"Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа Тәү аяҡ баҫҡан көнөм, Тәү башлап мәктәп ишеген Үрелеп асҡан көнөм…" Ошо шиғыр юлдарын иҫләгән һайын, Баймаҡ районы Мәмбәт ауылындағы бәләкәс кенә ағас йорт - мәктәбем һәм унда оҙаҡ йылдар эшләгән тәүге уҡытыусым күҙ алдыма килә. Үҙемә биш йәштәр самаһы булған мәлдәрҙән алып уҡ мәктәпкә барырға шундай ныҡ хыялланғаным, йыш ҡына өйҙә "мәктәп" уйнағаным хәтеремдә. Иҫке портфелгә ағайҙарымдан ҡалған физика йә математика һымаҡ бер-ике ҡалын китапты һалып алып, алғы бүлмәнән төпкө булмәгә күсәм (йәнәһе лә, мәктәпкә барам)… Күпмелер ваҡыттан, ҡабаттан "мәктәптән ҡайтам"…
Бер-ике мәртәбә әлеге портфелде "һөйрәп" тигәндәй, "ысын мәктәпкә" лә килгәнем хәтеремдә. Мәктәп беҙҙең өй менән йәнәш кенә ине, ҡойма аша ғына. Дәрес барған мәлдә класс ишеген шаҡыйым. "Да", тигән ҡалын тауышты ишетәм. Ишеккә үрелеп, буйым етмәйерәк торғас, уҡытыусы ағай үҙе ишекте аса. Мине күргәс, "әрләп сығармаҫмы" тип шөрләүем бушҡа була. Киреһенсә, ағайыбыҙ, көлә-көлә, үҙе етәкләп, класс эсенә инергә ярҙам итә. "Ней йомош, Хәлил?" - ти ул мин ингәс. "Яҡуп ағай, мин уҡыйға кийҙем", тим нәҙек кенә тауышым менән. "Р" хәрефен дә әйтә белмәйем. Парта артында ултырған балалар барыһы ла миңә ҡарап сыр-сыу булып көлөшә. Уҡытыусы ҡулыма өр-яңы дәфтәр, матур итеп осланған ҡәләм тоттора. Иң арттағы буш парта артына етәкләп алып килеп, мине күтәреп ултыртып та ҡуя. Тәнәфескә ҡәҙәр әлеге дәфтәргә ниҙер сыймаҡлап ултырым. Уҡыусы балалар әленән-әле миңә боролоп ҡарай… "Ызванук" шылтырағас та, эшлекле ҡиәфәт менән, портфелемә дәфтәремде һалып алып, тышҡа сығам. Үҙемде шундай бәхетле итеп тоям…
Урамдаш дуҫтарым - минең менән бергә уйнап йөрөгән бәғзе малайҙар беренсе синыфҡа уҡырға киткәс, уларға көнләшеп ҡарайым. Әсәйемә һорауҙар яуҙырам: "Хәлит, Варис мәктәпкә бара, ә нишләп мине уҡырға алмайҙар ул?" "Йәшең тулмаған әле, балам", - ти әсәйем тыныс ҡына итеп. "Мин Варистан оҙонораҡмын да баһа, - һаман ныҡышам, - минең дә барғым килә мәктәпкә…" "Бер аҙ сабыр ит инде улым, киләһе йылға ана Солтанморат, Вәғиздәр менән бергә барырһың". Соланыбыҙҙың башына менеп ултырып алып, уҡыусы балалар тәнәфескә сығыуын көтәм. Бына балалар сыр-сыу килеп, йүгерешеп килеп сығалар. Һәр береһенең түшендәге ҡыҙыл "октябрят йондоҙо" күҙҙең яуын ала. Ҙурыраҡ ағайҙар һәм апайҙарҙың муйындарында ҡыҙыл галстук. Ә малайҙарҙың кейгән формалары хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Һорғолт күк төҫтәге гимнастерка кейеп, йылтырап торған баҡыр башлы ҡайыш менән билен быуған малайҙар бер-береһе менән шаярыша. Баштарында шул уҡ туҡыманан тегелгән, кокардаһы алтынланып торған "салдатский" фуражка! Миңә иғтибар итһәләр, "күрҙеңме" тип маҡтанған да һымаҡ тойола улар. Ниһәйәт, дежурҙағы уҡыусы ҡыҙ тупһаға сығып, ҡыңғырау зыңғырҙата. Балалар ҡабаттан инеп китәләр, тынлыҡ урынлаша. Ипләп кенә баҫҡыстан төшөп, мәктәп соланына инәм. Хәҙер мин биш йәшлек түгел, дәресте бүлеп, ҡамасауларға ярамағанлыҡты ла беләм. Ишеккә ҡолағымды ҡуйып, дәрес барышын тыңлайым. Яҡуп ағай көр ҡалын тауыш менән балаларға ниҙер һөйләй. Минең соланда торғанымды һиҙмәйҙер… Хәҙер инде ҙурмын, хәрефтәрҙе таныу ғына түгел, хатта ҡушып уҡый ҙа беләм, тик бына мәктәпкә алмауҙары…
Ниһайәт, миңә ете йәш тә тулды! Аҡ таҫма ҡушып, сәстәрен икенән үргән, ҡара алъяпҡыс кейгән ҡыҙҙар, өр-яңы мәктәп формаһындағы малайҙар класҡа йыйылабыҙ. Ошо мәлдәге шатлыҡ тойғоһон һөйләп биргеһеҙ! Алдан килешеп ҡуйған буйынса, Солтанморат менән бергә тәүге партала урын алғанбыҙ. Бер аҙҙан, сәсен үргә тараған, етди йөҙлө, ҙур кәүҙәле уҡытыусы ағайыбыҙ хәрбиҙәрсә туп-тура баҫып, класҡа инә. Сөм-ҡара костюм һәм салбарҙа. Аяҡтарында шығырҙап торған йып-йылтыр хром итек. Барыбыҙ ҙа аяғүрә баҫып ҡаршы алабыҙ. "Һаумыһығыҙ!" - ти уҡытыусы. "Һаумыһығыҙ!"- тип хор менән яуаплайбыҙ. "Ултырышығыҙ!"- тигән командаға барыбыҙ ҙа урындарыбыҙға ултырышабыҙ. Исемлек буйынса барлап сыҡҡас, билдәребеҙ ҡыйшаймаһын өсөн нисек парта артында дөрөҫ ултырырға өйрәтә уҡытыусы. Кем бәҙрәфкә ҡыҫталһа, түҙеп ултырмаҫҡа, ҡулды күтәреп, "Тышҡа сығырға мөмкинме?" тип әйтергә лә ҡуша. Бына шундай ғына ябай аралашып алыу беҙҙе яҡынайта, ағайыбыҙға ышанысыбыҙ арта. Уны үҙ ата-әсәйең йәки бер туған ағайың һымаҡ яҡын күрә башлайһың. Шунан алып ул беҙгә ғүмерлеккә "ағай" ғына булып ҡалды ла инде.
Уның беҙгә гөрләп торған ҡалын, үҙенсәлекле тауышы менән уҡыу ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләгәнен йотлоғоп тыңлайбыҙ. Телмәрендә шиғыр юлдары ла килтереүе айырыуса күңелгә ята: "Эй, туған тел, эй матур тел, атам-әсәмдең теле…" Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай һымаҡ яҙыусыларыбыҙ хаҡында һөйләп үтә. Үҙе элегерәк уҡытҡан уҡыусыларының үҫеп етеп, кем булып китеүҙәрен, фәлән апайҙың бөгөнгө көндә уҡытыусы, икенсеһенең алдынғы эшсе, өсөнсө ағайҙың (уныһы минең Ғайса ағайым ине) - Совет армияһы офицеры булып киткәнлеге хаҡында бәйән итә. Дәфтәрҙе партаға нисек дөрөҫ итеп һалып, ҡәләмде нисек ҡулға тоторға икәнлеген дә ентекләп күрһәтте ағайыбыҙ. Уның таҡтаға аҡбур менән матур итеп яҙғандары, унан һәр беребеҙҙең дәфтәрҙәребеҙгә өйгә эш итеп матур-матур яҙған хәреф өлгөләре һаман күҙ алдымда.
Өсөнсө-дүртенсә синыфтарға еткәс, ғәйәт ҡыҙыҡ итеп алып барған туған тел, тарих дәрестәрен йотлоғоп тыңлағаным хәтеремдә. Шуныңса күп нәмәне белә ағай! Хатта уҡытыусы ошо донъялағы бөтә кешегә ҡарағанда ла белемлерәктер тигән инаныуҙабыҙ. Ниндәй генә һорау бирһәк тә, мотлаҡ яуап бирә ул. Һыуҙың парға әйләнеп осоуын, ҡояш нурҙарының хлорофилдар барлыҡҡа килтереп, япраҡты йәшелләндереүен, бөтә тере туҡымаларҙың күҙәнәктәрҙән тороуы хаҡында ла, үпкәләребеҙгә ингән кислородтың ҡанға тарып, унда беҙҙең йәшәүҙе тотоп торған төрлө химик реакциялар яһауын да беренсе тапҡыр Яҡуп ағайҙан ишеттек. Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең әлеге шиғыр юлдары ҡолаҡ төбөндә һаман сыңлай:
"…Һин яратырға өйрәттең
Һәр бер биҙәген ерҙең,
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә,
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә…"
Ағайыбыҙ һымаҡ күпте белергә, уның һымаҡ аҡыллы булырға, күп уҡырға, матур, таҙа итеп яҙырға өйрәнергә һәр саҡ хыялландым. Физкультура дәрестәрендә турникта уйнап күрһәтеүе малайҙарға ғәйәт ҡыҙыҡ ине. Физзарядка яһау, сынығыуҙың файҙаһы хаҡында ла һөйләй торғайны. Дәрестән һуң йыш ҡына яҡындағы Сирағол тауына беҙҙе походҡа алып сыға. Унан, ике төркөмгә бүлешеп алып, һуғыш уйыны уйнайбыҙ. Ҡыҙҙарҙы белмәйем, әммә беҙгә, малайҙарға, был күнекмәләр ғәйәт ҡыҙыҡ. "Учение"лар тамам булғас, "…Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал" тип дәртләнеп йырлаша-йырлаша, өйҙәребеҙгә ҡайтып китәбеҙ.
Атайым менән әсәйем гел генә: "Уҡытыусы ағайығыҙҙы тыңлап ҡына йөрөгөҙ",- тип өйрәтә ине. Бөтә ауыл халҡы Яҡуп ағайҙы ныҡ ихтирам итте. Беҙҙең яҡтарҙа "Иң яҡшы уҡытыусыларҙың береһе - ул" тигән абруйы бар ине уның. Һәләтле педагог булып танылған был ағайға ауыл кешеләре һәр төрлө мәсьәләләр буйынса кәңәшкә лә килә ине. 32 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған, һәр кешегә иғтибарлы булған был ағай ана шулай яҡшы кеше булып, һәммәбеҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланып ҡалған.
Үҙ эшенә һәр саҡ намыҫ менән ҡараған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Яҡуп ағай гел генә "Мин уҡыусыларым менән бәхетлемен" тип әйтергә яратҡан. Бөгөнгө көндә уның уҡыусылары араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Башҡортостан буйынса танылған кешеләр ҙә байтаҡ ҡына. Атҡаҙанған уҡытыусылар, билдәле табиптар, ғалим-академик та бар, әммә уларҙы исемләп атап китеү бөгөнгө мәҡәләмдең маҡсаты түгел. Элек бына шундай ысын уҡытыусылар бар ине, тигән хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөп кенә үтке килгәйне.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА