«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф П.П. Сухтелен
(1830 - 1833 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Генерал Эссенды Санкт-Петербургҡа күсергәс, бында хәрби губернатор һәм айырым Ырымбур корпусы командиры вазифаһына генерал-адъютант, граф Павел Петрович Сухтелен тәғәйенләнә. Ул, изге күңелле кеше булараҡ, һәр кемгә ихлас йөрәкле, гуманлы мөнәсә-бәттә булыуы менән танылыу таба, аҡыллы шәхес булараҡ та башҡаларҙан айырылып тора.
Төбәктә эштәрҙең көйләнмәгән торошон күреп, ул дөйөм төҙөкләндереү өсөн ниҙәр етмәүен дөрөҫ аңлай, уға тиклем бында эшләгәндәр тарафынан тыныс тормош булдырыуға һәм губерна сиктәрендә ҡырғыҙҙарҙың (ҡаҙаҡтарҙың. - Тәрж. иҫк.) ҡырағайҙарса һөжүм итеүенән һаҡланыуға йүнәлтелгән сараларын ҡабул итмәй.
Алда бик ҙур эштәр көтөлә, һәм граф Сухтелен үҙенә һәләтле, эшсән һәм ныҡ ышаныслы ярҙамсылар табырға тырыша, ундай кешеләр табыла һәм саҡырыу буйынса хеҙмәткә килә. Бына улар: майор, ә һуңынан генерал-майор Аким Иванович Середа, подполковник Николай Александрович Мансуров, Геке, аҙаҡтан шулай уҡ генерал-лейтенант һәм Урал ғәскәренең наказный атаманы; инженер-подполковник Генс, һуңынан йәшерен советник һәм Ырымбур сик комиссияһы председателе; генераль штаб полковнигы Тюфяев, Жемчужников, бында эшһеҙ тороп ҡалған отставкалағы штабс-капитан Балкашин, уны батша Александр I сәйәхәт маршрутын тарихи яҡтан дөрөҫ төҙөмәгәне өсөн эшенән бушаталар (сәбәбе - Балкашиндың Габбеның тол ҡалған ҡатынына өйләнеүендә, ул уның менән хеҙмәтенә ҡарағанда күберәк шөғөлләнә), канцелярия идарасыһы Николай Васильевич Жуковский.
Мансуров, Геке, Жемчужников хәрби отрядтар менән далаға ебәрелә; Генс бар ваҡытын ҡырғыҙ эштәренә һәм Хива, Бохара менән бәйләнештәр булдырыуға арнай; Балкашин шәхси адъютант була, Башҡортостанда эштәр алып бара, бындағы урындарҙы тикшерә һәм һуңынан Урал тауҙарының ныҡ урманлы ерҙәре аша Верхнеуральскийҙан Стәрлетамаҡҡа тиклем коммерция тракты тип аталған юл һалына, ул тауарҙарҙы Ағиҙел йылғаһынан, Өфөнән Уралға, Верхнеуральскийға тиклем алып барыу мөмкинлеген бирә һәм унда төҙөлгән заводтар менән уңайлы бәйләнеш булдыра, ә башҡорттар бунтҡа күтәрелгән хәлдә ғәскәрҙәрҙең хәрәкәт итеүен еңелләштерә.
Сухтелен төбәкте нығытыуға булышлыҡ иткән башҡа кешеләрҙе лә таба. Граф шәхсән үҙе губернаны ҡарап, бында урынлашҡан регуляр ғәскәрҙәрҙе һәм казактарҙы тикшереп йөрөй. Ул Эссендың линияны һаҡлар өсөн 18 башҡорт полкын ойоштороу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итмәй, сөнки был ҙур сығымдар талап итә һәм улар ошо халыҡ иңенә төшкән хәлдә, ғәҙел нигеҙҙә уның ризаһыҙлығын тыуҙырһа һәм ихтилалға еткерһә, уны ҡораллы көс менән баҫтырырға тура киләсәк. Бының урынына Сухтелен линия хәүефһеҙлеген бында тамырлашып йәшәгән рустар аша тәьмин итеүҙе ышаныслыраҡ тип иҫәпләй, ә бының өсөн Ырымбур казак ғәскәрен көсәйтеү талап ителә; ошо маҡсатта губернатор линияла йәшәүсе һәм хеҙмәт итеүсе 4 пехота батальонын казак ғәскәре итеп үҙгәртеүҙе тәҡдим итә, сөнки йәйәүле ғәскәрҙән далала әллә ни файҙа булмай. Бында эске кантондарҙан казактарҙы, шулай уҡ өлөшләтә Ырымбур һәм Сембер губерналарында йәшәүсе аҡ пахатлы (белопахатные - ер һөрөүсе. -Тәрж. иҫк.) һалдаттарҙың йәш ир балаларын күсереп килтереү тәҡдиме лә була; Ырымбур, Верхнеуральский, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренең 4 кантоны башҡорттарын, иҫке положениеға ярашлы, ғәскәрҙә хеҙмәт итергә ҡалдырыу күҙаллана; Өфө, Пермь һәм Вятка губерналарында йәшәүсе ҡалған башҡорттарҙы һалым түләүселәр сословиеһына индереп, удел ведомстволарына буйһондорорға тәҡдим ителә, уделдар ошо ваҡытта үҙҙәренең идара итеү системаһы менән айырылып тороп, халыҡты ҡайғыртыусан була, һәм уларҙа һәләтлерәк чиновниктар хеҙмәт итә; башҡорттарҙы яңы халәткә күсереүҙе Пермь губернаһынан башларға уйлайҙар.
Был тәҡдимдәр махсус комитетта тикшерелә һәм батша ғали йәнәптәре тарафынан хуплана, әммә ошо дәүләт кешеһенең ваҡытһыҙ үлеме бер ни тиклем ваҡытҡа уның проекттарының ғәмәлгә ашырылыуын туҡтатып тора.
Граф Сухтелен тере сағында бер бик мөһим законлаштырыу акты ҡабул ителә: был батша ғали йәнәптәренең башҡорттарҙың үҙҙәре һис бер бәхәсһеҙ биләгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын таныу хаҡындағы 1832 йылдың 10 апрелендәге указы. Указға ярашлы, улар ерҙәрен барса сословие кешеләренә һатыу йә иһә ҡуртымға биреү хоҡуғына эйә була, шул уҡ ваҡытта башҡорт аҫабалары ерҙәренә төрлө шарттарҙа килешеүҙәр нигеҙендә припущенник булып килгәндәрҙе мотлаҡ рәүештә ер менән тәьмин итеү талап ителә; 7-се ревизия буйынса уларҙың иҫәбе 100 мең кешегә еткән.
Эске административ сараларҙан башҡа, граф Сухтелен рус булмағандарҙы уҡытыуҙы айырыуса әһәмиәтле тип иҫәпләй, был уларға рустар менән яҡынлашыу, уҡымышлы кешеләрҙең тормош маҡсатына уртаҡ ҡарашын үҙләштереү, фанатик мосолман руханиҙарының йоғонтоһо аҫтынан сығыу мөмкинлеген бирә. Медицинаға уҡытылған йәш мосолмандар үҙҙәре менән бер диндә булғандарҙы дауалай алыр, ә былары Ҡөрьәнде дөрөҫ аңламайынса, һәр саҡта барса нәмәгә ҡарата тик үҙ ҡараштарында ғына торған муллаларға һәм ишандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ине.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru