«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨС
+  - 


Махсус хәрби операция башланыуға ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Ошо арауыҡ эсендә халыҡ та үҙен төрлөсә күрһәтте: кемдәрҙер үҙ теләге менән яуға ашҡынды, берәүҙәр, мобилизациянан ҡасып, сит илгә сығып китеүҙе хуп күрҙе, бәғзеләре иһә, был миңә ҡағылмай, тип, бер ни булмағандай, донъя көтөүен дауам итте. Ә бик күптәр, бер төптән булып, яу яланында йөрөгән һалдаттарға ярҙам итеүгә, уларҙың ауыр хәлен әҙ булһа ла еңеләйтеүгә көс һалыуҙы дауам итә.

Беҙҙең Әүешкүл, Ялсығол ауылы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмай, һәр саҡ хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ошо көндәрҙә ағинәйҙәрҙең "Әүешкүл йәшмәләре" фольклор ансамбле ағзаһы Рима апай Байрамғолова улдары Ринат менән Радиктың яугир ҡустылары янына барырға әҙерләнеүен хәбәр итеп, ярҙам ҡулы һуҙыуыбыҙҙы үтенде. Ансамблдең һәм "Ағинәй" ойошмаһының ҡатын-ҡыҙҙары йәһәт кенә йыйылышып, сәк-сәк бешерә һалды, һәр кем үҙенең күстәнәстәрен дә алып килде. Эш араһында Рима апайыбыҙ улдарының үҙҙәре генә түгел, ә Илдар ағай Батыршин менән барырға әҙерләнеүен белдерҙе. Ул арала булмай, Әүешкүл һәм Ялсығол ауылы халҡына яҡташыбыҙ Илдар ағай үҙе лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Баҡтиһаң, ул МХО-ла йөрөгән яҡташтарға "УАЗ" машинаһын алып барырға йыйына икән. Был юлы ла ауылдаштар дәррәү күтәрелде. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр бал, ҡаҙ, ҡаҙы, ҡорот кеүек танһыҡ ризыҡтар килтерҙе. Медикаменттар, маскировка сеткалары, тәмәке, көндәлек кәрәк-яраҡтары, хатта төҙөлөш материалдары йыйып, юлсыларға хәйерле юл теләп, оҙатып ҡалды йәше-ҡарты.
Бына, ниһайәт, ир-азаматтарыбыҙ тәғәйенләнгән ергә имен-аман барып етеп, гуманитар ярҙамды тапшырыуын белдереп, изге хәбәр еткерҙе. Бер нисә көндән инде улар тыуған яҡҡа ҡайтып еткәс, барыбыҙ ҙа иркен тын алдыҡ.
Илдар ағай Батыршиндың шундай изге юлда йөрөүе күңелдә һоҡланыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу уятты. "Батыршин" фамилияһын тиккә генә йөрөтмәй икән батыр ағайыбыҙ. "Махсус операцияла берәй яҡынығыҙ ҡатнашамы?" тип һорауыма ул былай тип яуап бирҙе:
- Ярҙамды кемгәлер тәғәйен төбәмәнем, үҙем күңелем ҡушыуы буйынса барып ҡайтырға уйланым. Яйлап иптәштәр-таныштар ярҙамы менән аҡса йыйылды. Бер ҡәйнешем август башында яуҙа вафат булды, икенсеһе әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта, хат-хәбәре юҡ. Ағайымдың улы ла шунда йөрөй. Дуҫлашып, иптәш булып йөрөгән кешеләрем дә унда, ҡайһыларының улдары яуҙа. Нуғай, Юрмаш, Иглин яҡтарынан, Учалынан таныштар әйбер ебәрергә теләк белдерҙе. Ауылдаш егеттәр ҡустыларына барып ҡайтырға ниәт иткәс, мин дә тәүәккәлләнем, бергә-бергә юл йөрөүе лә күңеллерәк булды.
- Юлда ҡурҡыныс булманымы?- тип һорайым ағайҙан. Ни тиһәң дә, һуғыш барған ерҙәргә яҡын йөрөп ҡайттылар бит.
- Юҡ, ҡурҡһаң, өйҙә генә ултырырға кәрәк бит. Йәш саҡта Себер тарафтарына йөрөп эшләнде, төрлө хәлдәргә осраған булды. Өсәүләп барғас, хәүефһеҙерәк инде. Юлда иҫтә ҡалырлыҡ бер хәл булды, уныһын әйтеп үтмәй булмай. Волгоград өлкәһенән үтеп барғанда бер еңел машина туҡтатты ла, унан 11-12 йәштәр тирәһендәге малай менән бер ҡатын төшөп, беҙҙең янға йүгереп килде. "Гуманитарку солдатам везете?" тип һорай ҡатын. Машинаның артҡы тәҙрәһенән маскировка сеткаларын, тәгәрмәстәрҙе күреп ҡалғандар ҙа, ҡайҙа юл тотоуыбыҙҙы шәйләгәндәр икән. "Беҙҙән дә ярҙам булһын", тип, шешә менән һыу, бер мең аҡса биреп киттеләр. Шул тиклем аптыраным да, ҡыуандым да ошондай изге күңелле кешеләр булыуына, - тине, тулҡынланып, Илдар ағай.
-Яҡшы кешеләр күп бит ул, туғаным. Бына Туймазынан Илшат исемле бер иптәш МХО-ға ныҡ ярҙам итә, - тип дауам итә ағай. - Уның атаһы Әхмәтзыя Залялов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған, Днепр, Днестр, Прут йылғаларын форсировать иткән. Кривой Рог, Кременчуг, Харьков ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Совет һалдаттарына ҡаршы һуғышҡан украиндар менән дә алышырға тура килгән уға. Ғаиләлә 11-cе бала булып донъяға килгән Илшат дуҫ: "Беҙҙең атайҙар шул ваҡытта фашист ҡалдыҡтарын ҡырып бөтөрмәгән икән, бөгөн шуларҙы юҡ итеү - беҙҙең заман егеттәре иңенә төшкән бурыс, ә беҙ ошо яугирҙарға ярҙам итмәһәк, атай-олатайҙарҙың рухын рәнйетеү булыр" - тип, бар көсөн һала, уға ныҡ рәхмәтлемен, ысын дуҫ ул...
Илдар ағай, Ринат менән Радик яуҙа йөрөгән һалдаттарға гуманитар ылау ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә гәзит юлдары аша рәхмәт һүҙҙәрен еткереүемде үтенде:
- Әүешкүл мәсетендә, ауыл клубында апайҙар маскирока сеткалары үреп бирҙе. Фәниә Аликаева апай хәйер аҡсаһынан 10 мең аҡса бүлде. Ауылдашыбыҙ Сәүә апай үҙе шәхсән 5 мең аҡса күсерҙе. Орловка ауылынан Әнүәр ағай запас тәгәрмәстәр бирҙе, тиҙҙән үҙе лә "УАЗ"-ын МХО-ға ебәрергә әҙерләй икән. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Фирҙәүес Ғәбитова һәм Рита Әбдрәхимова 5 меңлек дарыуҙар һатып алыуҙы ойошторҙо. Учалынан Шамил Фазылов етәкләгән "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тип аталған ойошманан 17 дана маскировка сеткаһы тапшырҙылар. Өфөнән Гөлназ Исхаҡова дрон "Мавик" һатып алып бирешеп, оло ярҙам күрһәтте. Өфө эргәһендәге Самохваловка ауылы старостаһы Оксана ханым, Шмидт, Шамонино, Бурцево ауылдарынан депутаттар ярҙам итте. Волонтер Анна Викторовна ике пакет дарыу, простынялар тотоп, йүгереп килде. Шулай итеп, бөтәһе 40 меңлек медикаменттар алып барҙыҡ. Бөтә ауылдаштарға, дуҫ-туғандарға, таныш һәм таныш булмаған ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, уларҙың барыһына ла һаулыҡ теләйбеҙ.
Халҡыбыҙҙың "Ил төкөрһә, күл була" , "Берҙәмлектә - көс" тигән әйтем-мәҡәлдәре бар. Был ваҡиға ошо һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Һөйләшеү аҙағында Илдар ағай киләсәктә тағы ла гуманитар ылау алып барырға уйлауын еткерҙе һәм әгәр кем дә булһа яуҙа йөрөгән яҡындарына шәхсән күстәнәстәр биреп ебәрергә теләһә, алып барып тапшырырға әҙер булыуын әйтеп үтте.
- Иң мөһиме, был афәт тиҙерәк тамамланһын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен ине, - тип теләк белдерҙе ул. Амин, шулай ғына булһын!

Гөлшат ШАҺИЕВА.
Учалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru