«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРҠАЛЫ - 1
+  - 


Күршебеҙҙә генә, түңгә ҡарай өҫкө яҡтан Нурислам ағайҙың берҙәм, егәрле, татыу ғаиләһе йәшәй. Ул үҙе совхоз бүлексәһенең механигы, ә алыҫ тарафтарҙан килен булып төшкән ҡатыны Татьяна апай участка дауаханаһында етәксе. Өс балалары бар: Лена, Лида, Валера. Улар барыһы ла бында тыуғанлыҡтан, рус теленең ни икәнен дә белмәйҙәр. Таня апай ҙа бер ниндәй ыҡ-мыҡһыҙ беҙҙеңсә һөйләшә, һәр кем менән һәүетемсә, иркен аралаша, ҡунаҡтарҙа иһә, ҡайһы саҡ, дәрте килгәндә, ҡыҫҡа таҡмаҡтарға тартым йырҙарҙы йырлап та ебәргеләй, тик ни хәл итәһең, килешһеҙерәк һикрәңләп, тыпырҙап бейеүе ят, өҫтәүенә почтанан урыҫ телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ғына яҙҙырта, сиркәү байрамдарының береһен дә ҡоро ҡалдырмай, теүәлләп, урын-еренә еткереп үткәрә.
Миңә, мәҫәлән, уларҙың йомортҡа байрамдары ныҡ оҡшай, ни өсөн икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла - ул көндө эсең һыртыңа сыҡҡансы, ғарҡ булғансы төрлө төҫтәргә буялған тауыҡ йомортҡалары менән тығынырға мөмкин, күршебеҙҙән ылғый ауыҙға инеп бармаған башҡа тәмлекәстәр ҙә эләккеләй. Асыҡ йөҙлө, ҡайҙа ла балыуан ҡуллы, йомарт күңелле булғаны өсөн иғтирам иткән Таня апайыбыҙҙың һөйләшеүе башҡорт булһа ла сеп-сей һарынан бөткән тышҡы ҡиәфәте урыҫ, эсе урыҫ, ошо урында өҫтәп әйтеп китергә кәрәк, урыҫ булғас тәкәббер ҡырыҫлығы ла бар, шулай ҡәтғи, киренән бөткән үҙһүҙле булмаһа өс балаһына ла исемде үҙе ҡушмаҫ ине, моғайын. Ә бына беҙҙә һәр баланың ҡолағына ғүмерлек йөрөтөр исемен ҡысҡырып изге йоланы Әбдрәхим мулла атҡара, муйыныма ҡот билдәһе итеп ул өшкөргән-төкөргән бетеүҙе лә таҡҡанмын, әммә ырыҫым самалы, ҡотом, даланым ҡайтыш шул минең, ярай ул хаҡта аҙаҡтаныраҡ һөйләрмен, һөйләмәгән хәлдә лә көн итмешемә ҡарап һүҙһеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ.
Лена ике йәшкә олораҡ, Валера иһә яңы өс йәшен тултырһа ла буйсан бала, ә Лида инде тиҫтерем, мәктәптә лә иң алғы партала йәнәш ултырабыҙ, ул зирәк, отҡор, уҡыу алдынғыһы, мин шул, тел тигәндә телеп һалһам да хисаплауға иренсәгерәкмен, оңҡотораҡмын, әммә башҡа, теүәллекте талап итмәгән донъяуи фәндәргә һере булғанға уртансынан саҡ ҡына юғарыраҡтар рәтендә иҫәпләнәм. Парталашым әсәһенә оҡшап һаран түгел, арифметиканан ҡушыу-алыуҙар, ҡабатлау-бүлеүҙәр уҡмашҡан өйгә эштәрҙе тартыныуһыҙ күсерергә бирә, башҡа урындарҙа ла айырылмаҫ юлдашбыҙ, шуға гел бергә уйнайбыҙ, бергә ашайбыҙ, бергә төнәйбеҙ, ҡайҙа ла бергәбеҙ.
Таня апай һөнәре буйынса фельдшер, эше буйынса етәксе булараҡ юлдан ҡайтып инә белмәй, йә район үҙәгенә сығып китә, йә күрше-тирә ауылдарға, төҫкә-башҡа урта сибәр Нурислам ағай ҙа ҡулсыр, юлсыр, мосафир кеше, көнө ҡоро түгел, сылбырлы, тәгәрмәсле тракторҙарға, тағылмалы сәскес-урғыстарға, бүлексәнең бер-ҙән-бер комбайнына, йөк машинаһына беҙҙән ҡырҡ саҡрым йыраҡта ятҡан совхоз үҙәгенән запчастар ташый, шуға күрә Лена, Лида, Валера гелән беҙҙә туҡланалар, беҙҙә йоҡлайҙар, ғөмүмән үҙ өйҙәреләй күреп беҙҙә йәшәйҙәр. Нурислам ағайҙы ҡулсыр, тиеүем шунан килә, бик йыш ҡыҙмасаланып һуҡмыш йөрөргә ярата, һуҡмыштың көнитмеше билдәле - уның өсөн көн дә байрам, көн дә туй. Кис етһә, йоҡларға ишек ауыҙындағы мейескә терәлеп тиерлек башланған оҙон һәндерәгә тартым урындыҡта теҙелешеп ятабыҙ, әсәйемдең һул ҡуйынында Мәҙинә апайым мышнай, уң яҡта мин кәкрәйгәнмен, ә миңә инде үҙ сиратында Лида һыйынған, Лиданан арыраҡ Лена, тулап, асынып йоҡлағанлыҡтан Валера йортобоҙҙоң берҙән-бер ҡаралтыһы - оло арбалай йомшаҡ диванда маҙырай. Таңға саҡлы, йоҡо аралаш, Лиданың тын алышын тойоп ятам, ул һәр саҡ минең ҡурсалауымда: башым аҫтындағы ҡолаҡсын ҙурлыҡ ҡаҙ яҫтығын йәтешләп уның яғына ҡарай этәренкерәйем, шылған юрғанын төҙәтеп ябам, ишек яғынан бәргән һалҡындан һаҡлап ян-яғын тыҡшырып ҡымтыштырам. Ул шундайыраҡ ҡапаҡлауҙарға, ҡымтыуҙарға өйрәнгән, күнгән, саҡ ҡына вайымһыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәм, ҡылтайырға әҙер. Әсәйем аҙнаһына бер тапҡыр, йоманан һуң дауахана эргәһендәге ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән дөйөм мунсаны яға.
Әйтеп үткәнемсә, йома көн беҙ күмәгебеҙ йыуынып алабыҙ, шәмбе көн дауаханала дауаланған ирҙәр, йәкшәмбе көн - ҡатындар. Мунса санитаркаларҙың даими күҙәтеүе аҫтында, иҙәне, эләүкәһе һәр саҡ ҡырып йыуыла, эшкәртелә, таҙартыла. Етеп килгән ҡыҙҙар булараҡ иң башта Мәҙинә апайым менән Лена айырым инәләр, шунан инде - ҡалғандарыбыҙ. Әсәйем беҙҙе оло кәритәгә ҡапма-ҡаршы ултыртып ҡуйып мине кер, Лиданы еҫле һабын менән ентекләп ышҡып йыуындыра, эләүкәгә йәнәш һалып-ҡуйып, әйләндереп-тулғандырып ҡайын миндеге менән сабындыра, ары Валераға сират. Таҙарынғандан һуң кәрәсин еҫен борхотҡан ялпылдаҡ шәм яҡтыһында, томрала ығышып кейенеүгә лә апаруҡ ваҡыт китә. Мунсанан өсәүләшеп ҡайтабыҙ: мамыҡ юрғанға төрөлгән Валераны ауырлыҡ менән сосаландырып күтәреп алдан атлайым, Лида инде айырылғыһыҙ кимәлдә миңә тағыла. Оҙон буйлы Валераның аяҡтары юрғандан сығып күренә, йәйгеһен артыҡлап өндәшмәһә лә ҡыш көндәре өйгә ҡайтып ингәнсе: "Аяҡтарымды өшөтәһең!" тип мыжый, мин инде: "Ир кешеһең бит, сыҙа, бирешмә!" тип тыям тегене. "Ир буғансы сыҙатмаҫһың, үлтерерһең инде!" "Үлмәҫһең! Тағы ла тауышың ғына сыҡһын, хәҙер шыр яланғас килеш тырпыратып ҡар өҫтөнә ырғытып китәм!" Ырғытыу ҡайҙа, янайым, ҡурҡытам инде шунда, ни тиһәң дә бер туған ҡәйнеш бит. Таня апай ҙа миңә исемем менән өндәшмәй, ҡайҙа ла ололап, ҙурлап кейәү, ти ҙә ҡуя, Лида ла ҡаршы килмәгәс, был дәрәжәне артыҡлап теләмәһәм дә күндәм ҡабул итәм. Еҙнәй булыуы яуаплы ғына түгел, мәшәҡәтле лә, сығымлы ла йөкләмә, ҡәйнешемде "еҙнәй аҡсаһы" урынына үҙемә эләккән тәм-томдо ҡап-урталай бүлеп һыйларға тура килә.
Өсөнсө класҡа күскәс хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, дөрөҫөрәге үҙем үҙгәрттем, бер көн ҡулымды ҡылыстай һелтәп кире ҡаҡҡыһыҙ талабымды ҡуйҙым: "Хәҙер ҙурайылды инде, класс сәғәтендә бер тауыштан староста итеп һайлап та ҡуйҙылар, шулай булғас башҡаса Лида менән мунса төшмәйем, бер кәритәгә утырып йыуынмайым, бер түшәккә ятып йоҡламайым, етте!" "Балам мин дә бит эш кешеһе, ҡайһылайтып һәр берегеҙҙе теүәлләп айырым йыуындырайым, ти, элеккесә булмаһын, тиһәң мунсала саҡта күҙҙәреңде йом да, сатыңды ике ҡуллап услап тик кенә ултыр, шулай дөрөҫөрәк булыр!" "Ошоғаса күп йомолдо йоммайым да усламайым да!" "Киреләнмә, тиҫкәреләнмә!" "Әйттем-бөттө, талаҡ!" "Әйткәнеңдең мәғәнәһен беләһеңме һуң?" "Белмәгән ҡайҙа, беләм, теңкәләрен ҡоротҡан бисәләренән ялҡыған ирҙәр шулай ти!" Һүҙемде һүҙ иттем тәки, хәҙер Мәҙинә менән Ленанан һуң бер үҙем инәм йыуынырға, тик мунсалағыларҙы ташлап ҡайтыу ҡайҙа, сығам да солан ултырғысына суҡайып һағып көтәм, шунан баяғылай эйәртенешеп, күтәренешеп ҡайтыу яғына табан атлайбыҙ. Түшәк мәсьәләһенә лә үҙгәреш кереттем, Валераны әсәйемдең янына күсереп диванда бер үҙем йәйрәйем. Үҙаллылыҡҡа күскәс бер аҙ яйһыҙыраҡ, иллә рәхәт, хөрриәт, тик бер яҡшының бер михнәте, тигәндәй яурынымда таныш, йылымыс тын алыуҙы, муйынымдан һығып ҡосаҡлаған йомшаҡ ҡулды тойоп ятмағас бер аҙ ҡыйыныраҡ та, яманһыуыраҡ та. Лида айырылышыуыбыҙҙы ғәҙәтенсә ҡылтайып ҡабул итһә лә барыбер тулыһы менән ситләшмәне, ҡайҙа ла тәндәребеҙ береккәндәй етәкләп атлай, бергә уйнайбыҙ, бер сеүәтәнән ашайбыҙ. Уйын мәлендә лә уны күҙ уңында тотоп, байҡап, ҡарап ҡына йөрөтәм, ғауға ойошторған һуғышсан малайҙарға йәбергә бирмәйем.
Бына әле лә ауыл тирәһендәге тау битләүҙәре, түңдәр тулыһы менән ҡарҙан әрселеп, һурығып бөтмәгәнлектән урта тош урамда йәшәгән Мәүләмбирҙе ағайҙарҙың кәртәһеҙ ишек алдында шау-гөр килеп уйнап йөрөйбөҙ, сит-ботта ҡалған иреү ҡар өйөмдәренән Ҡыш Бабай әүәләп аҙапланабыҙ. Ҡыш Бабайыбыҙ ҙа оҙаҡҡа сыҙамаҫ шай, яҙ ҡояшының ҡыҙыу нурҙары аҫтында моғайын да тиҙ арала бәлшәйеп төшөр, бер яҡҡа аушайыр. Шуға кәрәкһеҙ шөғөл менән мауығырға теләмәй бер яҡ ситкә, бағана башына кәнсир урынлаштырғанмын да ҡар йомарлап шул сәпкә ырғытам. Ошолайтып уйнаһаң күңеллерәк тә, мәғәнәлерәк тә. Бына бит, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, сәпкә оҙатҡан сираттағы йәҙрәм бағанаға барып тейҙе лә бер ярсығы шул тирәлә быстырҙаған Нәйләнең күҙ соҡорона барып та һылашты.
- Ә-ә-әл-л-леү! - Сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы.
- Яҙа китте бит, яңылыш эләкте, йә, илама! - Тегенең янына барып һалҡын ҡулдарым менән бит-йөҙөн, ҡыҙарып остайған тымаулы танауын һыпырыштырҙым, шәленән туҙырап сыҡҡан сәстәрен төҙәтештерҙем. Уйындың көтөлмәгән йүнәлеш алыуын күргән тиҫтерҙәрем бер яҡ ситкә өйкөлөштө.
Нәйләнең тынысланырға яйы ла юҡ, әпәүләүемде абайлағас тағы ла ярһыбыраҡ илай башланы:
- Күҙемде һытҡаныңды атайыма әйтеп т-у-ҡ-м-а-ата-а-амм!
- Тыныслан, донъя ҡыйралмаған, күршегеҙҙәге Һуҡыр Хәйбулла бер ҙә бирешмәй, төртәләнеп, имән таяғы менән барыр юлын ҡыуалатып йөрөп ятҡан көнө, бер күҙ менән дә йәшәп була ла баһа!
Ысынлап та күҙһеҙ ҡалдым, шикелле, тип шик-шөбһәгә төшкән Нәйлә урам буйын яңғыратып аҡыра ғына.
Шул тауышланыуҙы ғына көткәндәй транса соландың бейек тупһаһында Һайыҫҡан Хәлимәнең йыуан, төпөш кәүҙәһе пәйҙә булды һәм ул ҡыҙынан былайыраҡ итеп сарғаланырға тотондо:
- Тағы ла шул хәстрүш Айҙармы?!
- Шу инде, ш-у-у-у...
- Бар, кит ҡыҙымдың эргәһенән! - Ахылдап- ухылдап ауырлыҡ менән тупһанан төшөп һимеҙ өйрәктәй байпаңлап килеп, елкәмдән эләктергән Хәлимә мине бер яҡ ситкә елтерәтте лә йомран күҙҙәре менән йызылдап ҡарап ҡыҙына тексәйҙе. - У һине ни эштәтте, ҡороғор, ҡәһәр һуҡҡыр, йә, хәҙер үк жибы ғына итеп әйт, штубы!
- Күҙҙәренә тотошлайы менән аҡ һалған Хәйбулла олатай ише тома һуҡыр ҡалдырҙым, тип үсекл-ә-ә-ә-й...
- Ҡана, ҡарайым әле! - Хәлимә ҡыҙының ҡыҙарған күҙҙәрен усының һырты менән һыпырҙы. - Күҙең былай урынында, һытылмаған, ҡойолмаған алай ҙа, ярай, сеү, тыныслан берүк!
- Элекке көн, кисә мәктәптә саҡта йолҡоп ырғытмаҡсы булып толомдарымдан тартҡайны, бөгөн күр, ҡайһылайтты, ул гел генә миңә ш-у-улай-т-та-а-а! - Яҡлаусыһы булғас Нәйлә тағы ла ярһыбыраҡ иларға кереште.
- Ана бит ана, ҡыҙғынамды, алтындай бер бөртөк бәпесемде, харап иткән йүнһеҙ зимагур!
- Мин юрый түгел дә инде, көтмәгәндә килеп сыҡты! - Аҡланырға итәм.
- Шымып тик кенә тор, уйнаш балаһы, һинән кем һорай?! - Хәлимә ҡыҙының танауының төбөндә һуҡ бармағын уйнатты. - Күпме әйтергә, тумбытырға була һине, шул атаһыҙ етемәк менән уйнама, тип! - Ҡара ҡомғандай йылтыр, быжыр йөҙ тағы ла төмһәреберәк китте.
- Саҡырманым да инде, әрһеҙләшеп, мынау мәрйә ҡыҙын эйәртеп үҙе килде, гел шулайтып килә лә бәйләнә, килә лә бәйләнә.
- Килһә ни, буҡлы сыбыҡ менән бүлтерәк бәрәстәй итеп ҡыуығыҙ ҙа ҡайтарығыҙ үҙен. Ул бит бисәнән бисәгә йөрөгән атаһына оҡшап тәртипһеҙҙең тәртипһеҙе, бәйелһеҙҙең бәйелһеҙе, йәй булһа йәшелсә баҡсаһын утай, ҡыш етһә һинең уйынсыҡтарыңды урлай, тоҡомһоҙ, атайһыҙ, уйнаштан яралған бетле ҡараҡ!
Боҙло Һаҡмар һыуына ҡойондорҙолармы ни, ишеткән ғәйепләүҙәрҙән баҙап, тапма тотҡандай телһеҙ ҡалдым. Ғәҙәтемә ярашлы оятһыҙлыҡтан оялам, хаяһыҙлыҡтан тетрәнәм гелән. Әле лә ни тере, ни үле түгел шаңҡығандай урынымда бер аҙ һерәйгәс, боролдом да аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтыу яғына ҡарай атланым. Бәддоға уҡығандай итеп ҡарғау, янау әллә күпме ара артымдан ҡара ҡойондай оҙата барҙы. Башҡа бинахаҡ әрләүҙәр ҡойоло бысраҡтай өҫтөмә һылашһалар ҙа әйтелгән бер һүҙ генә йөрәгемә уҡтай килеп ҡаҙалды: "Атайһыҙ... атайһыҙ... атайһыҙ..." Атайлы балалар ни тиһәң дә бәхетлеләр шул, сөнки уларҙың яҡшымы-яманмы, эшсәнме-ялҡаумы, бәһлеүәнме-сибекме, оҙонмо-тәбәнәкме аталары бар, аталары!

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru