«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГУБЕРНАТОРҘАР КЕМ?
+  - 

Википедия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 80-гә яҡын яҙма баҫма матбуғат донъя күрә һәм таратыла. Башҡортостан халҡы өсөн ҡағыҙға баҫылған гәзит һәм журналдарҙы алдырып уҡыу мөһим булып ҡалыуын күреү шатлыҡлы. Баҫма матбуғат тарихтың һәм мәҙәниәттең бер өлөшө булараҡ, быуындар араһында бәйләнеш тыуҙыра. Шулай уҡ гәзит-журналдар беҙгә үткәндәрҙе яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә, әлеге дәүер хаҡында мәғлүмәтте туплай.

"Ташҡа баҫылған - мәңгелек", тиеүҙәре дөп-дөрөҫ. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан гәзит һәм журналдарҙы яҙҙырып уҡый, һатып ала. Беҙҙең өйгә лә байтаҡ яҙма баҫма килә, почтальонды көтөп алабыҙ, һәр береһен йотлоғоп уҡыйбыҙ. Йортобоҙға бер гәзит тә килмәүен хатта күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Үҙем йәшәгән төбәктәге хәл-әхүәлдәрҙе белеү өсөн "районканы" ҡарап сығам да, баш баҫып, яратҡан гәзитем "Киске Өфө"нө уҡырға ултырам. Иҫ киткес ҙур мәғлүмәтле баҫма ул. Әлеге мәлдә гәзиттәге "Тарихнамә" рубрикаһында баҫылып килгән "Ырымбур губернаторҙары һәм башҡорттар" тураһындағы мәғлүмәттең ни тиклем баһалы, файҙалы икәнлеген һәр кем аңлай торғандыр. Үҙ заманында бай тарихи мәғлүмәт яҙып ҡалдырғандарға, башҡорт теленә тәржемә эшләгәндәргә һәм уны гәзит биттәрендә баҫтырғандарға ҙур рәхмәт.
Башҡорт - тәбиғәт балаһы һәм уның өсөн тәбиғәт менән бәйле һәр бер нәмә ҡыҙыҡлы. Шуға күрә "Киске Өфө"лә ҡоштар тураһында баҫылған мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынып танышып барам. Көньяҡ Урал тәбиғәтенең ҡоштар донъяһы ни тиклем бай икәнлеген беләм хәҙер. Балалар менән ҡыҙыҡһынып бергә уҡыйбыҙ, башҡортса һәм урыҫ телендә исемдәрен ятлайбыҙ. Минең өсөн гәзиттә баҫылған мәҡәлә, мәғлүмәттәрҙең бүлектәргә бүленешенең уңайлы булыуы мөһим. Иғтибарҙы ситкә алып китмәҫлек итеп баҫылған мәҡәләне уҡыуы һәм хәтерҙә ҡалдырыуы еңел, уңайлы. "Киске Өфө" был йәһәттән һынатмай. Шулай уҡ баҫманың төҫ яғынан биҙәлеше лә күңелгә ятышлы. Мосолман булараҡ, гәзиттең тәүге һәм һуңғы биттәренең йәшел төҫтә булыуы оҡшай. Ә башҡа биттәренең, ҡайһы бер гәзиттәр кеүек, ыбыр-сыбыр итеп төрлө төҫтә түгел, ә аҡлы-ҡаралы баҫылыуы күҙгә ныҡ көсөргәнеш төшөүенән һаҡлай.
Баҫма гәзит-журналдарҙы тотоп уҡыу үҙемде матбуғат донъяһына ҡағылышлы итеп тойорға ярҙам итә. Гәзит менән уҡыусы араһында бәйләнеш булмайынса, баҫманы ҡабул итеүе ауыр. Ә "Киске Өфө" ошо бәйләнеште юғары кимәлгә күтәреп кенә ҡалмай, ә уны көндән-көн нығыта. Гәзит үҙ уҡыусыларының баҫманан нимә көткәнен аңлай һәм ошоно ҡыҙыҡлы, тулы итеп бирә белеүе менән алдыра. "Киске Өфө" уны ҡулына алған һәр кемгә ҙур мәғлүмәти йоғонто яһай, уның зиһенен үҫтерә, донъяға ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә, фекерләү, уйланыу өсөн аҙыҡ бирә. Гәзит-журналдарҙың донъя күреүе нәҡ ошо талаптарға бойһонорға тейеш түгелме ни? Минеңсә, нәҡ шулай.

Зариф МӘҠСҮТОВ,
тимер юл мастеры.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru