«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪАБА ХАЛЫҠТЫҢ МӘҘӘНИ КОДЫНА ТОҒРОЛОҠ ҺАҠЛАЙЫҠ
+  - 


Уның тормошо билдәле бер рәссамдың картинаһындағы кеүек. Үҙе сая ла, ҡыйыу ҙа, бер үк ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек тә һаҡлай. Халыҡ ижады ынйыларын өйрәнеп кенә ҡалмай, донъяуи кимәлгә сығарыуға ла өлгәшкән ул. Гәзит уҡыусыларға республика төбәктәрендәге бик күп фестиваль-конкурстарҙың проекттары авторы һәм кураторы, фольклорсы-этнограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы БАЙМЫРҘИНА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу ғаиләнән килеүе мәғлүм. Һеҙҙең миҫалығыҙҙа фольклорға һөйөүҙе кем уятты?

- Өләйем, тип уйлайым. Өс йәшемдән мин Әбйәлил районы Үтәгән ауылында әсәйемдең ата-әсәһе Хафиза һәм Сәлмән Ғәлләмовтар ғаиләһендә тәрбиәләндем. Олатайым да, өләсәйем дә бай тормош мәктәбен үткән кешеләр ине. Өләсәй сәсән телле, олатай бейеүгә, юморға оҫта булды. Йор һүҙлелеге иҫтә ҡалған: гел шаяртып, мәрәкәләп һөйләште. Өләсәй йырларға ла бик яратты. Таҡмаҡлап тора ла, өйрөлөп бейеп китә. Уның менән бергә балаҫ һуға инек, йыш ҡына балаҫҡа йөндәрҙе лә миңә буярға ҡуша торғайны. Фольклор менән ҡыҙыҡһынып китеүемә лә нәҡ улар сәбәпсе булғандыр, тим.
Сәнғәткә, мәҙәниәткә ынтылыуымды заманында Әхмәт ағай Лотфуллин да шәйләгән булған. Ул олатайҙың яҡын туғаны ине. Йәйҙәрен беҙгә йыш килде, ҡайҙа ғына барһа ла, ҡулынан буяуҙары төшмәне. Картиналарында төп геройҙар билдәле: ябай халыҡ, беҙҙең ауыл кешеләре бик күп. Хатта Үтәгәндә туй барышын да һүрәткә төшөргәйне.
Бер ваҡыт Өфөнән музыкаль һәләтте тикшереп йөрөүселәр килде. Мине һайланылар, баш ҡалаға уҡырға барырға кәрәк, тинеләр. Өләсәйем ебәрмәне. Шулай итеп, ауылда үҫтем, нығындым. Өләсәйем мине халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиәләне, юҡҡа ғына сәсән телле булмағандыр инде, тип ҡуям бөгөн. Һәм олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫеүемә сикһеҙ ҡыуанам.

Тимәк, өләсәй мәктәбе тормошоғоҙға ныҡ йоғонто яһаған. Ә хәҙерге йәшәйештә һаҡланғанмы бындай мәктәп?

- "Заман башҡа, заң башҡа", тигәндәй, бөгөн өләсәйҙәр хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа эшләргә мәжбүрҙәр шул. Ҡала ерендәгеләр мотлаҡ эшләүҙе дауам итә. Ауылдарҙа ла ейән-ейәнсәрҙәр өләсәй-олатайҙарын һирәк күрә. Ә бит заманында оло йәштәгеләр хәҙерге балалар баҡсаһын алыштырған. Йәштәр эштә саҡта олатай менән өләсәй бала ҡарашҡан. Иҫләйем, өләсәйем, башҡа әхирәттәре менән бергәләп, ауыл балаларын "Ҡарға бутҡаһы"на алып сыға торғайны. Әкиәт, урындағы риүәйәт-легендаларҙы һөйләй торғайнылар. Ошо аралашыуҙан беҙ, мәҫәлән, һыу менән бәйле күп төрлө тыйыуҙарҙы белеп үҫтек: ҡояш байығас, һыуға барырға ярамағанын һәр кемебеҙ белә ине. Төндә һыуға барырға тура килгәндә Һыу эйәһенең ризалығын алыу өсөн "Күкбуҙ атлы ҡунаҡ килгән, шуға тәһәрәтлек һыу алам, бисмиллаһир-рәхмәнир-рахим", тип әйтергә ҡушыр ине өләсәйем. Шулай уҡ төрлө им-томдарҙы - ауыртҡан урындарҙы һылап-һыйпарға, быуын ултыртырға, сабыйҙың эсе ауыртҡанда бүҫер имләргә һәм башҡа халыҡ дауаһы серҙәренә лә өләсәйҙәр эргәһендә йөрөп, белеп үҫтек. Мейе үлсәргә лә өйрәндек, һөлөк тә һала торғайныҡ. Ауыл халҡы йыш ҡына һөлөк һалдырырға өләсәйемә килә ине. Өләсәйем балалар халыҡ дауаһы алымдарын күреп-белеп үҫһен, тип, бар ошо процедураларҙы беҙгә күрһәтеп эшләй, шул рәүешле үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша торғайны...
Бөгөн балаларға өләсәй-олатайҙар мәктәбенең йылыһы етеңкерәмәй кеүек. Яңы тыуған сабыйҙы нисек итеп имләү, йоҡлатыу, ниндәй доға-сүрәләр уҡып сайындырыу кеүек боронғо тәрбиәләү алымдарын йәштәр белмәй ҙә, тиерлек. Ҡулда йөрөгән бала тиҙ үҫә, формалаша, тиҙәр. Шуны башҡорттар электән белгән, бала бик үк сәңгелдәктә ятмаған: башын тота башлағандан алып ҡулда, йә аяҡта һикерткәндәр. Ололар фекеренсә, ошо рәүешле быуын нығытылған. Һикерткәндә, ғәҙәттә, таҡмаҡ әйтәләр, был иһә музыкаль яҡтан тәрбиәләй. Туған моңдо ҡолаҡтары ишетә, ҡанына һеңдерә, бала ритмға ла баҫырға өйрәнә. Ошо һәм башҡа тәрбиә алымдарын беҙгә тергеҙергә кәрәк. Өләсәйҙәрҙең эше күп булһа ла, быуындар бәйләнешен һаҡлайыҡ, ваҡыт табып, ейән-ейәнсәрҙәрҙе бағырға, улар менән күберәк ваҡыт уҙғарырға кәрәк, тип әйтмәксемен.

Ярай, ярамай, тип тыйыу ҙа ниндәйҙер хөрәфәт түгел, ә әхлаҡ ҡанундарының береһелер, моғайын?

- Эйе, тап шулай. Сөнки егеттәргә, йә "Тубығыңды тартып ултырма, ҡырҡ көнһөҙ иманың ҡайтмай", тигән һымағыраҡ ҡыҙҙарға ғына тәғәйен тыйыуҙар бар. Хәҙер ҡарайһың да, ҡыҙҙарҙың тубыҡ тартмау түгел, аяҡтарын да йыймай ултырыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ә бына "Ир-егет алдынан йөрөмә, юлын ҡыйма", тигән тыйыу йәшәй әле беҙҙең йәмғиәттә. Ул да ниндәйҙер хөрәфәти ышаныуҙарҙан ғына килмәй, бер тәрбиә алымы. Ни өсөн ир-егеттең алдынан йөрөргә ярамай һуң? Сөнки ир кеше - ул ғаиләлә төп кеше, уның абруйын һаҡларға, уның алдынан бармаҫҡа, унан алда һүҙ һөйләмәҫкә тейешһең. Юлға сыҡҡанда ла алдан ирҙәр барырға тейеш, сәфәргә сыҡҡанда хатта: "Тәүҙә ир кеше осраһа ярар ине", - тип юрайҙар.
Бала сағымдан бер күренеш күҙ алдында: ҡышҡы һыуыҡ көн, эре суҡлы шәлдәрен кәзәкейҙәре өҫтөнән баш аша ябынып алған ҡупшы өләсәйҙәр, инәйҙәр ҡунаҡҡа китеп бара. Атлағанда шәлдәренең остары үксәләренә етеп, ергә һөйрәлә. Улар бер нисә аҙымға олатайҙарҙан артҡа ҡалып, эйәреп китеп бара. Ҡултыҡлашып бергә йөрөү тигән нәмә булмаған. Бындай күренеш беҙҙең яҡҡа ғына хас булғанмы-юҡмы, әйтә алмайым. Әммә хәҙер шуны йылмайып иҫкә төшөрөргә генә ҡалды.

Әйткәндәй, һеҙ мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәтле ижади проекттарға булышлыҡ иткән өсөн Рәсәй Президенты грантын яулап, һуғылған шәл буйынса тиҫтәнән ашыу оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙегеҙ. Бөгөн был эштең һөҙөмтәһе, киләсәге бармы? Заманында башҡорттар Ырымбур өлкәһендә шәл менән сауҙа итеп, ырымбурҙарҙы брендлы иткән кеүек, һуҡма шәл дә сит ҡулдарға китмәҫме?

- Башҡорттар араһында шәл һуғыу, бәйләү кәсебенең киң таралыуы тураһында бик күп ғалимдар, сәйәхәтселәр яҙып ҡалдырған. Мәҫәлән, Италия этнографы, профессор Стефано Сомье XIX быуатта Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан үткәнендә һуғылған шәлде ике һумға һатып ала. Ҡаты буранлы Урал һыуығынан шуның ярҙамында һаҡланыуы хаҡында ла яҙа. Өләсәйемдең дә ҡәҙерләп кенә ҡунаҡҡа ябына торған аҡ дебет шәле булды: "ҡунаҡ шәле" ти ине, ә көндәлектә һорорағын ябынды. Шәл һуғыу өсөн генә тотҡан кәзәләре лә булды.
Эйе, башлыса дебет шәлде бәйләгәндәр. Һуҡҡандар ҙа, әлбиттә. Әммә шәл һуғыу технологияһы ныҡлы өйрәнелмәгән. Шуға былтыр грантҡа лайыҡ булғас, ныҡлап уның технологияһын өйрәнә, һуғыу өсөн кәрәкле дебет эҙләй башланыҡ. Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан алған дебет шәл һуғыуға эшкинмәй булып сыҡты. Баҡтиһәң, һыйыр мөгөҙөн һындырыр сатлама һыуыҡтарҙа аҫралған кәзәләрҙең генә дебете ныҡлы була икән. Ырымбурҙа аҫралған кәзәләрҙең дебете менән эшләргә тура килде. Ғөмүмән, проектыбыҙҙы бойомға ашырғанда башҡорт шәленә ҡағылышлы бик күп серҙәрҙе астыҡ.
Аллаға шөкөр, оҫталарыбыҙ бар, шуларҙың береһе ауылдашым Ғәшүрә Әүбәкирова. Ул беҙгә шәл һуғыу оҫталығын төшөндөрҙө. Уның ярҙамында беҙ йөҙҙән ашыу кешегә оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Республиканан тыш, илдең төрлө төбәктәренән килеп өйрәнеүселәр ҙә булды. Туҡыу станогында эшләү күңелде бер ритмға көйләй, шуға ҡул эше менән булышҡан кешенең күңеле ипле, уйҙары тәртиптә була. Ҡатын-ҡыҙҙар күберәк шөғөлләнһен ине шундай үҙебеҙҙең боронғо ҡул эштәре менән. Проектыбыҙға ир-егеттәрҙе лә йәлеп итә алыуыбыҙға һөйөндөк. Бөгөн был эште дәүләт кимәлендә күтәреп алып, етештереүҙе яйға һалһаҡ ине, тип хыялланам.

Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы, һуңғы йылдарҙа республика район-ҡалаларында төрлө брендлы саралар үткәрелә, бер нисәүһе һеҙҙең етәкселектә ойошторолдо. Урындағы халыҡ был эштәрҙе күтәреп алдымы?

- Бөгөн һәр райондың йөҙөн билдәләгән брендлы саралар бар. Мәҫәлән, Октябрский ҡалаһында "Ҡурай байрамы", Сибайҙа "Ирәндек моңдары", Салауат районында "Салауат йыйыны". Һуңғыһы быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләне, шөкөр. Бына ошондай сараларҙың һәр районда үтеүе яҡшы күренеш, ғөмүмән, халыҡ ижадына иғтибар тик беҙҙең республикала ғына шулай юғары.
Ошо брендлы сараларҙы ойоштороуға үҙем ярҙам иткән төбәктәр бар. Әйтәйек, Шаран районы халҡы туй йолаһы сараһын күтәреп алып, гөрләтеп эшләп алып киттеләр. Илештә "Ауаз" исемле күп жанрҙарҙы үҙ эсенә һыйҙырған этник фестиваль проекты уңышлы ғына эшләй. Балтаста дүртенсе тапҡыр ойошторолған "Йәш килен" этник фестивале халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Конкурсҡа яңы ғына төшкән йәш килендәр кейәү яғындағы йолаларҙы, аш-һыуҙарҙы ғына түгел, ғаилә тарихын, шәжәрәләрен өйрәнеп килә. Минең өсөн йәш килендәрҙең үҙен иренең затын дауам итеүсе, уның тоҡомон арттырып, илгә батырҙар, матур ҡыҙҙар тәрбиәләүсе булараҡ ҡабул итеүен күреү шатлыҡлы.
Һуңғы ике йылда Ҡариҙел һәм Асҡын райондары өсөн матур проекттар эшләнек. Ошо ике төбәктең кейемдәрен айырып әйтергә кәрәк. Улар кейем-һалымы, аш-һыуы, хатта һөйләштәре менән төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттарынан айырылып тора. Бына шундай күп төрлөлөгөбөҙҙө, матур йолаларыбыҙҙы тергеҙгән райондарыбыҙ бихисап һәм уларға был еңел булмаған эштәрендә булышлыҡ иткән проекттарым да күп. Быны маҡтанғандан әйтмәйем, тик үҙемдең эшмәкәрлегемдең һөҙөмтәһен күреп, ҡыуанысым менән бүлешергә генә теләп телгә алам.
Әбйәлилдә Урал аръяғы башҡорттарының киң билдәле "Ҡомартҡы" этник мәҙәни форумы сиктәрендә "Быуындар сылбыры" исемле конкурс үткәрелә. Унда ҡатнашыусылар шәжәрәләре, кәсептәре тураһында һөйләй. Был форумда шулай уҡ лаҡап һөйләүселәр араһында ойошторолған ярыш бик ҡыҙыҡлы үтә, сөнки Әбйәлилдә сәсәнлек традициялары әле һаман һаҡлана. Ғөмүмән, билдәле сәсәндәребеҙ төйәге булған Учалы, Бөрйән, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр райондарында әле лә йор һүҙле кешеләр йәшәй. Урындағы һөйләште, диалектты һаҡлап ҡалыу өсөн шул "Лаҡап тирмәһе" исемле конкурс бик ҡулайлы. Уның жюри рәйесе Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров үҙе лә бит тел биҫтәһе. Был конкурста кешенең телгә, ата-бабаларына булған хөрмәте күренә, төрлө онотолған һүҙҙәр килеп сыға. Бындай бәйгеләр туған телебеҙҙең байлығын һаҡлау өсөн дә әһәмиәтле.

Күптән түгел күркәм юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ, эшмәкәрлегегеҙгә бер ни тиклем һығымта ла яһап, киләсәккә пландар ҙа ҡороп әйткәндә, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, киләһе быуынға тапшырыу ниәтендә тағы ниндәй эштәр атҡараһы бар?

- Бөтә проекттарым башҡорт халыҡ ижадын, тарихын өйрәнеүгә һәм шуны һаҡлауға бәйле булғас, милләттәштәр ошо хазиналарыбыҙҙы онотмаһын ине, тип теләйем. Халыҡ ижадын бер ниндәй аҡса менән дә алмаштырып та, баһалап та булмай. Был - беҙҙең бай һәм баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыларыбыҙ, һәм беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә кемдер йыр-моңдарын күҙ ҡараһылай һаҡлай икән, балаларына ҡала, шулай был белем артабан быуындан-быуынға дауам итә. Халыҡ шулай йәшәй. Һәр милләттең үҙенең генетик коды бар. Шул уҡ башҡорт халҡы ла үҙ йөҙөн, йәшәйешен, тәрән фәлсәфәһен булдырған. Башҡа бер ниндәй ҙә донъя халыҡтарында булмаған үҙенсәлектәребеҙ бар.
Мин һәр ваҡыт кемгәләр нимәлер өйрәтер алдынан үҙемдән башларға күнеккәнмен. 2014 йылда беренсе тапҡыр Юлай Ғәлиуллин менән Рафаэль ағай Амантаевтың уҡ атҡандарын күрҙем һәм шул саҡта: "Ә нишләп быны тотош Башҡортостанға таратмаҫҡа?" - тигән уй килде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан үҙем башлап уҡ аттым. Шунан Ҡырғыҙстанға барҙыҡ һәм унда бөркөт менән һунар итеүселәрҙе күреп ҡайттым һәм: "Ни өсөн был бәйгелә башҡорттар ҡатнашмай?" - тинем. Ә бит беҙ ҡош сөйөү, ҡош менән һунар итеү буйынса тотош донъяла дан алған халыҡ булғанбыҙ. Сәмләнеп, ир-егеттәр ҡатнашҡан конкурсҡа үҙем сығып, шөкөр, икенсе урын алдым. Бына ошо башланған эште лә дауам итеүселәр табылһа ине: этноспорт үҫешергә тейеш беҙҙә.

Шулай итеп...
Халыҡ ижадын һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Әгәр Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина кеүек замандаштарыбыҙ фольклор ынйыларының сер асҡысын тапҡан икән, артабан беҙгә был эште дауам итергә генә кәрәк.

Азат ҒӘЛИУЛЛИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru