«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛАЛЫ БАШҠОРТТАР, ЙӘКИ ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР АША АСЫЛҒАН ХӘҠИҠӘТ
+  - 


Ер йөҙөндә йәшәүсе йөҙәрләгән этностарҙың тарих төпкөлдәрендә боронғо ата-бабалары булған, әммә барыбер боронғо ҡәүемдәр менән бер рәттән, йәшерәктәре лә бар. Байтаҡ йылдар дауамында башҡорт халҡының формалаша башлауы осорон иң иртә тигәндә б.э. IX-X быуаттарына ҡайтарып ҡалдырҙылар. Әммә бөгөн башҡорттарҙың үтә боронғо ҡәүемдәрҙән хасил булыуын тарихсы-ғалимдар инҡар итмәй. Шуға күрә виртуаль тарихи ҡоробоҙ башында һүҙҙе хәҙерге замандан бик күп быуаттар элек йәшәгән һәм тарихи яҙмалары билдәле булған тарихсыларға һәм уларҙың хеҙмәттәрен өйрәнгән ғалимдарыбыҙға, башҡа күренекле шәхестәргә бирәйек.

Донъяның күп тарафтарында йәшәгән мәғлүмәтле ғалим-ғөләмәләр - Ҡытай хроникаларын төҙөүселәр, күп кенә ғәрәп сәйәхәтселәре, Урта һәм Кесе Азия, Европа авторҙары боронғо башҡорттар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән тарафтар, уларҙың йәшәү рәүештәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт ҡалдырған. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә күҙ һалайыҡ әле...

Геродот, географ һәм тарихсы:
Мин Боронғо Грецияның Ғәликарнас ҡалаһынанмын, мине бәғзе бер ғалимдар "тарих атаһы" тип нарыҡланылар. Беҙҙең эраға тиклем V быуатта беҙҙә Рифей (һеҙҙә Урал) тауҙары тип аталған бейек кенә тау армыттарының көнбайыш һыртында йәшәгән будин һәм аргиппей ҡәүемдәре хаҡында яҙғайным: улар бейә һөтөн эсәләр, унан үҙҙәре иппәк тип йөрөткән сыр эшләйҙәр, һәм шулай уҡ бер емештең әсетелгән һутын эсәләр, ул асхи тип атала. Лев Толстой, күренекле рус яҙыусыһы: Рустар әүәл Геродот иҫкә алған Рифей тауҙарын "Таш билғау" тип атаған. Ә уны башҡорттар бик боронғо замандарҙан бирле Урал тип йөрөткән. Мин Кәмәлек йылғаһы буйындағы башҡорттарға улар ҡымыҙ тип исемләгән, махсус рәүештә әсетелгән бейә һөтө менән дауаланырға йөрөнөм. Ошо үтә ихлас, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡты оҡшата инем, улар араһында дуҫ-таныштарым күп булды. Дуҫтарыма яҙған бер хатымда, башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый, тип тә белдергәйнем.
Жәлил Кейекбаев, күренекле башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор: Көньяҡ Уралда беҙҙең эраға тиклем үк зональ төрки теленең нигеҙе ярала, һәм бында һундар килгәнсегә тиклем төрки телле ҡәүемдәр йәшәй. Геродот иҫкә алған будин тигән ҡәбилә исеме боронғо төрки телендәге "будун", йәғни "халыҡ" тигәнгә тап килһә, "иппәк" башҡорт диалектарында осраған "ипмәк", йә иһә "икмәк" һүҙен хәтерләтә. Күрәһең, был һүҙ боронғо төрки телендә ашамлыҡтарҙы атау өсөн ҡулланылғандыр. "Асхи" һүҙе иһә емеш һутының "асыһы", йәғни "асы һыуы" тигәнде аңлатыуы бик мөмкин.
Сергей Малов, боронғо төрки телдәре белгесе: Башҡорт теле Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш ятҡан географик арауыҡтарҙа уның өсөн нигеҙ булған боронғо төрки теленән бик иртә (б.э. тиклем V быуаттан да һуң түгел) айырылып сығып, үҙаллы башҡорт-ҡыпсаҡ-мишәр төркөмөн хасил иткән, тип һығымта яһарға ерлек бар.
Соломон Лурье, тарих һәм филология фәндәре докторы, профессор, антик донъя тарихы буйынса күренекле белгес: Мин Сергей Маловтың, Жәлил Кейекбаевтың, Николай Аристовтың төрки ҡәбиләләренең тарихы, этник составы һәм тел үҙенсәлектәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәре нигеҙендә Геродот аргиппейҙарының хәҙерге башҡорттар менән туранан-тура күп быуатлыҡ бәйләнеше булыуына инандым.
Клавдий Птолемей, Мысырҙың Александрия ҡалаһында киң танылыу тапҡан ғалим: Миләди буйынса икенсе быуатта астрономия, математика, география фәндәрен өйрәндем. Үҙ заманым кешеләре өсөн 8 китаптан торған географик ҡулланма төҙөнөм. Дон һәм Ра (Волга) йылғалары арауығында көн иткән сармат-скиф ҡәбиләләренә ҡараған бер ҡәүемдең Пасиртай тип аталыуы хаҡында хәбәрҙар инем. Географик әҫәремдә миләди буйынса I быуатта йәшәгән ғалим Марин де Тур туплаған мәғлүмәттәрҙе ҡулландым.
Ә.-З. Вәлиди Туған, Көнсығыш илдәре, төрки халыҡтары тарихы буйынса күп ғилми хеҙмәттәр авторы: Эйе, бөйөк Птолемей, һеҙ иҫкә алған бер ҡәүемдең исеме булараҡ телгә алынған Пасиртай атамаһы башҡорт исеме булған кеүек, Волга һәм Урал буйҙарында йәшәгән ҡәүемдәрҙе аңлатыусы Гновивой, Табивой, Боровской исемдәре лә башҡорт ырыуҙары Ғәйнәне, Табынды, Борачты (Буржан-Барач+ан) күҙ уңында тота булһа кәрәк... Һеҙҙең икенсе бер әҫәрегеҙҙә тағы ла көнсығыштараҡ, Уралдың көньяғында йәшәүсе ҡәүем тип иҫкә алынған Савобнвой башҡорттар араһындағы ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшөн тәшкил итеүсе суундарҙың исеменә яҡын. Шулай булғас, был төрки ҡәбиләләренең төп нигеҙен тәшкил иткән өлөштәре, миләди йыл иҫәбе буйынса беренсе-икенсе быуаттарҙа уҡ хәҙергә тиклем йәшәгән ерҙәрен, йәнә унан бер аҙ көнбайыш һәм көньяҡ тарафтарҙағы өлкәләрҙе биләүе хаҡында һығымта яһарға мөмкин.
Донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән ғалимдар, сәйәхәтселәр ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса, 40-тан ашыу башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең үҙ тарихы бар, уларҙың бәғзеләре ғәрәп хәлифәттәрендә хәрби хеҙмәттә лә була, уларҙан ҡалған топонимдар Иранда, Кавказда, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ буйҙарында, Дунай ярҙарында әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙың үҙҙәренә генә хас цивилизацияһының, матди һәм рухи мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүен тарихи факт итеп ҡабул итергә етди ерлек бар.
Нияз Мәжитов, билдәле тарихсы-археолог, академик: Шәхсән үҙем Тарихи Башҡорт иле тарихын иң боронғо замандарҙан башлап өйрәнеүгә, күп йылдар дауамында археологик ҡаҙыныу эштәрен ойоштороуға барса ғүмеремде бирҙем. Көньяҡ Уралда таш быуат эпохаларынан бирле бер өҙлөкһөҙ билдәле бер ҡәбиләләр йәшәй, ваҡыттар үтеү менән улар көн иткән биләмәләргә Себерҙән, Алтай тарафтарынан, Урта Азиянан күскенсе ҡәбиләләрҙең килеп етә алыуы сер түгел - был боронғо кешеләрҙең ҡырағай аттарҙы эйәләштерә алыуы, ике тәгәрмәсле арбалар яһарға өйрәнеүе менән бәйле. Әлбиттә, бынан әллә нисә мең йыл әүәл Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡәүемдәр үҙҙәрен нисек атағандыр, быны белеүе мөмкин түгел. Әммә тарих төпкөлдәренән күпме быуаттар үтмәһен, билдәле бер географик зонаны биләгән боронғо ҡәбиләләр тулыһынса юҡҡа сыҡмаған. Уларҙың вариҫтары күп эпохалар дауамында билдәле бер этностарҙы хасил итеүҙә ҡатнаша. Тап шуның өсөн Көньяҡ Уралда һуңғы ике мең ярым - ике мең йыллыҡта йәшәгән тарихи мәҙәниәттәр һәм хәҙерге башҡорт халҡының мәҙәниәте араһында туранан-тура бәйләнеш һәм күсәгилешлек булыуын бында күпләп табылған археологик артефакттар дәлилләй. Тикшеренеүҙәребеҙ башында беҙҙең алда ауыр мәсьәлә тора ине. Башҡорттар, Рәсәйҙең бәғзе бер халыҡтары кеүек үк, ватан әҙәбиәтендә дөйөмләштерелгән тарихи тикшеренеүҙәрҙән мәхрүм ҡалды. Унан башҡа, Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттар тарихы систематик рәүештә тик һуңғы 60 - 70 йылда ғына өйрәнелә башланы, унда әлегә теүәл итеп асып булмаған "аҡ таптар" һәм бәхәсле моменттар ҙа күп әле.
Һуңғы 2,5 - 2 мең йылдарҙағы ҡәүемдәр тарихын бәйән иткәндә, беҙҙең инаныуыбыҙса, хәҙерге башҡорт халҡының алыҫ һәм яҡындағы ата-бабалары булған боронғо һәм урта быуаттар ҡәбиләләре иғтибарыбыҙ үҙәгендә булды. Үҙебеҙ ҙә көтмәгән бер халәттә, башҡорт халҡының формалашыуы оҙайлы ваҡыттар дауамында барып, VI - X быуаттарҙың һәм уға тиклемге йөҙәр йыллыҡтарҙың ошо процестың айырып алғыһыҙ өлөшө булыуы хаҡындағы һығымтаға килдек.

Ә бит хатта үҙебеҙҙең билдәле генә шәхестәребеҙҙең ҡайһылары боронғо ата-бабаларыбыҙ цивилизациялы ҡәүемдәр иҫәбенә инмәгән, ҡалалары ла булмаған, тип үкенес белдерә килде. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

Нияз Мәжитов:
Бронза эпохаһында Көньяҡ Уралда тәү башлап яңы типтағы ҡомартҡылар - ур һәм оҙон соҡорҙар менән уратылып алынған ҡаласыҡ-ҡәлғәләр барлыҡҡа килә. Ошо типтағы ҡомартҡыларҙан иң тәүҙә Силәбе өлкәһенең көньяғында, Һынташты йылғаһы буйында Һынташты комплексы (ҡаласыҡ-ҡәлғә, ҡәберлек) ҡаҙып асылған (уны асыусы - күренекле совет археологы В.Ф. Генинг). Был беҙҙең Көньяҡ Урал зонаһы өсөн көтөлмәгән ҙур археологик асышҡа тиң булды.
Геннадий Зданович, Силәбе дәүләт университеты ғалимдары менән Көньяҡ Урал территорияһында бронза быуаты ҡомартҡыһы - "Арҡайым" ҡаласығын тәүләп асыусы билдәле тарихсы-археолог: Көньяҡ Уралда археологтар ҡаҙып асҡан ике тиҫтәнән ашыу ҡомартҡыға "Ҡалалар иле" тигән атама бирелде. Бында б.э. тиклем III - II мең йыллыҡтарҙа, йәғни бынан яҡынса дүрт мең йыл алдараҡ тап ошо зонала бронза быуаты ҡәбиләләре цивилизацияһы барлыҡҡа килгән. Тап ошо территорияла һуңынан меңдәрсә саҡрым ерҙәргә таралып киткән һинд-европа халыҡтарының ата-бабалары йәшәгән. Күп быуаттар үткәс, тап улар боронғо төрки, фин-уғыр, славян һәм башҡа Евразия этностары формалаша башлауында хәл иткес роль уйнаған, тип тә һығымта эшләргә мөмкин. Урал тауҙарының көнсығыш һырттарында урынлашҡан, яҡшы нығытылған тораҡтар төркөмө Гомер Трояһынан 5 - 6 быуатҡа боронғораҡ. "Ҡалалар иле" территорияһы төньяҡтан көньяҡҡа табан 350 саҡрым, көнбайыштан көнсығышҡа табан да шул тиклем арауыҡты биләй. Тап ошонда башҡа бәләкәйерәк ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙан ҙурлығы менән айырылып торған ике ҡомартҡы - Һынташты һәм Арҡайым ҡаҙып асылды. Беҙ уларҙы ҡала тип атаныҡ, гәрсә улар хәҙерге ҡала төшөнсәһенә тап килмәһәләр ҙә. Әммә улар ҡәҙимге ҡәлғә-ҡаласыҡтар ҙа түгел: бында ҡеүәтле һаҡланыу ҡоролмалары төҙөлгән була, был ҡалаларҙың монументаль архитектураһы һәм ҡатмарлы коммуникациялар системаһы булыуы билдәле. Нығытылған үҙәк территорияһы айырым деталдәренә тиклем планлаштырылған, ул бик компактлы итеп төҙөлгән, бында бар нәмә лә төптән уйланып эшләнгән. Ҡала арауыҡтарын ойоштороу яғынан фекер йөрөтһәң, бында ҡала ғына түгел, ә һәр бер урыны, һәр мөйөшө үтә ҡәтғи рәүештә төҙөтөлгән, ҙур ҡоролмалары менән айырылып торған олуғ ҡала булыуына инанаһың. Был ҡалаларҙың архитектураһын хатта ҡатып ҡалған социум, тип әйтергә була: бындағы торлаҡтар, ҡорамдар, ритуаль арауыҡтар, ҡойолар системаһы, фортификация-оборона ҡоролмалары, туҡланыу урындары ошондай ҡалаларҙың цивилизация үҙәге булыуына етерлек дәлил.
Нияз Мәжитов: Донъя фәне Һынташты-Арҡайым төркөмө ҡомартҡыларын асыуҙы һәм тикшереүҙе, табылған материалдарҙы ғилми әйләнешкә индереүҙе Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын өйрәнеү өлкәһендә өлгәшелгән оло ҡаҙаныш итеп таныны.
Арҡайым ҡаласыҡ-ҡәлғәһе Силәбе өлкәһендә, Сибай ҡалаһынан 60 - 70 саҡрым тирәһендә урынлашҡан. Ул бер-береһе эсенә индереп төҙөлгән ике һаҡ (оборона) ҡоролмалары ҡуласаһынан хасил булған, унда майҙаны 200 кв. метрға тиклем еткән торлаҡ биналары һәм цитадель була. Һаҡ ҡоролмалары стеналарының ҡалынлығы 4,5 - 6 м тәшкил итә. Тышҡы һәм эске һаҡ ҡоролмалары яндырылмаған кирбес, ағас һәм кәҫтән торған стеналар, шулай уҡ оҙон соҡор (канау) менән сикләнгән. Тышҡы һәм эске ҡәлғә стеналары арауығы тотошлайы менән 4x12м ҙурлығындағы ярым ер өйҙәрҙән тора. Өйҙәр радиаль йүнәлештә төҙөлөп, уларҙың ике оҙон стенаһы бер үк ваҡытта йәнәштәге бүлмәләрҙең дә стеналарын хасил иткән. Торлаҡ стеналары һәм ҡыйыҡтары ер иҙәнгә ҡаҙып ултыртылған бағаналар менән тотторолған. Һәр өйҙә ике инеп-сығып йөрөү урыны була. Береһе тышҡы стенаның бер мөйөшөндә булһа, икенсеһе киңлеге 6 м булған ағас мостовой менән тоташтырылған эске ихата яғына сыға. Ағас түшәлгән урам (мостовой) аҫтынан канализация системаһы үтә. Өйҙәр иҙәндәге усаҡтар менән йылытыла; һәр бер өйҙә ҡойо, һыу ағыҙыу торбалары була. Хәҙер беҙ Көньяҡ Уралдың Арҡайым тибындағы ҡаласыҡ-ҡәлғәләре тирәләй иҙәндәрендә усаҡтары һәм тәрән ҡойолары булған дүрт мөйөшлө ярым ер өйҙәрҙән торған асыҡ тораҡтар булыуы хаҡында ышаныслы итеп әйтә алабыҙ.
Көньяҡ Уралдың иртә бронза эпохаһына ҡараған ҡаласыҡ-ҡәлғәләрен тикшереү яңыраҡ башланғанлыҡтан, уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм йәшәүе менән бәйле күп мәсьәләләр асыҡланмаған көйө ҡала. Әммә Арҡайым ҡаласығында оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған ҡаҙыныу эштәре материалдары бындағы ҡомартҡыларҙың үҙҙәренең түңәрәк планировкаһы, фортификацион һәм бәләкәй ҡоролмаларҙың ҡатмарлы булыуы, төҙөлөштә яндырылмаған кирбестең киң ҡулланылыуы менән ғәҙәти булмауы хаҡындағы фекерҙе раҫларға нигеҙ була ала.

Ошо Арҡайым тибындағы ҡәлғә-ҡаласыҡтар бронза быуатында уҡ Көньяҡ Уралда билдәле бер цивилизация үҙәге булыуына дәлил. Уларҙың эҙһеҙ юҡҡа сығыуы мөмкин түгел. Ошо үҙәктең был территорияла артабан йәшәүен дауам итеүсе ҡәбиләләргә йоғонтоһо булғандыр, тип фекер йөрөтөргә булалыр?

Нияз Мәжитов:
Көньяҡ Уралда Арҡайым тибындағы 20-гә яҡын ҡаласыҡ билдәле. Шуларҙың береһе Баймаҡ районының Байыш ауылы янында урынлашҡан. Тикшеренеүселәр, Арҡайым тибындағы ҡомартҡылар төркөмөнөң планировкаһын, төҙөлөшөн һәм барса табылған материалдарҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уны Һынташты археологик мәҙәниәте, тип нарыҡлайҙар һәм датаһын б.э. тиклем XX - XVI быуаттар арауығы менән билдәләйҙәр.
Ошондай ғәҙәти булмаған ҡомартҡыларҙың барлыҡҡа килеүе - төбәк халҡы йәшәйешенең барса өлкәләрендә барған тәрән үҙгәрештәр һөҙөмтәһе. Улар иң элгәре кешеләр йәшәгән урындарҙы һаҡлау мохтажлығы барлыҡҡа килеүен аңлата, бының ошо осорҙа төрлө ҡәбиләләр төркөмдәре араһында конфликттарҙың көсәйә барыуы менән бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Арҡайым ҡаласығын асыусы археолог, профессор Г.Б. Здановичтың Көньяҡ Уралда ошондай типтағы ҡаласыҡтарҙың баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эшкәртеү рудниктарын дошман ҡәбиләләренән һаҡлау йәһәтенән терәк пункт ролен үтәүе, килтерелгән тауарҙарын урындағы ҡәбиләләр етештергән баҡыр әйберҙәргә, йәнлек тиреләренә һәм башҡа продукттарға алмаштырыу маҡсатында алыҫ илдәрҙән килеүсе сауҙагәрҙәр өсөн каруанһарай булыуы хаҡындағы фекерен ысынбарлыҡҡа тап килә, тип әйтеп була.

Ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙа табылған ҡайһы бер артефакттарҙың, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәренең хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалыуын билдәләп үтергә кәрәктер?

Нияз Мәжитов:
Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре тураһында яҙғанда, уларҙа сәсбау (сәсүрмә, сулпы) йәиһә түшелдерек сифатында ҡулланылған, бронза торбасыҡтар (пронизки) һәм пластиналарҙан яһалған биҙәүестәр комплексының киң таралыуына уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлткән инек. Һынташты ҡәберлегенән тағы ла байыраҡ бронза биҙәүестәр йыйылмаһы табылыуы беҙҙе яңынан ошо сюжетҡа кире ҡайтырға мәжбүр итә. Һынташтылағы ике ҡатын-ҡыҙ ҡәберендә, ҡалын күнгә беркетелеп, көмөш пластиналарҙан һәм торбасыҡтарҙан яһалған берәр зиннәтле түшелдерек табылған. Уларға иш булырлыҡ табылдыҡтар Көньяҡ Урал, Волга буйы һәм Ҡаҙағстандың бронза эпохаһына ҡараған ҡомартҡыларында күпләп осрай. Бында ошо биҙәүестәр комплексының ҡатын-ҡыҙҙар ерләнгән ҡәберҙәрҙән табылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Уйлауыбыҙса, ошо түшелдеректәр - башҡорттарҙа әлеге заманға тиклем массовый рәүештә һаҡланып ҡалған ҡатын-ҡыҙ күкрәксәләренең иң боронғо һәм сағыу прототибы ул. Сағыштырылған түшелдеректәр араһындағы конструктив оҡшашлыҡ беленеп тора, тик уларҙың айырмаһы хәҙерге башҡорт күкрәксәләрендә (башҡортса - яға, һаҡал) биҙәүес сифатында сәйлән, көмөш тәңкәләр йә иһә ябай пластиналар ҡуланылыуында ғына.
Конструкцияһы буйынса оҡшаш ҡатын-ҡыҙ түшелдеректәренең хәҙерге мариҙарҙа, сыуаштарҙа һәм Төньяҡ Евразияның башҡа халыҡтарында һаҡланып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк.
Беҙҙең бында сағылдырылған күҙәтеүҙәребеҙ дөрөҫ юҫыҡта бара икән, ғалимдарыбыҙ ҡарамағында ҡиммәтле сығанаҡҡа тиң материал барлыҡҡа киләсәк: ул Урал-Волга буйының бронза быуаты ҡәбиләләре мираҫының, үҙгәрә барып, ошо төбәк халыҡтарында хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалыуына дәлил булып тора. Был дала Евразияһы ҡәүемдәре, иң элгәре Көньяҡ Урал, Көньяҡ Себер, Урал-Волга буйы халыҡтары этногенезы башланғысының, шул иҫәптән хәҙерге башҡорттарҙың да, бронза быуаты ҡәбиләләренә барып тоташыуы хаҡындағы фекергә етерлек дәлил булып торасаҡ.

XII быуатта Сицилияның норман короле Рожер II һарайында йәшәгән ғәрәп географы әл Иҙриси ул замандағы халыҡтар, уларҙың илдәре тураһында киң һәм бай мәғлүмәт туплап, "Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс" исемле энциклопедик характерҙағы ҙур хеҙмәт яҙа. Был китапта боронғо башҡорттар тураһында ла шаҡтай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелгән. Беҙҙең өсөн бына нимә мөһим: бынан 850 йыл элек һәм унан да әүәлерәк башҡорт халҡы Европала үҙ иле (территорияһы), хужалығы, ғәскәре, ҡалалары, үҙенсәлекле теле булған үҙаллы халыҡ рәүешендә билдәле була.

Әл Иҙриси:
Алтынсы климаттың етенсе секцияһында Хазар диңгеҙенең бер өлөшө, эске һәм тышҡы басджирт илдәренең территорияһы һәм уларға төньяҡтан сиктәш булған Аскутийа иле ерҙәре тураһында бәйән ителә. Тышҡы басджирттар иленә килгәндә, уға Ҡаруҡийа, Нәмджан һәм Гүрхан ҡалалары ҡарай. Был ҡалаларҙа йәшәүселәр, үҙҙәренә етерлек кимәлдә сауҙа һәм һөнәрселек менән шөғөлләнеп, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Был илдәрҙең ерҙәре уңдырышлы, мул үҫемлекле һәм мал көтөүҙәре күп.
Шулай уҡ тышҡы басджирттарҙан көнсығышҡа Нәмджан ҡалаһына тиклем һигеҙ күсем араһы. Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм еренә, Шаш иленә һәм гуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, бында һәм Дайламала юғары хаҡҡа һатыла. Был ҡалала балсыҡтан төрлө нәмәләр, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм тиҙ ватылмай торған көршәктәр яһала. Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп. Был йылғалағы балыҡтарҙың сорттары һәм йыландарҙың төрҙәре шул тиклем күп, хатта уларҙы һөйләп тә, һанап та бөтөрлөк түгел. Нәмджан ҡалаһы кешеләре үҙҙәре өсөн төп аҙыҡ булған балыҡты бик ҙур таһыллыҡ һәм сослоҡ менән тота. Тотолған балыҡтың күберәк өлөшөн, һаҡлау өсөн тәмләткестәр һибеп, тоҙлап, караптарға тейәп, Хазар диңгеҙенә алып төшәләр, яр буйлап Исил ҡалаһына һәм башҡа урындарға тиклем барып етеп, һатыу итәләр, йәиһә үҙҙәре теләгәнсә тотоналар.
Нәмджан ҡалаһынан Гүрханға тиклем һигеҙ күсем ер. Был Аскутийа ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы. Ул Табаристан диңгеҙенә ҡойған Исил йылғаһынан төньяҡ тарафта урынлашҡан. Ҡала яҡшы төҙөкләндерелгән, тирә-яғы эшкәртелгән, бында ҡайһы саҡта күрһәтелгән йылға буйлап сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килеп йөрөй. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй. Гүрхан ҡалаһынан Ҡаруҡийаға тиклем Анхадара йылғаһы буйлап һигеҙ көнлөк юл, ә ҡоронан - көнбайышҡа табан ун алты күсем. Ҡаруҡийа - ағас ҡоролмаларҙан һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала. Уға ерҙәре бынан ун алты күсем арала булған булғарҙар йыш һөжүм итеп тора, һәм улар әлмисаҡтан бирле бер-береһе менән даими һуғышып йәшәй.
Ҡаруҡийа ҡалаһынан төньяҡҡа тышҡы басджирттарға тиклем үтеп сығыуы ауыр булған тауҙар, насар юлдар һәм тар һуҡмаҡтар буйлап ун күсем ара. Ҡаруҡийа һәм эске басджирттар араһы үтеп сыҡҡыһыҙ тауҙар һәм юлһыҙ ерҙәрҙән ун ике күсем. Басджирттарҙың иле ҙур, уның айырым өлөштәре бер-береһенән ҙур алыҫлыҡта ята. Эске басджирттар иле үҙәге менән тышҡы басджирттар иле үҙәге араһы ун бер күсем ер. Үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса басджирт халҡы төрки-булғарҙарға оҡшаш. Кейемдәре - оҙон куртка.
Эске басджирттарҙың ҡалаларынан Мастр һәм Ҡастрҙы атап була. Был ике ҡала ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр бында һирәк килә. Унда бер кемдең дә булғаны юҡ, сөнки урындағы халыҡ илдәре аша үтеп сығырға теләүсе бөтә сит ил кешеләрен үлтереп тора. Был ике ҡала Исилгә ҡойған йылға буйында урынлашҡан.

Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был хаҡта киң матбуғат сараларында күп яҙылды. Өфө ҡалаһы территорияһында урта быуаттар ҡомартҡылары - ҡәлғә-ҡаласыҡтар табылған. Уларҙың иң билдәлеһе - Өфө-II ҡаласығы. Ошо хаҡта һөйләп китһәгеҙ ине, Нияз Абдулхаҡ улы.

Нияз Мәжитов:
Өфө ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан Өфө-II ҡаласығын беҙ уны билдәле бер ихтималлыҡ кимәлендә Башҡорт ҡалаһы тип атайбыҙ. Ағиҙел йылғаһы буйындағы ошо исемле ҡала йыш ҡына Урта быуаттарға ҡараған сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Төбәктә барған үҙгәрештәрҙең сағыу күрһәткесе - тимер, баҡыр һәм бронза металлургияһының сағыштырмаса юғары кимәлдә булыуы, был стандарт формалы һәм үлсәмле хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдарының, биҙәүестәрҙең бик киң таралыуынан беленә. Халыҡ тормошоноң барса өлкәләрендәге етди үҙгәрештәрҙең тағы бер күрһәткесе - ошо осорҙа Көньяҡ Уралдың әүәл кеше йәшәмәгән урманлы дала һәм дала зоналарында йөҙҙән ашыу ҡаласыҡтарҙың һәм тораҡтарҙың барлыҡҡа килеүе. Ҡомартҡыларҙың был төркөмө әлегә аҙ өйрәнелгән, әммә ҙур булмаған 5-10 ҡаласыҡтың монументаль оборона ҡоролмалары булған ҙур ҡаласыҡ тирәләй төркөм-төркөм булып урынлашыуы күҙгә ташланып тора. Был күләме яғынан ҙур булған ҡаласыҡтарҙың сәйәси, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни тормош үҙәктәре булыуы, ә уларҙың ҡайһы берҙәренең ул саҡта уҡ ҡала статусына тиклем үҫешеп, иң һуңғы Урта быуаттарҙың яҙма сығанаҡтарында теркәлеп ҡуйылыуы бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай.
Улар иҫәбенә Өфө ҡалаһының Киров районындағы Өфө-II ҡаласығын индереү фарыз. IV-V быуаттарҙа ул хәҙерге "Дуҫлыҡ монументы" торған йылға морононда йәнәш урынлашҡан икенсе ҡаласыҡ менән берҙәм тарихи-археологик комплексты - ҙур тораҡ пунктын хасил иткән. Киңлеге 100 метр, оҙонлоғо 200 метрҙан артығыраҡ булған тар ғына морондағы тораҡ та шул уҡ комплексҡа ингән (шартлы рәүештә Өфө-III тип йөрөтөлә), ул Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры һәм Өфө-II ҡаласығы сигендәге тәрән йырын араһында урынлашҡан. Морон Ырымбур күперенән 200 метрға өҫтәрәк Ағиҙел йылғаһына ҡойған инеш тамағында тамамлана. 60 йылдар уртаһына тиклем ошо моронда күп йортло урам була, әммә Ағиҙел аша һалына башлаған күпергә илтеүсе юлдар төҙөү өсөн әлеге морон урамы менән бергә тулыһынса юҡҡа сығарыла.
Фән өсөн Өфө-II ҡаласығы асҡан крайҙы өйрәнеүсе П. Ф. Ищериков ошо морон территорияһында Өфө-II ҡаласығындағына тулыһынса оҡшаш булған бай керамика коллекцияһын йыйып өлгөрә. Морондоң үҙенсәлеге бында үҙаллы археологик ҡомартҡы булыуы хаҡында фараз итергә мөмкинлек бирә. Был комплекстан 1-2 саҡрым алыҫлыҡта тағы ла ошо осорға ҡараған өс ҡаласыҡ урынлашҡан: береһе "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы биләмәһендә, икенсеһе - Өфө йылғаһындағы (уның тамағында) "Таш кисеү" янында, ә өсөнсөһө - Салауат Юлаев һәйкәле торған моронда. Ағиҙел, Өфө йылғалары, Дим йылғаһының иҫке үҙәне буйындағы ҡаласыҡтар тирәһендә тиҫтәләгән асыҡ тораҡтар була, уларҙа, башлыса, V-XIV быуаттарға ҡараған керамик материал табылған.

Шулай итеп...
Боронғо тарихсылар Геродот һәм Птолемейҙың, XII быуат географы әл Иҙрисиҙең, тарихи хәҡиҡәтте ғилми тикшеренеү объекты итеп ҡабул иткән замандаш ғалимдарыбыҙҙың, тарихсы-археологтарыбыҙҙың башҡорт халҡының боронғо тарихын өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән күренекле башҡорт гуманист-ғалимы, билдәле дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтың "Һәр бер халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш", тигән һүҙҙәренең ни тиклем хаҡлы икәненә төшөнәһең.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru