«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА ИРТӘҺЕ ИРТӘГӘГӘ ИЛТӘ (ЭССЕ)
+  - 


Атайым Миңлеәхмәт, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, ғүмере буйына йор һүҙле булды, төрлө заманалар, шул саҡтарҙа йәшәгән кешеләр, тарихи ваҡиғалар хаҡында үтә мауыҡтырғыс итеп һөйләр ине. Өҫтәүенә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас моң менән башҡарыусы булып та танылғайны.

Күптән инде баҡый донъяға күскән ҡан-нәҫелемде иҫләүемдең ғилләһе шунда - уларҙың балалыҡ һәм йәшлек йылдары Совет Рәсәйендә тәүләп барлыҡҡа килгән Башҡорт автономиялы республикаһының тыуыуы һәм үҫеш осорона тура килә, яңы тормоштоң барса әсе-сөсөһөн татып үҫә улар. Бәҙретдин ҡарттайым (беҙҙең һөйләштә шулай) 20-се йылдар уртаһында вафат була, атайыбыҙҙың етемлек яҙмышы уға бала ғына көйөнсә байтаҡ михнәт-хәсрәт алып килә. Ә мәзин ҡарттайымды репрессия урап үтмәй, ғаиләһе-ние менән өйөнән ҡыуып сығаралар, ул үҙе сит-ят ерҙәргә ҡасып сығып китә. Әммә тормош дауам итә, колхоздар төҙөлә, атайыбыҙ ауыл хужалығы курстарында умартасы һөнәрен үҙләштереп, колхоз умарталығында эшләй. Шул йылдарҙа йәй һайын тыуған ауылына ялға ҡайтып йөрөгән күренекле халыҡ артисы Ғималетдин Минһажев менән яҡындан таныша. Ул атайымды Өфөгә күсеп китергә димләп ҡарай, филармонияға йырсы итеп урынлаштырырмын, тип вәғәҙә лә бирә. Әммә ауыл егете ризалашмай - йәш ҡатыны, ярым һуҡыр инәһе, аралашып йәшәгән яҡын туғандары, аҙмы-күпме үҙ донъяһы ла бар бит.
Граждандар һуғышы инде күптән йыраҡта ҡалған, әммә шул ҡанлы бәрелеш үә һулға (коммунистик) боролош йылдары тарих биттәрендә генә түгел, сәнғәт һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрендә лә, халыҡ хәтерендә лә бик оҙаҡ йылдар йәшәй. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары уртаһында йәштәш-класташтарыбыҙ менән революция йырҙарын өйрәнәбеҙ. Хор менән йырлайбыҙ: "Вихри враждебные веют над нами, Темные силы нас злобно гнетут, В бой роковой мы вступили с врагами, Нас еще судьбы безвестные ждут..." Беҙгә ошо йыр бигерәк тә шомло, хатта ҡурҡыныс булып тойолғаны хәтерҙә ҡалған. Шулай ҙа "Смело мы в бой пойдем За власть Советов, И как один умрем В борьбе за это!" тип йырланғаны оҡшаны. Йәнә атайымдың бик тә һағышлы итеп йырлағаны иҫтә ҡалған: "Бар фарман ҡыҙға - көньяҡҡа, Егеткә - көнбайышҡа, Китте шулай комсомолдар Граждандар һуғышына..." Тарихты китап уҡып ҡына түгел, йылға буйҙарында, урман-ҡырҙарҙа йөрөгәндә тапҡан гильзаларҙан, штыктарҙан, наган һөлдәһенән өйрәнәбеҙ. Ололар һөйләгәндәрҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында яуҙарҙың башынан аҙағына тиклем йөрөп ҡайтҡан Таһир Хужин бабайыбыҙҙы үҫмер генә көйөнә (ул 1903 йылғы ине) ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа ылауҙа ат ҡыуыусы итеп йөрөткән, бер ылау менән Златоустҡа тиклем барып еткәс, төнөн ҡасып ҡайтып киткәндәр.
Һирәгерәк булһа ла, беҙҙең Иҙрискә үҙебеҙҙең райондың Алағуз ауылынан Гөләмзә ҡәртнәйем килеп йөрөй. 1919 йыл - Башҡортостанда граждандар һуғышының иң ҡыҙған мәле. Тимәк, ул саҡта йәш кенә ҡыҙ булған ҡәртнәйем аҙмы-күпме ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тейештер, тип уйлайым. Унан һораштыра башлағас, ул миңә ошо ваҡиғалар хаҡында бына ниҙәр һөйләне: "Иҫемдә, ауылыбыҙҙа тирә-яҡтағы большевиктар һәм активистар сходҡа йыйылғайны. Улар йыйылышҡан өй беҙҙең Ҡыйғы йылғаһының аръяғындағы урамда, өйөбөҙ тәҙрәһенән яҡшы күренә. Бер мәлде шарт та шорт мылтыҡтарҙан ата башланылар. Мин ҡурҡманым, ни булды икән тип, тәҙрәгә күҙ һалдым. Баҡтиһәң, теге большевик йыйынына килгәндәрҙе фетнәселәр ҡулға алғандар. Тик береһе генә һыбай ҡасып ҡотолдо, уның артынан да атып ҡалдылар. Быларҙы һынһыҙ итеп туҡмап, бер байҙың келәтенә ябып ҡуйҙылар. Ҡулға алынғандар араһында берҙән-бер урыҫ, большевиктар партияһының Златоуст ҡалаһы комитеты вәкиле Русских та була. Келәттең ҡыйыҡ аҫтында кәртәләр түшәлгән, бахырҡайҙарың шул кәртәләргә менеп ятып, төн ҡуна. Урындағы большевик Мырҙакамал Зарипов, иртә менән ишек асылыуға, шундуҡ урамға сыға. Уға бер нисә фетнәсе мылтыҡ тоҫҡай, әммә ул: "Һеҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла үлтереп бөтөрә алмаҫһығыҙ! Беҙҙең һәр тамсы ҡаныбыҙҙан меңәрләгән большевик тыуыр!" - тип ҡысҡырып өлгөрә. Ә теге кәртә өҫтөндәгеләрен ятҡан ерҙәрендә атып үлтерәләр. Һуңынан фетнә баҫтырылды, ойоштороусылары язаға тарттырылды".
Эйе, Ҡыйғы йылғаһының бейек һәм текә ярындағы келәт мин бала саҡта ла бар ине. Олораҡ малайҙарҙың беҙгә келәт стенаһы буйлап һарҡып ағып төшкән ҡан юлаҡтарын күрһәткәнен дә хәтерләйем. Һуғыш бит ул - кеше күңелен ҡатырып, бәғерһеҙгә әйләндерә. Ҡыҙғаныс, беҙҙең төньяҡ-көнсығыш зонала аҡтар менән ҡыҙылдарҙың алыштарында, фетнәләр ваҡытында меңәрләгән кеше һәләк ителә. Революция ҡорбанһыҙ булмай. Әммә аҡтар яғында ла, ҡыҙылдарҙа ла изге йөрәклеләр була, улар кеше талауға йә иһә үлтереүгә ҡаршы тора. Гөләмзә ҡәртнәйем һөйләгән тағы бер эпизод ошоға дәлил. Беҙҙең Иҙрис ауылы бер нисә мәртәбә ҡулдан-ҡулға күсә: йә аҡтар баҫып ала, йә ҡыҙылдар килеп инә. Шулай, йәйге бер матур көндә Гөләмзә ҡәртнәйем өйҙәрендә бер үҙе генә ҡалған. Ауылда - Колчак ғәскәре. Бер һалдат, өйгә инеп, эсергә һыу һорай. 18 йәшлек ҡыҙ ҡурҡмай, сүмес менән күнәктән һалҡын һыу алып, һалдатҡа һона. Шул саҡта тегеһе ҡыҙҙың ҡулындағы матур көмөш беләҙекте күреп ҡала һәм талап алырға маташа. Гөләмзә, йәһәт кенә утын ағасын ала һалып, һалдаттың башына тондора. Бер аҙҙан әлеге башы ярылған һалдат командирын алып килә. Аҡ офицер (башҡорттарҙан булһа кәрәк) ҡыҙҙың ни өсөн һалдаттың башына утын ағасы менән һуғыуы хаҡында һораша. Гөләмзә әлеге көмөш беләҙекте күрһәтеп, хәлде аңлатып бирә. Офицер инде үҙе һалдатының яңағына тондора һәм иҫкәртә: "Әгәр тағы ошолай ҡыланһаң, атып үлтерермен!" Әле бәйән ителгәндәр тәүге Башҡорт Автономиялы Республикаһының ниндәй хәтәр шарттарҙа ойошторолғанына бер дәлил, ә ундай дәлилдәрҙе һәр кемебеҙ килтерә алалыр, тим. Нисек кенә булмаһын, ни барыһы 483 көн ғәмәлдә булған Беренсе Башҡортостан ерле автономияһының арҙаҡлы етәкселәре, башҡорт зыялылары, Әхмәтзәки Вәлидов һәм уның арҡадаштары республикабыҙҙың нигеҙенә һис ҡыйралмаҫ милли идеялар һалған, ә улар Рәсәй федерализмы өсөн бөгөн дә мөһим һәм ҡиммәтле.
Икенсе Башҡорт Республикаһының тыуған көнө - 1919 йылдың 23 марты. 1918 йылдың 18 ноябрендә үҙенә үҙе фактик рәүештә Рәсәй монархы статусын биргән адмирал Колчак илдә бер ниндәй ҙә автономия булмаясағын белдереп, Башҡорт ғәскәрен бөтөрөп, уның яугирҙарын башҡа частарға таратырға бойора. Тап ошо сәбәп арҡаһында Башҡорт Хөкүмәте Совет власы яғына сығырға ҡарар итә. Һөйләшеүҙәр, "Килешеү" пункттарын аныҡлау 1919 йылдың 20 мартына тиклем дауам итә. 1919 йылдың 17 мартында башҡорт халҡының яҡын киләсәге өсөн (әлбиттә, башҡа халыҡтар өсөн дә) үтә әһәмиәтле тарихи документҡа - "Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәтенең Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡорт Совет Автономияһы тураһында Килешеүе", тип атала ул - Үҙәк Совет власы яғынан милләттәр эштәре буйынса нарком Иосиф Сталин, Башҡорт Хөкүмәте вәкилдәренән Мстислав Кулаев, Муллаян Халиҡов һәм Әбдрәшит Бикбаув үҙ имзаларын һала.
1919 йылдың 20 мартында РСФСР Совнаркомы ултырышында "Килешеү"ҙе раҫлау һәм уны Бөтөн Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына (ВЦИК) тапшырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ ултырышта "Килешеү"гә В.И. Ленин да үҙ имзаһын ҡуя. Шул уҡ көндә "Килешеү" БРҮБК (ВЦИК) тарафынан да раҫлана - ВЦИК председателе вазифаһын башҡарыусы М.Ф. Владимирский һәм ВЦИК секретары А.С. Енукидзе документҡа ҡул ҡуя.
"Килешеү"ҙең тексы 1919 йылдың 23 мартында "Известия ВЦИК" гәзитендә баҫылып сыға һәм закон көсөнә инә. Ҡыҙғаныс, әммә барыһы менән дә тик бер үҙәктән тороп идара итеү принцибын өҫтөнлөклө тип иҫәпләгән большевиктар власы ошо тарихи документты 1 йыл да 2 ай үтеүгә, йәғни 1920 йылдың 19 майында юҡҡа сығара. Тап ошо көндә ВЦИК һәм РСФСР Совнаркомы "Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына мөнәсәбәттәре тураһында" тигән декрет ҡабул итә, уға өҫтәмә рәүештә ВЦИК 1920 йылдың 28 майында "Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт төҙөлөшө тураһында" тип аталған ҡарар ҡабул итә. Һөҙөмтәлә республика "Килешеү"ҙә гарантияланған сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарын юғалта. Был Совет Хөкүмәтенең үҙәкләштереү сәйәсәте сиктәрендә башҡарыла.
Шулай ҙа ошондай аяуһыҙ сикләнелгән автономия барыбер йәшәүен һәм үҫеүен дауам итә: Үҙәк төбәктәр үҫешен кәрәгенән артыҡ сикләгән хәлдә дөйөм ил үҫешенә лә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килер ине. Хатта кулактарҙы репрессиялау, казактарҙың, руханиҙарҙың, элекке интеллигенция вәкилдәренең, ғалимдарҙың сәйәси хоҡуҡтарын сикләү шарттарында ла ил иҡтисады, сәнәғәт, мәҙәниәт, фән һәм башҡа хужалыҡ өлкәләре үҫештән туҡтамай. Уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында СССР тигән оло ил индустриялаштырыу һәм ауыл хужалығын коллективлаштырыу тип аталған оло юлға сыға һәм барса донъяны ғәжәпләндергән уңыштарға өлгәшә.
1937 йылдан Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы тип атала башлаған Рәсәй субъектында яңы заводтар, фабрикалар төҙөлә, Ишембайҙа девон нефте табыла, Өфөлә нефть эшкәртеү заводынан тәүге Башҡортостан бензины цистерналарҙа бөтөн илгә ебәрелә, яңы ҡасабалар, ҡалалар үҫеп сыға, яңы дауаханалар асыла, урта һәм юғары һөнәри уҡыу йорттарында меңәрләгән студенттар фәндәрҙе өйрәнә, ғәмәли тәжрибә туплай.
Тап ошо йылдарҙа Башҡортостанда башҡорт теле дәүләт теле статусын ала, милли әҙәби тел формалаша, яңы типтағы совет мәктәптәре асыла, барса балаларға башланғыс һәм ете йыллыҡ мәктәптәрҙә бушлай уҡый алыу хоҡуғы бирелә, педагогик кадрҙар әҙерләүгә дәүләт иғтибары бермә-бер арта. Тап ошо ваҡытта башҡорт зыялыларының яңы быуыны формалаша, театр сәнғәте, музыка һәм вокаль сәнғәт, әҙәбиәт һәм шиғриәт яңы үрҙәр яулай: тәүге романдар, бәләкәй проза әҫәрҙәре, поэмалар, лирик шиғырҙар ижад ителә. Татарстанда Һаҙый Таҡташ, Башҡортостанда Ғәлимов Сәләм ижады халыҡтың рухын күтәрә, яңы тормош юлынан ситкә таймаҫҡа, тотош республика хеҙмәтенә үҙ өлөшөн әүҙемерәк индерергә өндәй. Шулай итеп, Икенсе Башҡорт Республикаһы 1919 йылдан 1990 йылға тиклем, йәғни 26135 көн дауамында, ил күргәнде күреп, оло һуғыш афәттәрен үтеп, тиҫтәләрсә мең халҡын юғалтып, барыбер алға бара, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең бар яҡтан да өлгө һәм терәк булған субъекттарының береһенә әйләнә.
Өсөнсө Башҡорт Республикаһы - 1990 йылдың 11 октябренән Башҡорт Совет Социалистик Респуликаһы, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлаған дәүләтебеҙҙең тарихын үҙ күҙҙәребеҙ менән күҙәттек, һәм ошо тарихты үҙебеҙ яҙыштыҡ. Ул әлегә аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, теп-теүәл 12413 көнлөк ваҡыт арауығынан хасил. Барыбыҙҙың да үҙ алдына ҡуйған маҡсаттары бар - йәшәргә лә әле йәшәргә беҙгә!
Дөйөм алғанда, халҡыбыҙ бигүк етеш йәшәмәгән йылдарҙа ла киләсәккә өмөтөн һүндермәне, ватандаштарыбыҙҙың күпселеге маҡсатлы тормошҡа ынтылды. Яңы көн таң тыуғас, иртән башлана. Иртүк торабыҙ ҙа, Аллаһыбыҙға шөкөр, бөгөн дә иртәгәбеҙҙе уйлап йәшәргә яҙҙы, тибеҙ. Республикабыҙ Иртәһе ниндәйерәк булған икән тип һораһалар, уны тап Сәләмсә генә тасуирлап булалыр, тимен.

"Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә
Урал ҡаялары уртаһын,
Ап-аҡ ташҡа баҫып ҡарап торҙом
Республикамдың мин иртәһен.
Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни:
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
Ниндәй йәнле иртә!
Бына бер саҡ,
Тау биттәрен солғап яҡтыға,
Ҡояш сыға башлай, нурҙарына
Ем-ем итә Урал таштары.
Иртәнге ел, әкрен генә өрөп,
һыйпап үтә үлән баштарын...
Күрәм:эшкә тора республикам,
Һөрән һалды бына гудоктар.
Эшсе өйҙәр
ҡояшҡа ҡаратып
Тәҙрә асты...
Күҙ ташлайым ҡабат:
Иҙел буйлап
Колхоз ауылдары тартылған.
Уяналар өйҙәр, шау-шыу булып,
Көтөү сыға әүен артына.
Терелделәр юлдар.
Автобустар
Ҡыҙ һәм егеттәрҙе тейәгән,
Баҫыуҙарға бара...
Ә арыраҡ,
Башаҡ тулҡынланған ҡырҙарҙа
Ҡуҙғалдылар баҫыу караптары,
Ҡыр күмелә күмәк эш менән".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 96

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru