«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСЕТ ҺАЛЫУМЫ? УЛ АУЫЛДЫ ҺАҠЛАП ҠАЛЫРЛЫҠ МИЛЛИ ИДЕЯ!
+  - 


"Кемдер Аллаһ ризалығы өсөн мәсет һалһа, Аллаһ уға йәннәттә йорт һалыр"
(Хәҙис әл-Бохари һәм Мөслимдән).

2004 йылдың 25 сентябрендә Учалы районының Рафиҡ ауылында бар халыҡты һөйөндөргән оло ваҡиға була - "Әбдрәхим" мәсете асыла. Ошо ваҡиғаға, йәғни Аллаһ йортонда тәүге тапҡыр аҙан әйтелеп, намаҙ уҡылыуға теүәл 20 йыл үткәс, үткән айҙың 25 сентябрендә ауыл халҡы "Әбдрәхим" мәсете асылыуының түңәрәк датаһын билдәләргә йыйылды. Сараға Учалы ҡалаһынан, ауылдарҙан, шулай уҡ күрше райондарҙан да ҡунаҡтар килде. Баш ҡалабыҙ Өфөнән дә килеүселәр булды. "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, "Йома" тапшырыуын алып барыусы Морат Лоҡманов, күренекле шағир, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков менән миңә лә был күркәм байрамда осрашыу бәхете йылмайҙы.

Эш башы - ниәттә...

"Башҡа ауылдарҙа мәсеттәр һалына, беҙ кемдән кәм, әйҙә, беҙ ҙә мәсет төҙөйөк", тигән ниәттән генә барлыҡҡа килмәгән Рафиҡ ауылы мәсете. Иман йорто төҙөүҙе ойоштороусы Ҡадурий Фазлетдинов был хаҡта бына нимә ти: "Беҙҙең ғаилә ни өсөн мәсет һалырға булып китте? Бының асылы ҡәҙимге донъяуи сәбәптәрҙән күпкә тәрәнерәк. Һәр кеше Аллаһы Тәғәләнең һынауҙарын үтә. Ғөмүмән, йәшәйеш, ундағы ғәмәлдәр көндәлек һынау, кешенең булмышын баһалау ул... ...1999 йылда, тормоштоң ярайһы уҡ ҡатмарлы осорон кисергәндә, Аллаһы Тәғәләнең шундай уҡ һынауы минең өлөшкә төштө. Шул саҡ башыма шундай уй-ниәт килде: "Әгәр ҙә ошо ҡаршылыҡтарҙы имен-аман үтеп сыға алһаҡ, тыуған яғымда, Рафиҡ ауылында мәсет төҙөр инем.
Ғәмәлдә, Рафиҡ минең тыуған ауылым түгел. Беҙҙең ғаиләнең тамырҙары - Әбләз ауылында. Ул ауыл күптән донъяла юҡ инде, бөткәндәр иҫәбендә. Атайым менән инәйем, үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ ғаиләбеҙҙе алып, Рафиҡҡа килеп төпләнгән. Минең бала сағым тап ошо ауылда үтте.
...Шулай итеп, мәсет төҙөргә ниәтләнек. Ҡатыным Миңзәлә менән кәңәшләштек, уйҙарыбыҙҙы улдарыбыҙ Азамат менән Ринатҡа ла еткерҙек. Был башланғыс һәммәбеҙҙең күңеленә хуш килде, күтәренкелек тойғоһо бирҙе..." Әммә эште башлап ебәреү өсөн ниәт ҡылыу ғына аҙ. Артабан ниәттәрен бойомға ашырыу маҡсатында Фазлетдиновтар Рафиҡҡа килеп, ауылдаштары менән осрашып кәңәшләшергә ҡарар итә. Тәүҙә улар Ҡадурий ағайҙың әсәһе яғынан туғанлығы булған Ҡәҙриә һәм Кираметдин Камалетдиновтар, шулай уҡ Рауза Сәләхова, Ғәлиулла Сәләхов һәм тағы ла бер нисә ауылдашы менән әңгәмәләшеп, уларҙың хуплауын ишеткәс кенә Рафиҡ ауылы халҡы менән осрашып кәңәшләшә. Ниәт-маҡсаттары дөйөм ауыл халҡының хуплауын таба.

Бер генә кеше йөрөһә лә...

Рафиҡ - оло юлдан бер аҙ ситтәрәк, тау-урман ҡосағында ултырған күркәм ауыл. 100-гә яҡын өй бар, уларҙа 400-ләп кеше йәшәй. 1998 йылда ауылда мәктәп ябылған, клуб юҡ. Ә йәшәйешкә этәргес биргән рухи көстө кешеләр ҡайҙан алырға тейеш? Тап ошо мәлдә Рафиҡта мәсет һалыу ауылды һаҡлап ҡалырлыҡ милли идея булараҡ та ҡабул ителә. Ауылдаштары алдында сығыш яһағанда Ҡадурий Әбдрәхим улы: "Ауылда мәсет булһа, ул тағы ла яҡтырып, матурайып китәсәк бит. Иман йорттарының тартыу көсө бар: бер генә кеше йөрөр булһа ла, ауылда мәсет төҙөргә кәрәк. Сөнки уға башҡалар ҙа эйәрәсәк, иман нуры артабан да тараласаҡ. Беҙҙән, был тормошта ярайһы уңышҡа өлгәшкән, аяғында ныҡлы баҫып торған кешеләрҙән, бәғзе кешеләр һорағаны бар: "Баш ҡаланан әллә ҡайҙа ятҡан төпкөл ауылда шул тиклем мәшәҡәттәр, ҡаршылыҡтар аша мәсет төҙөү һеҙгә нимәгә кәрәк булды? Яуап ябай: мәсет тәүге сиратта халыҡҡа кәрәк. Беҙ иң тәүҙә үҫеп килгән быуынды, уларҙың күңел бөтөнлөгөн хәстәрләргә, уларҙы иманлы, аҡыллы итеп тәрбиәләргә ынтылырға тейешбеҙ. Мәсет был осраҡта рухи-мәҙәни үҙәк ролен үтәй..." - ти.
Фазлетдиновтар мәсет төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәтергә теләге барлығын да белдерә. Урын һайлайҙар: мәсет бығаса буш торған, таҙа, ҡалҡыу урында торорға тейеш. Мәсеттең проекты әҙер булғас, уны Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажитдин раҫлай һәм ярҙамсы итеп Әбү Самат хәҙрәтте ебәрә. Диләнкә юллауҙа Учалының данлыҡлы шәхестәре Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Риф Ҡаҙаҡҡолов ҙур ярҙам күрһәтә. Ә инде ағастарҙы ҡырҡыу, эшкәртеү кеүек иң ауыр эштәрҙе Ҡәҙриә һәм Кираметдин Хәйруллиндар ең һыҙғанып башҡара. Ҡырҡылған ағастарҙы ауылға ташыу, таҡта ярыу кеүек мәшәҡәттәрҙе Ғәлиулла Сәләхов башҡара, мәсетте төҙөү эшен дә ул етәкләй. Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Танһыҡ Ниғмәтуллин ярҙамы менән мәсет төҙөү эшенә иретеп йәбештереүселәр һәм биҙәүселәр бригадаһы йәлеп ителеүе һөҙөмтәһендә эштәр тиҙләтелә.
"Бураны ауыл халҡын йыйып, өмә яһап күтәрҙек. Ошо урында ҡатыным Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙының мәсет төҙөүгә индергән баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәтен телгә алып китмәйенсә булдыра алмайым. Был осорҙа ул, Өфөләге барлыҡ эшен, ғаиләбеҙҙе ҡалдырып, бер нисә айға Рафиҡҡа юлланды. Иман йортоноң стеналарын күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйыу - бер, эске эштәрен еренә еткереп башҡараһы, зауығына тап килгәнсә биҙәйһе бар ине. Һәр эште үҙ һөнәренең оҫтаһы башҡарырға тейеш, тигән маҡсаттан сығып, Өфөнән дизайнер Григорий Козловты саҡырҙыҡ. Уның һиммәтле ҡулдары мәсеттең эсен дә, тышын да бер стилдә биҙәне..." - ти Ҡадурий Әбдрәхим улы егерме йыл элек барған дәррәү төҙөлөш эштәрен хәтергә алып. Бөтә эштәр 2004 йылдың сентябрь уртаһына тамамлана. Төҙөлөш 4 йыл дауам итә. Ауыл халҡының тәҡдиме буйынса мәсеткә мулла дәрәжәһенә эйә булған Ҡадурий Фазлетдиновтың данлыҡлы атаһы Әбдрәхим Фазлетдиновтың исемен бирәләр. Төҙөлөш барышында үҙенең тыуған яғына ҡайтҡан Мансур Йомабаев мәсеттә мулла юҡлығын белгәс, "Әбдрәхим" мәсетен етәкләргә әҙер булыуын әйтә. 2009 йылда Мансур мулланы Рафаэль Харрасов алмаштыра, ул бөгөн дә мәсеттең имам-хатибы.

Мәсет эшләһен өсөн...

"Кемдер Аллаһ ризалығы өсөн мәсет һалһа, Аллаһ уға йәннәттә йорт һалыр", тиелә хәҙистә. Мәсет һалыуың йәннәттә үҙеңә йорт һалыуға тиң сауаплы ғәмәл. Әммә һалынған мәсеттең бикле, буш тороуы, унда йәштәрҙең ылыҡмауы һуңғы йылдарҙа бик йыш күҙәтелә. Рафиҡ ауылы уҙамандары мәсеткә мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ла эш алып бара. Аллаһ йорто буш торорға тейеш түгел. Ауылда мәктәп һәм клуб булмағанлыҡтан, Рафиҡ ауылы мәсете ауылдың мәҙәни һәм рухи үҙәгенә әүерелә. Унда исем ҡушыу, никах йолалары, мосолман байрамдары үткәрелә. Осрашыуҙар ойошторола, уларҙа республикабыҙҙың билдәле шәхестәре: яҙыусылар, шағирҙар, депутаттар, руханиҙар йәлеп ителә. 2007 йылдың июнендә ауыл халҡының саҡырыуы буйынса Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт килә, ул ауыл халҡы һәм райондың имам-хатиптары менән осраша. 2014 йылда "Әбдрәхим" мәсетенең 10 йыллығын байрам итеүгә арналған сара үткәрелә. 2016 йылда Мәүлит Ямалетдиндың башҡорт телендә сыҡҡан "Ҡөрьән" сүрәләренең шиғри аңлатмалары" китабының исем туйы уҙа.
Төрлө йылдарҙа ҡасаба советы, хәҙер ауыл советы башлыҡтары булып хеҙмәт итеүсе Миңзәлә Шөғәйеповаға, Алмас Шаһиевҡа, Ильяс Килмөхәмәтовҡа, Марс Талиповҡа һәм Зөлфиә Ишмәмәтоваға мәсет төҙөлгәндән һуң документтарҙы рәсмиләштереүҙә, байрам сараларын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүенә рәхмәтле Рафиҡ ауылы халҡы. "Әбдрәхим" мәсете эшен ойоштороуҙа Рафиҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре, ауылыбыҙҙың пенсия йәшендәге ир-егеттәре, Килмәк ауылынан Рәсүл Исламов, Миндәктән Илдар хәҙрәт һәм башҡалар әүҙем ҡатнаша.

Рафиҡҡа хажға килгәндәй...

"Әбдрәхим" мәсетен район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә танылтыр өсөн дә Фазлетдиновтар фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтә. Әгәр ҙә ауылдарҙа мәктәптәр, клубтар ябыла икән, мәсеттәрҙә намаҙға халыҡтың килеүен көтөп кенә ултырыу "алма беш, ауыҙыма төш" тигәндән һис тә айырылмай. Был йәһәттән сарала сығыш яһаусы республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның имам-хатиптарҙы халыҡ араһына сығырға өндәүе бик тә урынлы булды. Филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков мәсеттәрҙә дини, донъяуи ғилемде өйрәнеүгә йөҙ бороу зарурлығын билдәләһә, билдәле тележурналист Морат Лоҡманов һәр мосолман өсөн мотлаҡи ғәмәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ Урал аръяғы райондары мосолмандарының имам-ахуны Сәйфулла хәҙрәт Ғайсиндың, хәҙрәттәр Марс Әлтәповтың, Риф Мөхәмәтовтың, Рим Ғабдуллиндың, Салауат Рәсүлевтың, Талип Мөхәмәтғәлиндың һәм башҡаларҙың йөкмәткеле сығыштары сараға килеүселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. Дәүләкән районынан улы Салауат менән сараға килгән Ҡадурий ағайҙың бер туған һеңлеһе Фәлсәфә Ғәтиәтуллина үҙенең сығышын: "Мин тыуған ауылым Рафиҡҡа хажға килгәндәй ҡайтам", - тип башлап ебәргән саҡта ауыл халҡының күҙенә йәш эленде.
Сара дуҫтарса йылы, эшлекле шарттарҙа үтте. Юморға ла урын табылды. Әбйәлил районының Салауат ауылы мәсете имам-хатибы Рафиҡ Шәйәхмәтов үҙенең дингә өндәгән ялҡынлы сығышын шулай тамамланы: "Ауылығыҙға минең исемде биргәнегеҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә!"

ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Беҙ Ҡадурий һәм Миңзәлә Фазлетдиновтар, улдарыбыҙ Азамат һәм Ринат, мәсет һалып, Әбдрәхим һәм Хафасаның зирәк аҡылын, исемдәрен мәңгеләштерҙек һәм Аллаһы Тәғәлә алдындағы ҙур бурысыбыҙҙы үтәнек", тиҙәр Фазлетдиновтар башҡарған эштәренә ҡарата оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп. Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай тиҙәр. Мәсеткә "Әбдрәхим" исеме бирелеүе лә осраҡлы түгелдер. Ғәрәпсәнән "Әбдрәхим" исеменең аңлатмаларында "мәрхәмәтле, рәхимле Аллаһ бәндәһе", "мәрхәмәтле, рәхимле Аллаһ ҡоло" тигәндәре лә бар. Ошо күҙлектән ҡарағанда, улы Ҡадурий, килене Миңзәлә, ейәндәре Азамат менән Ринат, башҡа туғандары, ауылдаштары, яҡташтары ҡасандыр килеп үҙенең исемендәге мәсетте төҙөрҙәрен белһә, исемен тулыһынса аҡлап йәшәгәнен аңлар ине Әбдрәхим олатай. Хәйер, "Әбдрәхим" мәсетендә яңғыраған доғаларҙы ул ишетәлер, вариҫтарына ҡарап йыуаналыр...

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru