«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠМАЙЫНСА МАҠСАТЫҢА ЫНТЫЛ ИКӘН!
+  - 


Ошо көндәрҙә Башҡортостандан өс уҡыусы Беренселәр хәрәкәтенең алдынғы проекты - "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы һәм һәр береһе 1-әр миллион һум аҡса алдылар. Бына улар: Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан Әлиә Исҡаҡова, 124-се лицейҙан Аделина Ишбулатова һәм Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан Елизавета Белова. Еңеүселәрҙе "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә тәбрикләнеләр, улар шунда ял итте. Уңайҙан файҙаланып, ҡыҙҙарҙың береһе - Әлиә ИСҠАҠОВА менән әңгәмәләштек.

Шатлығыңды уртаҡлашабыҙ, Әлиә, һәм һөйләшеүҙе үҙең тураһында, "Ҙур тәнәфес" конкурсының асылы хаҡында башлайыҡ.

- Мин Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы. Бында уҡыуыма дүрт йыл. Үҙем Өфө ҡыҙы, ә тамырҙарым Баймаҡ районынан була. Уҡыуым һәм гимназиям тураһында һөйләгәндә, тәү сиратта, нәҡ ошонда белем алыуыма шул тиклем шатмын. Сөнки бында мин тәрән белемле һәм изге күңелле уҡытыусылар, яҡшы дуҫтар һәм бик күп таныштар таптым, туған башҡорт телемде өйрәндем. Әле физика-математика йүнәлешендәге класта уҡыйым, информатика һәм программалау өлкәһе менән ныҡлап ҡыҙыҡһынам, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашам һәм еңеүҙәрем дә бар. Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм, блогерлыҡ менән дә мауығам.
"Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсында мин икенсе йыл рәттән ҡатнашам, былтыр финалға үтергә саҡ ҡына мәрәйҙәр етмәй ҡалғайны, быйыл нығыраҡ әҙерләндем һәм бик теләгән еңеүгә өлгәштем! Был конкурс дүрт этаптан тора: тәүгеһендә үҙең тураһында һөйләргә, икенсеһендә конкурстың һынауы - саҡырыуҙарға яуап бирергә кәрәк, шунан ярым финал һәм финал этаптары була. Мин был юлы "Иң мөһиме тураһында һөйлә" тигән саҡырыуға яуап бирҙем һәм партнерҙар биргән темаға - "Балалар өсөн хәүефһеҙ интернет селтәре" төҙөнөм. Конкурс тағы ла "Киләсәкте төҙө", "Рәсәйҙе өйрән", "Тәбиғәтте һаҡла" кеүек 12 тема тәҡдим итә.
Бөгөнгө көндә балалар өсөн генә эшләнгән, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән социаль селтәр юҡ. Шуға мин үҙем күҙ алдыма килтергәнсә шул ҡушымтаны төҙөнөм. Унда бөтә донъя балалары үҙ идеялары менән бүлешә, аралаша, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса берләшә, шулай уҡ дәрестәр теҙмәһе һәм көндәлеге лә, белем алыу мөмкинлеге лә шунда уҡ буласаҡ, ғөмүмән, файҙалы контент тупланасаҡ, тип фараз итеп, проектымды күңел биреп эшләнем. Һәр хәлдә, баһалама комиссияһы бына ошо эшемде юғары баһаланы һәм мин ярым финалға үттем - уны Пермь ҡалаһында ойошторҙолар. Унда командаларға бүленеп, ойоштороусылар тәҡдим иткән төрлө темалар буйынса проекттар эшләнек, мәсьәләләр систек. Бында командала эшләй белеү, альтруизм, һөҙөмтәгә ирешергә теләк кеүек сифаттарыбыҙ баһаланды.
Ошо этаптарҙа туплаған мәрәйҙәр ҡушылып, финалға үтеүселәр билдәләнде һәм беҙҙе "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгенә йыйҙылар, бында ла командаларҙа кейстар буйынса эшләнек, һәр кемебеҙҙе когнитив һығылмалыҡ һәм һөҙөмтәгә йүнәлешлек сифаттары буйынса баһаланылар. 24-28 октябрь көндәрендә үтте конкурстың финалы, уның сиктәрендә төрлө эскперттар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, фәһемле лекциялар ойошторолдо, үҙ-ара танышыуға ҡоролған уйындарҙа ҡатнаштыҡ. "Ҙур тәнәфес"тең беренсе этабында 3,5 миллион бала ҡатнашҡан тиҙәр, 11-се класс уҡыусылары араһынан ни бары 150 кеше генә финалға үттек һәм мин еңеүселәр исемлегенә инә алдым. Бик тулҡынландырғыс минуттар кисерҙем.

Киләсәккә ниндәй хыял-теләктәр менән йәшәйһең?

- Әле сығарылыш класында уҡығас, бар уйым Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙа. Имтихандарҙы профилле математика һәм профилле информатика буйынса тапшырырға йыйынам, Өфө фән һәм технологиялар университетының программистар әҙерләүсе факультетын һайларға ниәт иткәнмен. Был бөгөн йәмғиәттә бик кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе генә түгел, киләсәктә башҡорт телен үҫтереүгә, башҡорт балалары өсөн файҙалы, мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән дә бик көнүҙәк заман һөнәрҙәренең береһе. Интернет селтәрендә башҡорт телендә, башҡорт халҡы тураһында һөйләгән контент әлегә етерлек түгел - мин был хаҡта "Ҙур тәнәфес" конкурсының беренсе һайлап алыу этабында иншамда ла яҙғайным. Башҡорт телендә дөрөҫ яҙылған, дөрөҫ мәғлүмәт тупланған ышаныслы сығанаҡтар, балаларға уйын ҡушымталары кеүек заманса программалар эшләргә кәрәк. Ә бына яулаған бүләк-аҡсаны нимәгә тотонорға тигәндә, йәй буйы шул турала уйландым, әммә әлегә аныҡ ҡына фекергә килмәнем. Шулай ҙа ул аҡсаны тиҙ генә сарыф итеп бөткөм килмәй, уны берәй килем килтерә торған эшкә йүнәлтергә кәрәк, тип уйлайым.

"Ҙур тәнәфестә" ҡатнашыуҙың һинең өсөн төп фәһеме ниндәй булды?

- Был конкурста быйыл ғына ҡатнаша ала инем, һуңғы мөмкинлек менән файҙаланып ҡалдым. Шуға мотаҡ еңергә тейешмен, тигән маҡсат ҡуйғайным алдыма һәм шуны аңланым: ҡуйған маҡсаттарыңа бер ниҙән дә ҡурҡмай ынтылһаң, үҙ-үҙеңә ышанһаң - барыһы ла килеп сыға икән. Башҡаларға үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө күрһәтмәҫкә, заман саҡырыуҙарына асыҡ һәм әҙер булырға кәрәк.

Шулай итеп...
"Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсында 1-сенән алып 10-сы класҡа тиклемге уҡыусылар һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының 1-2-се курс студенттары ҡатнаша ала. Башҡортостандан 50 уҡыусы конкурстың финалына үтеп, "Артек"та ял итеп ҡайтты һәм араларында лауреаттар ҙа бар. Бына шундай алдынғы ҡарашлы, аҡыллы, илһөйәр һәм алсаҡ балаларыбыҙға һәм уларға белем тауҙарына үрләргә ярҙам иткән уҡытыусыларына киләсәктә тағы ла яңы үрҙәр теләйбеҙ. "Беҙ донъяны үҙгәртәбеҙ", тигән девиздары бар икән, тик яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән лидерҙар булып буй еткерһен киләсәгебеҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru