«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШ ТАМЫРҘАРЫ БИК ТӘРӘН
+  - 


Әлеге мәлдә Сибай драма театры алдында өс афиша эленеп тора. Өсөһөнән дә сибайҙар өсөн үтә лә таныш йөҙ баға. Беренсеһенән, Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" спектаклендәге Абдулла ҡарт ҡарай. Әкиәттәге принц кеүек, ҡарттар йортонда йәшәгән әбейҙәр араһынан үҙ Золушкаһын эҙләгән был бабай образын тамашасылар бик яратып ҡабул итте. Шулай булмай һуң, ул йәшәү йәмен юғалта барған әбейҙәргә йән өрә, быны күргән тамашасылар ҙа спектаклдән яңы көс алып ҡайталар. Икенсеһенән Туфан Миңнуллиндың "Әлдермештән Әлмәндәр" әҫәрендәге туҡһанды уҙһа ла йәшәүҙән туймаған Әлмәндәр бабай ҡарай. Өсөнсөһөндә тәүге ике образды тыуҙырыусы актер үҙе ҡарап тора. Сәстәре салланһа ла, йөҙө, ҡарашы һаман да йәштәрсә, ҡиәфәтендә рухи көс сағыла.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Баяғы афишалар ана шул тантананың тышҡы сағылышы ғына. Ситтән килгәндәр афишалағы рәсми мәғлүмәтте күрмәһә, ышанмаҫтар ҙа, сөнки паспорттағы йәш фотолағы дарманға һис тә тап килмәй. Кем белә инде, уйнаған персонаждары актерҙы йәшәртәме, әллә ул үҙе персонаждарына дарман өҫтәйме? Бәлки, был ике яҡ үҙ-ара килешеп йәшәйҙер, бик күптән йөҙәрләгән образдар аша халҡына хеҙмәт итәлер. Улар араһында геройҙары ла булған, драматик, трагик характерлылары ла урап үтмәгән, шаяндары ауыҙ йырған, артистың оҫталығы артҡан, уйнау диапазоны киңәйгән.
Өсөнсө афишала нәҡ ана шул тәжрибәле актерҙы күрәбеҙ.
Уны күптәр белә, ярата, һоҡлана, Сибай ҡалаһының айырылғыһыҙ өлөшөндәй ҡабул итәләр. Ысынлап та, Риф Ғәле улы урам буйлап үтһә, уны һис кем менән дә бутап булмай. Был уның матур итеп кейенә белеүенән, хәрбиҙәрсә кәүҙәһен тура тотоп ышаныслы аҙымдар менән етеҙ атлап йөрөүенән генә лә килмәй. Бөтә ғиллә артистың күҙгә күренмәгән рухи көсөнән киләлер. Тәү ҡарамаҡҡа, ул ҡырыҫыраҡ, хатта уҫал һымағыраҡ та күренә. Был алдаҡ һынамыш уның үҙенә үтә ныҡ талапсан булыуынан, һәр эшкә яуаплы ҡарауынандыр. Риф ағайҙы яҡшы белгәндәр иһә, уның тәртипле, ихтирамлы, иғтибарлы интеллигент икәнен беләләр.
Рәсәй кимәлендә ҙур дәрәжәләргә өлгәшкән актер Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуып үҫә. Бала сағынан сүкеш-балта, бысҡы-маҙар ҡулынан төшмәй, ауылдағы ҡырылмаһа ҡырҡ эште энәһенән-ебенә тиклем белә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Уҡыуға ул алты йәше тулмаҫ элек бара һәм Абҙан мәктәбендә урта белем тураһында аттестат алғанда ун алтыһы ла тулмаған була. Кешене яҙмыш йөрөтә, тибеҙ, ашар ризығың ҡайҙа тәғәйен, һин уны нәҡ шул урында ашайһың. Үҫмер йәшенә еткән Риф ағаһына эйәреп, Себер тарафтарына юллана. Бында ул токарь һөнәрен үҙләштерә, исеме лә булмаған, һан буйынса ғына атап йөрөтөлгән бикле ҡалала хеҙмәт юлын башлай. Эш хаҡы ауылдағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк, магазиндар дефицит тауарҙар менән лыҡа тулы. Ошонда ул күңеле теләгәнсә матур итеп кейенергә өйрәнә. Үҙе әйтеүенсә, эш кейемдең булыуында түгел, теләһә ниндәй кейемде матур итеп кейергә була. Риф Ғәле улы бөгөнгәсә ана шул принцибынан ситләшмәй.
Бала саҡтан атаһы кеүек хәрби кеше булырға хыялланған Риф Томск ҡалаһына барып, Ленинградтағы юғары хәрби инженер училищеһына имтихандар тапшыра. Ләкин 39-сы йылда уҡ Хәсән күле янындағы һуғышта ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышынан күп йәрәхәттәр алып ҡайтҡан атаһы улының теләгенә ҡәтғи рәүештә ҡаршы була. Рөхсәт һорап яҙған хатына атаһы яуап итеп, ҡыҫҡа ғына телеграмма ебәрә: "Ни в коем случае!". Нимә был? Яҙмыш ҡушыуымы, әллә атай кешенең улында башҡа һәләттәр барын алдан тойомлауымы? Риф бит бәләкәй сағында радиоалғыс эргәһенән китешмәй, радиоспектаклдәр тыңларға ярата. Күп балалы ғаиләлә берәүҙең дә спектаклдәргә иҫе китмәй, ә Рифте бәйләп ҡуйғанһыңмы ни, бер нәмәгә иғтибар итмәй, персонаждарҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай.
Шулай килеп сыға ла. Отпускаға ҡайтҡанында Өфөлә яңы ғына асыласаҡ сәнғәт институтына документтарын тапшыра. Әлегә ул әртис төшөнсәһен сәхнәлә йырлап-бейеп йөрөүсе һымаҡ ҡына күҙаллай. Тәүге имтиханға иртә менән килә ул. Ғөмүмән, был Риф Ғәле улының төп һыҙаттарының береһе. Уҡыған ваҡытта ла, эшләгәндә лә, ғүмерҙә лә һуңлағаным булманы, ти ул. Ярай, килә ваҡытынан алда. Баҡтиһәң, уның кеүек тағы бер иртә йөрөүсе бар икән. Был егет Олег Ханов булып сыға. Танышалар. Танышлыҡтары ғүмерлек дуҫлыҡҡа әйләнә. Дүрт турҙы ла уңышлы үтеп, курсташтар булып китәләр. Ә бит ул ваҡытта яңы асылған институтҡа абитуриенттар бөтә СССР-ҙан йыйылған була.
Актер һөнәрен үҙләштергәс, Риф Ғәле улына Өфөлә ҡалыу мөмкинлеге була, әммә ул Сибай театрына эшкә килә, сөнки тормош иптәше Рәмилә бында эшләгән була. Театрға йыш килеп йөрөгәс, коллектив менән дә күптән таныш. Килеү менән администратор булып, гастролгә сыға, шунда уҡ актер булып төп ролдә уйнай башлай. Һәм шунан бирле ул Мөбәрәков исемендәге театрға тоғро хеҙмәт итә.
Нимә был? Яҙмышмы? Әллә актерҙың хәрбиҙәрсә коллективҡа тоғролоғомо? Үҙе әйтеүенсә, ул бер ваҡытта ла ролһеҙ булмаған, йөҙөп йөрөп уйнаған, үҫешкән, камиллашҡан. Ә камиллыҡтың сиге юҡ! Тимәк, алда халыҡ артисын яңы үрҙәр, асыштар көтә.
Ғаиләһенә килгәндә, улы Азамат та, ҡыҙҙары Айһылыу ҙа сәнғәт юлын һайлаған. Актер, режиссер һөнәрле улы Башҡортостан телевидениеһында эшләй. Айһылыу, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй музыкаль конкурстары лауреаты, бөгөнгө көндә Санкт-Петербург филармонияһы симфоник оркестрында прима-скрипкасы дәрәжәһенә еткән.
Был дәрәжәләрҙең, сәнғәткә булған һөйөүҙең инеше Архангел районы Муллаҡайҙан башлана түгелме? Юҡтыр. Күпкә төптәнерәктәндер, рухи тәрәнлектән, милли асылдан, Тыуған илгә хәрбиҙәрсә тоғролоҡтан, ҡандан башланалыр. Риф Ғәле улының атаһы башҡорт халыҡ йыры "Сибай"ҙы юғары тенор менән бик аһәңле башҡара торған булған. Яҙмышмы был? Яҙмыштыр. Сөнки яҙмыш тамырҙары бик тәрән. Халҡыбыҙҙың үткәндәре - мәңгелек, киләсәге лә...

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru