«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШЫБЫҘҒА ШӨКӨР ИТӘЙЕК!
+  - 


Гәзитебеҙҙе алғас та уның иң артҡы битендәге "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһын уҡый һалып алам. "Шулай итеп…" тип башланған өлөшөндә йыш ҡына тормошобоҙҙоң һәр төрлө үҙенсәлектәре хаҡында фекерләүгә этәреүсән кескәй генә хикәйәттәр сыҡҡылай.

Әле 38-се һандағы бер риүәйәт минең үткәнемде бер аҙ хәтерләтте. Һөнәре буйынса юғары уңыштарға ирешкән хирургтың үҙенең ҡаҙаныштары менән һис кенә лә ҡәнәғәт булмауы, сөнки уның бала сағынан бейеүсе булырға хыялланғанлығы хаҡында был кинәйә. Шул төп геройҙың бөгөнгө көндә "иң яҡшы хирург" булып танылып та, әммә "иң насар бейеүсе" булыуына риза түгеллеге тураһындағы ошо хикәйәтте уҡығас, һис кисекмәҫтән, үҙемдең фекерем менән дә бүлешмәксемен. Мәҡәләлә хатта бәғзе Нобель премияһы лауреаттарының да үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт булмауы, шуға күрә йәмғиәт маҡсаттарына, тормош ихтыяжына артыҡ буйһонмай, "аңһыҙ тойолған тәбиғәтеңә" эйәрергә тырышыу зарурлығы хаҡында фекер йөрөтөлә.
Минең ныҡлы инаныуымса, тәбиғәткә эйәрәһеңме, әллә тормош ихтыяжы буйынса йәшәп китәһеңме, былар барыһы ла - Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир буйынса бара бит инде… Мин дә бала сағымдан музыка менән мауығып, ҡасандыр үҙем музыкант булырға хыяллана инем. Икенсенән, хәрби кеше булғым да килә ине. Хәрби училищеға барырға теләгемде әйткәс, әсәйем илап ебәрҙе: "Ғайса ағайың егерме биш йыллыҡ хеҙмәттә, инде нисәмә йыл үәйәннейҙә йөрөй. Уның ҡайтҡанын көтөп ала алырмын бәлки, әммә һин унда китһәң, уға тиклем йәшәй алмаҫмын тип ҡурҡам (ғаиләлә иң оло булған Ғайса ағайым менән минең йәш айырмаһы - 15 йыл)".
Әсәйем сеңләп илап ебәргәс, уны йәлләп, үҙем ниәтләп йөрөгән танк училищеһына бармаҫҡа булдым. Уҡырға инеү шарттарын һорашып, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә хат яҙҙым. Оҙаҡламай, тап ана шул йыл ҡурай бүлегенә ҡабул итеүҙәр булмағанлығы хаҡында Ғата Сөләймәновтың ҡултамғаһы ҡуйылған хат килеп төштө. Аптырағас, Өфө нефть институтына барырға булдым, әммә унда конкурстан үтә алманым, бер йылға яҡын совхозда эшләнем. Йәй башында кесе ағайым Юлай әрменән ҡайтып төштө лә, минән: "Ҡайҙа уҡырға барырға йыйынаһың?" - тип һораны. Мин әлеге сәнғәт хаҡында һүҙ сығара башлағас: "Әйҙә киттек, медҡа. Атай-әсәйҙәр ҙә ҡартайып бара. Уларҙы ҡарар кеше лә кәрәк булыр, лутсы табип булайыҡ…" - тип тәҡдим итте. Уның менән ризалаштым. Икебеҙ ҙә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инеп киттек. Ә инде институтты тамамларға ике йыл ҡалғас, мин әсәйемә хәрбилек хаҡында тағы һаҡ ҡына мөрәжәғәт иттем. Был юлы ул фатихаһын бирҙе. Хеҙмәтем, әлхәмдүлиллаһ, баштан аҙағына ҡәҙәр уңышлы булды. Ваҡытында (хатта бер көнгә лә һуңлатмайынса) хәрби званиеларҙы ла биреп барҙылар. Әлеге мәҡәләләге хирург һымаҡ уҡ, артыҡ бөйөк үрҙәргә ирешмәһәм дә, мин етәкләгән отоларингология бүлеге Стратегик ракета ғәскәрҙәре күләмендәге госпиталдәр араһында алдынғылар рәтендә булды, әлхәмдүлиллаһ. Хаҡлы ялға сыҡтым, йәшәргә Тыуған илгә ҡайттым...
Ә "иң яҡшы бейеүсе" була алмаған әлеге мәҡәләләге хирург үҙенең балалыҡ хыялы тормошҡа ашмауына ҡайғырған бит инде. Мин, киреһенсә, ҡурайсы булып китә алмауыма тик һөйөнәм генә. Ни өсөн? Сөнки, үҙемдең тәҡдиремә яҙылған сирем сәбәпле, инде егерме йылдан ашыу элек көй ишетеү һәләтемдән яҙҙым. Көйҙө ишетмәгәс, уны сығарып та булмай икән ул. Ҡасандыр йырлаған йырҙар, ҡурайҙа уйнаған көйҙәремде бөгөнгө көндә йырлай ҙа, уйнай ҙа алмаҫлыҡ хәлдәмен. Был - яҙмыш. Башҡаса бер нисек тә булыу мөмкин түгел ине… Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Әйтәйек, мин әлеге сәнғәт училищеһына инеп, оҫта ғына ҡурайсы булып киттем икән ти… Әммә, ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәр тулмаҫ борон уҡ, "үҙемде аҫрап торған" ана шул һөнәрем буйынса бөтөн-ләйгә "эшлектән сыҡҡан" булыр инем бит. Ә бөгөнгө көндә иһә, отставкалағы хәрби булараҡ, һәүетемсә, "түңәрәк" кенә пенсиям бар, хөкүмәт беҙгә тейешенсә льготалар ҙа биргән. Бына шуға күрә, заманында музыкант булып китә алмауым өсөн Аллаһы Тәғәләгә ныҡ шөкөр ҡылам. Бейеүсе булып китә алмаған әлеге хирург юҡҡа ғына үкенә, тип уйлайым. Берененән, уның оҫта, мәшһүр бейеүсе булып китә алыр-алмаҫы ла билдәһеҙ. Ана шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмышҡа һәр саҡ риза булып ҡына йәшәргә ҡушҡан Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм балаһы күпселек осраҡта үҙенең ҡаҙаныштарына риза була белмәй. Әлеге хирург та тап ана шундайҙарҙан. Икенсенән, әсәйемдең мине танк училищеһына ебәрмәүе өсөн дә Аллаһы Тәғәләгә көн-төн шөкөр итәм. Сөнки мин лейтенант булып сығыр йылды (1979 йыл) Афған һуғышы башланды. Тап әлеге үҙем барырға ниәтләп йөрөгән Ташкент ҡалаһындағы хәрби танк училищеһын тамамлаған йәш лейтенанттарҙың күпселеге шул "ҡыҙыу нәктә"гә ебәрелгән икән. Бик күптәре һәләк тә булып ҡалған. Әсәйемдең изге доғаларын Аллаһы Тәғәлә ҡабул итеп, бына шундай бәлә-ҡазаларҙан аралап алып ҡалғандыр, тип тә уйлайым. Ә мин хеҙмәт иткән Стратегик ракета ғәскәрҙәренән ("секретный" частар булғанға күрә) Афғанға алманылар. Әлхәмдүлиллаһ, тием бөгөнгө көн бына ошо яҙмышым өсөн.
Ошоға оҡшашыраҡ тағы бер бәләкәй генә миҫал. Ғаиләбеҙҙәге иң төпсөк Йәлил ҡустыбыҙ ҙа баян мәктәбен тамамлағайны. Әммә бәләкәстән музыканы ғәйәт ныҡ яратыуына, шундай һәләте булыуына ҡарамаҫтан, унынсы синыфтан һуң "Мин ғаиләлә кинйә ул булараҡ, атай-әсәйемде ҡарап, ауылда йәшәргә бурыслымын. Шуға күрә Ауыл хужалығы институтына барам", тигән ҡәтғи ҡарарға килде ул. Ун ете йәшлек туғаныбыҙҙың ана шулай төптән, етди фекерләп беҙгә иғлан итеүе барыбыҙҙы ла ғәжәпләндергәне (хатта таң ҡалдырғаны!) хәтеремдә. Ғәйәт тырыш ҡустыбыҙ институтты, аспирантураны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Бөгөнгө көндә ул биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы, Рәсәй Тәбиғи Фәндәр Академияһы академигы. Шул уҡ ваҡытта музыканы ла ташламаны. Ул ғына ла түгел, бәғзе шағирҙарҙың (Аҫылғужа, Фирүзә Абдуллина, Миләүшә Ҡыҙрасова, Сәкинә Тотманова һ.б.) ижадына көй яҙа, ул йырҙарҙы Рәмил Туйсин, Рәүил Харрасов, Алһыу һәм Зилә Бәхтиева һымаҡ билдәле йырсылар ҙур сәхнәләрҙә лә йырлай, халыҡ яратып ҡабул итә.
Балалары өсөн иман, иҫәнлек, бәхет, уңышлыҡ һорап, һәр намаҙ һайын Аллаһы Тәғәләгә ялбарыр булды изге йөрәкле әсәйебеҙ. Атайыбыҙ яҡты донъянан киткәс, уны башта Юлай ағайым менән Йондоҙ еңгәм, унан, һуңғы көндәренә тиклем Йәлил ҡустым менән Мөнирә килен ҡәҙерләп ҡараны. Бына шуның өсөн уларға барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ, Аллаһы Тәғәлә яҙған ошо яҙмышыбыҙға ла ризабыҙ.
Мәҡәлә һуңында. Эйе, тормош тигән нәмә ифрат та ҡатмарлы. Кем ниндәй юл менән китерен һәм уның менән ни булырын Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер кем дә белмәй. Ваҡыт үтеү менән артыңа әйләнеп ҡарайһың да, бына шундайыраҡ юҫыҡта фекер йөрөтә башлайһың. Мәктәптә уҡыған саҡта бәғзеләрҙең "круглый отличник" булып йөрөп тә, тормошҡа яраҡһыҙ булып сығыу миҫалына һәм, шул уҡ ваҡытта, уҡыуҙа "көскә һөйрәлеп йөрөгән" икенселәрҙең бөгөнгө көндә бынамын тигән итеп тормош көтөп тороуына ҡарап, һис кем өсөн алдан берәй нәмә фаразлау ярамайҙыр, тип уйлайым. Нисек кенә фаразлаһаң да, уның бөтөнләйгә дөрөҫкә сыҡмау ихтималлығы ҙур…
Әлбиттә, был тема буйынса башҡа фекерҙәр булыуына ла шикләнмәйем. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа яратҡан "Киске Өфө"бөҙ аша иркенләп фекерләшәйек, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru