«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИҘ БАЙЫРҒА ТЕЛӘП...
+  - 

Һуңғы йылдарҙа республикала мутлашыусыларға бәйле енәйәти хәлдәр йыш осрай. Улар яңынан-яңы ысулдар таба. Мутлашыу - бөгөн иң таралған енәйәттәрҙең береһе.

"Яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк", тип шылтыратыу йәки оло йәштәгеләргә төрлө хеҙмәт вәкилдәре булып, өйҙәренә килеп, уларҙың йыйған аҡсаларын алыу, уныһынан да хәүефлерәк ҙур сумма кредитҡа батырыу осраҡтары - бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Барыһы ла был хаҡта белә, әммә мутлашыусылар ҡорбаны булыуын дауам итә. Өлкән йәштәгеләр генә түгел, хатта юғары белемле, юғары дәрәжәле граждандар ҙа алданып ҡуя. Сөнки мутлашыусылар кешене өгөтләй, ҡыҙыҡтыра белә. Мәкер ҡороусылар йылдам эшләй: бик әүҙем реклама алып бара, еңел байырға теләгәндәр йәки тиҙ ышаныусан, мөғжизәгә ышаныусы кешеләрҙән мөмкин тиклем күберәк аҡса туплай һәм, күп тә үтмәй, йыйылған сумма менән юҡҡа сыға.
Енәйәтселәр бер урында тормай, алдашыуҙың яңынан-яңы ысулдарын эҙләп таба. Улар заманса технологияларҙы - интернет, социаль селтәрҙәрҙе лә бик оҫта ҡуллана.
Һуңғы ваҡытта бигерәк тә граждандарҙы миллионлаған һумлыҡ кредиттарға батырыу күренеше йышайҙы. Шуныһы ғәжәп: банктарҙың еңел генә шундай ҙур күләмдә заем биреүе һеҙгә шикле тойолмаймы ул? Кәрәк әйбергә кредит алам тип барһаң, уларға эш урынынан белешмәләр, түләү өсөн яуаплылар һорап аптырата торғайнылар. Хәҙер кешенең йөҙөн дә күрмәй, онлайн кредит бирәләр. 20-30 мең булһа, бер хәл. 10-15 миллионлыҡ кредит алған кеше банк хеҙмәткәрендә шунда уҡ шик уятырға тейеш! Аҡса алғанда ниндәй маҡсатҡа алыуы хаҡында ла һорарға тейеш банк.
Төрлө сайттарҙа, интернет-магазиндарҙа заказ биреп, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар күбәйҙе. Нисек тотоп йәки кейеп ҡарамай, затлы тиреле шәшке тунын йәки автомобиль алырға мөмкин?
Ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә ойошмаларҙың әлеге эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензияһы йәки дәүләт реестрында теркәлеүе менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Килешеү өлгөһө менән танышыу, бойондороҡһоҙ финанс йәки юридик консультацияға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Һәр хәлдә, уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.

Зәйнулла СОБХАНҒОЛОВ,
юрист.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 78

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru