«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГОСПИТАЛДӘ ЭШЛӘП ҠАЙТТЫҠ...
+  - 


Махсус хәрби операция тормошобоҙға бик ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Ил халҡы берҙәм булып, ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүгә һәр кем хәленән килгәнсә үҙ көсөн һала. Кемдер яу яланында алыша, икенселәр тылда хәрбиҙәр өсөн үтә лә кәрәк әйберҙәр эшләй, өсөнсөләр гуманитар ярҙам йыйып, уны алғы һыҙыҡҡа алып бара һәм башҡалар. Яңыраҡ Башҡортостандың тәүге ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганск халыҡ республикаһында хәрби госпиталдә эшләп ҡайтты. "Беренсе тирмә" төбәк проекты ирекмәндәренең тәүге төркөмө составындағы хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, апай-һеңлеләре һәм шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы хакимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы ҒӘЛИӘХМӘТОВА ла бар. Уның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

- Хәрби госпиталдәргә барып эшләү теләге күптән күңелдә йәшәй ине, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашмай килде. Башҡортостан Башлығының төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенконың Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары хәрби госпиталдәренә барып эшләргә ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ебәреү тураһындағы ниәтен хуплауы, башланғысты яҡлауы беҙгә, ирекмәндәргә, теләгебеҙҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәре отряды составында хәрби госпиталдәргә барып, хәлемдән килгәнсә ярҙам күрһәтеүемде гражданлыҡ бурысым тип һананым һәм уны бойомға ашыра алыуыма ҡыуанам. Төрлө өлкәлә эшләүсе, төрлө йәштәге ете ҡатын-ҡыҙ ике аҙна дауамында хәрби госпиталдә булдыҡ. Үҙемде ниндәйҙер геройға тиңләмәйем, "афарин" һүҙен әйткәндәрен дә көтмәйем һәм кәрәкмәй ҙә. Мөмкинлек булһа, тағы ла барасаҡмын.
Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән һәм шул иҫәптән беҙҙең Иҫке Муса ауыл хакимиәте биләмәһенән дә әллә күпме ир-ат бөгөнгө көндә Махсус хәрби операцияла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында һәләк булғандар ҙа бар. Ауылдар халҡы хәрбиҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән күп эштәр башҡара: маскировка селтәрҙәре үрә, әйберләтә һәм аҡсалата гуманитар ярҙам йыя һәм башҡалар. Ошоға бәйле, бер фекерем: республикала айырым-айырым эшмәкәрлек алып барған ирекмәндәрҙе бер урынға туплаусы кураторлыҡ үҙәге булдырғанда, уларҙың төрлө һорауҙары тиҙерәк хәл ителер ине, тип уйлайым.
Ярҙам күп булмай, минеңсә, шуға күрә хәрби госпиталдәргә барып эшләү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ хәрби госпиталдәрҙә табиптарға ярҙам иттек, яралыларҙы операцияға әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ, палаталарҙа дежурлыҡ иттек. Госпиталдә ятыусыларҙың физик һыҙланыуҙарын еңеләйтергә ынтылыу менән бер рәттән, уларҙың яралы күңелдәрен дә һауыҡтырырға, йөрәк һыҙлауҙарын бер аҙға булһа ла баҫырға тырыштыҡ. Ҡул ярҙамы ла, тел ярҙамы ла кәрәк һәр кешегә, ә яугирҙарға бигерәк тә. Күңелебеҙҙә булған йылылыҡты һалдаттарға бүләк итеп, уларға рәхмәт һүҙҙәремде еткереп ҡайтырға тигән маҡсатыма өлгәштем.
Юлға йыйынғанда мораль йәһәттән ныҡ ауыр булыр, яралыларҙы ныҡ йәлләрмен инде, тип уйланым. Ә ысынында хәл икенсерәк булды. Егеттәргә ҡарата булған ихтирам, ғорурлыҡ тойғоларынан һуң йәлләү артҡы планға күсә. Яугирҙар, һыҙланыуҙан һәм ауыртыуҙан тештәрен ҡыҫып түҙеп, ихлас йылмайырға тырышалар, ихлас һөйләшәләр. Коляскаға ултырмаҫлыҡ, бер ярҙамһыҙ үҙҙәре лә атлай алырлыҡ бәләкәй генә мөмкинлек булғанда, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайҙар. Ҡултыҡ таяҡтарына таянған килеш ишекте асып индерһендәрме, уңайы тура килгәндә тәм-том тотторһондармы, салфетканан сәскә эшләп бүләк итһендәрме - ихтирамлылар, иғтибарлылар.
Юморға ла урын бар госпиталдә. Инвалид коляскаһында ултырғандар үҙҙәрен таксист, тип атайҙар. Кемдәлер - "иномарка", кемдәлер - "үҙебеҙҙең машина". Ҡултыҡ таяғына таянып, ашханаға юлланғанда айырыуса шаяны "На старт, внимание, марш", тип ҡысҡырырға мөмкин. Табип кабинетына ингән саҡта мотлаҡ ҡултыҡ таяҡтарын "парковкаға" ҡуялар. Ауыр саҡта ла юмор тойғоһон юғалтмау - көслөләр өлөшө. Һоҡланғыс!
Госпиталдә эшләүсе табип, шәфҡәт туташтары бина ҡаттары буйлап атлап түгел, ә йүгереп йөрөй, сөнки һәр бер минут ҡәҙерле. Аралашыу рация аша алып барыла, һәр ҡаттың үҙ саҡырыуы (позывной). Йәш табиптар күп. Шәфҡәт туташтары ла йәштәр, матурҙар. Улар ҙа яугирҙар кеүек илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған, Башҡортостандан дүрт табипты күрҙем. 36 сәғәт эшләгәндән һуң әҙгә генә ял итеүгә туҡтайҙар. Медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡыты-ваҡыты менән алғы һыҙыҡтағылар менән алмашыналар. Әлбиттә, унда физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә күпкә ауырыраҡ,
Командирҙары өсөн һалдаттар үҙ балалары кеүек. Һалдаттар өсөн командирҙары атай һымаҡ. Бер-береһенә ҡарата булған оло хөрмәтте, һәр береһе өсөн һыҙланыуҙарын, ғазапланыуҙарын күреү ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта күңелгә май булып яғыла, ышаныс өҫтәй.
Ирекмәнлек йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе. Бөтә ил халҡы ҙур һәм ышаныслы ирекмәнлек корпусына әйләнде. Ул бөгөнгө ысынбарлыҡтың айырылғыһыҙ күренеше. Һәр бер ауылда, район һәм ҡалаларҙа халыҡ бергә тупланып, ниндәй ҙә булһа ирекмәнлек эше алып бара, үҙҙәренең төбәгенән МХО-ға киткәндәргә ҡулынан, хәленән кил-гәнсә ярҙам итергә тырыша. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ: маскировка селтәрҙәре үреүселәр, окоп шәме ҡойоусылар, тегеүселәр, оҫталар, тәм-том бешереүселәр, аҡса йыйыусылар - барыһы ла.
Унда, урында ла ирекмәнлек эше әүҙем ойошторолған. Емеш-еләк, таҙа һыу алып киләләр, өйҙә бешерелгән пирожки, бәлештәр менән һыйлайҙар. "Әгәр ҙә гуманитар конвойҙар булмаһа, ауырға тура килер ине. Тәүҙә ауыр булды, хәҙер аҙыҡ-түлек менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгәнбеҙ. Әлбиттә, алғы һыҙыҡтағыларға ауырға тура килә, унда кәрәкле нәмәләрҙе алып барып еткереү ҡыйыныраҡ. Егеттәрҙе һауанан һаҡларға кәрәк. Маскировкалау селтәрҙәре бик ныҡ кәрәк. Улар тиҙ генә туҙа, шуға күрә ундай әйберҙәр бер ҡасан да артыҡ булмай. Хатта ябай балыҡ тотоу селтәрҙәре лә ярап ҡала - улар юлды ҡаплап, тиҙ генә үтеп китеү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ дрондарға ҡаршы техника, БПЛА кәрәк. Техникалар һуғышы бит", - тиҙәр ундағылар.
Яугирҙар республиканан барған гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәтле. Бәйләнгән бәләкәй уйынсыҡтар яугирҙар рюкзактарында талисман булып алғы һыҙыҡҡа китә. Башҡорт балын бик яратып, маҡтап ашайҙар. Томбовтан килгән һалдат, уға 60 йәштәр тирәһе, "Бынан да тәмлерәк бер нәмә лә ашағаным юҡ", тип, балды маҡтай-маҡтай ашаны. Уға башҡалар ҙа ҡушылды.
Барыбыҙ ҙа Махсус хәрби операцияның тамамланғанын, егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Ә бының өсөн беҙгә барыбыҙға ла тырышырға, берләшергә һәм килешеп эшләргә кәрәк.

Гөлназ САФУАНОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru