«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙҒА АЛТЫНСЫ УЙЫМ КӘРӘКМӘЙ...
+  - 


Берәүҙекенә лә оҡшамаған, донъяға ҡараштары тик үҙҙәренсә булған, замандан алдараҡ та атлаған, насар ҡылыҡтарҙан азат булған, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн йән атып йәшәгән һәм эшләгән Ейәнсура районының аҫыл ир-уҙамандары: алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, педагог-новатор, фәйләсуф яҙарман Наил ЮЛДАШБАЕВ менән үҙе режиссер ҙа, үҙе актер ҙа булараҡ "Бер актер театры" оҫталығына эйә Радмир ДӘҮЛӘТБӘКОВ менән күптән осрашырға хыяллана инек. Хыялыбыҙ, ниһайәт, тормошҡа ашты. Улар менән күрешеп, заман, ил, халыҡ яҙмышы хаҡында ихлас әңгәмә ҡороу бәхетенә ирештек.

Наил, Радмир, һеҙ фекерләү кимәлегеҙ буйынса әллә ҡасан Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Кама, Волга йылғаларында, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәрҙә йөҙә торған шәхестәрһегеҙ. Ә һеҙ һаман тыуған яғығыҙҙа йәшәйһегеҙ. Һүрәм, Ҡаҫмарт, Өҫкәлек йылғаларын быуып ултырабыҙ, тип уйламайһығыҙмы? Ваҡытында Ғилман Ишкинин менән Азамат Юлдашбаев оҙаҡ ваҡыт районда йәшәгәндән һуң Өфөгә килде. Улар баш ҡалаға килгәндән һуң үҙҙәрен ҙурыраҡ кимәлдә аса алдылар. Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр баш ҡаланы яулаған яҡташығыҙ, күренекле әҙибәбеҙ Гөлсирә Ғиззәтуллина Өфөнән ауылға кире йәшәргә ҡайтты. Эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә, ауылда йәшәп ижад та итә. Үҙегеҙҙе ҙурыраҡ кимәлгә сығырға кәрәк тип уйламайһығыҙмы? Әллә Флоберҙең: "Үҙенең кимәлендәге мөхиттән ситтә булған һәр бер талант һүнә", - тигән хәҡиҡәти һүҙен аҡыл итеп алғанһығыҙмы?

Радмир:
Заман һулышы хәҙер интернет, башҡа төрлө бәйләнеш саралары менән тығыҙ бәйле. Элек аралашыуҙың ундай мөмкинлектәре булманы. Беҙ хат аша аралаша торғайныҡ. Хаттың хәрәкәт тиҙлегенә ҡарап, башҡарған ғәмәлдәребеҙ менән күп нәмәгә һуңлай ҙа инек. Бөгөн телефон аша шылтыратып, хатта күҙгә-күҙ ҡарап аралашып була. Бөгөн мин, ауылда йәшәгән көйгә, Томас Римастың парадокстарға, метафораларға, символикаға ҡоролған ижады менән ҡыҙыҡһынам. Бөгөн мин ҡала кешеһенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәкмен. Сөнки мин саф һауала, иркендә йәшәйем, ҡыҫыҡлыҡты тоймайым. Ҡала кешеһе был йәһәттән, нисектер, быуылып ятҡан һымаҡ. Гөлсирә апай, аҡыллы булғас, ҡаланың иректе сикләүенән арыныр өсөн ауылына кире ҡайтты. Ғилман, Азамат ағайҙар тәндәре Өфөлә булһа ла, күңелдәре менән был яҡҡа тартылып йәшәнеләр һәм йәшәйҙәр. Ғилман ағайҙың ғүмере ҡаланан тыуған яҡҡа ашҡынып ҡайтып килгән саҡта өҙөлдө. Был да осраҡлы түгелдер тип уйлайым.
Наил: Йәш ваҡытта миндә Өфөгә, Мәскәүгә, мәҙәни үҙәккә тигән ынтылыш була торғайны. Бөгөн иһә мин ҡайҙа йөрөйөм, шунда Ерҙең үҙәге, шунда цивилизация һымаҡ. Элек, нисектер, донъяның төп ваҡиғалары мотлаҡ Өфөлә, Мәскәүҙә барған һымаҡ тойола ине. Хәҙер ундай тойғонан ҡотолдом. 45 йәшкә тиклем кеше ҡайҙалыр ынтылып йәшәй, хәҙер инде минең ундай мөмкинлектәрем юҡҡа сыҡты һәм мин тыуған яғымда туҡталып ҡалдым. Балыҡҡа йөрөйөм, балыҡ ҡаптырыуҙан бигерәк, йылға, күл буйында уйланырға яратам. Бигерәк тә иртәнге тынлыҡ миңә оҡшай. Шул уҡ ваҡытта балаларым Өфөлә йәшәгәс, унда ла барып ҡайтҡылайым. Миңә унда ла оҡшай. Тәбиғәт, ауыл - өҫтә, ҡала - аҫта, тигән ҡараш миндә бөтөнләй юҡ. Миңә күмәк кешеләр менән аралашыуы оҡшай, рәхәт, шул уҡ ваҡытта үҙем генә тороп ҡалһам, тағы ла рәхәтерәк. Аҙна буйына өйҙә бер үҙем ултырһам да, үҙемде насар тоймайым...

Шул уҡ ваҡытта тыуған яҡта йәшәүҙең яуаплығы ла ҙурҙыр. Сөнки миллионлы ҡалала йөрөгәндә һине бер кем дә танымай. Танымағас, һинең хәрәкәтеңә, ғәмәл-ҡылыҡтарыңа иғтибар итеүсе лә юҡ. Ә ауылда үҙеңде барыбер ҙә контролдә, бер сиктә, йәғни ҡалыпта тоторға тура килә...

Наил:
Сик - ул тышҡы билдә, ә минең сигем - эстә. Миңә "Һин яуаплы булырға тейешһең!" тип тыштан әйтәләр. Ә минең яуаплылыҡ эстән ҡысҡыра. Әйтәйек, мин балыҡ ашап ултырам, ул балыҡ мин бит ул. Урманды һаҡларға кәрәк, ул урман да - мин. Үпкәмдең яртыһы, ана, ағаста эленеп тора, сөнки ул миңә һауа бирә. Ошонда минең халҡым, туғандарым йәшәй, балаларым - минең киләсәгем. Был оло яуаплылыҡ. Хәҙер ошо йәшебеҙгә еткәс, ниндәйҙер кимәлдә халыҡ беҙгә ҡарап тора. Радмир: Ауылдарҙа концерт, спектакль ҡуйғанда, тамада булып эшләгәндә, мин үҙемдең туғандарым араһында яуаплылыҡты икеләтә-өсләтә тоям. Ни өсөн? Сөнки туғандарың һине бар яҡтан да белә, улар алдында ҡыланып, үҙеңде йәшереп булмай. Барыбер ҙә һине үтәнән-үтә күрәләр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, бер генә бирелгән ғүмереңде дөрөҫ итеп йәшәүең - иң ҙур яуаплылыҡтыр. Сөнки баҡыйлыҡҡа күсеп, Хоҙай алдына барып баҫҡас, барыһы өсөн дә яуап бирергә тура килә. "Яуаплылыҡ" һүҙенең тамырында ла "яуап" ята бит.

Һуңғы ваҡытта барыбыҙҙы борсоған бер күренеш барлыҡҡа килде. Хатта төпкөл ауылдарыбыҙҙа ла балаларҙың теле урыҫса асыла. Күптәр бында телевизорҙы, кеҫә телефондарын ғәйепләй. Мәсьәлә тик шуларҙа ғына микән? Был бик ҙур проблема, уны нисектер ҡапыл ғына хәл итеп тә булмаған һымаҡ та. Әммә кем кем, беҙ, ошо проблемаларҙы милләттең киләсәгенә бәйләп борсолғандар, ҡулды төшөрөргә тейеш түгел. Нимәләр эшләргә була тип уйлайһығыҙ?

Радмир:
Беҙ һәр ваҡыт кемдәндер нимәлер көтәбеҙ. Дәүләт нимәлер эшләр тип көтөү ҙә дөрөҫ түгел. Туған тел мәсьәләһе буйынса башҡорт йәмәғәтселеге ойошорға, ҡарарҙар ҡабул итеп, уларҙы тормошҡа ашыра башларға бурыслылыр. Был йәһәттән ойошоу күҙәтелә, тик һиҙелерлек саралар тойолмай. Шул арала бер нисә быуын туған телен белмәй быуын нығыта. Ул быуын вәкилдәре үҙҙәре атай, әсәй булғас, туған телдәрен үҙ балаларына нисек өйрәтер икән? Бер ваҡыт беҙ ун егет тупланып, шундайыраҡ ҡарарҙар ҙа ҡабул иткәйнек. Әйтәйек, уныбыҙҙың береһендә һарыҡтар бар икән, ҡалғандар унан ғына алырға тейештәр. Башҡа тауарҙар, проблемалар буйынса ла шундай уҡ принцип. Әгәр ҙә минең балымды туғыҙ кеше һатып алһа, мин финанс йәһәтенән күтәрелеп ҡалам. Тағы ла уныбыҙ ҙа үҙебеҙҙең туғандарҙы әйҙәһә, бер-береңде күтәреү пирамидаһы барлыҡҡа килә. Бына мин тыуған ауылымда ер алып, фермерлыҡ эшен башлағайным, шунда уҡ ҡырын ҡараусылар барлыҡҡа килде. Был йәһәттән Гөлсирә апай үҙенең уңышһыҙ эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе тураһында һөйләгәне бар, яҙып та сыҡты. Минеңсә, беҙгә был йәһәттән ҡырҡа үҙгәрергә кәрәк. Әгәр ҙә ауылдарҙа йәшәүселәр бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы мөхиткә ойошһа, бер лөғәттә аралашһа, тел мәсьәләһен дә ыңғай юҫыҡҡа бороу ҡыйын булмаҫ ине. Балаларҙың теле үҙебеҙсә асылһын өсөн уларҙың ата-әсәләренең бер-береһен ихтирам иткән, туған тел проблемаһы менән янып йәшәгән мөхите кәрәктер. Ә бит балалар өлкәндәргә ҡарап үҫә.
Наил: Туған телебеҙ өсөн борсолоп йәшәүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Һәр районда кәмендә ун кеше ошо мәсьәлә менән көнө-төнө янып йәшәй, көрәшә, ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡара. Халыҡҡа телдең функцияһы, шәхес тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Кемдәрҙер беҙгә килеп, ошо телдә һөйләшһендәр, тип өйрәтмәгән бит туған телебеҙҙе. Телебеҙ тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән. Тел кешелә аңды, аҡылды, фекерләүҙе формалаштыра. Литвала биш-алты йыл элек телде һаҡлау буйынса митингылар күп булды. Унда урыҫ мәктәптәрен яба башлағайнылар, халыҡ күтәрелде. Митингыларҙы федераль каналдарҙан күрһәттеләр. Шул ваҡытта психолингвистар сығыш яһаны. Уларҙың фекеренсә, әгәр ҙә бала үҙ телендә уҡымай икән, уның фекерләүе барлыҡҡа килмәй. Шул саҡ был мәсьәләне бар халыҡ аңлар тип ҡыуанғайным, береһе лә быға иғтибар итмәне. Урыҫ балалары үҙ телендә уҡымаһа, фекерләүҙәре формалашмаһа, башҡа милләт балалары ла шундай уҡ хәлдә бит. Рәсәйҙә бөгөн йөҙҙән ашыу милләт үҙ телендә уҡымай, бының балаларҙың психикаһында нисек сағылыш тапҡанын ниңә ғалимдар өйрәнмәй икән? Тикшермәйҙәрме, әллә тикшереп тә әйтмәйҙәрме? Үҙ ваҡытында психолог Леонид Выготскийҙың "Телмәр һәм фекерләү" тигән ҙур хеҙмәте булды. Донъя кимәлендә беҙҙең илдең психологы итеп уны ғына беләләр. Ул һәр милләттең менталитеты тураһында ғилми эштәр зарурлығы хаҡында белдергәйне. Шуны әйтте лә, 38 йәшендә генә вафат булды. Әллә ауырып үлдеме, әллә ошо фекере булышлыҡ иттеме? Шунан алып был теманы күтәргән кеше юҡ.
Туған телдең кеше психикаһына тәьҫире хаҡында сит ил ғалимдарының хеҙмәттәре барҙыр инде ул. Литвалағы хәлдәрҙән һуң психолингвистика өлкәһендә хеҙмәттәр яҙыусылар шундуҡ барлыҡҡа килде. 90 процент милләт беҙҙә үҙ телендә уҡымай. Башҡорттар, татарҙар, удмурттар, якуттар араһында ла ундайҙар бар. Халыҡтың күпселек өлөшөнә туған телдә уҡыу бөтөнләй кәрәкмәй. Улар минең балам үҫер ҙә, берәр һөнәр алыр ҙа, магазин асыр ҙа, байманлыҡта йәшәр тип уй йөрөтә. Башҡорт балаларының урыҫ класында уҡыуына ҡарайым да, күпме буласаҡ шәхестәребеҙҙең юҡҡа сығыуын күҙаллайым. Урыҫ мөхите "комбайны" беҙҙе ашай. Беҙҙә 1974 йылда асылған 2-се мәктәптә гел урыҫса уҡыттылар. Унда башҡорт класы бөтөнләй булманы, әммә, асылда, башҡорт балалары белем алды. Ул иң яҡшы мәктәп һаналды, әммә башҡорт милләтенән булған бер ғалим да, яҙыусы ла юҡ. Ә беҙҙең райондан сыҡҡан ғалимдар, яҙыусылар Үтәғолда, Иҙәштә, Байышта, Ибрайҙа, Муйнаҡта, Үргендә, Мәзиттә, Абзанда башҡорт мәктәбен тамамлаусылар. Ә Иҫәнғолдоң иң маҡталған мәктәбенән берәү ҙә юҡ. Ижади шәхестәре генә түгел, унан етәкселәр ҙә сыҡмаған. Унан инженер-техник хеҙмәткәрҙәр йәғни урта кимәлдәге белгестәр сыға. Әсә теле - ул тәбиғи тел, ижади фекерләү - ул тәбиғи фекерләү. Һәр бала ижадсы булып тыуа, әгәр ҙә туған телен белмәһә, был тәбиғәт ҡануны емерелә, юҡҡа сыға. Әсә телендә һөйләшкән кешенең фекерләүе һығылмалы була.

Федераль кимәлдә, Мәскәүҙән тороп туған телдәрҙе уҡытыуҙы сикләргә була, әммә ғаилә менән бер кем дә идара итә алмай. Уның үҙ ҡанундары, үҙ конституцияһы, үҙ туған теле, йолаһы. Ғаилә ҙур потенциалға эйә. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?

Наил:
Мин үҙ ғаиләмә шундай шарт ҡуйҙым: "Өйөбөҙ - башҡорт утрауы, унда тик башҡортса һөйләшәһегеҙ, ә тышта үҙегеҙ ҡарағыҙ..." Ҡыҙым медицина университетын тамамланы, хәҙер ҙур ғына компанияла эшләй, ҡайһы ваҡыт Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ебәреүемде һорай. Ул башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрен ҡымыҙ һымаҡ эсә. Улым радиоэлектроника өлкәһендә хеҙмәт итә. Аспирантура тамамланы, башҡорт телендә иркен аралаша. Әйткәндәй, улым 2007 йылда Башҡорт дәүләт университетының радиофизика һәм электроника бүлегенә ике имтихан биреп инде: береһе - физика, икенсеһе - башҡорт теле. Ул саҡта бындай мөмкинлек бар ине. Былар барыһы ла үҙ ғаиләмдә ҡуйған шарт ярҙамында килеп сыҡты. Ғаилә - туған телде һаҡлаусы бер институт ул.
Радмир: Мин үҙемдең балалар театрына йөрөүселәргә: "Әгәр ҙә һеҙ туған телегеҙҙе белһәгеҙ, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк телдәре кеүек бик күп телдәрҙе аңлаясаҡһығыҙ", - тип йыш ғына әйтәм. Беҙ күп осраҡта балаларҙың туған телен белмәүен "Ул аңлай ул" тигән һылтау менән ҡапларға тырышабыҙ. Йәнәһе, аңлауы ҙур мәртәбә. Аңлауын аңлай ҙа, ҡасан һөйләшер һуң?
Мин йыш ҡына Урта Азия, Кавказ халыҡтарының урыҫ телендәге акценттарына иғтибар итәм. Хатта шул акценттарына ҡарап ҡына ла уларҙың ниндәй милләттән булыуҙарын билдәләп була. Ҡыҙыҡ, башҡорттоң урыҫса һөйләшеүендәге акценты нисегерәк яңғырай икән? Ни өсөн тигәндә, бында психологик мәл бар. Беҙ үҫкән саҡта хатта шул акцентыбыҙҙан ҡурҡып, оялып, урыҫса һөйләшмәй, юғалып ҡала торғайныҡ. Әгәр ҙә акцентыбыҙ булһа, үҙебеҙҙең башҡорт икәнлегебеҙҙе һөйләшеүебеҙҙән ук танытыр инек, тимәксемен.

Һуңғы ваҡытта ауылдар ғына түгел, совет осоронда илде индустриялаштырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән ҡалалар яйлап юҡҡа сығырға мөмкин тиҙәр. Ҡалаларҙың үҙ проблемалары, ә бына ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға була тип уйлайһығыҙ? Беҙҙең республикала ауылды һаҡлау милләтте һаҡлауға тиң проблема...

Наил:
Әгәр ҙә капитализм ныҡлап үҫешә башлаһа, ауылдар яйлап кәмейәсәк. Был тәбиғи процесс. Японияла, мәҫәлән, дөйөм халыҡтың 0,3 проценты ауылда йәшәй. Америкала - 5, Англияла - 5, Францияла 11 процент халыҡ ауылда көн күрә. Беҙҙә совет осоронда 40 процент халыҡ ауылда йәшәй ине, хәҙер иһә 27 процент. Илебеҙҙә һәм донъяла барған һуңғы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә оҙаҡ ваҡыт илебеҙҙең сиген ябып йәшәргә тура киләсәк. Тимәк, илде туйындырыу өсөн, совет осорондағы һымаҡ, ниндәйҙер ауыл хужалығы предприятиелары кәрәк буласаҡ. Был үҙ нәүбәтендә кешеләрҙе ауылға ылыҡтырасаҡ.
Беҙҙең илдә оҙаҡ ваҡыт крепостнойлыҡ хөкөм һөргән, ул үҙ нәүбәтендә ауылдарҙы һаҡлауға булышлыҡ иткән. Колхоз системаһы ла ниндәйҙер кимәлдә шул сәйәсәттең дауамы булды, йәғни крәҫтиәндәргә паспорт бирелмәүе уларға ауылды ташлап китеү мөмкинлеген сикләне. Ауылдарҙа клубтар, мәктәптәр, медицина пункттары асылды. Беҙҙең Ейәнсура районында ғына кешегә ятып дауаланыу өсөн өс дауахана эшләне ул йылдарҙа.
Радмир: Ауылдарҙың юҡҡа сығыуына технологик процестың үҫеше лә булышлыҡ итә. Элекке менән сағыштырғанда хәҙер 5 техниканы - 1, биш кешене лә 1 кеше алыштыра. Минеңсә, ауылды йәшәтер өсөн уның иҡтисадының яңы модулен уйлап табырға кәрәктер. Бының өсөн ауылда етештерелгән тауарҙы һатыр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим.
Совет осоронда дәүләт ауылға ҡаланы туйҙырған өсөн генә түгел, ауыл демографик мәсьәләне хәл иткән өсөн дә дотация бүлде. Ҡалала демографик үҫеш 0 процентҡа тиң. Сөнки ҡалала балалар һаны классик рәүештә 2-гә тиң. Бик һирәк ғаиләләрҙә 3 бала бар, әммә бер балалы ғаиләләрҙе иҫкә төшөрһәк, дөйөм балалар һаны барыбер ҙә 2 булып ҡала. Ә ауылдарҙағы ғаиләләрҙә балалар һаны иң әҙе - 3, уртасаһы - 5 бала, иң күбе 8-11 бала ине...
Наил:
Совет осоронда ғына түгел, әле лә ауыл дәүләтте демографик көрсөктән һаҡлап тора. Әммә йәштәрҙең күпләп ҡалаға күсеүе алдағы йылдарҙа хәлде киҫкенләштерәсәк.
Радмир: Кешенең комфортлы йәшәүгә ынтылыуына ла сик ҡуйып булмай. 1982 йылда режиссер Антон Васильев "Матур йәшәүҙе тыйып булмай" ("Красиво жить не запретишь") тигән фильм төшөрә. Шул мәлдән алып "Матур йәшәүҙе тыйып булмай" тигән һүҙбәйләнеш мәҡәлгә әүерелә. Ысынлап та, йәштәрҙең ҡалаға эркелеп барыуында эш урыны эҙләүҙән тыш, ошо маҡсат та ята. Тимәк, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыр өсөн иң беренсе нәүбәттә ауылда эш урындары булдырыу һәм ундағы социаль шарттарҙы ҡаланыҡына яҡынайтыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Тап икенсе маҡсатты тормошҡа ашырыу хәҙер ауылдарҙа күҙәтелә лә инде. Хәҙер ауылда ниндәй генә өйгә инмә, унда санузел ҡуйылған, ванна, раковина, туалет бар. Ә эш урындары булдырыу өсөн дәүләт программалары кәрәк буласаҡ. Һеҙ әйткәнсә, әгәр ҙә дәүләт демографик мәсьәләне хәл итеп, үҙен һаҡлап ҡалырға теләһә, был аҙымға барырға бурыслы. Шунһыҙ, тик гастарбайтерҙар иҫәбенә генә демографик мәсьәләне хәл итергә ынтылыу дәүләтте эске яҡтан тарҡатыуға алып киләсәк. Йәғни, ситтән килеүселәр иҫәбе киҫкен сиккә етһә, улар үҙҙәренә дәүләт тарафынан нығытылған хоҡуҡ даулап, урамдарға сығасаҡ.

Нисек уйлайһығыҙ, хәҙерге еңел булмаған, әммә йәшәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән тормошта заман башҡорто ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ул бер үк ваҡытта башҡортлоғон да һаҡларға, икенсе яҡтан ҡарағанда, замандан да артта ҡалмаҫҡа бурыслы бит инде...

Радмир:
Мин балалар театры түңәрәген алып барам. Мин уларға: "Һеҙҙе бөтә донъя белергә тейеш. Әммә һеҙ донъя кимәлендә фәҡәт милли булмышығыҙ менән балҡый алаһығыҙ", - тип әйтәм йыш ҡына. Шулай ҙа беҙгә йәһүдтәр кеүек тә булырға кәрәктер.
Ә бит, йәһүдкә оҡшайбыҙ тип, асылды үҙгәртһәк, башҡорт булыуҙан туҡтайбыҙ...
Наил: Һәр башҡорт үҙен үҫтерергә бурыслы. Бының өсөн үҙен өйрәнергә, үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш. Әгәр ҙә ул үҙенең һәләттәрен үҫтерә икән, барыбер күрәсәктәр. Беҙ меңәр йылдар буйы тамыр йәйгән ағастың бер өлөшө генә. Мичуринса алма үҫтергән һымаҡ, ботаҡтарыбыҙҙы ҡырҡып ташлап, икенсе ағастың ботаҡтарын үҙебеҙгә ялғап ҡуя алмайбыҙ. Япондар борондан килгән мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тулыһынса һаҡлай. Тап шуның һөҙөмтәһендә бөгөн уларҙың ағасы сәскә атып, емеш бирә башланы. Улар хатта таяҡ менән ашауҙарын да ташламай. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында япондарҙың ғалимдары араһында әлифбаларын үҙгәртергә тәҡдим итеүселәр булды. Ни өсөн тигәндә, япондар иероглифтарын өс йыл өйрәнәләр. Унда ике төрлө ҡараш көрәште: йәштәр латинсаға күсеүҙе хуп күрҙе, әммә аҡһаҡалдары уларға ҡаршы сыҡты. Уларҙың дәлилдәре шулай яңғыраны: әгәр ҙә беҙ яңы әлифҡа, йәғни латин хәрефтәренә күсһәк, 100 йылға артта ҡаласаҡбыҙ, һуңғы сиктә үҙебеҙҙе юғалтасаҡбыҙ. Улар хатта үҙҙәренең үҫешен һаҡлар өсөн һаман да таяҡсалар менән ашай. Таяҡсаларын алтындан эшләргә тәҡдим итһәләр ҙә, улар барыбер үҙҙәренең милли йолаһын бер ваҡытта ла башҡаға алыштырмаясаҡ. Ә беҙ иһә заман модаһынан артта ҡалмайбыҙ тип кейенергә тырышабыҙ. Бер быуат эсендә генә беҙ ике тапҡыр яҙыуыбыҙҙы үҙгәрттек: тәүҙә ғәрәпсәнән латинсаға, шунан кириллицаға күстек. Әлбиттә, беҙ үҙ теләгебеҙ менән күсмәнек, быға мәжбүр иттеләр. Бының менән тарихыбыҙға ишектәребеҙҙе яба яҙҙыҡ. Хәҙер үҙебеҙҙең атай-олатайҙар ғәрәпсә яҙғанды ла уҡый алмайбыҙ, ҡомартҡыларыбыҙҙы сит ил, сит тел сығанағы кимәлендә өйрәнәбеҙ. Был юл, һис һүҙһеҙ, юғалыуға алып киләсәк. Япондар иһә эшкә европаса костюм кейеп бара ла, өйөнә ҡайтҡас, шундуҡ кимоноһын кейеп ала. Беҙ ҙә, әгәр ҙә һаҡланабыҙ тиһәк, үҙебеҙҙең кейемде кейеп, милли ризыҡтарыбыҙ менән туҡланып, үҙебеҙҙең йырҙарҙы йырлап, бейеүҙәрҙе бейеп йәшәп кенә киләсәккә үтә аласаҡбыҙ. Ниңә, мәҫәлән, башҡорт балын донъя кимәлендәге башҡорт бизнесы кимәленә күтәрмәҫкә? Ҡурайға алтынсы уйым кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең милли стерженды һаҡлаһаҡ, үҫтерһәк кенә беҙ ҡасан да булһа тормошобоҙҙо сәскә аттыра алырбыҙ. Ни өсөн япон аҡһаҡалдары латинсаға күсеүҙе 100 йылға артта ҡалыуға тиңләгән һуң? Дөрөҫ, тотош милләт яңы әлифбаға өйрәнгәнсе, 100 йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ, был ваҡыт эсендә донъя халыҡтары 100 йыл алға китәсәк. Хәҙер беҙ кириллицаға өйрәндек, башҡа төрлөгә күсеү хаҡында уйларға ла ярамай.
Радмир: Ҡурайға алтынсы уйымды уйып маташыусылар ҙа бар бит... Эйе, беҙ йортобоҙға реставрация яһау урынына уны нигеҙенә тиклем емереп, алып ташлап, яңы урында, яңы нигеҙгә йорт һалып маташҡан кеүекбеҙ.
Наил: Тырым-тырағайбыҙ. Беҙгә барыбыҙҙы берҙәм итерлек идея, философия кәрәк. Әммә был барыбыҙға ла бер төрлө үҫешергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Унан тыш, һәр ҡайһыбыҙ үҫешһә, дөйөм милләттә үҫеш буласаҡ. Ошо рәүешле бөтә милләтте үҫтереү философияһы барлыҡҡа килер ине.
Мәскәү ниндәй күлдәк кейергә ҡушһа, кейәйек тә, эстән үҙебеҙ булып ҡалайыҡ. Һәр милләттең халҡы өсөн көрәшеп, янып йәшәгән 5 процент самаһы шәхестәре бар. Шул етәлер. Ҡалғандар ҡәҙимге тормош менән йәшәй, әммә улар барыбер ҙә ана шул 5 процентҡа ҡарап тора. Милләттең тәнендәге иммунитетты тәшкил итә ул 5 процент. Беҙгә ниндәй вазифа йөкмәтелгәнен аңлап йәшәйек, егеттәр.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru