«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠЛАШЫУ БИТ УЛ ИХЛАСЛЫҠ, ЭСКЕРҺЕҘЛЕК МӘКТӘБЕ
+  - 


Бер саҡ гәзитебеҙҙә Бөрйән районынан Гөлсөм Өмөтбаева атлы автор халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында һүҙ алып барып, ҡунаҡты күстәнәс биреп оҙатыуҙың әһәмиәтен шулай тип аңлатҡайны: "Күстәнәс - ҡунаҡтан ҡайтып инеү менән өйҙә ҡалған бала-сағаға тоттороп, уларҙың ҡыуанысын күреү, ҡунаҡ табынының ризығын өйҙәгеләргә лә татытыу, ҡунаҡ саҡырған кешенең ихласлығын сағылдырыу ул..." Яҙмаларының икенсе өлөшөндә автор ауыл-ҡала мөнәсәбәтенең сәйер күренешен бәйән итеп, ҡасандыр ауылда ҡунаҡ булыусы ҡала кешеһенең үҙен ҡунаҡ итеүсене ҡала урамында осратҡанында күрмәмешкә һалышып үтеүе, ашап-эсеүен, ҡунаҡ булыуын тиҙ онотоуы хаҡында әйтеп үтә. Бик хаҡ һүҙҙәр. Был йәһәттән минең дә бер күҙәтеүем бар: ҡалалар ҙурыраҡ, мегаполис киңерәк булған һайын, унда йәшәүселәрҙең дә күңеле тарыраҡ була бара, йәғни мөхит ни тиклем киңәйһә, кеше үҙ-үҙенә шул тиклем нығыраҡ бикләнә. Ҡыҫҡаһы, ҡунаҡ, ҡунаҡлашыу, ҡунаҡсыллыҡ хаҡында киңерәк итеп фекер йөрөтөп ҡарайыҡ...

Мәҡәл-әйтемдәребеҙҙә...

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре араһында ҡунаҡ, ҡунаҡлашыу, ҡунаҡсыллыҡ хаҡындағылары иң күптәренең береһен тәшкил итә, тиһәм, һис тә яңылышмам. Уларҙың бер нисәүһен әйтеп үтергә лә булалыр, әйтәйек: "Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар", "Ҡунаҡ барҙа этеңде лә орошма", "Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул", "Ҡунаҡ килһә, ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә", "Ҡунаҡ килһә - мәшәҡәт, үҙең барһаң - эрәхәт", "Ҡунаҡ килһә, һый килә", "Ҡунаҡ ҡунаҡтан оло", "Ҡунаҡ үҙ ризығы менән килер", "Ҡунаҡ - хужаның ишәге", "Ҡунаҡҡа барһаң, ҡаҙаныңды йыуып кит", "Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ", "Ҡәҙерле ҡунаҡ һағындырып килә", "Бәхетленең ҡунағы бергә", "Ҡунаҡ менән әжәл һорап килмәҫ", "Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына", "Саҡырып ҡунағың килмәһә, ҡыйын, ауырып ҡатының үлмәһә, ҡыйын", "Үлем - һәр кешенең ҡунағы", "Әҙәпле ҡунаҡ китер ваҡытын үҙе белер", "Оялсан ҡунаҡ ас ҡалыр", "Өс көн - ҡунаҡ, өс көндән һуң - муйнаҡ", "Саҡырылмаған ҡунаҡ - юнмаған таяҡ", "Саҡырылмаған ҡунаҡ уғрынан яман", "Төнгө ҡунаҡ - төнлөк ябыуы", "Хужа ҡунағын яратмаһа, бесәйен әрләй", "Һөмһөҙ ҡунаҡ ҡуна ҡалыр, хужаларға нужа һалыр" һ.б.
Күреүебеҙсә, ҡунаҡ, ҡунаҡлашыу, ҡунаҡсыллыҡ хаҡында төрлө-төрлө характерҙағы мәҡәл-әйтемдәр бихисап икән. Бында әле мин "Башҡорт халыҡ ижады"ның X томындағы ("Китап", 2006 йыл) мәҡәл-әйтемдәрҙең иң аҙ өлөшөн генә миҫал китеп килтерҙем. Миңә ҡалһа, был хаҡтағы ҡанатлы һүҙҙәр араһындағыларының иң кәттәләре, моғайын да, "Ҡунаҡ - Хоҙай илсеһе", "Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына" тигәндәрелер. Тик, ниңәлер, халыҡ араһында киң таралған был әйтемдәр томлыҡҡа инмәй ҡалған. Бәлки, улар китаптың башҡа тематик бүлектәрендә урын алғандыр, тип ышанғы килә.

Ҡыҙыҡ сифатмы?

Борон-борондан ҡунаҡсыллыҡ барлыҡ халыҡтарҙа ла иң күркәм йола һаналған. Татлы ризыҡ, аш-һыуҙан һығылып торған мул табын бар кешегә оҡшаған кеүек, ҡунаҡсыллыҡ сифаты ла һәр кеше өсөн яҡындыр, кешелеклелек, изгелек, мәрхәмәтлек, йомартлыҡ сифаттары менән бер тигеҙ итеп баһаланалыр, тип ышанғы килә. Әммә һәр бер ҡунаҡтың да Хоҙай илсеһеләй изге йән булмауы ла бар бит әле. Нимә генә тимә, ҡунаҡтарҙың да төрлөһө була. Улай булғас, ниңә ҡунаҡтарҙы Хоҙай илсеһенә тиңләгәндәр һуң? Был урында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың бер исемһеҙ шиғырынан ошо юлдарҙы килтереп үтке килә:
Боронғоноң йолалары ҡыҙыҡ:
Изге булған ҡунаҡ ул саҡта.
Хатта дошман өйгә килеп керһә,
Теймәгәндәр ундай ҡунаҡҡа.
Бары менән уны һыйлағандар,
Һоло килтергәндәр атына.
Тик ауылдан ҡунаҡ сығыу менән
Ир-егеттәр, яҡшы атҡа менеп,
Ҡыуа төшкән дошман артынан...

Бер яҡтан ҡарағанда, кешене ике йөҙлө, яһалма рәүештә яғымлы, игелекле булырға мәжбүр итеүҙе хәтерләткән кеүек ҡунаҡсыллыҡтың был йолаһы. Ә бит ҡунаҡсыллыҡтың нигеҙендә өйөңә ҡунаҡ булып килгән һәр кешегә ҡарата йылы, яҡты, йомарт мөнәсәбәт күрһәтеү ята. Әгәр ҙә ҡунағың ундай мөнәсәбәткә лайыҡ булмаһа, йәғни дошманың булһа, ни эшләргә һуң? Уға яҡты йөҙ күрһәтеү, атының теҙгененән алып ҡаршылап, түреңә мендереп ултыртып һыйлау бер ҡатлылыҡты, үҙ булмышыңа, асылыңа, яҙмышыңа ҡарата битарафлыҡты, үҙеңә зыян булып әйләнеп ҡайтырға булышлыҡ иткән хушкүңеллелекте аңлатмаймы? Халҡыбыҙҙың бындай сифатын хәҙерге заманда ыштанһыҙлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа тиңләүселәр ҙә бар. Йәнәһе, ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған бер ҡатлы башҡорт һаман да ҡунағының алдына барлыҡ мөлкәтен сығарып, нисек булһа ла уны һыйлап, күңелен күреп ҡалырға тырыша...
Беҙҙең халыҡта ҡунаҡҡа бындай мөнәсәбәт ҡунаҡтың үҙенә түгел, Хоҙайға тоғро булғаныбыҙ өсөн һаҡланып киләлер, тип ышанғы килә барыбер ҙә. Ысынлап та, ни өсөн ҡунаҡ Хоҙайҙың илсеһе һуң? Хоҙай ҡунаҡты беҙгә игелекле изге йән булған өсөн түгел, беҙҙең ихласлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлек, сабырлыҡ, йомартлыҡ сифаттарын һынар өсөн илсе итеп ебәрә бит. Изгеһен дә, яуызын да берҙәй үк итеп ебәрә. Ошо юл менән беҙҙе һынай һәм сауабын да бирә. Мин, мәҫәлән, халҡыбыҙ ҡунаҡсыллығының дәлил менән аңлатып булмаҫлыҡ сәбәптәрен ошонда күрәм. "Ҡунаҡ - Хоҙай илсеһе" тигән әйтем тап ошо хаҡталыр, тием. Яңылыш уйлаһам, зинһар, мине төҙәтегеҙ.

Ҡунаҡ - ҡуна килеүсе

Улай булғас, "Саҡырылмаған ҡунаҡ уғрынан яман", "Төнгө ҡунаҡ - төнлөк ябыуы", "Хужа ҡунағын яратмаһа, бесәйен әрләй", "Һөмһөҙ ҡунаҡ ҡуна ҡалыр, хужаларға нужа һалыр" тигән әйтемдәрҙе нисек аңлатырға була, тип әйтер берәү. Кем белә, бәлки, был әйтемдәрҙе ҡунаҡлашыуҙы, ҡунаҡ итеүҙе яратмағандар уйлап сығарғандыр. Нимә генә тимә, "ҡунаҡ" һүҙенең тамырында "ҡун", "ҡуныу" йәғни "йоҡлап сығыу" һүҙҙәре ята. Ҡунаҡ ул иң беренсе нәүбәттә ҡуна килеүсе кеше. Беҙ бәләкәй саҡта атай-әсәйҙәрҙең нисек итеп ҡунаҡ саҡырышып, гөрләшеп йәшәүҙәрен күреп үҫтек. Әйтәйек, бер ауылда бер өй аша ғына йәшәгән егет менән ҡыҙ өйләнешһә, тәүҙә әйттерергә килеп, өс көн буйына ҡунаҡ була инеләр, мал алырға килгәндә лә өс көн буйы ҡунаҡлашалар. Туйҙар дүрт көн бара: тәүге көн - ҡыҙыл туй, икенсе көн - йыуаса, өсөнсө көн - сыбыртҡы ите, дүртенсе көн - ҡыҙ оҙатыу һәм кейәү йортонда ҡыҙ ҡаршылау. Шулай итеп, егет менән ҡыҙҙың өйләнешеү мәшәҡәттәре ун көнгә һуҙыла торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡунаҡ булып килеүселәрҙе, бер өй аша ғына йәшәһәләр ҙә, өйөнә ҡайтып килергә лә юл ҡуймай инеләр. Хәҙер инде, заман башҡа, заң башҡа, ҡайһы бер туйҙар иң күбендә 1-2 көндә тамамлана. Беҙ, малайҙар иһә, апайҙарыбыҙҙың туйына килгән ҡоҙаларҙың атын ҡарау, һуғарыу, бесән, һоло һалыу менән булдыҡ. Ҡунаҡтың йәки ҡоҙаның аты ихатаға инеүе була, хужаның аты ялан кәртәгә сығарылып, әүеҫлек аҫтына индерелеп ҡуйыла, септә лә ҡунаҡтың атына ябыла ине. Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ ине шул ул заманда.

Ә ризыҡтар һуң!

Хәҙер ҡунаҡ саҡырғанда ризыҡтарҙың ниндәйе генә әҙерләнмәй! Ҡош һөтөнән башҡаһы бар, тиҙәр ундай өҫтәлдәрҙе. Шул өҫтәлдәргә күҙ һалып ҡына ла йәшәү кимәлебеҙҙең ни тиклем күтәрелгәнен тоҫмалларға була бит. Тормош насар, тип зарланыусылар бынан 20-30, 40-50 йыл элекке байрам табындарына күҙ һалып, хәҙерге менән сағыштырһын ине. Әммә табындар мулыраҡ була барған һайын, кешеләр ҡунаҡҡа һирәгерәк саҡырыша башланы. Ҡунаҡҡа кеше саҡырыуҙар ҙа күберәк әшнәлек, иҫәп принцибына ҡоролғанына шаһит булырға тура килә хәҙер.

Ҡара-ҡаршы саҡырыу

Тағы ла ҡунаҡ саҡырышыуҙың "Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы" тигән йолаһы ла бар. Был йола буйынса ҡунаҡта булыусы мотлаҡ рәүештә үҙен ҡунаҡ итеүсегә яуап биреп, ҡайтарып саҡырып, ҡунаҡ итергә тейеш. Тейеш кенә түгел, бурыслы. Әгәр ҙә бурыс үтәлмәһә, был беҙҙең халыҡ өсөн оло ғәрлек һанала. Шул уҡ ваҡытта ҡайтарып ҡунаҡ саҡырғанда тәүге мәжлестә булыусыларҙың барыһы ла саҡырыла. Ҡунаҡлашыуҙың бындай үҙенсәлекле "түңәрәге" хәҙерге ваҡытта һуғым ашына, Ураҙа ваҡытында ауыҙ асыуға саҡырғанда һаҡланып ҡалған. Бындай саҡырышыуҙарҙа туғандар ҙа, шулай уҡ туған булмаған ауылдаштар, бер урында эшләүсе коллегалар йә күршеләр ҡатнаша. Алыҫтан килгән ҡәҙерле ҡунаҡ янына алып саҡырыуҙы "ҡунаҡ янына алыу" тип атайҙар. Ә инде ҡунаҡ янына алынған кеше ҡайтарып барыһын ҡунаҡҡа саҡырһа, быны беҙҙең яҡта "тауыш итеү" тиҙәр. Әсәйемдең "шуларҙы-шуларҙы тауыш итеп алайыҡ", тип атайым менән кәңәшләшкәндәре әле булһын хәтеремдә. Тауыш итешеүҙең үҙенә күрә айырым күркәм бүләк бирешеү миҙгелдәре лә була торғайны. Был осраҡта тауыш итеп ҡунаҡ йыйыусы алыҫтан килгән ҡәҙерле ҡунаҡҡа хөрмәт билдәһе итеп күлдәк кейҙерә. Беҙҙең яҡта "күлдәк кейҙереү" йолаһы кейем кейҙереү, бүләк биреү булараҡ ҡына аңлашылмай, "шатлыҡ бүләк итеү", "шатлыҡ күлдәге кейҙереү" булараҡ та аңлашыла. Йәғни өҫтөнә яңы, сағыу матур күлдәкте кейгән кеше үҙенә килешле булған кейемдән яңы сүрәткә инеп ҡыуана, быға тиклем үҙенә танһыҡ булып тойолған шатлыҡ минуттары кисерә булып сыға. Шуға күрә яңы, матур күлдәк кейеү шатланыуға, ҡыуаныуға бәрәбәрҙер. Әйтәйек, "атҡа менгәндәй ҡыуанды" тигән һымаҡ. Тап шуның өсөн дә ҡунаҡҡа күлдәк кейҙереү иң ҙур бүләк биреү булып иҫәпләнә лә инде. Күлдәктән дә ҡиммәтерәк булған башҡа бүләк биреү ул тиклем үк баһаланмай беҙҙең яҡтарҙа. Ололарҙың "шуларҙа-шуларҙа булдым, күлдәк кейеп ҡайттым", тигәнен беҙҙең яҡта "ҡыуанып-шатланып ҡайттым" йәки "бығаса кисермәгән кинәнес кисерҙем", тип тә аңларға була.

Берҙәм итеүсе сара

Ҡунаҡлашыуҙың бындай күркәм йолалары юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгәндер тип уйланыла. Туғандарҙың да, бер-береһенә туған булмаған ете-яттарҙың да саҡырышып йәшәүе халҡыбыҙҙы берләштереүсе, берҙәм итеүсе бер сара ла булғанын төҫмөрләргә була бында. Һәр хәлдә, йортонда булып, түрендә ултырып, ризығынан ауыҙ иткән кеше менән насар мөнәсәбәттә булырға тырышмайһың бит инде. Әсәйҙәребеҙҙең "ауылдағы ана шуларҙы, бына быларҙы ҡунаҡҡа саҡырғаныбыҙ юҡ, хатта оят булып китте", тип ҡунаҡҡа саҡырырға ниәтләнеп ултырғандары ла хәтерҙә. Ана шундай табындарҙа беҙ белгәндән генә әсәйебеҙ әллә күпме апайҙарға, инәйҙәргә шатлыҡ күлдәге кейҙереп, үҙенә ҡиәмәтлек апаһын йә һеңлеһен, атайыбыҙға ҡиәмәтлек бажалар, беҙгә ҡиәмәтлек еҙнәйҙәр, олатайҙар тапты. Ҡиәмәтлек ҡунаҡлашыу аша туғанлашыу иң күркәм йола һанала беҙҙә. Тимәк, ҡунаҡлашыу халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле ойошоу, берләшеү формаһы булғаны бында бәхәсһеҙ хәҡиҡәт булып тора. Өҫтәүенә, башҡорт өсөн ҡунаҡ Хоҙай илсеһенә тиңләнә икән, ҡунаҡсыллыҡ, һис шикһеҙ, Хаҡ Тәғәлә алдындағы иң сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналыуы көн кеүек асыҡ.
Тыйнаҡлыҡ та кәрәк!
Талантлы шағир, үҙенсәлекле ҡарашлы ғалим, олойән шәхес, мәрхүм Рәшит Әхтәриҙең ҡунаҡ булыу хаҡында шундайыраҡ шиғыр юлдары бар ине:

Әй буйында йәй буйына
Ҡунаҡ булырға ине.
Ҡунаҡ булырға ине лә,
Тыйнаҡ булырға ине.

Әй буйында йәй буйына
Ҡунаҡ булып булманы.
Ҡунаҡ булып булһа ла бит,
Тыйнаҡ булып булманы.

Ҡунаҡтың тыйнаҡлыҡ зарурлығы хаҡында ла күпте һөйләргә булыр ине. Һүҙҙе оҙонға һуҙмайынса, "Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул", "Өс көн - ҡунаҡ, өс көндән һуң - муйнаҡ" тигән әйтемдәрҙе генә килтереп үтәйек. Нимә генә тимә, Хоҙай әҙәм балаһын ҡунаҡ итеп тә һынай, рәхмәтлеләр менән рәхмәтһеҙҙәрҙе лә айыра. Юҡҡа ғынамы ни, рәхмәтле булыу әҙәм балаһы өсөн иң оло сауаптарҙан һанала. Рәхмәтле булыу ғына түгел, рәхмәт әйтә белеү ҙә оло сауап. Еребеҙгә ҡунаҡ ҡына булып килеп, һыйланып, һуңынан йөҙөбөҙгә төкөрөргә тырышыусыларҙы ла яҡшы беләбеҙ. Ундайҙар хатта ҡунаҡ роленән хужаға күсергә лә маташа. Был йәһәттән Хоҙай беҙҙең менән...

Күстәнәс биреү мотлаҡ!

Яңыраҡ отпускым ваҡытында мин туҡталған ауылдан 32 саҡрым алыҫтағы ауылда йәшәүсе дуҫым мине кис ҡояш байығас үтәсәк күркәм сараға саҡырҙы. Беҙ бәләкәйҙән шуға күнеккәнбеҙ: ҡайҙа барһаҡ та, күстәнәсһеҙ йөрөмәйбеҙ. Сара дуҫымдың йортонда түгел, башҡа урында үтте һәм шулай килеп сыҡты: мин төнгө сәғәт берҙә генә уның йорто янынан ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Тик шул саҡта ғына уның ғаиләһенә тигән күстәнәсте дуҫымдың ҡулына тоттороп ҡайтырға сыҡтым. Һәм нимә булды, тиһегеҙме? Иртәгәһен, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында, юҡ һылтауҙы бар итеп, дуҫым күстәнәсен тотоп минең янға килеп етә лә һалған. "Уңайһыҙландым, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым", ти үҙе.
Күстәнәс, бүләк биреү "Хоҙайға ҡайтыу" китабында түбәндәгесә аңлатыла: "Нимәлер биреү, алыу (күстәнәс, бүләк, әйбер, хоҡуҡ һ.б.) өсөн энергияның туҡтауһыҙ хәрәкәте талап ителә..." Икенсе төрлө әйткәндә, нимәлер алыр өсөн иң тәүҙә нимәлер бирергә кәрәк, йәғни энергияның хәрәкәте генә артабанғы хәрәкәтте тәшкил итә. Урыҫтар был саҡта "Буш сыр тәпелә генә була", тиһә, башҡорттар "Буштың атаһы үлгән", ти. Тимәк, ҡунағына күстәнәс биреп ҡайтарыусы хужа был ғәмәле менән үҙенә лә күстәнәс, бүләк, рәхмәт, сауап булып ҡайтасаҡ изгелек энергияһын хәрәкәткә килтерә, йәғни изгелек, мәрхәмәтлек мөхите, түңәрәге барлыҡҡа килтерә. Ҡунаҡҡа биреп ҡайтарылған тәмле күстәнәс, танһыҡ ризыҡ, әлбиттә, уның йортонда ҡалған балаларына тәғәйенләнә. Тимәк, уны ауыҙ итеп һөйөнгән балаларҙың шатлығынан килгән сауабы ла үҙе ни тора.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ҡунаҡлашыуҙы ихласлыҡ, эскерһеҙлек мәктәбе тип атарға ла булалыр. Ә бит тормош кешеләрҙе, бигерәк тә яҡын туғандарҙы бер-береһен күрә алмаҫтай мөнәсәбәтле хәлдәргә лә ҡуя. Ошондай саҡтарҙа йортоңа Хоҙайҙың илсеһе булып килеп ингән ҡунағыңа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарайһың да инде.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru