«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЙГЕЛӘГЕ ЕҢЕҮЕМӘ "УРАЛ БАТЫР" ЯРҘАМ ИТТЕ
+  - 


Ошо көндәрҙә Татарстандың Ҡаҙан ҡалаһында "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡаҙандың "Адымнар" полилингваль комплексында һәм 99-сы балалар баҡсаһында илдең төрлө төбәгенән 112 педагог ярышты. "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың туған телен үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре" номинацияһында Өфө ҡалаһының 18-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова беренсе урын яуланы, ә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова лауреат булды. Конкурс һәм балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү тураһында Әлиә Риза ҡыҙы ИШДӘҮЛӘТОВА менән әңгәмәләштек.

Еңеүегеҙ менән тәбрикләйбеҙ. Конкурсҡа әҙерләнеүе ауыр булдымы, унан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

- Бик оҙайлы әҙерлек талап итте был конкурс. Беҙ яҙҙан алып уҡ әҙерләнә башланыҡ һәм тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәһен күреп, еңеү ҡыуанысын татып ҡайттыҡ, шөкөр. Ойоштороу кимәле айырыуса юғары булыуы, конкурсантты бер нәмә лә борсомаһын, сығышына ҡыйынлыҡ килтермәһен, тигән ҡараштан сығып эшләнеүе оҡшаны. Ә инде һөнәри конкурстың үҙенә килгәндә, ул педагогтарҙы профессиональ оҫталыҡ йәһәтенән дә, шәхес булараҡ та асыуға йүнәлтелде. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 33 тәрбиәсе конкурстың тәүге этабында дәрес күрһәттек. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларҙың иғтибарын йәлеп итеп, уларға теманы аңлатып, яңы һүҙҙәр өйрәтеп өлгөрөргә кәрәк ине. Башҡаларға "Китап", "Ғаилә", "Төҫтәр" кеүегерәк темалар булһа, миңә иң ауырҙарының береһе - "Спорт, физик культура һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" тигән тема эләкте. Уны мин "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнеп төҙөлгән дәрес аша аңлаттым. Башҡорт теле һәм халҡы менән бөтөнләй таныш булмаған, эпосыбыҙҙы ла белмәгән балаларға был дәресте үткәреүе еңел бирелмәҫен аңлаһам да, атҡарып сыға алдыҡ. Дәрестә балаларға Урал батыр, Һомай, Аҡбуҙат, Зәрҡүм, Үгеҙ персонаждарын аңлатып, Урал батырға Йәншишмәгә юл табырға ярҙам иттек. Дәрес башында Урал батырҙың галограммаһын тоҡандырып, балаларҙы ла, баһалама ағзаларын да "аһ" иттерҙек. Замана балалары алдында бына шундай заманса ҡорамалдарҙы ҡулланмай ҙа булмай шул хәҙер, беҙҙең галограммалағы Урал батырҙы барыһы ла оҡшатты. Был махсус проектор аша теләһә ниндәй һүрәтте, фотоны, видеояҙманы сағылдырып, йәнләндереп күрһәтеп була. Балалар дәрес аҙағында Урал батыр, Аҡбуҙат тураһында белде, спорт һәм физик культураға бәйле булғас, ат сабышы тигән һүҙҙе лә өйрәнделәр, бер-береһен "Афарин!" тип маҡтанылар.
Ә конкурстың икенсе һынауы Ғаилә йылына арналып, 15 лауреат ата-әсәләр өсөн ағартыу сараһы ойошторҙоҡ, беҙгә ун минут ҡына ваҡыт бирелде. Шунан 5 кеше финалға үттек һәм "Педагог менән оҫталыҡ дәресе" күрһәттек, үҙебеҙҙең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ. Бөтә сығыштарымды ла "Урал батыр" эпосына бәйләп яһарға тырыштым.

"Урал батыр" эпосын ололарға ла аңлауы еңел түгел, ә инде балаларыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең эпос-ҡобайырҙар, әкиәттәрҙән бөтөнләй ситтә. Һеҙ балаларҙың иғтибарын нисек йәлеп итәһегеҙ?

- "Урал батыр" эпосы ысынлап та өлкәндәр өсөн дә аңлауға ауыр, уны бер тапҡыр уҡып сығыуҙан ғына мәғәнәһенә төшөнөп етерлек түгел. Шулай ҙа мин үҙем был эпос менән мәктәп йылдарынан уҡ ҡыҙыҡһынам, ваҡытында өс йыл рәттән республика кимәлендәге йәш сәсәндәр бәйгеһендә "Урал батыр"ҙы яттан һөйләп, беренсе урын яулағайным. Шул осорҙан уҡ эпосты тәрәндәнерәк аңларға тырыштым, башта уҡытыусыларым үҙҙәре белгәнсә аңлата торғайны, аҙаҡ ҡайһылыр урындарын үҙемсә астым. "Урал батыр" үткән этап, тип уйлағайным, балалар баҡсаһына эшкә килгәс, ул тағы ла минең тормошома килеп инде. Сөнки бында ла бәләкәстәр араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы ойошторола, унда балаларҙы әҙерләргә кәрәк. Ә инде баштан уҡ эпос буйынса аңлатыу эштәре алып бармаһаң, балаларҙы уның менән таныштырмаһаң, уларға ятлатыуы ауырға тура килә. Сөнки ҡала мөхитендә үҫкән балаға хатта туған телебеҙҙе лә аңлауы ауыр ҡайсаҡ. "Урал батыр" эпосы менән балаларҙы таныштырырға кәрәк, тигән фекергә килдем һәм уларға еңелерәк итеп, ябайлаштырыбыраҡ булһа ла һөйләйем. Йыш ҡына ҡумыҙҙа уйнап, йәки думбыра сиртеп тә һөйләп ишеттерәм. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләрен аңлатыуҙы ла эпос аша эшләйем. Ғөмүмән, тәү сиратта "Урал батыр"ға ҡарата бәләкәй балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы тәүмаҡсатым, тип иҫәпләйем. Улар аҙаҡ мәктәпкә уҡырға төшкәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡулына барып эләккәс, ауыҙ асып аптырап ултырмаһындар, ә нигеҙ белемдәре булһын, тим.
"Урал батыр" эпосы һәм башҡорт мәҙәниәте буйынса электровикторина төҙөнөк, уларға пазлдар эшләтеп алдыҡ. Балалар менән бергә төҙөгән һүҙлегебеҙ бар: тәрбиәләнеүселәр төрлө һүҙҙәр буйынса һүрәттәр төшөрҙө һәм аҫтына был нимә икәнен яҙып ҡуйҙыҡ. Ҡаф тауы, ҡамғаҡ, ҡырсынташ, тәхет тигәнерәк һүҙҙәр һүрәте менән күренеп тора хәҙер һәм балаларҙың иҫтәрендә лә нығыраҡ ҡала. "Умка" фирмаһынан эшләтеп алған "Тормош ағасы" тигән дидактик ҡулланмабыҙ балаларға бик оҡшай, үҙебеҙгә эшебеҙҙә лә ярҙам итә. Уны ла конкурста баһалама ағзалары иғтибарына тәҡдим иттек, бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар һәм юғары баһаланылар.

Конкурста ҡатнашҡан коллегаларығыҙҙың сығыштарын ҡарай алдығыҙмы? Тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек булдымы?

- Ярышҡан мәлдә, әлбиттә, барыһын да күреп өлгөрөп булманы, шулай ҙа мин бер нисә тәрбиәсенең сығышына иғтибар иттем. Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән коллегабыҙ дәрестә билдәле рус рәссамдарының картиналары ярҙамында телмәр үҫтереү өлгөһөн күрһәтте. Балалар эҙләнеүселәр булып, баштарына фонариктар тағып, һәр картинала ниҙелер эҙләп, инде ябырылып китеп ҡаранылар, ҡыҙыҡһынып ҡатнаштылар. Милли республикаларҙан килгән педагогтар үҙҙәренең милли уйындарын алып килде. Аттарға бәйле уйындар, дәрестәр күп булды. Һөйәк менән халыҡ уйындарын күрһәтте Тыванан килгән тәрбиәсе. Беҙҙә лә һөйәк ҡулланылған уйындар булған бит, тик онотолоп бара, ҡыҙғанысҡа күрә. Ә уларҙың балалары белә. Бына шундай башҡорт халыҡ уйындарын киң аудиторияға сығарып, популярлаштырырға кәрәк, тигән уйҙа ҡайттым. Коллегаларымдың эше ошо йәһәттән үрнәк булды.

Замана балаларының холҡонда һеҙҙе ниндәй һыҙаттар ҡыуандыра, ҡайһылары борсоуға һала? Уларҙы балалар баҡсаһы сиктәрендә генә тәрбиәләп, үҙгәртеп буламы?

- Балалар баҡсаһы сиктәрендә генә бындай оло, яуаплы тәрбиә эшен атҡарып сығып булмайҙыр. Ата-әсәләрҙең ярҙамынан тыш, беҙ бер нәмә лә булдыра алмаҫ инек, уларҙың ыңғай ҡарашы һәм күмәк тырышлығыбыҙ кәрәк. Балалар баҡсаһының үҙендә лә бер маҡсатҡа ярашлы дөйөм эшмәкәрлек ойошторолорға тейеш, был йәһәттән мин коллективымдан уңдым, шөкөр.
Хәҙерге балаларҙың ҡыуандырған һыҙаттары хаҡында әйткәндә иһә, уларҙың бөтә нәмәне тиҙ генә отоп алыу һәләте, ҡурҡыуһыҙ булыуы, оялмауы оҡшай. Балалар аҡ ҡағыҙ битендәй - нимә яҙаһың, шуны үҙенә һеңдерә. Улар ҡайһы бер өлкәндәр кеүек "Мин һеҙҙе аңлайым, ләкин насар һөйләшәм", тип, үҙ теленән һис оялып тормай, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеп еткерә алмаһа ла, рәхәтләнеп туған телдә һөйләшергә әҙерҙәр. Тик быға өйрәтергә генә кәрәк.
Шулай ҙа борсолдорған һыҙаттары ла бар: балаларҙы китаптар ҡыҙыҡһындырмай, гаджеттарҙан айырып алыуы ауыр. Бала менән аралашҡанда уҡ ҡайһыһы өйҙә ата-әсәһе менән китап уҡый, кемеһе телевизор ҡарай, телефонда уйнауы ла күренеп тора. Бигерәк тә мин өнәп етмәгән мәғәнәһеҙ йәнһүрәттәрҙе ҡарап, шуларға ҡоролған уйындарҙы төркөмдәге иптәштәре менән уйнаған балаларҙы күреп борсолам. Бындай атыш-үлтерешкә ҡоролған уйындарына тиҙ генә ҡыҫылып, әңгәмә ойоштороп, аңлатып, иғтибарҙарын икенсегә йүнәлтә һалырға тырышам.
Телефондан айыра алмағас, беҙ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн электрон ҡушымта эшләнек: унда 16 тема тәҡдим ителә, балалар баҡсаһында өйрәнгән буйынса өйҙә атай-әсәй менән бергә белемде нығытырға мөмкин. Сөнки был балаларға китаптар таратып биреп ҡайтарһам, уны уҡып килеүҙәре икеле. Ә бына телефонда ултырғанда файҙалы контент ҡарай алалар. Ҡушымтала "Урал батыр" эпосы геройҙары балаларға төрлө "эштәр ҡуша". Унда яуаптарҙы тауышты яҙҙырып, һүрәт төшөрөп бирергә була, әйберҙәрҙең ишен табырға мөмкин. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр ваҡыт табып, балалар менән ултыра, ҡайһылары юҡ. Шулай ҙа аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Башҡорт балалар баҡсаһы булһаҡ та, беҙгә йәшәгән урындары буйынса төрлө милләт балаларын алып киләләр, шуға уларҙың ата-әсәләре алдында башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеген дә дәлилләргә тура килә. Ҡаршы килеүселәр юҡ, әңгәмәләшергә һәм уртаҡ тел таба белергә генә кәрәк. Шуға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнеп йөрөгән балаларыбыҙҙың да күҙгә күренерлек уңыштары бар, шөкөр. Былтыр шул балалар "Баш ҡала йондоҙсоҡтары" тигән конкурста "Ҡарабай" башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, шул тиклем матур килеп сыҡты. Көндәлек эшебеҙҙең һөҙөмтәһен конкурстар аша күрһәтеп торабыҙ ата-әсәләргә.
Балаларыбыҙҙы йәнһүрәттәрҙән, интернеттан инде йолоп алып булмай, шуға үҙебеҙгә ошо сығанаҡтарға "үтеп инергә" күптән ваҡыт. Был эш әлегә күберәк энтузиастар, "Үҙемә һәм балама кәрәк" тигән йәштәр иңенә төшә. Киләсәктә дәүләт тарафынан күберәк иғтибар бүленеп, ошо тәңгәлдә юғары кимәлдә эш йәйелдерелһә ине. Әле беҙ Татарстандың балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәр өсөн эшләнгән ҡулланма материалдарын күреп, хайран ҡалып ҡайттыҡ. Уларҙың кескәй балалар өсөн эшләнгән проекттары шул тиклем күп төрлө, бай. Беҙҙә лә бара ул был тәңгәлдә эш, шулай ҙа күршеләрҙән арттараҡ ҡалабыҙ һымаҡ тойолдо.

Ата-әсәләргә әйтергә теләгән һүҙҙәрегеҙ ниндәй булыр?

- Барыһы ла беҙҙең ҡулда. Үҙеңдең башҡортлоғоңдо, туған телеңде, рухыңды, мәҙәни байлығыңды күңел түрендә һаҡларға кәрәк. Йәмғиәттә биләгән урыныңа, һөнәреңә, белемеңә ҡарамайынса, туған илебеҙгә ҡарата балаларыбыҙҙа һөйөү тәрбиәләү мөһим. Сөнки атай-әсәйҙән тыш, был тойоғоно башҡа берәү ҙә бала күңеленә һала алмай. Ә киләсәгебеҙ - балаларыбыҙ ҡулында, ул тыныс, яҡты, бәхетле, аяҙ күкле булһын өсөн беҙ, ата-әсәләр, бө-гөн тырышырға тейеш.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әлиә Риза ҡыҙы Ишдәүләтова үҙе тураһында һөйләп: "Балалар баҡсаһына йөрөгәнемдә - тәрбиәсе, мәктәптә уҡығанда - уҡытыусы булырға хыялландым", - тине. Ваҡытында үҙенең педагогтарына ғашиҡ булып, тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, артабан үҙен балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең йөрәгенә башҡортлоҡ рухы һалыуҙа тапҡан ул һәм бөгөн үҙе лә тәрбиәләнеүселәре өсөн үрнәк, яратҡан тәрбиәсе. Илебеҙҙең киләсәге бына шундай педагогтар ҡулында булыуын сағылдырған Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеү яулауы ла юҡҡа ғына түгел, артабан да уға уңыштар һәм һөнәри үҫеш теләйбеҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru