«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮМЕРЕ - КҮМЕР, ҒҮМЕРЕ МӨҺИМ
+  - 

Өйҙә һыу таҙартҡыс булһа ла, шунан ағыҙып алынған һыуҙы ҙурыраҡ банкаға тултырып, бер нисә төймә аптека күмере һалып ултыртырға ғәҙәтләнгәнмен, сөнки таҙартҡыс кувшиндың кассетаһына әллә ни ышаныс юҡ. Күмер иһә һыуҙы өҫтәмә рәүештә органик ҡатышмаларҙан, хлорҙан таҙарта, тәмен яҡшырта, һыуҙы йомшарта. Былтыр күп итеп алып ҡуйған күмер бөтөп китте. Аптекаға барып, тиндәремде әҙерләп торһам (сөнки былтыр күмерҙең 10 төймәлеһе ни бары - 8, ә 50 төймәле ҡабы 20-30 һум тора ине), һатыусы минән бер ҡап өсөн... 78 һум һорай! Дарыуҙарҙың ҡиммәтләнгәне билдәле ине инде, әммә күмерҙең күмеренә ике тапҡырға хаҡ арттырыу минең өсөн көтөлмәгән аяҡ салыуға тиң булды.

Ярай, күмере - күмер, ваҡ мәсьәлә, тиер берәү, ә бит ошо факт ҡына ла дарыу препараттарының ни дәрәжәлә ҡиммәтләнеүен сағыштырырға мөмкинлек бирә түгелме? Ике-өс тапҡырға! Бәлки, унан да артып киткән осраҡтар барҙыр әле. Ләкин әлеге күмер бит кеше ғүмере өсөн мөһим препараттар иҫәбенә инмәй, сөнки ул, дөрөҫөн әйткәндә, дарыу ҙа түгел, ә ниңә уға ла икеләтә хаҡ ҡуйырға - аңлашылып етмәй. Ә ниңә кеше ғүмере өсөн кәрәкле, мөһим дарыуҙарға күпләп хаҡ арттырыла? Бындай сәйәсәттең кешелекһеҙлеге нигеҙендә нимә ята? Былтыр ғына әле фармацевтика тармағы эксперттары "50 һумға тиклемге" хаҡ категорияһын билдәләгән булһа, бөгөн ундай категория юҡҡа сыҡты: 50 һумға тиклем түгел, 100-200 һумға ла бер ниндәй ҙә дарыу һатып алыу мөмкин түгел.
Рәсәйҙә бер ҡап дарыу хаҡы шул тиклем тиҙ үрләй, хатта сит ил препараттары хаҡын ҡыуып етеп, үтеп тә китте, ти аналитиктар. Мәҫәлән, беҙҙә бөгөн бер ҡап дарыуҙың уртаса хаҡы 337 һум булып, был былтырғыға ҡарағанда 16 процентҡа артығыраҡ. Ә сит ил дарыуҙары 14 процентҡа ҡиммәтләнде. Сит ил фармацевтика сеймалынан (субстанция) етештерелгән дарыуҙарға айырыуса былтыр хаҡтар күпләп арта башлаған, сөнки күпселек компоненттар 40-100 процентҡа ҡиммәтләнгән. Быйыл кеше ғүмере өсөн мөһим булған дарыуҙар (ЖНВЛП) хаҡы - 3,3, ә был исемлеккә инмәгән препараттар хаҡы 4,1 процентҡа артҡан.
Дарыу ҡиммәтләнеүгә ҡарамаҫтан, ошо араларҙа рәсәйҙәр күпләп дарыу һатып ала башлаған, имеш, сөнки 2025 йылға уғата фантастик хаҡтар вәғәҙә итәләр, тип яҙа Новые Известия порталы. Был ғауғаға күп йәһәттән һаман да шул экономиялауҙан башҡаны белмәгән Финанс министрлығының проекты нигеҙендә сығарыласаҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡарары сәбәпсе булған. Әлегә проект рәүешендәге был ҡарар бойомға ашырыла ҡалһа, Рәсәй фармацевтика баҙарында сит ил препараттарын сикләүҙәре ихтимал. Ә бының һөҙөмтәһе, билдәле, тап шул дарыуҙар менән дауаланыусыларҙы ауыр һәм хатта хәүефле хәл алдына ҡуя.
Бер яҡтан, әлбиттә, ватан фармакологияһын үҫтерергә тырышыу бик мөһим бурыс, ләкин Рәсәй фармацевтика сәнәғәте илдәге дарыуға булған бөтөн ихтыяжды ла ҡәнәғәтләндерә алмай бит. Был хаҡта түбәндә килтерелгән факт та яҡшы һөйләй: илдең 70 төбәгендә йөҙләгән төр атамалағы дарыуҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Һәм был препараттар кеше ғүмере өсөн бик мөһим иҫәпләнә, сөнки улар яман шеш һәм диабет сирлеләр өсөн кәрәк. Өҫтәүенә, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссияһы бушлай бирелә торған күп дарыуҙарҙы ғүмер өсөн мөһим препараттар иҫәбенә индермәгән. "РФ табиптары" һөнәри берекмә ағзалары менән үткәрелгән һорауҙарға яуаптарҙан күренеүенсә, илдә әле үк 400-ҙән ашыу дарыуға ҡытлыҡ күҙәтелеүе билдәләнә, шуларҙың 74-е ғүмер өсөн мөһим. Табиптар антибиотиктарға, инсулинға, шулай уҡ депрессияға, эпилектик сирҙәргә, тартышыуға ҡаршы һәм ҡан баҫымынан дарыуҙарға ҡытлыҡ булыуын билдәләй. Ҡайһы бер препараттарға ҡытлыҡ тыуыу ихтималлығы, хаҡтар ҡиммәтләнеүе һәм шуға бәйле уларҙы һатып алыу өсөн ҡаҙна сығымдарының артыуы сит ил дарыуҙарын сикләүҙең кире һөҙөмтәһе буласаҡ, ти бер ауыҙҙан фармацевтика буйынса эксперттар.
Әле ғәмәлгә ашырылмаған был проект менән ризаһыҙлыҡ белдереүсе айыҡ аҡыллыларҙың булыуы күңелде йылыта. Мәҫәлән, Пациенттар йәмәғәтселек берлегенең Бөтөн Рәсәй союзы проектҡа ҡаршы фекерен белдереп, РФ Хөкүмәтенә хат ебәрҙе һәм уйланмаған ҡарарҙың иҡтисади, шулай уҡ социаль йәһәттән ниндәй хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте. Рәсәй дарыу препараттары етештереүселәр ассоциацияһы, шулай уҡ Фармацевтика компанияларының халыҡ-ара ассоциацияһы ла Рәсәй Хөкүмәтенә проект буйынса ризаһыҙлыҡтарын дәлилләп мөрәжәғәт итте. Был ҡарарҙың иң хәүефле һөҙөмтәһе шул буласаҡ: ул дарыу ҡытлығы килтереп тыуҙырыуы ихтимал. Әле бөгөн үк пациенттарҙың күпләп дарыу һатып алыуҙары күҙәтелә, сөнки халыҡ, айырыуса хроник сирлеләр фармацевтика баҙарының көтөлмәгән ҡылыҡтарынан биҙерәп бөткән: йә теге-был препарат юғалып тора, йә һатыуға хаҡтары артып килә. Бөгөнгө көн, бигерәк тә тажзәхмәт сиренән һуң хроник ауырыуҙар күбәйеп киткән осорҙа, хөкүмәт, моғайын да, бындай популяр булмаған сараға йөрьәт итмәҫтер, тип ышанғы килә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 70

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru