«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЗАМАНДЫ ҺЫНЛАНДЫРАМ...
+  - 


Халыҡ-ара Рәссамдар федерацияһы һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы Эльза ҠОТЛОБАЕВАның Башҡортостан Республикаһы Милли музейында шәхси күргәҙмәһе асылды. Эльза Зәүр ҡыҙы ижадында башҡорттар йәшәгән бик боронғо осорҙо һүрәтләй. Урал батырға тиклемге башҡорттоң донъяға ҡарашы, мөнәсәбәте, фәлсәфәһе бик үҙенсәлекле сағылыш ала. Күргәҙмә 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Рәхим итегеҙ!

Эльза, һеҙ Өфө ҡыҙы, һынлы сәнғәттә үҙ юлығыҙҙы тапҡан, күп күргәҙмәләр ойошторған, башҡорт сәнғәтен пропагандалаған рәссамдарыбыҙҙың береһе. Һынлы сәнғәткә тоғролоҡ, эҙләнеү-асыштарығыҙ менән күптәргә үрнәк булып тораһығыҙ. Рәссам булыу бала саҡ хыялы инеме, әллә был юл көтөлмәгәнсә башландымы?

- Мин бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым, балалар баҡсаһына йөрөгән сағымда әсәйемә минең эштәремде күрһәтәләр. Һүрәтте матур төшөргәнемде ул шунда белеп ҡала. Ә атайым үҙе йәш саҡтан рәссам булырға хыялланған. Беҙҙең ғаиләлә биш бала, уларҙы ҡарарға, уҡытырға кәрәк, тимәк, хыялын тормошҡа ашыра алмай - ваҡыты ла, мөмкинлеге лә юҡ. Шулай ҙа атайым хаҡлы ялға сыҡҡас булһа ла үҙенең хыялына өлгәште. Черниковкалағы һынлы сәнғәт мәктәбенә кистәрен йөрөп уҡып, әлбиттә, һүрәттәр төшөрә башланы.
Рәссамлыҡҡа һәләтем барлығын белгәс, атай менән әсәй мине шул йүнәлештә үҫтерергә ниәт итәләр. Икенсе класта уҡыған сағымда әсәйем радионан Ибраһимов урамында 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе тураһында ишетә. Алып барҙы шунда, рәсемдән һынау биреп, уҡырға индем. Бына шулай башланды профессиональ эшмәкәрлегемә йүнәлеш. Был мәктәп миңә бик күп нәмә бирҙе. Рәссамлыҡ юлымдың иң мөһим мәле уның менән бәйле, тием, сөнки унда уҡыуым һуңынан үҙемдең һынлы сәнғәт студиямды асырға ярҙам итте. Был мәктәп миңә үҙемдең бала кешегә хас булған бөтөн хәсрәт-көйөнөүҙәремдән азат булырға өйрәтте. Минең психолог белемем дә бар, шуға быны белгес булараҡ та аңлата алам: өлкәндәр ҙә, балалар ҙа психологик тетрәнеү-хәүефләнеүҙәргә дусар, йәғни өлкәндәр һымаҡ, балалар ҙа бөтөн кисерештәрҙе үҙҙәре аша үткәрә. Шуны ла әйтергә кәрәк, бала проблемаларына ололар хатта иғтибар ҙа итмәй. Һүрәт төшөрөү минең өсөн арт-терапия, арт-сәнғәт булды, ауыр кисерештәремдән бушанырға ярҙам итте. Өйөбөҙгә үҙемдең проблемаларымды онотоп, тынысланып ҡайта торғайным.

Ниндәй проблемалар тураһында һүҙ бара? Быны аңлау ата-әсә өсөн дә файҙалы булыр ине.

- Кемдеңдер рәнйетеүе, ҡыйырһытыуы, ағай-апайҙың үҙ-ара талашып китеүҙәре, атай-әсәйҙең низағлашып алыуҙары... Мәктәптә класташ ҡыҙың мыҫҡыллы һүҙ әйтә, дуҫыңмы, уҡытыусыңмы, һине аңламай, йәки уҡытыусы ғәҙелһеҙлек күрһәтеп, икеле ҡуя, дәресте аңлай алмайһың, өйгә эште эшләй алмайһың. Өйгә ҡайтҡас, атай-әсәй ҡаты итеп өндәшә. Балалар быларҙы бит бик ауыр кисерә, барыһын да үҙенә һеңдерә, тик унан нисек сығырға белмәй. Рәсем, йыр, спорт түңәрәктәре балаға шуларҙы еңеп сығырға, арынырға һәм яңынан үҙенең тәбиғи хәленә ҡайтырға ярҙам итә. Һынлы сәнғәт мәктәбенә килгән һайын үҙемде бәхетле итеп тоя инем, шул саҡта уҡ "Үҙем ҙурайғас, балалар өсөн ошондай мәктәп асасаҡмын", тип һүҙ бирҙем. Мине алтынсы кластан һуң Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына уҡырға бирҙеләр. Уны иң матур йылдарым тип иҫкә алам. Сөнки һин хәҙер үҫмер ҡоронда - тормошто нығыраҡ аңлайһың, тимәк, бәләкәй саҡтағы һымаҡ самаһыҙ көйөү-хафаланыу юҡ, тиерлек. Ҡ. Дәүләткилдев исемендәге гимназияла мин яҙыу техникамды нығыттым. Башланғыс синыфта йөрөгән һынлы сәнғәт мәктәбе психологик йәһәттән ярҙам итһә, бында һөнәри йәһәттән үҫеш алдым. Унда уҡығанда үҙемдән өлкәнерәк бер малай миңә оҡшай торғайны. Уның сәнғәт училищеһына уҡырға барырға йыйынғанын белгәс, мин дә шунда уҡырға барам, тип ҡарар иттем. Бары тик рәссамлыҡ менән генә шөғөлләнеүемде теләгән атай-әсәйем шундуҡ риза булдылар. Һәм туғыҙынсы класты тамамлағас, мин Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Ләкин теге малай инде мине ҡыҙыҡһындырмай ине. Үҫмерлек һөйөүем шулай тамам булды.

Училищеға уҡырға инеүе ауыр булманымы, унда ла бит төрлө яҡтан килгән һәләтле йәштәр һынау тота?

- Унда барыр алдынан да өҫтәмә дәрестәр алдым. Атай-әсәйем миңә бик яҡшы уҡытыусы таптылар. Илшат Ишбулды улының оҫтаханаһына йөрөнөм. Был 1992-1993 йылдар ине. Дәрес хаҡы илле һум. Кискеһен барам, бер ярты сәғәт эсендә ул миңә шул тиклем ҙур белем бирә ине. Һүрәт төшөрөү нескәлектәренең бөтә базаһын бирҙе, быны бер ҡасан да онотаһым юҡ. Ана шул белем буйынса аҙаҡ әкренләп кенә рәссамлыҡта сыныҡтым. Индивидуаль дәрестәрҙе бер ҡасан да төркөм менән уҡыу алмаштыра алмай. Бер уҡытыусыны ла Илшат Ишбулды улы менән тиңләп, сағыштырып булмай. Әгәр ҙә нимәгәлер өйрәнергә, саҡ ҡына көслөрәк булырға теләһәң, башҡаларҙан алдараҡ булырға ынтылһаң, оҫтанан профессиональ һабаҡ алырға кәрәк. Бына шуны аңланым. Уҡырға ингәс, һүрәт төшөрәбеҙ бит инде, ә мин бөтәһен дә беләм һәм һүрәтте ҡойоп ҡуям. Илшат Ишбулды улы биргән белем әле лә күңелдә. Үҙем студия асҡас, Илшат Ишбулды улынан алған белемде уҡыусыларыма бирергә тырыштым. Минең "Латифа" студияһы ун йыл эшләне, уҡыусыларыма ныҡлы, ҡеүәтле нигеҙ бирә алдым, тип әйтә алам.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педуниверситетының художество-графика факультетына уҡырға инәһегеҙ. Педагогик йүнәлеш тә осраҡлы түгелдер?

- Беләһегеҙме, мине барыбер уҡырға алалар, тип, имтиханға әҙерлекһеҙ барҙым. Һәм имтихандан үтмәнем. Белем генә әле бөтә нәмәне хәл итмәй икән, шуны килеп аңланым. Бер йыл ер менән күк араһында йәшәнем, тиергә мөмкин. Икенсе йылға мотлаҡ уҡырға инергә кәрәк икәнен аңлап, әҙерләндем, хатта түләүле дәрестәр ҙә алдым. Педагогик белем алырға кәрәк ине, сөнки, башта әйткәнемсә, киләсәктә үҙемдең мәктәбемде асырға тейешмен, ә бының өсөн педагогик белем мотлаҡ, тип уйланым. Университетты бөткәс, балалар баҡсаһына эшкә барҙым. Рәсми бер баҡсала эшләһәм, тағы ла ике-өс баҡсала түләүле дәрестәр алып барҙым. Бына шулай балаларҙы оҫталыҡ сере менән таныштыра башланым. Әсәйем миңә бер мәл, телевидениеға эшкә бар, тине. Мине унда саҡырҙылар ҙа. БСТ-ла биш йыл рәссам, компьютер графикаһы инженеры булып эшләнем. Оҡшай ине, ләкин йәш быуынға белем бирергә тейешмен, тигән уй баштан сыҡманы. Минән шәп диктор эшләмәксе лә булғайнылар, һауа торошон уҡый башланым. Әхәт Мортазин ярҙамында оҫта итеп башҡортса һөйләргә өйрәндем. Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиевалар уҡытты. Бына шундай бөйөк уҡытыусыларым булды, минән диктор әүәләнеләр-әүәләнеләр, "Йырым булһын бүләгем" тапшырыуын да алып барырға хәл иткәйнеләр, тик шул тиклем камеранан ҡурҡа, ҡаушай инем. Диктор, алып барыусы булыу минең юл түгеллеген тоям.
Үҙаллы эш алып барырға тигән уй баштан сыҡмай, шул эштә ҡайнарға, ижад итергә, мәктәп асырға тигән хыялым күңелдә йәшәй. Ул саҡта саҡ субсидиялар бирә башлағайнылар. 2009 йылда телевидениенан эштән киттем. Бизнес-планымды төҙөп алып барғас, мәшғүллек бюроһында ныҡ оҡшаттылар. Шулай итеп, илле мең субсидия алып, Коммунистик урамында "Латифа" тигән студиямды асып ебәрҙем. Мәғлүмәт яғынан ҡытлыҡ булманы, телевидениела "Субсидияға нисек үҙ эшеңде асырға мөмкин?" тигән тапшырыу сыҡты. Бер ни тиклем ваҡыттан ҙурыраҡ суммаға субсидия алдым һәм Чернышевский урамында айырым бинала студиямды астым. Ул ун йыл эшләне.
Балалар менән шөғөлләнгәндә һәр саҡ: "Үҙемдең икенсе кластағы хыялымды тормошҡа ашырҙым бит", - тип ҡыуанып уйлай торғайным. Шул уҡ ваҡытта һүрәт төшөрөү - оҫталыҡ алыу дәресе генә түгел, был мәл бала өсөн ниндәйҙер көсөргәнештәрҙән арыныу мөмкинлеге икәнен иҫтә тота инем. Бында улар үҙ асылында, үҙҙәренең генә мөхитендә ҡайнайҙар, тынысланалар, көс йыялар, ҡәнәғәт булып ҡайтып китәләр. Бер ниндәй ҙа насар билдә алыу юҡ, шелтә юҡ. Бында уларға бары тик һөйөү генә кәрәк. Һәм бары һүрәт төшөрәләр. Бала саҡта үҙем тойған мөхитте тыуҙырырға тырыштым. Тиҫтә йыл үтеп китте, миндә шөғөлләнгән балалар төрлө ерҙәргә уҡырға инделәр. Кемдер рәссам, кемдер архитектор, кемдер дизайнер булып китте. Һуңынан уларҙы урамда тап итә башланым, инде ҙур, олпат кешеләр үҙҙәренең ҡайҙа уҡығанын, кем булып эшләүҙәрен һөйләйҙәр, тыңлап, шул тиклем ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ кисерәһең. Мин ғүмеремдең айырым бер өлөшөндә ниндәйҙер бер бурысым үтәлгәнен аңланым. Артабан инде үҙемдең профессиональ эшем менән генә шөғөлләнеүгә күстем.



Еңелме бөгөн рәссам ижады менән шөғөлләнеү?

- Рәссам булыу - бик шәхсән һөнәр. Һүрәт төшөрә белеү - бер эш, ә инде уны күрһәтә, таныттыра, ижад емешеңә бүтәндәрҙе йәлеп итә һәм үҙ хеҙмәтеңде һата белеү - бөтөнләй икенсе нәмә. Бөгөнгө заманда ижадсы ғына булып ҡала алмайһың, рәссамлыҡтан аҙаҡ маркетологҡа әйләнергә, унан инде үҙеңдең картиналарыңды тамашасыға күрһәтә, баһаһын, ҡиммәтен аңлата алған эшҡыуарға әйләнергә тейешһең. Бәйләнештәрҙе үҫтереү, галеристар, белгестәр, рәссамдар, эксперттар, һатып алыусылар менән аралашыу... Был ҙур эш, һәм, ахыр килеп, ижад емешеңдең һөҙөмтәһе булырға тейеш. Кеше өсөн иң мөһиме нимә? Мәңгелекте тойоу. Хеҙмәтең бына шул мәңгелекте яуап итеп бирергә тейеш. Сөнки стеналағы картиналар бик оҙаҡ эленеп тора, улар иҫкермәй. Бына минең бала саҡта эшләгән бер картинам әле лә элеүле тора, бер нәмә лә булмаған, шул көйө. Картиналарым минән һуң да тороп ҡаласаҡ. Рәссамлыҡ - ул мәңгелек менән бәйләнеш. Леонардо да Винчи "Джоконда"ны ун бишенсе быуатта яҙа. Ә хәҙер егерме беренсе быуат. Мәңгелек - ул амбициоз маҡсат. Бындай маҡсат йөрөтөр өсөн үҙеңә ныҡ ышанырға кәрәк. Балаға иһә үҙенә булған ышанысты ата-әсә генә бирә ала. Улар һинең рәссам булырыңа ни өсөндөр ышана. Миңә, мәҫәлән, шундай йүнәлеш бирҙеләр. Ҡай саҡ көлөп, шулай тип әйтәм: "Мин һүрәт төшөрөүҙән башҡа бүтән бер нәмә лә эшләй белмәйем".

"Латифа" студияһы тураһында беҙ ҙә аҙмы-күпме хәбәрҙарбыҙ. Унда шөғөлләнеүселәр төрлө сараларҙа ла ихлас ҡатнаштылар...

- Эйе, мин үҙем дә конкурстар үткәрә торғайным. Иң күләмлеләренең береһе - "Баҙыян" республика конкурсы булғандыр. Сәнғәт училищеһы беҙгә зал бирҙе. "Тамыр" балалар студияһы килеп төшөрҙө. Балалар баҡсаһына йәше етмәгән һәм балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә дәрестәр алып барҙым. Был программа "Иртә үҫеш" тип аталды. Башҡорт телен яҡшы белгәс, башҡортса дәрестәр бирә алдым. Һәм ул дәрестәрҙе бушлай уҡыттым. Ике-өс йәшлек бәләкәстәрҙе ата-әсәләр Өфөнән генә түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да алып килә торғайнылар.
БСТ-нан күптән китһәм дә, улар миңә мәғлүмәт биреү йәһәтенән ярҙам итеп тора. Ул саҡтағы директор Ғәлим Яҡуповтың ярҙамы ҙур булды. Ниндәйҙер сара үтәме, күргәҙмә асыламы, барыһына телевидение журналистарын ебәреп торҙо. Радионың яңылыҡтар хеҙмәте ошондай студия барлығын тыңлаусыларға еткерә торғайны. Был йәһәттән Тәнзилә Абдулла ҡыҙына рәхмәт. Йылына ике-өс тапҡыр күргәҙмә ойоштора торғайным. Балаларға был ныҡ оҡшай ине. "Һеҙ беҙгә рәссамдың ниндәй булырға тейешлеген күрһәттегеҙ. Күргәҙмәләр эшләнегеҙ, рәсемдәребеҙҙең каталогтарын яһанығыҙ, бөтөн картиналарыбыҙ журналдарҙа һаҡлана", тип, килеп әйтеп китәләр. Рәсемдәрем юғалмаһын өсөн бәләкәй саҡта әсәйем ярҙамы менән каталог сығара торғайным, шул ҡағиҙәне үҙем уҡытҡан саҡта ҡулландым. Студияны 2018 йылда яптым, ә һаман да: "Был айҙа һеҙ уҡытаһығыҙмы?" - тип шылтыраталар. Бына әле лә шылтыраттылар. Мин "Эйе", тип яуап бирҙем. Сөнки һуңғы йылдарҙа мин өйҙән генә эшләйем бит инде, шуға, ял көндәрендә ике-өс бала булһа ла килһен, тием. Студиянан китһәм дә, балалар менән һаман шөғөлләнәм. "Хәҙер юҡ, уҡытмайым," - тип әйтә алмайым.
Психологҡа ла уҡып алғанымды әйткәйнем инде. Һынлы сәнғәткә йөрөгән балалар менән психолог булараҡ шөғөлләнһәң, бының бик көслө ҡорал икәнен аңлайһың. Һүрәт төшөрөү - бала өсөн эске проблемаларын хәл итеү ул.
Баланың үҫеше ныҡ булһын өсөн 3-7 йәштә уны йә музыка, йә һынлы сәнғәт, йә спорт түңәрәгенә бирергә кәрәк. Улар баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итә, мәктәптә баланың психологик проблемалары булмаясаҡ. Ауыл балалары ете йәшкә тиклем ҡала балаларынан физик һәм аҡыл йәһәтенән нығыраҡ үҫешкән була. Сөнки ул ырғый-һикерә, үрмәләй - физик сыныға, үләндәрҙе таный, ҡоштарҙы белә... Бөтөн тәбиғәт уларҙыҡы. Тик ете йәштән һуң ҡала балаһының мейеһе нығыраҡ үҫешә башлай, сөнки уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтә башлайҙар. Нейрон бәйләнештәре беренсе класҡа тиклем яҡшы үҫешһен өсөн баланы ике түңәрәккә йөрөтөргә кәрәк, тип һанайым. Шул саҡта бала фәндәрҙе лә яҡшы үҙләштерә, тәбиғәт уға үҙе ярҙам итә. Һынлы сәнғәт, музыка, спорт - мәктәпкә барған баланы бына быларҙан айырмағыҙ. Ошо түңәрәктәрҙең балаға һәр йәһәттән үҫергә булышлыҡ итеүен бик яҡшы аңлап эш иткән ата-әсәләр бар.



Оҫталыҡты арттырыу йәһәтенән үҙегеҙгә талаптар ҡуяһығыҙ?

- Мин ҡырҡ йәшемдә БДУ-ның философия факультетына культурология белгеслегенә уҡырға индем. Был миңә бөтә донъя мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирҙе. Мине боронғо башҡорттарҙың мифологияһы ҡыҙыҡһындыра ине, диплом эшем дә "Боронғо башҡорттарҙың донъяға ҡарашы" тип атала. Үҙебеҙҙең ҙур ғалимдарыбыҙ Зәкирйән Әминев һәм Әхәт Сәлиховтың хеҙмәттәрен файҙаландым. Уларҙың Урал батыр культына тиклем башҡорттарҙың нисек йәшәүе тураһында хеҙмәттәре бар. Артабан Урал батыр культы башлана. Күпселек тикшеренеүселәр Урал батыр дәүерен тикшерә, өйрәнә. Ә бит уға тиклемге тормош та бар. Әле атаған ғалимдарҙың мәҡәләләрен үҙем аша үткәрҙем һәм ябайыраҡ итеп үҙем дә мәҡәлә яҙҙым. Шул хеҙмәттәрҙе нигеҙ итеп алып, "Боронғо башҡорттарҙың донъяға ҡарашы" тигән картиналар серияһы ижад иттем. Республика Милли музейында әлеге мәлдә шул серияның күргәҙмәһе бара. Картиналарымды Милли музейға бүләк иттем. Уларҙы ла һатырға була ине. Ләкин улар бүлгесләнеп, төрлө яҡҡа таралып китәсәк, һәм серияның бөтөнлөгө юғала, мәғәнәһе үҙгәрәсәк. Беҙ визуалдар донъяһында йәшәйбеҙ, бөтә нәмәне күҙ аша ҡабул итәбеҙ. Боронғо башҡорттарҙың донъяға ҡарашын тулы бөтөнлөк менән генә биреп була. Минең картиналар серияһы шуны бәйән итә.

Тимәк, ирекле рәссам булып китеү шәхси ижадҡа киңерәк юл асты...

- Үҙебеҙҙең мәҙәниәтте донъяға сығарғым, күрһәткем килә, шуға ла хәҙер артабан эшләр өсөн Францияға китергә йыйынам. Европала картиналарым актуаль икәнен аңланым. Европалылар эштәремде бик күпләп һатып алдылар. Башҡорт мәҙәниәтен күрһәткән картиналарым улар өсөн бик ҡыҙыҡ.

Европала һынлы сәнғәт, айырым бер мәҙәни күренеш булараҡ, оҙайлы тарихҡа эйә. Беҙҙә иһә дин йәһәтенән дә рәсемгә һағыраҡ мөнәсәбәт йәшәй...

- Мәскәүҙә булған саҡта мин Шамил Әләүетдинов хәҙрәттән: "Миңә һүрәт төшөрөргә яраймы-юҡмы, әллә ул гонаһмы?" - тип һораным. Хәҙрәт: "Төшөрөгөҙ, хеҙмәтегеҙҙән кинәнес алығыҙ", - тине. Ярамауҙың сәбәбен шулай тип аңлатты. Һүрәткә икона һымаҡ итеп ҡарауҙан, табыныуҙан һаҡланырға, мәжүсиҙәр һымаҡ культ яһамаҫҡа кәрәк. Бына шул инә тыйыуға. Республика музейындағы күргәҙмәмдә натюрморттарым да ҡуйылған. Ошо эштәремә ҡарап, мине йыш ҡына рәссам Адия Ситдиҡова менән сағыштыралар, уның эшен дауам итеүсе һымаҡ күрәләр. Мин был рәссамдың кем икәнен дә белмәй инем. Сөнки уҡыу йорттарында донъя кимәлендәге рәссамдарҙы өйрәнәбеҙ, Леонардо да Винчи, Боттичелли, Ван Гог ижадын яҡшы беләбеҙ, ә үҙебеҙҙекеләрҙе һөйләп бармайҙар. Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина улын миңә рәсем дәресенә йөрөтә торғайны. Бер мәл Адия Ситдиҡоваға арналған китап бүләк итте. Натюрморттарын ҡарап, ысынлап та, рухландым, хатта оҡшашлыҡ күрҙем. Ситдиҡова менән сағыштырыуҙары оҡшай, ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттар булыуы насар түгел, әлбиттә. Кисә бер сәнғәт белгесе: "Концепция бер иш, ә биреү формаһы төрлөсә", - тине. Шуны ла әйтергә кәрәк, күргәҙмәлә торған ике натюрмортым Америкаға китәсәк. Уларҙы һатып алдылар.
Эйе, мин бөгөнгө заманды һынландырырға тырышам, яңы тын алыш, яңы кисереш индергем килә. Мин Европа илдәрендәге данлы музейҙарҙы әллә нисә тапҡыр ҡарап сыҡҡан кеше, ундағы рәссамдарҙың нимә, нисек яҙғандарын күҙәтәм. Әлбиттә, тәьҫирләнеп ҡайтам. Беҙ бындағылар, башлыса, үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнайбыҙ. Минең иһә заманым менән ҡуша атлағым килә. Теге мәктәп тә, беҙҙәге мәктәп тә ҡыҙыҡ, сөнки беҙҙең үҙебеҙҙә бөйөк башҡорт мәктәбе барлыҡҡа килгән, бөйөк рәссамдарыбыҙ бар. Минең ижадта иһә башҡорт сәнғәтенең дә, Европа сәнғәтенең дә йоғонтоһо бар. Был яңыса, заманса ҡараш. Һынлы сәнғәттә "шәреҡ менән көнбайыш сәнғәте бәйләнеше" тигән төшөнсә йәшәй. Был йүнәлештә эшләүселәрҙе "ориенталист рәссамдар" тип атайҙар, йәғни Европа рәссамы шәреҡ мәҙәниәтен сағылдырған картиналар яҙа. Жан-Этьен Лиотар, Шарль-Андре ван Лоо, Жан-Батист ван Мур, Жан-Жюль-Антуан Леконт дю Ноуи, Жан Огюст Доминик Энгр, Антуан-Жан Гро, Эжен Делакруа, Теодор Шассерио һәм башҡа рәссамдарҙы атарға була. Ориентализм стиле йәшәй, был йүнәлеште дауам итеүселәр байтаҡ. Мин дә шулар рәтенә күсәм шикелле...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 66

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru