«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф П.П. Сухтелен
(1830 - 1833 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Сухтелендың юллауы буйынса 1835 йылда иң юғары заттың рөхсәте менән Ҡаҙан университеты ҡарамағына мосолмандар өсөн йыл һайын 12 мең һумлыҡ 20 стипендия булдырыу ҡарала.
Был сара башҡорттарға ла ҡағыла, уларҙы тәүҙә Ҡаҙан гимназияһына ебәрәләр, унан һуң университетҡа күсереләләр; ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙҙары ғына курсты тамамлай алды. Һуңынан бәғзе бер татар чиновниктары ошо стипендиялар иҫәбенә үҙҙәренең улдарын уҡырға ебәрә башлай, әммә ябай халыҡ университетта уҡырға теләүен бер нисек тә белдермәне.
Граф Сухтелендың кешеләргә ҡарата ниндәй гуманлы һәм ихтирамлы булыуы хаҡында бына ниҙәрҙе күрһәтеп үтергә була. Ул ваҡытлыса полицмейстер вазифаһын башҡарған бер шәхси приставтың уға иртән ҡалала барыһының да имен-аман булыуы хаҡында рапорт бирергә килгәнендә бигүк айыҡ булмағанын белеп ҡала. Бер аҙ эсеп алған хеҙмәткәрҙе ул атайҙарса шелтәләй, чиновниктың шундай еҫ менән начальствоға килеүен йүләрлек тип атап, киләсәктә уның менән бындай хәлдең булмаясағына ышаныс белдерә.
Ул көн һайын, кәрәк булған осраҡта, канцелярияның дежурный чиновнигының уға килеүен талап иткән. Был чиновниктар граф менән бергә иртәнге аш ашаған. Бер саҡ түбәнге вазифа биләгән бер чиновник дежурный була. Иртәнге аш алдынан бер кеше батмуста араҡы таратып йөрөгән һәм, башҡалар менән бер рәттән, әлеге чиновникҡа араҡы биргән. Рюмкаһын тотҡас, ул графтан һорай: "Миңә закускаға күмәс бир әле". Граф йылмайып ҡына батмустағы ҡара һәм аҡ икмәккә, башҡа ҡабымлыҡтарға күрһәтә. Чиновник бындайҙы үҙендә лә, башҡаларҙа ла күрмәгән, бер аҙ ҡаушап китә һәм граф күрһәткән ҡабымлыҡты ала.
Казак ординарецы урядник Ваулин (дворян) эс бошоуҙан губернаторҙың лакейы менән танауға һуғып кәрт уйнай. Уйын тын ғына, тыныс ҡына бара: лакей еңелә, Ваулин уның танауына кәрт менән бәрә; әммә лакей ординарецтың танауына бәреү хоҡуғына эйә булғас, Ваулин лакей менән һуғыша башлай. Өйҙә тауыш сыға. Граф быны ишетеп ҡала, үҙенең бүлмәһенән сыға һәм, эштең ниҙә икәнен белгәс, Ваулинды ҡаты шелтәләй: дворянға лакей менән бәйләнешкә инеүҙең һәм кәрт уйнап һуғышыуҙың ниндәй әҙәпһеҙлек һәм түҙеп торғоһоҙ булыуы хаҡында иҫкәртә.
Граф Сухтелен, идара итеүе һәм эштәр менән шөғөлләнеүе аҙ ғына ваҡыт арауығында булыуға ҡарамаҫтан, казактарҙың хәрби эшен күтәреүгә иғтибар итә: ул ҡыштарын уларҙы өйҙәрҙә йыйып алырға бойора, унда инструкторҙар казактарҙы боролоштарҙы дөрөҫ яһарға, маршировкаға, ҡылыс менән честь биреүгә һәм уны һуғышта ҡулланыу алымдарына өйрәтә; атлы строй менән яҙ көнө, ашлыҡ сәсеү тамамланғас шөғөлләнәләр, ә йәйҙәрен ҙур маневрҙар була. Мин атайымдың кордон һағында хеҙмәт иткән сағында беҙҙе, ике оло улын, ышаныслы кешеләр оҙатыуында аттарҙа маневрҙар ҡарарға ебәргәнен хәтерләйем. Сборҙа линия баталиондары, йәйәүле артиллерия, казактар, башҡорттар, ҡалмыҡтар һәм берме, икеме типтәр полкы, атлы казак артиллерияһы ҡатнаша. Маяҡтан ҡалаға йүнәләбеҙ, баҡса янында, һуңынан госпиталь эргәһендә туҡталабыҙ, ҡаланы Һаҡмар ҡапҡаһынан Чернореченский ҡапҡаһына һәм артабан Уралға тиклем уратып алалар, валдан пехота һөжүм итеүселәргә мылтыҡтарҙан ата, улар зарядҡа ҡом һәм ваҡ таш һала, кешеләрҙең битенә төҙәп аталар.
Асыуҙары ҡабарған башҡорттар һәм ҡалмыҡтар валға күтәрелә һәм ундағылар менән һуғыша башлай, уларҙың нагайкалары эшкә егелә. Шундай уҡ һаҡ Урал йылғаһы аша һалынған күперҙә лә ҡуйыла. Маневрҙар киске сәғәт алтыла тамамлана. Икенсе көндә бер нисә бәхетһеҙлек осрағы булыуы беленә: бер кешенең сүп кереүҙән ваҡытлыса күреү һәләте насарайыуы, аттарҙан осоп төшөп ғәрипләнеүселәр һәм шул саҡта һөйләүҙәренсә, бер казак артиллерисы зыян күргән, тупҡа зарядты төйгөсләп тултырып торған саҡта ул ҡулдарын алып өлгөрмәгән, һәм туптан осоп сыҡҡан зарядтан ике ҡулы ла өҙөлгән.
Граф Сухтелен Вознесенский сиркәүенә ҡаршы урынлашҡан Тимашев өйөндә йәшәй һәм үлә. Уны айырыуса ҙур ихтирам менән ерләйҙәр: парадта бөтөн ҡорал төрҙәре ғәскәрҙәре ҡатнаша, туптарҙан һәм мылтыҡтарҙан аталар; Шапошниковтың ҡарттар өсөн хәйриә йорто ҡаршыһында буш майҙан бар ине, һәм унда артиллерия ҡуйыла; туптарҙан атҡан ваҡытта байтаҡ ҡына өйҙәрҙең тәҙрә быялалары ҡырыла.
Сухтелен Петропавловский сиркәүенең ихатаһында ерләнә. Табутты алып барыуҙа үҙҙәренең яратҡан начальнигына хөрмәт күрһәтергә теләгән халыҡ ҡатнаша
Бер нисә йылдан һуң Сухтелендың табутын уның ҡыҙы нәҫел төрбәһенә алып ҡайтып ҡуя; ҡәберҙә Гребень ташынан ҡая формаһында эшләнгән һәм мәрхүмдең ҡасан вафат булыуы яҙылған, алтын ялатылған таҡталы һәйкәл генә ҡала. 1835 йылда йә иһә унан һуңыраҡ ошо таҡтаны урлайҙар, моғайын, бур ул ҡиммәтлелер тип уйлағандыр.
Йәй көнө граф Сухтелен баҡсала йәшәй, бында хәҙер архиерей ихатаһы. Баҡса ул саҡта күпкә яҡшыраҡ ине. Ундағы эштәрҙе башҡорттар башҡара, ҡыштарын урядник һәм казактар ҡарауылға ҡуйыла.
Байрам көндәрендә Урал йылғаһы ашаһындағы сауҡалыҡта фейерверктар була; шунда уҡ музыка яңғырай, йырсылар сығыш яһай. Тантаналы көндәрҙә кистәрен тәҙрәләргә янып торған шәмдәр ҡуйыла, әммә киске сәғәт 10-ға тиклем генә, йырағыраҡ частарҙа унан да алдараҡ һүндерелә. Бик һирәк өйҙәр: ҡаҙнаныҡылар һәм иң бай кешеләрҙеке плошкалар (эсендә филтәһе янып торған балсыҡ көршәктәр) менән яҡтыртыла

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 91

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru