«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ҠАБАТЛАНАМЫ?
+  - 

Украинаның ATACMS Америка ракеталары менән Рәсәй территорияһына һөжүменә яуап итеп, Рәсәйҙең уртаса аралыҡҡа "Орешник" баллистик ракетаһы менән Днепропетровскиҙағы Көньяҡ машиналар эшләү, ә әлеге ваҡытта ҡорал етештереү заводын утҡа тотоуы үткән аҙна аҙағының иң яңғырауыҡлы шаңдау тыуҙырған ваҡиғаһы булды.

Украинала, әлбиттә, "Орешник"ты Зеленский менән Байдендың аҡылһыҙ ғәмәленә яуап сараһы итеп түгел, ә ике аралағы "конфликтты тағы ла киңерәк йәйелдереү" тип ҡабул иттеләр. Хәйер, уларҙан башҡаса фекер көтөүе мөмкин дә түгел: улар үҙҙәренең агрессияһын язаһыҙ ҡалыр, тип ышаналар ине, ахыры. Украина властары тауыш тиҙлегенән дә шәберәк осоусы был ҡоралға ҡаршы үҙҙәренең әмәлһеҙлеген танырға мәжбүр булды. Ләкин Зеленскийҙы бөтәһенән дә бигерәк Рәсәй һөжүме айҡанлы "донъяның көслө реакция белдермәүе" борсоно: "Әгәр Рәсәйҙең ҡылығына ҡәтғи реакция юҡ икән, тимәк, шулай кәрәк, тип уйлайҙар", - тип, бөтөн донъяға үпкә белдерҙе Украина башлығы.
Был хаҡта Рәсәй тарафынан АҠШ-ҡа алдан хәбәр ителгән булһа ла, Рәсәйҙең яңы типтағы ҡеүәтле ҡорал ҡулланыуы барыбер ҙә Пентагонды хафаланырға мәжбүр итте һәм уныһы, үҙ сиратында, Украинаны иҫкәртеп өлгөрҙө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Орешник" ебәреү Украинаға ҡарата Америка сәйәсәтен тотҡарлаусы фактор булып тормаясаҡ, тип белдерә АҠШ хакимиәте. Яңы ҡорал ҡулланыу АҠШ-тың ядро доктринаһын үҙгәртеүгә лә килтермәйәсәк, тип өҫтәнеләр Аҡ йорттан. АҠШ-тың Европа союздаштары ла шундай уҡ фекерҙә ҡалыуҙарын һәм Украинаға ярҙам итеүҙе туҡтатмаясаҡтарын белдерә.
Бынан алдараҡ Пентагон башлығы Ллойд Остин Украинаға, халыҡ-ара конвенция менән тыйылған булыуға ҡарамаҫтан, пехотаға ҡаршы миналар ебәрелә башлауы хаҡында белдерҙе. Сәйәси күҙәтеүселәр ошоға тиклем әллә ни агрессия белдереп бармаған Джо Байдендың бындай ҡылығын власть башынан китер алдынан яңы президент Трамптың ниәттәрен бутарға теләү, тип баһалай.
Әйткәндәй, Дональд был араларҙа ҡайҙа юғалды һуң әле? Һуңғы осорҙағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата бер ниндәй ҙә фекер белдермәгән һәм күҙгә-башҡа ла салынмайыраҡ торған Трамптың, әйтеүҙәренсә, үҙ мәшәҡәттәре булған һәм уға үҙ командаһы ағзалары араһында килеп сыҡҡан ҡайһы бер сыр-бор менән булышырға, өҫтәүенә, тәүге президентлыҡ осоро хаҡында сыҡҡан "Американы ҡотҡарырға!" тигән китабын "туйларға" тура килгән, имеш. Ысынында иһә шул арала, дөрөҫөрәге, 22 ноябрҙә, Аҡ йорттоң буласаҡ хужаһы НАТО-ның генераль секретары Марк Рютте менән осрашҡан. Трамптың НАТО-ға тәнҡит күҙлегенән ҡарауын белгән хәрби альянс союздаштары Рюттеның яңы президент күңеленә юл эҙләп килгәнлеген йәшермәй. Федерация Советының мәғлүмәти сәйәсәт буйынса комиссия башлығы Алексей Пушков әйтеүенсә, Дональд Трамп Аҡ йорт хужаһы Джо Байдендың Рәсәй территорияһына америка ракеталары менән һөжүм итергә рөхсәте хаҡында белмәүе мөмкин түгел ине. Трамп тәүҙә бындай ҡарарҙың өсөнсө донъя һуғышы хәүефенә килтереүе хаҡында сығыш яһауына ҡарамаҫтан, ахыр сиктә, Вашингтондың был аҙымы килешеп эшләнгән булырға оҡшай, ти Пушков.
... Әлеге ваҡытта киң мәғлүмәт баҫмалары АҠШ-тың The Wall Street Journal (WSJ) сығанағына һылтанып, Украина Ҡораллы көстәренең ATACMS ракеталары менән Ростов өлкәһенә һөжүм итеү ихтималлығын белдерә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 35

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru