«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘНҺҮРӘТ НИГЕҘЕНДӘ ТИК ТАРИХИ ЕРЛЕК ЯТА
+  - 

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары араһында "Төньяҡ амурҙары" тулы метражлы анимация фильмын төшөргән "Муха" йәмғиәте директоры Артур АБДРАХМАНОВ та бар. "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә ижад ителгән "Төньяҡ амурҙары" ҙур ваҡиға тип ҡабул ителде. "Муха" йәмғиәтенә килгәндә инде, ул күптән сағыу кинопремьералар өҫтөндә эшләүе менән билдәле. "Чебурашка" и "Нюрнберг" фильмдарында, шулай уҡ сериалдарҙа уларҙың хеҙмәт өлөшө тос. Беҙ Артур Вәли улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

"Төньяҡ амурҙары" тулы метражлы анимация фильмын төшөрөү идеяһы нисек һәм ҡасан тыуҙы?

- Беҙҙең "Муха" студияһы күптән эшләп килһә лә, уға Хөкүмәт тарафынан иғтибар булды, тип әйтә алмайым. Ә бына республикаға етәксе булып Радий Хәбиров килгәс, ул беҙҙең студияны килеп күреү һәм уның эшмәкәрлеге менән танышыу теләген белдерҙе. Ысынлап та, күп тә үтмәне, Радий Фәрит улы студияға килеп, ижадыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды, Мәскәүгә һәм башҡа тарафтарға йәнһүрәттәр эшләүебеҙ тураһында мәғлүмәтте ишетте. Шул саҡта: "Егеттәр, Төньяҡ амурҙары тураһында бөтәһенә лә ишеттерге килә", - тип, үҙенең идеяһын еткерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә Төньяҡ амурҙары тарихын белмәй инем, бары "Любизар" йырын, шулай уҡ өҙөк-йыртыҡ ҡайһы бер ваҡиғаларҙы ғына ишеткәнем бар ине. Шуға ла ул мәлдә ысын тарихты белә инем, тип әйтә алмайым. Беҙҙең коллективты тарихсы Рәмил Рәхимов менән таныштырҙылар. Француз яуында ҡатнашҡан башҡорттар тураһында ғалим бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне. Эш дәүерендә Рәмил Насибулла улы менән менән ныҡ дуҫлашып киттек. Унан алған бөтә мәғлүмәтте йәнһүрәттә күрһәтергә тырыштыҡ.
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтен тарих дәреслеге, йәки плакат һымаҡ итеп эшләргә ярамай ине. Тап ғаилә менән бергәләшеп ултырып ҡарай торған, балаларға ла, өлкәндәргә берҙәй ҡыҙыҡ йәнһүрәт булһын тип тырыштыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең йәнһүрәттә бер ниндәй ҙә уйҙырма юҡ. Уның нигеҙе тарихи ерлек - батша Указы менән килгән илсе, ысынлап та, башта бер ерҙә лә башҡорттарҙы тап итә алмай, сөнки был мәлдә бөтә ерҙе саранча баҫып алған һәм башҡорттар ошо афәт менән көрәшергә сыҡҡан була. Был турала документтар һаҡлана.
Шведтар менән һуғышта ла башҡорттар тотош бер швед карабын ҡулға төшөрә. Шуны нисек йәнһүрәттә күрһәтмәҫкә, ти! Француздар менән бер алышта башҡорттар Наполеонды саҡ-саҡ әсир итеп алмайҙар бит. Наполеондың лагерын ҡамайҙар, ләкин император ниндәйҙер мөғжизә менән генә ҡасып ҡотола. Был да тарихи факт һәм беҙ уны ла күрһәттек. Французда башҡорттарҙан ҡурҡыу көслө булған, хатта: "Иғтибар: башҡорттар балаларҙы ашайҙар!" - тигән плакаттары ла булған уларҙың. Рәмил Насибулла улы менән ошондай факттарҙы йыйып-туплап, барыһын да йәнһүрәткә индерҙек. Әлеге ваҡиғаларҙы биш яҡташыбыҙҙың мажаралары аша күрһәтеүгә өлгәштек. Йәнһүрәтте эшләү оҙайлы, мәшәҡәтле булды, беҙ уға өс йыл ваҡытыбыҙҙы сарыф иттек.

"Төньяҡ амурҙары" коллектив хеҙмәт икәне аңлашыла. Шулай ҙа уны киң донъяға сығарыуҙа кемдәр ҙур тырышлыҡ һалды?

- Эйе, йәнһүрәтте тыуҙырыуҙа тотош студия бергә егелеп эшләне. Төп ауырлығы, әлбиттә, рәссамдарға эләкте. Йәнһүрәттең нигеҙенә ятҡан иң тәүге эскиздарҙы, ә уларҙы мин бик мөһим, тип уйлайым, аҡһаҡал рәссамыбыҙ Алексей Николаевич Мотавин төшөрҙө. Хәйер, эскиздар ҙур юлдың башы ғына ине. Ә йәнһүрәт бит өс үлсәмле булырға тейеш. Алексей Николаевичтың эскиздары буйынса бүтән рәссамдар тап өс үлсәмле персонаждар яһарға тотондо. Был осраҡта кемделер айырып әйтеү мөмкин дә түгел, "Төньяҡ амурҙары", ысынлап та, коллектив хеҙмәт емеше.

Тулы метражлы анимация фильмының юғары премия менән баһаланыуы яңы эштәргә илһамландырғандыр. Алда беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

- Премия алыу көтөлмәгәнсә булды. Беҙҙең "Муха" студияһы инде нисәмә йылдар Өфөлә эшләй. Уның бер ҡайҙа ла сығып киткәне лә, күсенгәне лә булманы. Һәм бына уның тарихында беренсе тапҡыр Хөкүмәт тарафынан иғтибар булды, ярҙам күрһәтелде. Ошондай мөнәсәбәттең һөҙөмтәһе булып әлеге йәнһүрәт тыуҙы ла инде. Беҙ уға тиклем бөтөн башҡорт хәрефтәренә иғтибар бүлеп, ҡырҡ ике сериянан торған "Әлифба" йәнһүрәтен төшөргәйнек. Шулай итеп, "Муха" студияһы Мәскәүҙеңме, берәй сит илдеңме проекттарын эшләмәй, ә үҙебеҙҙең ерлеккә мөрәжәғәт итә. Әлеге мәлдә Шайморатов генералға арналған - үҙебеҙ өсөн бик мөһим тип һаналған - "Салауат вариҫтары" тигән проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ "Әлифба"ны дауам итәбеҙ. Хәҙер инде төҫтәр, йылдар, һандар, тәүлек мәлдәрен башҡорт телендә яңғыратасаҡбыҙ. Улар барыһы ла балаларға туған телде өйрәнеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ. Быларҙан тыш, "Пушкин Михайловкала" тигән 52 сериялы йәнһүрәт төшөргәйнек, хәҙер "Пушкин Кавказда" тигән киҫәген төшөрәбеҙ. Кинолар өсөн компьютер графикаһында ла эшләйбеҙ. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, беҙҙең өсөн "Салауат тоҡомдары" һәм "Әлифба" иң мөһим проект булып ҡала. Беҙҙең "Әлифба" балаларҙы ғына түгел, бик күптәрҙе башҡортсаға өйрәтер, тип өмөтләнәм. Беҙ үҙебеҙ ҙә "Әлифба" йәнһүрәте өҫтөндә эшләй-эшләй телебеҙҙе камиллаштырабыҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru