«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕЙӘҮ ҮӘ ҠӘЙНӘ (Аҙағы)
+  - 


Егет киске уйын мәлен еткерә алмай бер булды. Уҡып та, ятып та ҡараны. Киске уйынға тиклем дүрт сәғәттән ваҡыт дүрт көндәй тойолдо, пар алмалай ике hылыу күҙ алдынан китмәне. Осрашырға килерме Гөлнур? Әллә ҡарлуғастай етеҙ hәм дә шат, шаян туғанымы?.. Айнур башҡаса түҙеп тора алмай, Асалының зифа ҡайындар үҫкән ял баҡсаhына ҡарай ашҡынып атланы. Fишығы ныҡтың йәне тынысhыҙ инде, мөхәббәте күңеленә hыймай, hөйгәне йәненән артыҡ тойола. Ҡайындар араhында Гөлнурҙы уйлап йөрөй торғас, эңер етеп, мәҙе лә төштө, бейеү майҙансығында уттар ҡабынды, парк йәш-елкенсәк менән тулды. Егет ҡара ҡашын hурып алырҙай булып көттө. Ана, киләләр, икәүләп киләләр! Айнурҙың уларҙан күҙе китмәй, икеhе лә күңеленә ятышлы. Шуға ла ул уңайhыҙланып ҡына:
- Хәйерле кис, ҡыҙҙар, - тигән булды.
- Хәйерле кис. Мин - Гөлназ, йәнәшемдә - Гөлнур. Беҙ - игеҙҙәр, мин бер нисә минутҡа ғына кесемен hәм төҫкә ағыраҡмын. Башҡаса бутама беҙҙе, еҙнәй, - тине лә юҡ та булды шаталаҡ ҡыҙ.
Айнур Гөлнурҙы әйләнеп тә, тыпырлатып та бейергә саҡырҙы, шунан вальсҡа әйҙәне. Икеhенең дә торошо, йөрөшө килешле. Ашыҡмай ғына әйләнәләр талғын көйгә. Fашиҡтарға вальс йәтеш. Гөлнурҙың йылымыс ҡулы Айнурҙың бөтә тәненә иҙрәткес рәхәтлек бирә, сәстәренән аңҡыған хушбуй еҫе күңелен ләззәткә талдыра, томбойоҡтай түштәренең ҡағылып китеүе әллә нишләтә, телhеҙ итә. Һөйөү наҙын hүҙhеҙ ҙә тойоп, hоҡланғыс пар булып, моң, иҫерткес хис тулҡынында йөҙәләр ҙә йөҙәләр. Һөйгәненә бағып, онотолоп, мөхәббәт сәхрәhендә таң тыуғансы гиҙергә ине лә Гөлнур иҫкә килтерҙе:
- Айнур, ҡайтайыҡ. Әсәйем төн уртаhына тиклем йөрөгәнде яратмай, бик уҫал.
Ихатаға ингәс, егет йәhәт кенә йәренән айырылырға теләмәне, уның ҡулын ҡыҫыбыраҡ тотто. Ышанырғамы-ышанмаҫҡамы, ҡаршыhында - йәннәт хурылай hылыу, hөйкөмлө ҡыҙ. Төндәй ҡара сәстәр, нур сәскән күҙҙәр, тамылйып бешкән сейәләй ирендәр... Ах, был ирендәр! Ай яҡтыhында, әйтерhең, ҡәҙимге ер ҡыҙы түгел, ожмах фәрештәhе тора. Егет тамам сихырланып, хискә тулышып, "фәрештә"не ҡосағына тартты, илекhеп, ләззәтләнеп, тамылйыған "сейәләр"ҙе татыны hәм "Мин hине үлеп яратам, мин hине бер кемгә лә бирмәйем, гөлкәйем", тип бышылданы. Күҙҙәре лә, күңеле лә hөйә уның. Гөлкәйе быны тойҙо. Ҡош - аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгә, тигәндәй, үҙе лә егеткә hырыҡты. Шул ваҡыт төн тынлығын ярып, веранданан ризаhыҙ тауыш яңғыраны:
- Башында уҡыумы тиhәм, уйын да егет. Ҡор-р-оғор!..
- Әс-с-әйем... - "Фәрештә" ҡосаҡтан ысҡынып, йылп итеп ҡалды.

* * *

Һай, ваҡыттың елдәй иҫкәне. Ете йыл ете көндәй ҙә тойолмай үтеп тә бара. Айнур медицина институтын тамамлап, Урал ҡасабаhында гөлкәйе менән күк күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә. Уның менән осрашҡан мәлдә: "Был кәүҙәгә баҙыҡ ҡыҙҙы кәләш итеп алhам, шундуҡ игеҙ бала табыр микән?" - тип юрағаны юш килде, Гөлнуры, күҙ нуры, ул да, ҡыҙ ҙа тапты. Аллаhы Тәғәлә теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирермен, тигән. Ул иhә Гөлнур менән Айнурға икеhен бер юлы бирҙе. Сабыйҙар тәбиғи аҡ (hөт) эсеп, теремек вә сәләмәт булhын, нығынhын, утыҡhын тип, Айнур ҡалаға юлланмай, ауыл ерен, ҙур хужалыҡ үҙәген hайланы, hауын hыйыр hатып алды. Аллаға шөкөр, игеҙҙәр туп hымаҡ тәгәрәп, hикереп үҫеп килә. Инә ҡулы - им, тип, Гөлнурға ғына бәпестәрен бәпләү өсөн институтта ситтән тороп уҡыуын бер аҙға кисектереп торорға тура килде. Бына әле йәйге имтихандарҙы бирергә барырға саҡырыу килде.
Ни эшләргә? Гөлнур уйға ҡалды. Донъя ҡарарға кеше кәрәк. Һыйыр hауырға, бер саҡрымдай ергә көтөүгә ҡыуырға, балаларҙы туйындырырға, йыуындырырға, кейемдәрен йыуырға...
Дауахана эшенән бушамаған иренә бер үҙенә генә ауыр буласаҡ. Әсәйҙе саҡырырға тура килер, моғайын. Ләкин килерме икән? Килмәhә... Бер ай элек кенә асыуланып ҡайтып киткәйне.
Гөлнурҙың да хәстәре күп. Мәктәп хәстәре, донъя мәшәҡәте, ығы-зығыhы. Балалар уҡытыу, дәрестәргә әҙерләнеү, дәфтәр тикшереү хәлде ала. Өй эштәренә ваҡыты ла етмәй, күңеле лә төшмәй ҡуя. Әсәhе иhә ороша:
- Уҡытыусы кешенең өйө ошолай буламы? Һис күңелгә ятмай. Йәм, күркәмлек юҡ. Әйбер-ҡараң ипләп hалынмаған, hауыт-hабаң hарғайған, ашлы hыуың түгелмәгән... Әйләнгән hайын ниндәйҙер кәмселек, етешhеҙлек таба ла тора. Мендәр, юрған тыштарын йыуып элгән дә тағы битәрләй:
- Әпсәң алтмышҡа етhә, ҡол кәрәкмәй, тиеүҙәре хаҡ икән. Донъяңды мин килеп ипләгәнде көтөп ятаhың. Мин йәш саҡта барыhына ла өлгөрә торғайным.
Ныҡ әрләгәс, тамам йәненә тейгәс, Гөлнур түҙмәне, әйтте лә hалды:
- Әсәй, hин беҙҙә ятып ялҡып, ейән-ейәнсәреңдән йонсоп, биҙрәп киттең шикелле. Бында янып-көйөп йөрөгәнсе, ҡайт Асалыңа, үҙ өйөңдә hәйбәтерәк булыр.
Әлбиттә, әсәhе ныҡ үпкәләне. Баланың буйын ғына түгел, аҡылын да үҫтереү мөhимлегенә ишараланы. Әйбер-hәйберен йыйғас, Гөлнур ишетерлек итеп, әҫәрләнеп әйтте:
- Һин, кейәү, белеп тор, уңған ҡәйнәләрҙән hәлкәү, hәпрә ҡыҙҙар тыуа. Шуға ла бисәңде әрләгәнгә аптырама. Этеп-төртөп тормаhаң, бөтөнләй аламаhына батыуы ихтимал...
Бына хәҙер шелтәләгән, битәрләгән әсәhе кәрәк, бик тә кәрәк. Икеле-микеле уйҙар менән Гөлнур Асалыға шылтыратты:
- Әсәй, иҫәнме.
- Иҫән, иҫән... Иҫеңә төштөммө ни?
- Дорфа hөйләшә, hаман кисермәгән, - тип эстән генә уйланы Гөлнур.
- Әсәй, әсәй, ярай инде, ғәфү ит. Мин бер айға сессияға китәм. Кил, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тор.
- Әпсәңде тыңламай, уҡып бөтмәй, ниңә кейәүгә сыҡтың?. Бейә кешнәмәйсә, айғыр тешләмәй. Ваҡыты еткәс кешнәр инең. Үҙегеҙ табыштығыҙ, ҡауыштығыҙ, донъяғыҙҙы ла үҙегеҙ көтөгөҙ. Хуш!
Уҫал, hай, уҫал әсәhе. Әйтhә, үҙәккә үткәргәнсе әйтә лә ҡуя. Ҡыҙҙарын яңғыҙы үҫтергәс, уларға ҡаты ҡул, сәнскәкле тәрбиә сараhы кәрәк тип уйланы, буғай. Ҡарға ла балаhына "аппағым", терпе лә "йомшағым" ти. Әсәhенең дә әсе теллелеге ғәмәлдә тышҡы бер сағылыш ҡына. Йыш ҡына тыртайhа ла ысынында ул ҡыҙҙарына рәхимле, Айнур кейәүенә айырыуса итәғәтле, сөнки кейәүе hәр саҡ асыҡ сырайлы, көләс, илгәҙәк. Шуға ла кисен Гөлнур иренең ҡылын тартты:
- Гөлкәйеңә сессияға китергә ваҡыт етте. Бөгөн төштән hуң әсәйемә шылтыратҡайным, тырҫ-мырҫ килә, кирле-мирле hөйләшә. Килмәҫ, моғайын. Ни хәл итәбеҙ инде, Айнур?
- Нишләп килмәhен, ти, килер, кейәүе саҡырғас. Ҡайҙа, үҙем hөйләшеп алайым әле, - тип, Айнур сәмләнеп китте:
- Хәйерле кис, ҡәйнәм. Беҙ hеҙҙе hағынып бөттөк. Ул балалар көн hайын, өләсәй ниңә килмәй, ти ҙә тора. Йәмле йәй көндәрен бергәләп үткәрәйек. Һеҙhеҙ донъя йәмhеҙ, ҡәйнәм.
- Ай-hай, хәйләкәрhең дә инде, кейәү. Ауырhынып торам бит әле.
- Дауаларбыҙ. Мин табип та hуң. Атлап түгел, осоп йөрөрhөң, ҡәйнәм.
- Сир-hәрҙе имләрhең дә ул, ҡалған хәтерҙе ҡайтарыр йүнең бармы икән? Ҡатын-ҡыҙҙың "айт" тигәненә гелән "тайт" тиергә ярамай ир кешегә...
- Насар ишетелә, ҡәйнәм. Ай, шул телефонды...
- Гөлкәйем дә гөлкәйем, тип ниңә йомшаҡлыҡ күрhәтәhең, ҡатыраҡ тот...
- Бөтөнләй ишетелмәй, ҡәйнәм. Иртәгә Уралтауҙа ҡаршы алам. Уралтауҙа!..
Гөлнур йылмайҙы:
- Илла хәйлә тоҡсайыhың да инде, Айнур. Әсәйемдең йәнен иреттең, буғай.
Fөмүмән, Айнур тартынып тормай, ҡәйнәhе менән мәрәкәләп hөйләшә. Кейәүен көйлө күргәнгәме, ул уға hис тә үпкәләмәй. Бәлки, йола буйынса кейәү кеше әүәл-әүәлдән хандай hаналғанғалыр, ҡәҙер ителгәнгәлер. Бер мәл шулай ҡәйнәhе алдан белгертмәй, шыпырт ҡына килде лә төштө. Айнур иhә уйынсалап:
- Ҡәйнәм, әллә ут алырға ғына килдеңме, сәй ҙә эсеп тормайhыңмы? Усаҡта ҡуҙыбыҙ баҙлап, шауҙырлап ята былай, - тип ҡаршыланы.
- Ҡуҙығыҙҙы ҡуҙғытмам, йә ҡулым бешер, уты өҫтәмә төшөр, - тине ҡәйнәhе кинәйәне төшөнөп. - Сәйегеҙҙе лә әсәм, ашығыҙҙы ла ашайым, мунса ла төшәм, бер-ике аҙна рәхәтләнеп ҡунаҡ булып ятам, ҡыуандырам hеҙҙе, кейәү.
- Һай, әллә кемдең ҡәйнәhе! Гөлкәйем, сәйнүгеңде гөжләтеп ебәр әле, әсәң сарсап килгән бит.
Ҡәйнәhе ҡулдарын сайып, күстәнәстәрен сығарҙы, йәhәт кенә сынаяҡтарҙы өҫтәлгә теҙҙе, үҙ өйөндәге кеүек hамаҡлап, ашҡа ҡыҫтаны:
- Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ - кейәүем менән ҡыҙыма, яҙғы ҡатыҡ ярыҡ ҡашыҡ - киленем менән улыма. Йә, кейәү, hөйләп ебәр, мин килеүгә ҡәйнәләр тураhында тағы ниндәй мәҙәктәр әҙерләп ҡуйҙың?..
Мәгәр үҙе лә hиҙмәҫтән ҡыҙының ҡуҙын ҡуҙғыта, осҡонон өҫтөнә осора ла ҡуя шул...

* * *

Уралтау буйы hоҡланғыс. Тирә-йүн шундай хозур, шундай төлөк. Йәнгә лә, тәнгә лә сихәт ҡарағай ылыҫы еҫе бөркөлөп тора. Тын алышы иркен. Һауа hулап туйғыhыҙ. Хоҙай Тәғәләнең йәннәте бындалыр, моғайын... Әкиәт донъяhын hыҙғыртҡыс сың менән hиҫкәндереп, Сибай-Өфө поезы килеп туҡтаны. Гөлнур ҡайнар ирендәрҙән айырылып: "Ярар, имен-аман ғына тороғоҙ", - тип, етенсе вагонға ҡарай йүгерҙе. Шул саҡ Айнурҙың ҡаршыhында ғына торған өсөнсө вагондың ишеге асылды hәм тамбурҙа сумаҙанын hул ҡулына тотҡан ҡәйнәhе пәйҙә булды. Ул тейен етеҙлеге менән ергә төшөп, яҫы сағыл ташҡа менеп, hаулыҡ та алмай телдәрләнде:
- Йәмле кәкүк айҙарында тыуған еркәйеңдән айырылып, йөрәгең ҡабынып, сит илдәргә сығып кит инде, әйтәгүр. Үҙ өйөмдә үҙ көйөм ине. Йөрө инде яманhыулап, эсең бошоп, башыңды эйеп, ҡәҙер ебәреп...
Ялҡынын сығара ҡәйнәм. Күрәhең, йәне көйөп, янып килгән, тип уйланы Айнур.
- Ҡәйнәм, тим, ҡәйнәм! Үҙең әйтмешләй, ҡаҙандарҙа ҡайнап, hыу ҡуйырмай. Әйҙә, ҡайтайыҡ. Ашығыс ярҙам машинаhы көтөп тора.
- Ашығыс ярҙам миңә түгел, hеҙгә кәрәк, - тип hаман дөрләне ул. - Ҡайҙа Гөлнурың?
- Ана, вагон тәҙрәhенән ҡул болғай.
- Йылмайған була иш-ш-еү! Ҡор-р-оғор!..

* * *

Таң hыҙылып килгәндә Айнурҙың ҡолағына биҙрә шалтырауы салынды. Ҡоштар менән бергә уянырға күнеккән ҡәйнәhе hыйыр hауырға сыҡты. Ярым йоҡоло Айнур тағы серемгә талды. Иртәнге йоҡо бик тәмле була шул, күҙҙәргә төйөлә лә тора. Тағы күпме ятҡандыр, йоҡо аралаш ҡәйнәhенең еңелсә генә өҙөк-өҙөк өндәшеүен тойҙо:
- Кейәү... Кейәү, тим. Һыйырҙы ҡыуырға ваҡыт.
Йоҡо бүлмәhенә инмәй генә hүҙ ҡата, эскә үтергә ҡыймай. Ҡәйнәм үҙе эшкә шәп, тормай ҙә ҡуяйым, тип уйланы hәм тауыш бирмәне кейәү, йоҡлағанға hалышты.
- Иҫ белмәй йоҡлай, ныҡ арыған, күрәhең. Ярай, ял итhен, үҙем ҡыуайым бөгөн.
Ишек шығырлап ябылғас, Айнур hикереп тороп, тәҙрәгә баҡты. Ҡәйнәhе hыйыр менән башмаҡты сыбыҡлай- сыбыҡлай "Һәш-hәш! Һәш-түкә!" тиеп урамға сығарҙы. Күршеләрҙең дә ҡапҡалары асылды. Айнурҙарҙың hыйыры башҡаларға сәләм биргәндәй, моңло ғына итеп мөңрәне. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫәнләшеп, ниҙер hөйләшә-hөйләшә мал-ҡараны көтөү тупланған урынға әйҙәне. Икенсе, өсөнсө көндө лә кейәү бер ни белмәй иҙрәп йоҡлаған булып, ятып ҡалды. Ҡәйнәhе уны үҙенсә аҡланы: - Табип кеше, түрә кеше, мәртәбәhен төшөрөп, бисә-сәсә, әбей-hәбей менән hыйыр hәүкәшләп йөрөмәҫ инде.
Бына шулай гөлкәйенең "уҫал" әсәhе бер нисә көндә мал әйҙәргә күнде hәм күнекте лә ҡуйҙы. Иң мөhиме: был шөғөл уның күңеленә бик тә хуш әхирәттәр менән аралашыу сараhына әйләнде. Иртәнге хозурҙа рәхәтләнеп, саф hауа hулап, әйләнә-тирә менән танышып, эйәләшеп, лабырлашып бара, ҡайта, күмәкләшеп әңгәмәләшеп ултыра. Күрше-күлән кейәүе менән ҡыҙын маҡтап бөтә алмай:
- Биғәйәт матур, көйлө, татыу йәшәйҙәр. Бер йән булып, hандуғастар көнләшерлек итеп.
- Эйе, шулай, - тип икенсеhе йөпләп ебәрә. - Өй сатын бергә тотоп, башҡаларға үрнәк күрhәтеп донъя көтәләр. Кейәүең - йорттоң терәге, ҡыҙың - биҙәге, тигәндәй. Яҡшы hүҙҙәре - йәнгә рәхәт. Бәхет асҡыстары - шулдыр, тим.
- Бәхет ҡошо татыуҙарға, тырыштарға ҡуна инде ул.
Һоҡланып hөйләгәстәре, ҡыҙы менән кейәүе өсөн әүәл үҙе hиҙеп етмәгән ғорурлыҡ тойғоhо кисерҙе әсә. Ҡәрҙәштәр уларҙы hанлай, хөрмәтләй, башҡаларға им күрә. Тимәк, ҡыҙы ул уйлағанса, ҡотhоҙ түгел, ә ырыҫлы, инабатлы. Гөлнур өйҙә юҡта үҙен хужабикә итеп тойоуҙан, ир кешенең, йәғни кейәүенең тамағына әҙерләй алыуҙан да кинәнес кисереп, күңеле бөтәйеп, асылып китте уның. Ейән, ейәнсәренең наҙлы итеп "өләсәй" тип өндәшеүҙәре лә хис-тойғоhон йомшартты, уй-фекерен үҙгәртте hәм, ниhайәт, ҡыҙына үпкәhен онотторҙо. Ҡыҙының балалары гөлдәй үҫеп килә. "Улар минең нәҫелем, дауамым бит", - тип ихлас ҡыуанды hәм көн hайын балаларҙың баштарынан hыйпап, арҡаларынан hөйҙө өләсәй.

* * *

Гөлнур имтихандарын уңышлы тапшырып, бүләктәр, күстәнәстәр тейәп, йылмайып ҡайтып төштө. Әсәhенә күҙҙең яуын алып торған ҡупшы күлдәк кейҙерҙе. Бик килешә үҙенә, күҙенә ҡыуаныс йәштәре тулды. Айнур өсөн дә, балалары өсөн дә өй йәмләнеп, йәнләнеп китте. Ҡатының алсаҡ, hылыу булhа, ожмах кәрәкмәй инде. Айнурға - Гөлнур ожмах! Өҫтәүенә өҙөлөп hағынған, йәне-тәне тилмергән. Ошо йәннәт донъяла уға бик хуш, бик рәхәт. Мәгәр ваҡытты туҡтатып булмай. Тыуыусы көн Айнурҙы йәннәттән айырҙы. Уятҡыс сыңынан hиҫкәнеп, Гөлнуры ҡосағынан hурылды. Һомғол hынын ысҡындырмаҫҡа иткәйне лә кәләше теләгенә ирек ҡуйманы. Бер аҙҙан уның иртәнге hалҡындан hалҡынайған ҡулы иренең йылымыс тәненә ҡағылды:
- Айнур... Айнур... Малды ҡыу!
- Йоҡом туйманы әле.
- Тор! Ятма иркәләнеп. - Гөлнур өҫтөнән йоҡа юрғанын hыпыра тартып алды. - Мин hыйырҙы hауҙым.
- Гөлнур, мин ҡәйнәмде өс көндә мал ҡыуырға өйрәтеп алдым. Һине лә...
Шул саҡ ҙур бүлмәнән ҡәйнәhенең тауышы ишетелде:
- Дөр-р-өҫ, кейәү! Үҙе ҡыуhын, ҡор-р-о... Ҡор-р-ромағыр!..
Ҡайтыр саҡта ҡәйнәhе Айнурға шыпыртын ғына шыбырланы:
- Ҡош әйләнеп тураға төшкән hымаҡ, hин дә әйләнеп ҡулға төшмә, кейәү, йәме.
Әммә ныҡ ярата шул Айнур Гөлнурын. Бер нисә көндән ул йәнә hәүетемсә генә hыйыр hәүкәшләй ине.

(Аҙағы. Башы 38-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru