«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙ ҺӘМ ҠАҘАҒСТАН
+  - 


Өфөлә ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумы булып үтте. Юбилей форумын үткәреү урыны тап Башҡортостандың баш ҡалаһы булыуы осраҡлы түгел. Эксперттар бер нисә тапҡыр беҙҙең төбәктең мәҙәниәттәр һәм цивилизацияларҙың Евразия диалогында айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәй һәм Ҡаҙағстан 1992 йылдың октябрендә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра, ә ике ил халыҡтары бәйләнештәренең тамыры тарихҡа барып тоташа. Беренсе Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара форумы 2003 йылда Омскиҙа үтте. Ул саҡта сара сик буйы төбәктәре форумы тип атала ине. Әйткәндәй, илдәребеҙҙең сиге донъяла иң оҙон һәм 7,6 мең саҡрым самаһы тәшкил итә. Йыл һайын хеҙмәттәшлек үҫешә һәм форум, ысын мәғәнәһендә, төбәк-ара форумға әйләнде. Хәҙер ул сиратлап Рәсәй йәки Ҡаҙағстан ҡалаларының береһендә үтә. 2022 йылда форум Ырымбурҙа булғайны. Тап шул ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ХХ юбилей форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. 2023 йылда, сараны Кустанай ҡабул иткәндә, Владимир Путин ҡатнашыусыларҙы бер йылдан Өфөгә саҡырҙы. "Рәсәй Һәм Ҡаҙағстан партнерлығында төбәк-ара бәйләнештәр үҙәк ролдәрҙең береһен уйнай. Төбәктәрҙең бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итергә ынтылышын артабан да дәртләндерербеҙ, үҙ-ара эш итеүҙең яңы өлкәләрен эҙләрбеҙ һәм, әлбиттә, бөтә файҙалы башланғыстарығыҙҙы хупларбыҙ", - тигәйне бер йыл элек үткән форум ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Өфөләге форумда ҡатнашыусылар Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге, төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм сәнәғәт кооперацияһы мөмкинлектәрен тикшерҙе. Эшлекле программанан тыш, өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары ике ил предприятиеларының уңыштарын, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә халыҡ художество кәсептәре өлгөләрен күрҙе. Ике илдең йәш лидерҙары берлектәге башланғыстар һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн 300 ҡатнашыусыны берләштергән "Рәсәйҙә Һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ перспективалары" форумында ҡатнашты. Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң яҡшы дизайнерҙарынан мода күрһәтеү төп мәҙәни сараларҙың береһе булды. Гастрономия фестивалендә ҡунаҡтар ике илдең милли ризыҡтарынан ауыҙ итте. Йыр-моң һөйөүселәр өсөн "Халыҡтар дуҫлығы тауышы" фестивале булды.
Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың иҡтисади партнерлығы өс тиҫтә йылдан ашыу үҫешә. 1993 йылда уҡ республикалар сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Бөгөн Ҡаҙағстан Башҡортостандың алдынғы өс сауҙа партнеры иҫәбенә инде, һуңғы 5 йыл дауамында үҙ-ара тауар әйләнеше артты. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ул 4,2 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, быйыл Рәсәй менән Ҡаҙағстандың тауар әйләнеше 2,5 триллион һумдан (25,5 миллиард долларҙан ашыу) артҡан һәм Башҡортостандың уның үҫешенә индергән өлөшө һиҙелерлек. 2022 йылғы форумда Владимир Путин Башҡортостандың дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға индергән өлөшөн билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул саҡта Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың хужалыҡ итеүсе субъекттары хеҙмәттәшлеге буйынса даими эшләүсе эшсе төркөм булдырылғайны. Төбәктәрҙең әүҙемлеге арҡаһында илдәр араһында тауар әйләнешенең бығаса булмаған үҫеше теркәлгән.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән бер нисә тапҡыр осрашты. Яҡтар көнүҙәк проекттарҙы һәм хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. 2024 йылдың ғинуарында ошондай осрашыуҙарҙың береһендә Токаев шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙәге әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм республикабыҙ менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
"Беҙ һеҙҙең иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең көслө яҡтарын беләбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең нефть компаниялары Башҡортостан нефтехимиктары менән үҙ-ара эш итә. Артабанғы үҫеш перспективалары яҡшы булған үҙ-ара сауҙа үҫешә. Бер-беребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип уйлайым. Рәсәй Ҡаҙағстан өсөн союздаш һәм стратегик партнер булып тора", - тип билдәләне Ҡаҙағстан президенты.
Ысынлап та, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн яҡшы инфраструктура булдырҙы. Ҡаҙағстанда Рәсәй сауҙа вәкиллеге составында Башҡортостан вәкиллеге эшләй. Иҡтисади хеҙмәттәшлектән тыш, гуманитар өлкәлә үҙ-ара эш итеү үҫешә, мәҙәни алмашыу бара. 2023 йылдың октябрендә Өфөлә Ҡаҙағстандың почетлы консулы офисы асылды. Асыу тантанаһына килгән Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев хеҙмәттәшлек перспективаларын юғары баһаланы. "Ҡаҙағстан Башҡортостан менән сәнәғәт кооперацияһы, гуманитар, мәҙәниәт һәм башҡа төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙә ҙур мөмкинлектәр бар, Башҡортостан - Рәсәйҙең етди төбәге, бында ҙур ҡаҙаҡ диаспораһы, меңгә яҡын студентыбыҙ бар, улар - ҙур бәйләүсе звено. Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, Урал пружиналар заводы эшләй башланы, БСК менән хеҙмәттәшлек буйынса ҙур пландар бар. Беҙ туристик потенциалды ла ҡарайбыҙ. Беҙҙең студенттар Башҡортостанда күберәк булыр, тип ышанабыҙ, сөнки бында белем биреү яҡшы икәнен беләбеҙ", - тине Даурен Абаев.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарға сара, Ҡаҙағстан менән бәйле мөнәсәбәттәр һәм башҡалар тураһында һөйләне.
- Беҙ Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан кеүек диалогҡа һәм хеҙмәттәшлеккә асыҡ дәүләттәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең эшҡыуарҙар Корея Халыҡ Республикаһы йүнселдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, Төркиә партнерҙары менән дә хеҙмәттәшлек өҙөлмәне. Шуға ошо атап үтелгән илдәр менән тауар әйләнеше Башҡортостандың тотош тауар әйләнешенән 50 процентҡа күберәк тәшкил итә, - тип һөйләне Радий Фәрит улы. - Ҡаҙағстан менән сәнәғәт кооперацияһы буйынса етди килешеүҙәр бар. Был иң тәү сиратта нефть химияһы сәнәғәте һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу өлкәһенә ҡағыла.
Башҡортостан Башлығы туризм тураһында ла һөйләне. Иң тәү сиратта - авиабәйләнештәрҙе булдырыу. Һәм ул яйға һалына - Башҡортостандан Алматыға һәм Астанаға рейстар асылды. Башҡорт туристары өсөн Ҡаҙағстанды асыуға килгәндә, быға "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" программаһы булышлыҡ итә: Астанаға барған пенсионерҙар өсөн билет хаҡы дәүләт бюджетынан финанслана.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан инвесторҙары өсөн республикабыҙҙа инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр булыуы тураһында әйтте. Улар - иҡтисади зоналар, дәүләт саралары, шул иҫәптән һалым режимы һәм башҡалар.


"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru