«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕН ТӨП НӨСХӘЛӘ КҮРҺӘТӘ "ТАМҒА"
+  - 


Ошо көндәрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында IV "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙҙы. Быйыл унда республикабыҙҙан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, шулай уҡ Италиянан һәм Төркиәнән 60-тан ашыу оҫта ҡатнашты.

Гран-при Өфө районы оҫтаһы Гөлсөм Хөсәйеноваға бирелде һәм еңеүсе 150 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. "Балалар кейеме - реконструкция" номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исеменә Ишембайҙан Гөлгөнә Мәмбәтова, "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары - реконструкция" номинацияһына Өфө районы Нуғай ауылынан Әлиә Аллағолова лайыҡ булды. Ә бына "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция" номинацияһында иң яҡшы ир-егеттәр кейемен Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин, ҡатын-ҡыҙҙар кейемен Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова тәҡдим итте.
Быйыл ойоштороусылар тәүге тапҡыр ижади ғаиләләр араһында конкурс үткәрҙе. Әлеге номинацияла беренсе дәрәжә лауреат дипломына Өфөнән Рауза Ғәлиуллина лайыҡ булды.

Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, "Тамға" конкурсының баһалама ағзаһы: "Тамға" быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Ошо йылдар эсендә конкурс үҫеште, уның сиктәрендә билдәләнгән номинацияларҙа оҫталар тәҡдим иткән ҡул эштәре лә бермә-бер артты. Мәҫәлән, 2020 йылда беренсе конкурста балалар кейеме буйынса бөтөнләй тиерлек эштәр булмағайны. Ғөмүмән, кейемдәрҙе реконструкциялау тигән төшөнсә лә бик нығынып етмәгәйне ул саҡта. Шулай ҙа фольклор коллективтарына, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына үҙ төбәктәренә хас милли кейем өлгөләрен тергеҙергә, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы ағзаларына боронғоса итеп кейенергә тигән талаптар ҡуйыла ине. Башҡорт милли кейеме, тигәнде сәхнә кейеменә генә ҡайтарып ҡалдырһаҡ, боронғолоғобоҙҙо юғалтыу ҡурҡынысы бар, тип борсола инек. Ә бына 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылына ике тапҡыр Милли кейем көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйғас, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова булышлығы менән ошо "Тамға" конкурсын башлап ойошторҙоҡ та инде. Унда ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе сәхнә кейеменә хас өлгөләрен ебәрҙе. Беҙ башҡорттарҙың боронғо, һәр төбәккә хас кейем өлгөләрен табып, шуларҙы тергеҙгән оҫталарҙы күрһәтеү һәм уларҙы үҫтереү маҡсатын алғайныҡ. Һәм оҙаҡ йылдар был эш менән шөғөлләнгәндәрҙең, мәҫәлән, Әбйәлил районынан шәл һуғыусы Ғәшүрә Әүбәкирова, кейемгә биҙәүестәр эшләгән Рафаэль Амантаев, ирҙәр кейемен тергеҙгән Юлай Ғәлиуллин кеүек оҫталарҙы астыҡ.
Быйыл конкурсҡа 60-тан ашыу ғариза ебәрелде, шуларҙың 40-ы финалға үтте һәм барыһы ла бүләкләнде. Айырыуса Ҡурған өлкәһенән милләттәштәребеҙҙең күмәкләп ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Улар үҙҙәренең боронғо кейемдәрен һаҡлап килгәндәр һәм әле лә беҙҙәге кеүек стилләштереү менән бик мауыҡмайҙар.
Быйыл Ҡариҙел, Асҡын яҡтарынан килгән оҫталарҙы айырыуса телгә алғым килә. Ҡариҙел районынан тәүге тапҡыр ҡатнаштылар һәм үҙҙәренең һун ырыуы кейемен алып килделәр һәм махсус призға лайыҡ булдылар. Былтыр "Башҡорт һуғылған шәле" тигән проект сиктәрендә 100-ҙән ашыу оҫтаны шәл һуғырға өйрәткәйнек. Быйыл бының һөҙөмтәһен күрҙек: Әбйәлилдән Ғәшүрә Әүбәкирова ирҙәр шәле һуғып алып килгән. Билдәле булыуынса, 19-сы быуатта Әбйәлилдә булып киткән итальян профессоры был турала мәғлүмәт ҡалдырған.
Был йылдарҙа "Тамға" майҙансығы" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Кейем менән ҡыҙыҡһынған ололар, йәштәр ҙә бер-береһенән өйрәнә, тәжрибә уртаҡлашалар. Шуның менән бик кәрәкле проект был. Ниһайәт, балалар кейеменә лә иғтибар артты һәм быйыл Ишембай оҫтабикәләренә етеүсе булманы: Сәриә Ғәбитова, Гөлгөнә Мәмбәтова, Люция Кононова лауреат исемдәре алды. Улар төрлө сығанаҡтарға таянып, бетеүле түбәтәйҙәрҙе тергеҙгәндәр. Бәләкәй балаларҙың ата-әсәһе, өләсәйҙәре теккән кейемде кейеп йүгерешеп йөрөүен күреп: "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", тигән халыҡ аҡылының хаҡлығына тағы бер ҡат инандыҡ. Тимәк, "Тамға" - тәрбиәүи алымдарҙың береһе лә.
"Тамға"ларҙың тағы бер уртаҡлашырға теләгән ҡыуаныслы яңылығы бар - еңеүселәрҙе бүләкләгән махсус значогыбыҙ "Тамға"ға быйыл сентябрь айында патент алдыҡ! Башҡорт кейеменең барлыҡ төрҙәре лә ошо тамға аҫтында буласаҡ. "Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк", тиҙәр һәм был ысынлап та шулай. Башҡорт халҡыныҡы кеүек зауыҡлы, сағыу, күп төрлө кейем башҡа бер кемдә лә юҡ һәм беҙ ошо үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға, киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ. Был йәһәттән "Тамға" конкурсы һәм унда ҡатнашыусы һәр оҫта ҡул барыһын да эшләй.



Гөлсөм Хөсәйенова, "Тамға - 2024" конкурсында Гран-при яулаусы: "Тамға"ның икенсе конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын алдым, өсөнсө конкурста - 1-сегә сыҡтым һәм бына быйыл Гран-при бирҙеләр. Быйыл мин барыһы 9 кейем комплекты әҙерләгәйнем, моделдәр етешмәү сәбәпле, 7-һен генә яҡлауға сығарҙым. Шулай ҙа финалда барыһын да күрһәтә алдым: көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, Урал аръяғы, Дим буйы башҡорттарының кейем өлгөләрен тәҡдим иттем. Был кейемдәрҙе мин ике йыл әҙерләнем. 2022 йылғы конкурс тамамланғас та сигеү эштәренә тотондом, сәкмәндәргә материалдар туплай башланым. Милли кейем тегеү - минең өсөн яратҡан шөғөл. Үҙем заводта сығарылған продукцияның сифатын тикшереүсе булып эшләйем. Дүрт көн эшләп, дүрт көн ял итәм һәм барлыҡ буш ваҡытымды, дәртемде, көсөмдө һәм финансымды ошо шөғөлөмә бирәм.
Бәләкәйҙән ҡул эштәренә битараф булманым, оҫталығым өләсәйемдән киләлер, тим, ул 86 йәштә баҡыйлыҡҡа күскәнсе балаҫтар һуҡты. Өләсәйем сигә, тегә, дирүгәләр һуға, түшәктәр тегә торғайны. Мин дә сәкмәнгә туҡыманы үҙем һуғырмын тип һуғыу станогы һатып алғайным да, өлгөрә алмай, батша заманынан ҡалғанын һатып алдым. Бындай боронғо туҡыма менән эшләүе еңелдән булманы, әлбиттә. Бына шулай, 2017 йылдан алып милли кейемебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым артып, һәр төрлө тарихи сығанаҡтарҙы, китаптарҙы уҡып, өйрәнеп алып киттем. Башта Бөрйән районында селтәр, елән, сәкмән кейгән булғандарҙыр, тип кенә уйлап башлағайным, башҡорт милли кейеменең күп төрлөлөгөнә, матурлығына хайран ҡалдым. Һәр төбәктең үҙенә хас кейеме, биҙәктәре булған һәм кемдең ҡайҙан булыуын кейеменә ҡарап айырып була икән. Мин берәй нәмә эшләһәм, шунда уҡ коллекция йыя башлайым. Ошо холҡом тәүҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түш биҙәүестәренең 7 төрөн йыйҙырҙы, уларға тап килгән күлдәктәр кәрәк булды, шунан өҫ кейемдәре...
"Тамға" конкурсы минең кеүек оҫталарҙы сәмләндерә, йылдан-йыл төрлө номинациялары ла артып тора, һәр беребеҙгә үҙ эшен күрһәтергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Хәҙер сәхнә кейеменең модаһы үтте, боронғо кейемдәребеҙҙең тулы күсермәһен эшләп кейеү көнүҙәк. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, йәш кәләштәр хәҙер үҙебеҙҙең ҡашмауҙарҙы аҡ мәрйендән дә, ҡыҙылынан да матур итеп яһап кейә. Хатта европаса туй күлдәктәрен аҡ төҫтәге башҡорт милли кейеме алмаштыра. Бында ошо "Тамға" кеүек конкурстарҙың, республикала Милли кейем көнөн билдәләү һәм башҡа матур байрам саралары ла булышлыҡ итә.

Гөлдәр Шәбиева, Салауат районы, Комсомол ауылынан, "Тамға"ла ҡатнашыусы: "Тамға" конкурсы беренсе тапҡыр үткәрелгән йылда ҡатнашып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме кәләбәште тергеҙеп, беренсе урынға лайыҡ булғайным. Был йылдар эсендә оҫталар һаны ла, улар тәҡдим иткән кейемдәр һаны ла күбәйгән, төрлөләнгән. Мин тәү сиратта милли кейемебеҙҙе йәштәребеҙгә кейҙереү яҡлымын, шуға финалда күрһәтелгән "Ханымдар" һәм "Ҡайыу бәхете" кейем коллекцияларын айырыуса хуплап ҡараным. Һәр ғаиләлә бер генә булһа ла милли ҡомартҡыбыҙ һаҡлана икән, шуны заманса кейем менән зауыҡлы ғына итеп килештереп кейеп йөрөргә өйрәтергә, шул өлгөнө күрһәтергә кәрәк йәштәргә. Был бит мөмкин. Замансалаштырып үҙгәртеп яһалған биҙәүестәр һаны кәмене-кәмеүгә, был да ҡыуаныслы күренеш. Юғиһә, күп кенә оҫталар менән аралашҡанда: "Әсәйем, йәки өләсәйем ошолай эшләгән, үҙгәртмәйем", - тигәндәрен ишеткәнем бар һәм беҙ гел шундай заманса түш биҙәүестәре генә яһаһаҡ, киләсәк быуындарға нимә ҡалдырабыҙ? Боронғо башҡорт милли кейеменең матурлығын, байлығын юғалтыуыбыҙ ихтимал. Тарихи сығанаҡтарға таянып, дөрөҫ итеп тергеҙеп, шуны йәштәргә өлгө итеп күрһәтеп кейеп йөрөүҙең әһәмиәте бына ниндәй ҙур.
Ә йәштәрҙе ылыҡтырһаң, улар ҡыҙыҡһынып китә һәм тиҙ генә өйрәнеп алалар. Минең ауылда "Һомай" тигән музейым бар: йыһазландырылған башҡорт йорто. Геопарктың бер өлөшөнә ҡарағас, беҙгә шифахананан экскурсияға ла киләләр һәм барыһы ла башҡорт милли кейеменә, йорт йыһаздарына һоҡланыуҙарын белдерә. Балалар килгәнендә милли кейемле ҡурсаҡтарға күҙҙәре төшә, үҙҙәре кейенешеп, фотоға төшөп ҡайтып китәләр.
Беҙ милли кейемдәрҙе йәштәр өсөн эшләйбеҙ, кәләбәште лә мин тик йәш ҡыҙҙарға ғына кейҙерәм. Үҙем кеймәйем, кәләбәштең бәҫен төшөргөм килмәй. Һылыу йәш ҡыҙҙар ғорурланып кейеп, фотоға төшһөндәр, тим. Әйткәндәй, милли кейемдә зауыҡлы фотоһүрәттәр төшөрөү ҙә бик мөһим.



Резедә Нуриманова, Нуриман районы Яңы күл ауылынан, "Тамға"ла ҡатнашыусы: "Тамға" конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнашам. Тәүге тапҡыр 2022 йылда ҡатнашҡайным. Сағыштырып ҡарағанда, яңылыҡтар күп, оҫталар йылдан-йыл арта бара. Быйыл көньяҡ башҡорттарының сағыу-сағыу кейемдәрен күп эшләгәндәр. Өҫ кейемдәренең ниндәйе генә булманы: елән, сәкмәндәрҙе уҡалап, биҙәкләп эшләгәндәр. Беҙҙең яҡта уҡаны бик ҡулланмағандар, сәкмән, камзул, еләнде бер төҫтән генә теккәндәр. Улар ҡара, ҡара һоро, ҡара зәңгәр, ҡара йәшел төҫтә булған, ғәҙәттә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күлдәктәре лә шундай ҡараһыу туҡымаларҙан булған һәм шуға уларҙы матурлар өсөн сағыу ептәр менән сәскәләр ҡайығандар. Хәҙерге Балаҡатай, Мәсетле, Нуриман районында йәшәгән башҡорттарҙың кейеме нәҡ шулай биҙәлгән.
Мин өләсәйемдең борон үҙе ҡул энәһе менән сиккән күлдәк өлгөһөн тергеҙеп, шуны конкурсҡа тәҡдим иттем. Быйыл ир-егеттәрҙең кейеменә һоҡланып ҡараным, ғаиләләре менән ҡатнашҡан оҫталарҙы бик оҡшаттым. Минең күлдәгемде лә бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар, аралаштыҡ, таныштыҡ башҡа оҫталар менән. "Ағиҙел" берекмәһенең бер төҫлө заманса күлдәктәрҙең итәк осона, ең осона ғына башҡорт биҙәген сигеп тәҡдим иткән кейеменә һоҡландым. Башҡорттоң милли кейеме икәнен көндәлектә лә аңлап кейергә өйрәтергә кәрәк йәштәрҙе, тигән уй менән ҡайттым. Берәй костюмға, заманса эш кейеменең жилетына биҙәк төшөрөп кейеүҙе ғәҙәткә индереү кәрәк.
Беҙҙең яҡта сәйлән ҡулланмағандар, ә таҡыяларҙы быяла мунсаҡ менән биҙәгәндәр. Артабан ошоно ла эшләп, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының бүләкәй-көҙәй ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары кейемен тулыһынса тергеҙергә теләгем бар. Үҙем ағинәйҙәрҙең "Гөлнәзирә" башҡорт фольклор коллективы ағзаһымын, барыбыҙ ҙа матур милли кейемдәр тегеп кейгәнбеҙ. Мәктәп уҡыусыларын да ҡайырға өйрәтеп, улар әсәйҙәренә ҡулъяулыҡтар сигеп бүләк итеп, ҡыуанышып йөрөнөләр. Уйлап ҡараһаң, ошо балаларға энә тоторға булһа ла өйрәтергә кәрәк. Хәҙер бит энә күҙләй белмәгән, һүтелгән йәки йыртылған кейемен тегеп алыу тураһында уйлап та бирмәгән йәштәр күп.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 65

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru