«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ МИРАҪТЫ БЕРЕНСЕ БУЛЫП АҠ ҠАҒЫҘҒА КҮСЕРГӘН ҒАЛИМ УЛ
+  - 

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бөйөк ғалим, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Әхнәф Харисовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ә. Харисов - башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры өлкәләрендә тәрән бураҙналар һалған, фән мәктәбен барлыҡҡа килтергән ғалим. Үҙенән һуң күп шәкерттәр ҡалдыра: шулар араһынан Әнүәр Вахитов, Ким Әхмәтйәнов, Вафа Әхмәҙиевтарҙы атай алабыҙ. Нур Зарипов, Марат Минһажетдинов, Фәнүзә Нәҙершина һәм башҡа фольклорсылар уның ҡул аҫтында ғилми текстологик мәктәп үтә. Бөгөнгө ғалимдар ҙа уны үҙҙәренең уҡытыусыһы тип атай. Уның мәктәбе эшләй, эштәре дауам итә, үҫтерелә. Ғалимды иҫкә алыусылар күп булды. Бер нисәһенең фекерен тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы:
Әхнәф Харисов - Башҡортостан фәнендә генә түгел, Рәсәй гуманитар фәнендә лә ҙур эҙ ҡалдырған ғалим. Беҙ уны үҙебеҙҙең легендар уҡытыусыбыҙ тип атайбыҙ. Фәнни хәҡиҡәткә, тарихи дөрөҫлөккә хеҙмәт итеүсе ғалимдың бөтөн тормошо, яҙмышы башҡорт филологияһы менән бәйле. Ул туған мәҙәниәтен, телен үҫтереүҙә алдан барыусы, принципиаль гражданлыҡ позицияһында торған патриот йәмәғәт эшмәкәре. Әхнәф Ибраһим улы милләтебеҙҙең, гуманитар фәндең йондоҙо ғына түгел, ғорурлығы ла. Тормошоноң төп ҡаһарманлығы - башҡорт әҙәбиәтенең, тарихының иҫ китмәле тәрән сығанаҡлы булыуын раҫлауында, уның урта быуат дәүерҙәренә барып тоташыуын, шәреҡ әҙәбиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен иң беренсе булып фән кимәленә күтәреүендә. Бөйөк ғалимдарыбыҙ һәр ваҡыт беҙҙең менән, уларҙың хеҙмәттәре, китаптары беҙҙең өҫтәлдә ятҡан ҡиммәтле сығанаҡтар. Эйе, уның тормошо - хеҙмәт батырлығы.

Гөлнара Шәймөхәмәтова, Балтас районының мәғариф бүлеге начальнигы: Танып ырыуының йыйынын үткәргән кешеләрҙең береһе мин. Ә Әхнәф Харисов - танып ырыуы башҡорттарының иң сағыу йондоҙо. Әхнәф ағайҙың күп туғандары уҡытыусы булған, йәғни улар барыһы ла зыялы быуын вәкилдәре. Миңә ике тапҡыр районда Харисов уҡыуҙарын үткәрергә насип булды. Был сарала үҙебеҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ихлас ҡатнаша. Әхнәф Харисовтың мираҫын өйрәнгән, белгән кешемен, тип уйлаһам да, ғалимдың 110 йыллығына арналған конференцияла тағы ла бик күп яңылыҡтар ишеттем. Уларҙы, әлбиттә, уҡытыусыларға, балаларға - буласаҡ ғалимдарға еткерәсәкмен. Ике йылдан Балтас районында ла сираттағы Харисов уҡыуҙары үтәсәк. Унда ла әлеге осрашыуҙа алған тәжрибәне ҡулланырмын, тип уйлайым.

Гөлнур Хөсәйенова, филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге етәксеһе: Кирәй Мәргән юҡҡа ғына "Халыҡ ижады - мәңгелек шишмә" тимәгән. Арҙаҡлы ғалим Әхнәф Харисовты ла ошондай шишмә менән сағыштырырға мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа, бөтөн ғилми мираҫын ентекләп өйрәнгәнбеҙ һымаҡ. Ә шулай ҙа йыл һайын уның тураһында яңы мәғлүмәттәр табылып ҡына тора. Беҙ Әхнәф Харисовты, ғәҙәттә, әҙәбиәт ғилеме буйына ғалим тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. 2014 йылда мин фольклор буйынса хеҙмәттәрен ҡарап ултырғайным, иҫем китте - был өлкәләге хеҙмәттәре лә баһалап бөткөһөҙ. Уның эштәрен уҡыған һайын яңы мәғлүмәттәр табыла.
Мәҫәлән, Әхнәф Харисовтың чиновниктарға ҡарата, улар әҙәбиәтебеҙгә, рухи мираҫыбыҙға бик иғтибар бирмәй, тигәнерәк фекере бар. Уларҙың "Башҡорт хал-ҡының әҙәби мираҫы"н эшләгән саҡтағы мөнәсәбәтенә яуап һымаҡ ҡабул ителә был. "Бына, күрҙегеҙме, ниндәй боронғо ул беҙҙең әҙәбиәтебеҙ!" тигән саҡырыу ташлай һымаҡ.
Ғалимдың әҙәбиәтебеҙ, фольклорыбыҙ тураһындағы ҡайһы бер фекерҙәре бөгөнгә тиклем башҡорт ғилемендә актуаллеген юғалтмаған. Эпостар, йырҙар тураһындағы фекерҙәрҙе лә иң тәүҙә ул әйткән. Конференцияла Әхнәф Харисовтың эшмәкәрлегенә бәйләп, "беренсе тапҡыр", "тәү тапҡыр" тигән һүҙҙәр күп ҡабатланды. Фән ғилемендә ҡайһы ғына өлкәне алмайыҡ, һәр береһендә уның ҙур хеҙмәте ята. Ул беренсе булып беҙҙең рухи мираҫты ҡағыҙға күсереп, уның әһәмиәтен дәлилләгән беренсе фән кандидаты... Әхнәф Харисов рухи ҡомартҡыларҙы йыйыусы ла, текстолог та, тикшеренеүсе лә, төҙөүсе лә, тәржемәсе лә. Бындай киң ҡоласлыҡҡа, тәрәнлеккә бары хайран ҡалырлыҡ.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru