«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ДРОНДАРЫ ОСА
+  - 

Украина Рәсәй күгенә дрондар осороуын дауам итә, уларҙың һаны тәүлегенә йөҙҙән ашып китә. Мәҫәлән, 29 сентябргә ҡарай төндә Рәсәй төбәктәре өҫтөндә 125 осоусы аппарат бәреп төшөрөлдө, тип хәбәр итә РФ Оборона министрлығы: Волгоград өлкәһендә - 67, Ростовта -18, Воронеж һәм Белгород өлкәләрендә - 17-шәр, Курск, Брянск һәм Краснодарҙа берәр дрон юҡ ителде.

Ә беҙҙекеләр ни эшләй? Әйткәндәй, ошо йылдың 23 авгусында Уралда дрон етештереү заводы эшләй башланы. Ул ошоға тиклем Свердловск энтузиастар төркөмө тарафынан эшләнгән һәм тиҙ арала легендаға әүерелгән "Упырь" камикадзе дронын етештереү нигеҙендә барлыҡҡа килде. Зур күләмдәге боеприпас алып йөрөтөргә һәләтле "Упырь" дошман блиндаждарына осоп инә, Днепрҙа хәрәкәт иткән дошман десанты кәмәләрен юҡ итә, танкыларҙы шартлата. Ошоға тиклем "Упырь" һуғыш яланында Американың Abrams танкыһын, Украинаның бер нисә бронетехникаһын юҡ итте. Сентябрҙә был пилотһыҙ аппаратты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡараны. Үҙәк хәрби округ подразделениелары сериялы рәүештә сығарылыусы ошо дрондарҙы файҙалана. Әлеге ваҡытта Уралдронзавод "Упырь" дрондары проектын файҙаланып, ауыр хәрби дрондың "Бердыш" тигән яңы модулен сығара башлаясаҡ. Ул 20 кг йөк алып йөрөй һәм 25 км араға оса ала. Әлеге ваҡытта ул полигонда һынау үтә. Был осоусы аппараттарҙы "халыҡ дрондары" тип тә йөрөтәләр, сөнки уларҙы етештереү өсөн аҡсаны telegram-канал подписчиктарынан да йыялар, улар хәҙер 700 меңләгән кеше, тип яҙа URA.RU порталы.
Халыҡ-ара хәлдәргә ҡарата иң тәүҙә шуны билдәләргә мөмкин: РФ Сит ил эштәре министры Сергей Лавров Нью-Йоркта булып ҡайтты. 28 сентябрь бында ул БМО-ның 79-сы Генераль Ассамблеяһында ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Мәғлүм булыуынса, 23 сентябрҙә Израиль армияһының Бейрутҡа һөжүме һөҙөмтәһендә Ливандың "Хизбулла" ("Аллаһ партияһы") хәрби-сәйәси партияһының генераль секретары Хәсән Насралла менән уның 30-лап арҡаҙашы һәләк булды. Ошо айҡанлы Сергей Лавров "Хизбулла" лидеры һәләкәтен сәйәси үлтереү тип атаны һәм Израиль армияһы ысулдарын террористик актҡа тиңләне. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән АҠШ иңенә лә яуаплылыҡ ятыуын билдәләп, Ливанға ҡарата алып барылған был енәйәттең кисекмәҫтән тикшерелергә тейешлеген талап итте. "Палестинаның тыныс халҡын Америка ҡоралы менән үлтереүҙәргә сик ҡуйырға һәм палестиндарҙың үҙбилдәләнешкә законлы хоҡуҡтарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итергә кәрәк. Американдарҙың һәр ваҡыт бөтә нәмәне лә инҡар итеүен һәм килеп сыҡҡан факттарҙы йомоп ҡалдырыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәктәрен беҙ аңлап торабыҙ. "Северные потоки" газ үткәргесенә ҡарата ҡылынған терактҡа мөнәсәбәттәрен фашлауға яуап итеп, тап шулай эшләнеләр ҙә инде",- тип белдерҙе Сергей Лавров.
Иран президенты Масуд Пезешкиан раҫлауынса, Насралланы үлтерергә АҠШ-тан команда бирелгән һәм Вашингтон был яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ. Төркиә Президенты Реджеп Эрдоган белдереүенсә, Израилдең геноцид сәйәсәте хәҙер Ливан менән уның халҡына йүнәлтелә. "Ҡорал һәм боеприпастар менән тәьмин итеп, башынан һыйпап торған көстәр барҙа, Израиль хөкүмәте киҫекһеҙләнә бара",- тине Төркиә лидеры һәм БМО Хәүефһеҙлек советын Израилгә ҡарата саралар күрергә саҡырҙы. Һәм тағы. Сит ил мәғлүмәт саралары яҙыуынса, Зеленскийҙың АҠШ-ҡа визиты Киевта көтөлгән һөҙөмтәләр бирмәне. Зеленскийҙың "Еңеү планы" хупланманы, Рәсәй төпкөлөнә һөжүмгә рөхсәт бирелмәне. Бындай уңышһыҙлыҡтың Украинала эске сәйәси эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Сәйәси даирәләрҙә Украинала һайлауҙар ихтималлығы хаҡында имеш-мимештәр йөрөй.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru