәтәрҙән сығып, тейешле ҡарарға киләсәкбеҙ, тип ультиматум белдерҙе Рәсәй башлығы.
Әммә Британия премьеры тынғы тапмай, Рәсәйгә Storm Shadow ракеталары менән һөжүмгә команда буйынса ул 16 сентябрҙә Италия вице-премьеры менән осраша. Мәғлүм булыуынса, Италия хөкүмәте Киевҡа бындай рәхсәт биреүгә бер нисә тапҡыр инде ҡаршы сығыш яһаны. Әйткәндәй, Германия канцлеры Олаф Шольц та был аҡылһыҙлыҡ актына ҡаршы булыуын белдерә: "Башҡа илдәр нисек кенә хәл итһә лә, мин үҙемдең фекерҙә ҡалам. Мин быны эшләргә йыйынмайым, сөнки ул проблемалар тыуҙырасаҡ", - тине ул Die Welt гәзитенә.
Пентагондың элекке хеҙмәткәре Стивен Брайен Weapons and Strategy баҫмаһында сыҡҡан мәҡәләһендә яҙыуынса, "Был аҡылһыҙ һәм дыуамал аҙым. Был АҠШ менән НАТО өсөн бик хәүефле аҙым, ул өсөнсө донъя һуғышына килтерәсәк..."
Башҡа темаға хәбәрҙәр:
- Украина Хәрби көстәре Курск өлкәһен ташлап китергә өлгөрмәгән урындағы халыҡ өсөн концентрацион лагерҙар асҡан, ти РФ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре Родион Мирошник. Ул үҙ докладында Ҡыҙыл тәре штабы менән башҡа шаһиттар күрһәтмәһенә нигеҙләнә.
- Трамптың Уэст-Пали-Бичтағы һайлау алды штабы янында атыш булған, ләкин сәйәсмән зыян күрмәгән. Ваҡиға сәбәпле, тикшереүҙәр алып барыла.Трамптың улы хәбәр итеүенсә, ҡорал ҡулланған шикле кешене тотҡандар.
- Камала Харрис милли һорауҙар һөҙөмтәһендә Трамптан алға сыҡты, ләкин был уға һайлауҙарҙа еңеү тәьмин итә алмай әле.
- Австралия журналисы хәбәр итеүенсә, Украина Ҡораллы көстәре Белгород өлкәһендәге балалар баҡсаһына һөжүм иткән.
- Египеттың Ҡаһирә - Суэц трассаһында Рәсәйҙән 21 турист ултырған автобус етди аварияға осраған. Зыян күреүселәр медицина учреждениеларына килтерелгән. Рәсәйҙәрҙән тыш, автобуста Төркиәнән 11 кеше, Италия һәм Британиянан икешәр турист, Египеттың үҙенән 3 кеше булған.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 359

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru