«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТҠАРЫҒЫҘ! ҠОРТТАР БАҪТЫРА МИНЕ!
+  - 


Түмәр-умарта юнып йөрөгән Исҡужа бабай ҡапҡаның ризаһыҙ ғына шығырлап асылып-ябылыуына башын күтәреп ҡараны. Урам осонда йәшәгән ҡорҙаштың улы инеп килә икән. Яңы ғына урам буйлап сыбыҡты ат итеп менеп сабып йөрөгән малай ине. Ә хәҙер, ана, ниндәй мыҡты ир булып киткән. Хәҙер ул үҙе өс балаға атай. Әй, ваҡыттың үтеүҙәре, һыу һымаҡ ағыуҙары...
Ә шулай ҙа нишләп кисләтеп кенә йөрөй икән ул? Ярай, сәбәпеҙ-ниһеҙ йөрөмәйҙер. Һорашайыҡ, белешәйек, шунан күҙ күрер. Аллаға шөкөр, ҡорҙаштың улынан һәйбәт солоҡсо сығырға тейеш. Әле ул леспромхозда эшләп йөрөй. Ә шулай ҙа урманға йөрөргә, атаһы-олатаһының солоҡтарын табырға, уларҙы рәткә-тәртипкә килтереп ябырға ваҡыт таба. Маладистан башҡа һүҙ юҡ уға. Ошо ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы күп солоҡтарҙы хужаһыҙ ҡалдырҙы шул. Әле лә урманда етемһерәп ҡалған солоҡло ҡарағайҙар байтаҡ. Уларҙың һәр береһе үҙ хужаларын тапһа, ҡараулы булһа, иң мөһиме, ҡортло булһа, бик мәслихәт инде. Йәш солоҡсоно әйтәм, моғайын да олатаһының берәй солоғо тураһында һорашырға, белешергә килгәндер әле. Әммә уның борсоулы йөҙөнә күҙ һалыу менән, ҡапҡа ризаһыҙ ғына шығырлап бушҡа асылмаған икән, тип уйлап ҡуйҙы Исҡужа бабай.
Йәш солоҡсо һөйләгән хәбәрҙән һуң Исҡужа бабай бер мәлгә баҙап ҡалды. Ул ҡайтып киткәс, ҡулына һис кенә лә эш барманы. Йә, бөгөнгә етәр, йә түмәр-умартаны боҙоп ҡуйырмын, тип балтаһын түмәргә сапты. Бағау-бөрөздәрҙе лапаҫҡа индереп элде. Аҙаҡ эскәмйәгә сүгәләне. Ишеткән хәбәрҙе уйлап, оҙаҡ һеңгәҙәп ултырҙы оло солоҡсо. Тегеләй уйлап ҡараны, былай уйлап ҡараны. Аҙаҡ аптырап ҡул һелтәп ҡуйҙы. Ишеткән ауыр яңылыҡты зиһене аңланы, ә күңеле ҡабул итә алманы. Ошолай күпме ултырғандыр инде ул, белмәйем. Әбейе сәй эсергә саҡырғас ҡына, ауыр ҡуҙғалып, өй яғына табан ыңғайланы. Әммә сәй эсеүенең дә, һөйләгән һүҙенең дә рәт-сираты булманы. Тәмен-нейен тоймай, бер-ике сынаяҡ сәйҙе шөрпөлдәтте лә хуш итеп тороп та китте. Төнө буйы ла йоҡлай алмай борғаланып сыҡты ул. Тегеләй әйләнеп ятып ҡараны, былай әйләнеп ятып ҡараны. Әммә тынғыһыҙ уй уға йоҡларға ирек бирмәне. Уяулы-йоҡоло саҡ үткәрҙе ул был төндө.
Иртәнге намаҙын башҡарып алғас, Исҡужа бабайҙың күңеле бер аҙ тынысланғандай булды. Ул намаҙлығын-тиҫбеһен рәтләп һалды ла Ғабдулхаҡ олатаһынан мираҫ булып ҡалған Ҡөрьән китабын кәштәнең иң үренә һөйәп ҡуйҙы. Аҙаҡ һикәлтәгә сығып баҫты. Бер аҙ тора биргәс, ауыр уйҙар уны йәнә ялмап алды. Уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, ҡараштарын ауыл буйлап йөрөтөп сыҡты. "Ошо мәлғүн кеше беҙҙең менән бергә йәшәй, бергә эшкә йөрөй, бергә ҡунаҡтарҙа ултыра, кешегә ҡушылып матур һүҙҙәр һөйләй", тип уйлап әрнеп ҡуйҙы ул. Нисек ундай кешене мәлғүн тип атамайһың инде, әгәр ул күрәләтә бал ҡорттарын үлемгә дусар итеп йөрөһә! Ҡорҙаштың улы һөйләүе буйынса, бына бер нисә йыл рәттән кемдер берәү уның солоғонан балды тулыһынса ҡырып ала! Етмәһә, көҙ көнө! Солоҡто ҡышҡа әҙерләгәндән һуң! Аслыҡҡа дусар булған бал ҡорттары ҡыштың тәүге һыуыҡтарына етмәй үлә! Их, белһә ине был мөртәт бал ҡортоноң ҡарғышы ниндәй ҡаты икәнен, тип әсенеп уйлап ҡуйҙы оло солоҡсо. Һораһа, балын үҙем дә бирер инем, бал ҡорттарын йәлләйем, тип әсенә йәш солоҡсо.
Кире өйгә инеп торманы Исҡужа бабай. Һикәлтәнән яйлап төштө лә күп ултырыуҙан шымарып бөткән ҡаты эскәмйәгә барып сүгәләне. Уның ысыҡ төшкән таҡтаһына ла иғтибар итеп торманы. Ҡорҙаштың улына ниндәй кәңәш бирергә? Бына ошо уй борсой ине оло солоҡсоно. Ултыра биргәс, борон тәртип булған шул, тип көрһөнөп ҡуйҙы Исҡужа бабай. Элек ара-тирә тәртип боҙоусылар булды, тип һөйләй торғайны уның атаһы Йәһүҙә. Кемдер берәү бесән мәлендә кеше солоғонан сәй эсерлек бал алған. Выҡыты менән бәғзе солоҡсо сиктәш биләмәгә "яңылыштан" ғына инеп солоҡ юнған. Ара-тирә тамға өҫтөнә тамға һуғылған талашлы солоҡло ҡарағай ҙа осрап торған. Ә күрәләтә бал ҡорттарын үлтереүгә... Аллам һаҡлаһын! Бындай ҡырын эшкә берәүҙең дә ҡулы бармаған. Унан бигерәк, йөрәге етмәгән. Эх, элекке заман булһа, оло солоҡсоларҙы йыйып алыр инем дә һөйләшер инем, тип уйлап ҡуйҙы Исҡужа бабай. Борон тәртип булған шул. Барлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе оло солоҡсолар йыйылышып-кәңәшләшеп хәл иткән. Иң мөһиме, ғәҙел хәл иткән. Башҡаларға һабаҡ булыр язаһы ла апаруҡ ҡаты булған.
Бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеп киткән Исҡужа бабай үҙе лә һиҙмәҫтән осо ла, ҡырыйы ла булмаған уйҙар-хәтирәләр донъяһына сумып китте. Бына ул атаһы Йәһүҙә менән тәү тапҡыр урманға юллана. Ул мәлдә уға нисә йәш булды икән? Һигеҙ, уҙа барһа туғыҙ йәш булғандыр. Быға тиклем дә йөрөмәне түгел, йөрөнө ул урманға. Иҫәпкә бар, һанға юҡ кимәлендә инде. Ә бөгөн ул иҫәптә бар. Бөгөн уға тәү тапҡыр ышанып эш тапшырҙылар. Исҡужа - солоҡсо ярҙамсыһы! Уның тәғәйен эше бар! Был мәлде уйлап, Исҡужа бабай йылмайып ҡуйҙы. Ә мәлендә атҡа һыбай менеп ултырған бәләкәй баланың ауыҙы ҡолағына еткәйне. Ауыл урамы буйлап үткән мәлдә бәләкәй Исҡужаға һәр осраған кеше һоҡланып ҡарағандай тойолдо. Бары тик ауыл урамы ғына бик ҡыҫҡа булды шул. Һыбайлылар уны һә тигәнсе үттеләр ҙә ҡара урманға инеп, юҡ та булдылар. Һыбайлылар урман буйлап әллә ни оҙаҡ барманы. Тәүге шишмәгә етеү менән атаһы аттан төштө. Шунан үҙ атын теҙгененән йәш ҡайынға бәйләп ҡуйҙы. Ә Исҡужаның атын иркенгә ебәрҙе. Әсәһен ташлап, бер ҡайҙа ла китмәй ул, тип үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы ул. Шунан атаһы тәһәрәтләнеп алды ла намаҙ башҡарырға ниәтләне. Был намаҙ - сәләм намаҙы. Урманға сәләм биреп, унан рөхсәт алып, үҙ ниәттәреңде әйтеп инер кәрәк, тип аңлатты солоҡсо улына. Баҡтиһәң, был тәртипте үтәмәү - оло гонаһ икән! Атаһы менән бергә намаҙ башҡарып алғас, ниндәйҙер күңел тыныслығы кисерҙе бәләкәй бала.
Һиҙелер-һиҙелмәҫ һуҡмаҡ һыбайлыларҙы солоҡҡа алып килеп еткерҙе. Атаһы аттарҙы утыҙ-ҡырҡ аҙым ситтәрәк бәйләне лә кәрәк-яраҡтарын йөкмәп, ҡалған яғына йәйәү атлап китте. Бер аҙ артта ҡалып килгән Исҡужа солоҡло ҡарағайҙы күреү менән уның мөһәбәтлегенә иҫе китте. Хатта ул ирекһеҙҙән туҡтап ҡалды. Ул ҡарағайҙың йыуанлығы... Уның бейеклеге... Сатырының ялбырлығы... Ғорур үҫеп ултырыуы... Шул арала ҡарағай төбөнә барып еткән атаһы, доға уҡып, битен һыйпап ҡуйҙы. Уның эргәһенә килеп баҫҡан улының арҡаһынан еңелсә яратып алды. Солоҡсолар бер мәлгә генә тын ҡалып, гөжләп осҡан бал ҡорттарын эске кинәнес менән күҙәтеп торҙо. Ошо мәлдә атаһы әллә үҙ алдына, әллә улына төбәп әйтеп ҡуйҙы. - Бал ҡорттары беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк. Был турала Ҡөрьән китабында әйтелә. Бындай мәртәбәле бүләкте ҡәҙерләп һаҡлау - беҙҙең изге бурыс!
Был мәлдә бер күҙен ҡыҫа биреп, башын мөмкин тиклем үргә сөйөп торған бала атаһының әйткән был һүҙҙәрен аңланы микән? Юҡтыр, моғайын. Ул мәлдә бәләкәй Исҡужа өсөн гөжләп осҡан солоҡ ҡорттарынан алған тәьҫорат күпкә көслөрәк булғандыр. Әммә Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, атаһының был һүҙҙәре бала күңеленең төбөндә уйылып ҡалған икән! Әйтерһең дә, ошо мәл күптән мәрхүм атаһы Йәһүҙә (урыны йәннәттә булһын) эскәмйәлә ултырған һикһән йәшлек улының ҡолағына ошо изге һүҙҙәрҙе тағы берҙе ҡабатлап әйтте.
- Бал ҡорттары беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк. Был турала Ҡөрьән китабында әйтелә. Бындай мәртәбәле бүләкте ҡәҙерләп һаҡлау - беҙҙең изге бурыс!
Бындай мөғжизәне көтмәгән Исҡужа бабай бер мәлгә албырғанып ҡалды. Хатта эскәмйәнән ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Маңлайынан килеп сыҡҡан тирҙе ҡул һырты менән һөрттө. Аҙаҡ эскәмйәгә кире сүгәләне. Бер аҙ тыныслана биргәс, Исҡужа бабай йылмайып ҡуйҙы.
- Атайымдың был һүҙҙәре миңә уның васыяты булған икән!
Ултыра биргәс, үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы:
- Бөгөн был васыятты замана солоҡсоһона ла еткереү кәрәктер!
Күңелендә ниндәйҙер тыныслыҡ тапҡан Исҡужа бабай оҙаҡ ҡына ултырҙы әле тышта. Аҙаҡ эскәмйәнән еңел генә торҙо ла ныҡлы аҙымдары менән өйгә табан атланы. Бисмилла әйтеп, Ҡөрьән китабын ҡулына алды ла бал ҡортона ҡағылышлы сүрәне тағы берҙе иғтибар менән уҡырға тотондо. Күптәр белә, мосолмандарҙың был изге китабында Бал ҡорто (Ән-Нәхл) сүрәһе иҫәп буйынса ун алтынсыһы. Уның алтмыш һигеҙенсе һәм алтмыш туғыҙынсы аяттары тулыһынса бал ҡортона бағышланған. Уларҙы айырыуса иғтибар менән уҡыны оло солоҡсо. Ғәрәп телен бер аҙ һупалаған Исҡужа бабай был аяттарҙың мәғәнәһен ошолай аңланы.
- Аллаһы Тәғәлә бал ҡортона ошолай ҡушты. Тау ҡаяларында, ағас ҡыуыштарында һәм улар (кешеләр) яһаған нәмәләрҙә үҙеңә оя яһа. Аллаһ күрһәткән юлдар буйлап ос. Сәскәләрҙең һуты менән туҡлан. Уларҙан кешеләр өсөн шифа булған бал йый. Уйлай белгәндәр өсөн бал ҡорто йәшәйешендә фәһем-үрнәк алырлыҡ урындар күп.
Ни бары ике аят, ә күпме фәһемле мәғлүмәт тупланған! Әйткәндәй, Ән-Нәхл сүрәһе йөҙ ҙә егерме һигеҙ аяттан тора. Был сүрәлә бер-береңә ҡарата ғәҙел булыу һәм биргән һүҙеңде мотлаҡ үтәү кәрәклеге тураһында айырым әйтелә икән, тип уйлап ҡуйҙы Исҡужа бабай.
Йәш солоҡсо менән һөйләшеүҙән һуң әллә ни күп ваҡыт үтмәне. Насип иткәс, Исҡужа бабайға уның үтенесен үтәргә форсаты ла сыҡты. Бына кисә генә силсәүит рәйесе үҙе уға килеп, ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте. Ошо арала солоҡсолоҡ кәсебенә бағышланған ҙур сара үтә. Унда һин, Исҡужа бабай, ауылдың иң оло солоҡсоһо булараҡ, сығыш яһа әле, тип үтенде ул. Бына бит, Аллаһы Тәғәлә яйын да сығарҙы, тип эстән ҡыуанып ҡуйҙы Исҡужа бабай. Ярай, Аллаһ бирһә, барырмын, сығыш яһармын, тип оҙатып ҡалды ул силсәүит рәйесен.
Әлбиттә, барҙы был сараға Исҡужа бабай. Ныҡлап әҙерләнеп барғанға күрә сығышы ла бик матур килеп сыҡты. Оло солоҡсо халыҡ кәсебен, солоҡ ҡорттарын һаҡлау кәрәклеге тураһында бик ентекле һөйләне. Бал ҡорто сүрәһе тураһында ла тыңлаусыларға еткерҙе. Йәш солоҡсо һөйләгән кире хәл тураһында ла әйтергә онотманы. Был турала Исҡужа бабай үҙ сығышында ошолай әйтте:
- Бөгөн кемдер берәү солоҡ балын урлау менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә бал ҡорттары үлә. Ә бал ҡорттары был кешегә ниндәй яза бирәсәк - бөгөн ул был турала уйланмай. Әммә шуны аңлар кәрәк. Боҙоҡ кешегә ике донъяның береһендә барыбер яуап тоторға тура киләсәк. Бөгөн мин уны тәрбиәләргә лә, уға нимәлер аңлатырға ла теләмәйем. Мин уға Мифтахетдин Аҡмулланың нәсихәте менән яуап биргем килә.
Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.
Оло солоҡсоноң бындай үҙенсәлекле сығышы күптәрҙе уйға һалды, буғай. Хатта бер аҙ битараф тыңлап ултырыусылар ҙа үҙ уйҙарына бирелеп шымып ҡалды.
Ошо саранан һуң күпме ваҡыт үткәндер инде, хәҙер иҫләмәйем. Бына бер мәл ауыл осонда йәшәгән берәүҙә сәйер ғәҙәт барлыҡҡа килеүе тураһында ара-тирә хәбәр ишетелә биреп ҡалды. Имеш, ул сәй эскән мәлдә ара-тирә ҡулын һелтәп ала икән. Аптырап ҡараған ҡатынына, әй, бынау бер-ике ҡортто әйтәм, күҙ алдында тегеләй-былай осоп тик йөрөй, тип аңлата, имеш. Был ҡатын был турала күршеһенә һөйләгән, уныһы - теге күршеһенә, уныһы - юл аша күршеһенә... Шунан киткән инде был имеш-мимеш хәбәр ауыл буйлап таралып. Тора-бара был әҙәм өйҙә генә түгел, ә урамда ла ҡулы менән тегеләй-былай һелтәнеп йөрөй башлаған. Ҡаҡшатты бынау биш-алты ҡорт, күҙ алдынан китмәй осоп тик йөрөйҙәр, тип әйтә икән үҙе аптырап ҡараған кешеләргә. Күпмелер ваҡыт үткәс, тышҡа сығыр әмәл юҡ, бал ҡорттары һырып алырға әҙер тора, тип, ауыл урамы буйлап шәп-шәп йөрөй башлаған был әҙәм. Бер көн ул урамында тегеләй-былай үрһәләнеп сабып йөрөп, аҙаҡ өйөндәге баҙға ҡолап төшөп мәрхүм булып ҡалды.
Бындай насар хәбәрҙе ишеткән Исҡужа бабай ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Аллаһы Тәғәлә был әҙәмгә, бәлки, кемгәлер һабаҡ булһын өсөн тип был донъяла уҡ үҙ язаһын биргәндер, тигән һығымта яһап ҡуйҙы оло солоҡсо.

Бөрйән районы
Ғәлиәкбәр ауылы ир-уҙаманы Ғәлим Әминев һөйләгәнде
Әғләм ШӘРИПОВ
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru