«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).

Эссен идара иткән ваҡыттағы икенсе бер ҙур енәйәт эше - бер ҡатындың үҙенең законлы ирен - Боғорослан өйәҙенең бай помещигын күмеп ҡуйыуы. Ҡатыны, ирен йоҡлатып, табутҡа һала һәм зыяратҡа алып барып ерләй. Был бәхетһеҙҙең ер аҫтынан сыҡҡан ыңғырашыуҙарын үтеп барыусы кешеләр ишетә һәм тейешле урынға хәбәр итә. Тол ҡатын үҙе менән бәйләнештә булған идарасыһына кейәүгә сыҡҡан йә иһә сығырға уйлаған, ҡарт ир быға вайымһыҙ ҡараған, әммә бер-береһенә ғашиҡ булыусыларға законлы рәүештә йәрәшеү мөмкинлеге булмаған. Был эш оҙаҡ бара, һәм ҙур аҡсалар уны туҡтатырға ярҙам итә. Губернатор канцелярияһының элекке етәксеһе Шамонин шуға булышлыҡ иткәне өсөн бирелгән аҡсаға үҙенә 300 кешеһе менән имение һатып алған тип һөйләйҙәр ине.
Эссен эргәһендә уның элекке адъютанты, полковник Циолковский махсус йомоштар буйынса чиновник вазифаһын башҡара. Уның айырым часы булмай, башҡорт эштәре менән шөғөлләнә, һәм 1834 йылда башҡорт ғәскәре командующийы итеп тәғәйенләнә. Ул помещик Крашенинниковтың ҡыҙына өйләнә һәм вафатына тиклем ошонда йәшәй. Һуңғы ваҡытта Циолковскийҙар ярлылана, ә ҡасандыр бай йәшәҙәр, ҡунаҡсыл булалар, бигерәк тә ҡарт үҙе, ул, поляк булараҡ, бында һөргөнгә ебәрелгән поляктарҙы ҡурсалай.
Тағы ла бер Герман исемле хәрби офицер Эссен ваҡытында Хива ханы һәм Бохара әмире менән дипломатик бәйләнеш эштәре менән шөғөлләнә. Быныһы аҡылдан яҙғандай ҡылана, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөйөүсе булараҡ, бик әшәке кеше; урамда ябай ҡатын-ҡыҙҙы туҡтатып, уларҙы бар кеше алдында ҡосаҡлай һәм үбә. Иләмһеҙ циник, писарҙан ниндәй ҙә булһа мөһим ҡағыҙҙы яҙҙырғанда төрөпкә тартҡан һәм тәртипһеҙ ҡыланған. Әммә йәмәғәт мөхитендә һөйкөмлө булған тип һөйләйҙәр, һәм уға сенатор Мансуровтың йәше уҙып барған ҡыҙы ғашиҡ була; һөйөклөһө Ырымбурҙан киткән саҡта уның артынан ҡыуа сыға, әммә бынан бер ни ҙә килеп сыҡмағас, 1846 йыл башында ҡарт ҡыҙ көйөнсә вафат була. Ошо Герман тураһында тағы бына ниҙәр һөйләгәндәр: почта станцияһында ат килтереүҙәрен көтөп ятҡанда Герман, бынан үтеп барыусы барыня һәм дин әһеле бер бүлмәлә йоҡлаған. Төнөн Герман оятһыҙ ниәт менән барыня эргәһенә килеп ятырға маташҡан; тегеһе уның битенә сапҡан. Үҙен ғәйепләмәһендәр тип, Герман ныҡ ҡына итеп попҡа һуғып ебәргән; тегеһе уянып киткән дә әйтә икән: "Кем бында һуғыша?" Дама яуаплай: "Аҙ булды әле, нығыраҡ кәрәк ине". Ә Герман үҙенең диванында борғолана һәм һуҡрана: "Ниндәй тауыш ул, йоҡлап та булмай!"
Генерал Эссендың Ырымбур ҡалаһына килгәненә тиклем ҡала 70 йыл бар ине инде, һәм уның 10 йыл буйына дауам иткән идаралығы ваҡытында интеллигенция йыйылыштары өсөн йәмәғәт йорто булманы. Чиновниктар класы ҙур байрамдарҙа үҙҙәренең начальниктарына килә, ә ғаиләләре менән ваҡытты күркәмерәк итеп шәхси кешеләрҙең йорттарында уҙғара, әммә һуңғылары ла аҙ була. Йәй көндәрендә халыҡ ҡала ҡаршыһындағы, Урал йылғаһы менән Старица араһындағы сауҡалыҡта байрам итә.
Эссен начальниктарҙан беренсе булып ошо урынды төҙөкләндереүгә иғтибарын йүнәлтә: ял итеүселәр өсөн беседкалар төҙөтә, Урал һәм Старица ярҙарында буй һәм арҡыры юлдар һалдырта, улар беседкаларҙың береһенә илтә; һуҡмаҡтар төйгөсләп таҡырайтыла һәм ҡом һибелә, сауҡалыҡ һәр саҡта ла таҙа һәм бөхтә итеп тотола. Эштәрҙе йәйге ваҡытҡа хеҙмәткә саҡырылған башҡорттар башҡара; урядник һәм бер нисә казак тәртип һаҡлай.
Йәйҙәрен байрам ваҡытында сауҡалыҡта музыка яңғырай, бында казактар һәм һалдаттарҙан йырсылар килтерелә. Тантаналы батша көндәрендә фейерверктар ҡулланыла. Ҡаланан сауҡалыҡҡа һәм кирегә йылға аша сығыу өсөн түләүһеҙ паром була, әммә ябай халыҡ паром менән сығарылмай; теләгәндәргә сауҡалыҡта йөрөү тыйылмай, әммә улар күпер аша сығырға тейеш була, ул әле лә бар. Ял итеүселәр сауҡалыҡтың уртаһынан арыраҡ, хәҙерге баҡсасылыҡ йәмғиәте аллеяһына ҡаршы урынлаша.
Эссен киткәнгә тиклем Старица бөгөлө артындағы майҙансыҡта таш беседка төҙөлә, ул байтаҡ ваҡыт ошонда ҡала, тик 1890 йылдарҙа ҡала думаһы ҡаршыһындағы скверға күсерелеп ҡуйыла. Хушлашыу мәжлесенән һуң Эссен ошо беседканан китә лә инде.
Кенәз Волконский һәм Эссен заманында Тимашевтарҙан башҡа бай помещиктарҙан кемдең дә булһа Ырымбурҙа йәшәүе икеле. Һуңғыларынан Егор Николаевич Ырымбур казак ғәскәренең командующийы була һәм ошо вазифала үҙе өсөн ауыр ваҡытта идара итә: уның бай имениелары тарҡатыла һәм опека ҡарамағында ҡала.
Мансуровтар икәү була - береһе ҡыҙ кеше, ә икенсеһе Габбеның тол ҡатыны, уның хаҡында алдараҡ бәйән иткәйнек, уларҙың ағаһы Николай Александрович Мансуров Петербургта хеҙмәт итә.
Бай сауҙагәрҙәр булмай әле. Беренселәрҙән булып Осоргин һанала, ул тиҙҙән бөлә; башҡа яҡтарҙан - Пичугин, Веснин һәм Дюков бында килеп-китеп кенә йөрөй, улар үҙҙәренең тыуған яғында - Ярославль губернаһының Ростов ҡалаһында йәшәүҙе хуп күрә; шуға күрә Ырымбурҙа йәмәғәт тормошо булмай, йыйылыштар уҙғарылмай, ғаиләләре менән туғанлыҡ һәм танышлыҡ буйынса көн итәләр, һәм уларҙың вәкилдәре йыйылышҡан хәлдә лә, был ҙур байрамдар ваҡытында губернаторҙа ғына була. Ул үҙенең дәрәжәһе һәм тормош көтөү саралары буйынса беренсе кеше булһа, уның артынса шарап алып һатыусылар - Еникуцев, Звенигородский, һуңынан Горячев айырылып тора.
Ҡаланы төҙөкләндереүгә килгәндә, генерал Эссен һәр бер өй алдында бәләкәй баҡса (палисадник) булдырыуҙы һәм унда ағастар ултыртыуҙы талап итә. Өй хужалары, полиция ҡушҡас, ағас ултырта һәм уларҙы рәшәткәләп ҡуя, ә төпкөл урамдарҙа ситәнләп ҡуйыу ҙа рөхсәт ителә. Ҡаҙна өйҙәре тирәһенә иң яҡшы ағастар ултыртыла. Хәҙерге Николаев урамының ике яғына ла ағас ултыртылғас, был урам аллеяға оҡшап ҡала; даими һәм бөхтә итеп һыу һибеп торолғас, ағастар тиҙ үҫеп китә; бейеклеге менән айырылып торған ағастар ҡунаҡ ихатаһы (гостиный двор) яғында, девизион һәм бригада командирҙары өйҙәре, хәҙерге 2-се корпус бинаһы һәм Тимашев, хәҙер Ладыгин өйө янында үҫә. Бында ағастар һуңғы ваҡытҡа тиклем торҙо, тик уларҙы өйҙәрҙе үҙгәртеп ҡорған саҡта, эшкә ҡамасаулай тип, киҫеп ташлайҙар. Ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ. - Тәрж. иҫк.) мәктәбе бинаһы янында шул ваҡытта ултыртылған икеме, өсмө ағас тороп ҡалған шикелле.
Башҡа урындарҙа ағас ултыртылған бәләкәй баҡсалар тәүҙә ипләп ҡарала, әммә һауаның ҡоро һәм ныҡ эҫе, ҡыштарын һалҡын булыуы, һибер һыуҙы Урал йылғаһынан ташыу ауыр булғанлыҡтан, ағастар ҡорой һәм киҫеп ташлана.
Мин үҙемдең өйөм эргәһендә, Петропавлов урамында, бер нисә ҡайын ултыртҡайным, улар ерегеп китте һәм 1840 йылға тиклем үҫтеләр, әммә шул йылдың иртә яҙында, тамырҙары һалҡында зарарланғанлыҡтан, ҡороп бөттөләр.
Николаев урамының башынан аҙағына тиклем тротуар һалына, уның эҙҙәре әүәл Ырымбур сик комиссияһы биләгән, хәҙер ҡырғыҙ мәктәбе урынлашҡан бина ҡаршыһында һәм элек генерал-губернаторҙыҡы булған, хәҙер сауҙагәр Оглодков өйө ҡаршыһында күренә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 54

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru