«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИР ӨСӨН ИҢ ҘУР БҮЛӘК - ТЫНЫСЛЫҠ!
+  - 


Украиналағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙар менән аралашырға форсат тейеп тора. Был юлы Өфө ҡалаһынан "Башҡортостан" полкында танк батальонында взвод командиры булып хеҙмәт иткән "Счастливчик" ҡушаматлы Вәсил Рәис улы АСЛАЕВ менән тыныс тормош ҡәҙере, ир-егет бурысы тураһында әңгәмәләштек. Ул - Суворов һәм Шайморатов, "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға" миҙалдарына эйә яугир.

Тәү сиратта үҙегеҙ менән таныштырып, яугир юлына нисек аяҡ баҫырға ҡарар итеүегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.

- Мин ябай бер кеше, ғаиләм бар, яҡшы эшем бар ине. Әммә егеттәрҙең ил һаҡларға китеүен күреп, балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен, тигән теләк менән Махсус хәрби операцияға юлланырға булдым. Быға тиклем Себерҙә "Сургутнефтегаз"да эске яныулы двигатель машинисы булып эшләнем, тотороҡло эш урыным, юғары эш хаҡым, ваҡытында тәғәйен ял көндәрем дә бар ине.
Шулай ҙа былтыр май айында үҙем өсөн бик мөһим ҡарар ҡабул иттем, башта ғаиләмә лә, яҡындарға ла әйтмәнем. Мобилизация ваҡытында уҡ хәрби комиссариатҡа барырға ниәтем бар ине, әммә ул ваҡытта ялым тамамланған мәлгә тура килде лә, эшкә киттем. Сираттағы ялға ҡайтҡанымда, республиканың үҙ полкы төҙөлә, тигән яңылыҡты ишеттем һәм икеләнмәйсә хәрби комиссариатҡа барҙым. Ике көн эсендә кәрәкле барлыҡ ҡағыҙҙарҙы туплап бөткәйнем инде. Яҡындарыма был ҡарарым тураһында башта өндәшмәгәйнем, тик ҡыҙым телефондан һөйләшкәнемде ишетеп ҡалып, әсәһенә: "Атай һуғышҡа китәме ни?" - тип борсолоп әйткән. Шулай итеп ҡатыным, улым да белеп ҡалды, ә башҡаларға өндәшмәнек.

Ҡайһы берәүҙәр, Махсус хәрби операцияға оҙон аҡса артынан юлланалар, тип фекер йөрөтә...

- Был минең осраҡта хаҡлыҡҡа тап килмәй. Мин балаларымдың киләсәген уйлап юлландым: армияға барам тип торған 19 йәшлек улым тыныс тормошта хеҙмәт итһен, буй еткереп килгән ҡыҙым ыҙалыҡтар кисермәһен, тинем. Бына шул мөһим ине, ә аҡсаны мин былай ҙа яҡшы таба инем. Шуға ошондай ҡарар ҡабул итеүемә үкенмәйем, хәҙер уҡып, офицер званиеһы алдым. Комбат, штаб начальнигы, замполитыбыҙ ҙа яҡшы кешеләр, егеттәргә һәр яҡлап ярҙам итеп торалар, кәрәкле документтарҙы ла ваҡытында юллашалар хатта.

Элек ололарҙың "Һуғыш ҡына булмаһын", тигән теләген ишетеп үҫтек, әммә был михнәттәрҙе һөйләгәндәрҙән генә, хатта әкиәт һымаҡ ҡына итеп белә инек. Үҙ иңегеҙҙә татығас, тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?

- Әлбиттә, үҙгәрә, сөнки ваҡыт һәм ғүмерҙең ҡәҙере икенсе төрлө баһалана башлай. Егеттәр менән тегендә ҡыҫҡа ғына ял минуттарында һөйләшеп ултырғанда ла, бында ялға ҡайтҡанда күрешкәндә лә күптәр: "Быға тиклем мин улай булмай торғайным", - тиҙәр. Күптәр тормоштарын баһалап ҡарайҙар, кемдәрҙер дөрөҫ эшләгән-эшләмәгән хәлдәрен иҫкә төшөрә, тегеләй йәки былай итергә кәрәк булған, тип тә уйлайҙар. Сөнки билдәһеҙ, бөгөн барһың, иртәгә - юҡ. Ҡараштар үҙгәрә, отпускыға ҡайтҡанда нимәләр эшләйәсәктәре тураһында ла етдиерәк уйланалар. Хеҙмәткә яңы ғына килгән егеттәргә ҡарап та ошо үҙгәреште тойорға була: улар башта һауалыраҡ була, күптәре хатта еңел холоҡло һымаҡ күренә, кемеһелер "Иртәгә эшләрбеҙ" тип тә уйлай. Әммә тәжрибәле яугирҙар менән ундайҙарҙың бер-ике айҙан бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтә башлаясаҡтарын аңлап, йылмайышып ҡына ҡуябыҙ.
Бөгөнгө эште иртәгәгә һис ҡалдырырға ярамай, ошо хәҡиҡәтте яҡшы төшөндөрә яу яланы. Хатта ябай ғына шул окоп ҡаҙыу эшен дә "Әйҙә, бөгөн ҡаҙымай торайыҡ", тип тәҡдим итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә бында ул иртәгә кәрәк булмауы ла ихтимал, ул һиңә ярҙам итмәйәсәк. Отпускыға ҡайтҡаныбыҙҙа һирәкләп булһа ла йәше тулып, хәрби хеҙмәттән азат ителгән өлкәнерәк яуҙаштар менән күрешеп торабыҙ, улар ҙа тыныс тормошҡа 3 ай тирәһе өйрәнә алмай, аптырап йөрөнөк, тиҙәр. Беҙ инде 20 генә көнлөк ялда быға иғтибар биреп етмәйбеҙ, ә шулай ҙа ҡайһы берәүҙәрҙең: "Барып аҡса эшләп ҡайттың инде", - тиеберәк үсәп ҡарауҙары, һорауҙары сәйер тойола. Улар унда һине ҡалас көтөп тормағанын күҙ алдына ла килтермәйҙәр, күрәһең.

Тылдан гуманитар ярҙам ебәреп торалар, халыҡ маскировка селтәрҙәре лә, фольгалы одеялдар ҙа, ризыҡтар ҙа әҙерләй, был ярҙамды тояһығыҙмы?

- Гуманитар конвойҙар килеп тора, бик ярҙам итә был беҙгә. Үҙем танк командиры булғас, нәҡ шул халыҡ үргән масксеткалар бик кәрәкле беҙгә. Республика етәкселегенән дә, район хакимиәттәренән дә ярҙам килә, үҙебеҙҙе иғтибарһыҙ итеп тоймайбыҙ, шөкөр. Алдан мин тоҫҡаусы булып хеҙмәт иткәндә танкыбыҙ командиры хеҙмәттән азат ителеп ҡайтҡайны, ул да даими рәүештә хәлебеҙҙе белешеп тора, нимә кәрәк - барыһын да ебәрергә әҙерҙәр. Бензин бысҡыһы, генератор, масксеткалар, башҡа ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡты ла машиналар менән юллайҙар ҙа ҡуялар.
Балаларҙан, мәктәп уҡыусыларынан иһә, күңелдәрҙе иретерлек, көс-ҡеүәт өҫтәрлек хаттар алабыҙ - был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, бирешмәгеҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, тигән сәләмдәрен юллай, танкист булғас, танк һүрәте төшөрөп ебәрәләр, ҡыҙҙар сәскәләр, гөлләмәләр төшөрә. Хаттарҙы уҡып, блиндаждарҙа элеп ҡуябыҙ, ҡайһы саҡта хатығыҙҙы алдыҡ, тип яуапҡа видео төшөрөп тә ебәрәбеҙ. Ошо балалар аяҙ күк аҫтында йәшәһен, киләсәктәре яҡты булһын тип көрәшәбеҙ бит.

Тыуған яҡты иҫкә төшөрөп, тыныс тормош яуланғас, нимә эшләйәсәгегеҙ тураһында хыялдарға урын бармы?

- Бар, әлбиттә, әммә ваҡыт тар. Күмәкләшеп йыйылышып ултырған минуттарыбыҙ бик һирәк. Теге Бөйөк Ватан һуғышы тураһындғы фильмдарҙа күрһәтелгән кеүек, төндәрен усаҡ яғып, йырлашып, һөйләшеп ултырып булмай. Ғөмүмән, усаҡ яҡмаҫҡа тырышабыҙ. Бушыраҡ минуттарҙа, ашаған саҡтамы, әҙерәк бер урында йыйылырға тура килгәндә хәл-әхүәлдәребеҙҙе һөйләшеп, был мәлдә ауылда, өйҙә булһаҡ, нимә эшләр инек, тип хыялланышып алабыҙ инде. Барыбыҙ ҙа тиҙерәк тыныс тормошто яҡынайтырға теләйбеҙ. Арабыҙҙа 20-30 йәшлек егеттәр бар, уларға ла гел, үҙегеҙҙе һаҡлап йөрөгөҙ, тыуған яҡҡа ҡайтаһы, балалар үҫтерәһе бар әле һеҙгә, тип әйтеп торам. Шулай ҙа йәшерәктәрҙе Махсус хәрби операция туҡтатылыу менән ундағы тормош тынысланмайынса ҡайтарып та ебәрә алмаҫтар әле. Бигерәк тә минең кеүек хәрби званиеһы булған кешеләрҙе. Шуға артабан да хеҙмәтте дауам итеү ихтималлығым хаҡында ла уйланырға тура килә. Ә бында тыныс тормошҡа өйрәнеп китеүе ифрат еңел...

Офицерҙар талап ителә, тип тә әйткәйнегеҙ. Хәрби званиелы кешеләрҙең етешмәүе нимәгә бәйле булыуы ихтимал?

- Аныҡ ҡына яуап бирә алмайым был һорауға, сөнки үҙем дә хәрби училищела белем алманым, тик бында ғына уҡыттылар бит. Шулай ҙа махсус белемле иптәштәр менән аралашып торабыҙ, өлкәнерәк йәштәгеләр һөйләүенсә, элек бындай училищеларҙы йылына 3-әр мең кеше тамамлаһа, хәҙер 1 мең тирәһе генә сығарылыш студенты иҫәпләнә икән. Етмәһә, улар араһынан күбеһе хәрби һөнәр үҙләштерһә лә, был өлкәлә эшләмәгән. Бының сәбәбе ниҙә икәнен әйтә алмайым, бәлки, бала саҡтан патриотик тәрбиә биреү аҡһауына ла бәйлелер.

Йәштәргә, айырыуса ир балаларға, ниндәй тәрбиә бирергә кәрәк?

- Иң мөһиме, алдамаҫҡа өйрәтергә кәрәк. Мин улыма ла шулай тәрбиә бирҙем, хәҙер ҡыҙыма ла шуны әйтеп кенә торам. Алдыҡтың осо була, бер алдарһың, бәлки, әммә икенсе, өсөнсөһөнә ул асыҡланыр. Шулай ҙа бөгөн заманалар башҡа, йәштәрҙең уҡыуы ла, эше лә, эш хаҡы ла телефон һәм компьютерҙарында. Быларҙан уларҙы айырып та булмай, шулай ҙа физик яҡтан сынығыуҙарға ла иғтибар бүлергә онотмаһындар, тип әйткем килә. Беҙ үҫкән саҡта бындай мөмкинлектәр булманы, ә хәҙер йәнең теләгән секцияға яҙылырға була: йүгереү, ауыр атлетика, каратэ, самбо, йөҙөү һ.б. Бына шул бирелгән мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаһындар, ваҡыттарын файҙалы үткәрһендәр.

Беҙҙең герой яугир Фәнис Хөсәйеновтың дошман танкыһын урлап ҡасыуын халыҡ белә, һеҙҙең взводта шундай батырлыҡтарға урын бармы?

- Ундай оло батырлыҡтар эшләгәнебеҙ әлегә юҡ, әммә алғы һыҙыҡта көн дә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар булып тора, иптәштәребеҙҙе һәм үҙебеҙҙең ғүмерҙәрҙе һаҡлағанда, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә батырлыҡтарға урын бар, тип уйлайым. Бына яңыраҡ ҡына алғы һыҙыҡҡа сығып, тура төҙәп атҡанда дошмандарҙың дрондары һөжүм итеп, "Робин" ҡушаматлы яугирыбыҙҙың люгына снаряд ташланылар, әммә ул иҫен юғалтырҙан алда бөтә экипажды хәүефһеҙерәк урынға алып сығып өлгөрҙө. Ҡыҙғанысҡа күрә, үҙе бер ҡулһыҙ ҡалды. Һәр кемебеҙ шулай үҙ бурысыбыҙҙы үтәргә тырышабыҙ. Минең дә наградалар алғы һыҙыҡҡа сығып эшләгән өсөн, сәптәрҙе уңышлы ғына юҡ иткән өсөн бирелгән. Шулай ҙа беҙҙең өсөн иң юғары награда - тыныслыҡ.

Исеменә күрә - есеме, тиҙәр. Һеҙҙең ҡушаматығыҙ бик матур, йоғонто яһаймы?

- "Счастливчик" позывнойын мин МХО-ға юлланырға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда ғаилә менән бергә сәй эсеп ултырған мәлдә уйлап таптыҡ. Тәүҙә ҡатыным әйткәйне, ҡыҙым да хупланы: "Атай, һиңә ошо ҡушаматты бирәм", - тине. Улар үҙҙәренсә шул ҡушамат миңә ярҙам итер, тигәндәрҙер инде. Әммә ысынбарлыҡта был ҡушамат ярҙам итәме-юҡмы - ул хаҡта уйланып торорға ваҡыт булғаны юҡ. Иң мөһиме, һаҡланғанды - һаҡлармын тигән Хоҙай. Егеттәргә лә киҫәтеп кенә торам: һәр аҙымды үлсәп баҫырға, алдыңды-артыңды ҡарап, абайлап йөрөргә кәрәк. Ерҙе ҡарарға, башты күтәреп һауаны ҡарарға - ҡурҡыныс аҙым һайын һағалап тора. Беҙ ҡушаматтың көсөнә бик иғтибар итмәһәк тә, Хоҙайға ышанысыбыҙ ҙур. Хатта танк менән ҡуҙғалырға булғанда ла "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим", тип, эске бәйләнеш буйынса ҡысҡырып әйтеп, ҡуҙғалып китә егеттәр. Ул саҡта эстән генә сүрәләр уҡып, теләк теләп ҡалаһың. Яҡташтар менән бер урында булғас, башҡортсалап хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеп алыуы ла күңелдәрҙе асып ебәрә ул.

Тылдағыларға әйтергә теләгән һүҙҙәрегеҙ ниндәй булыр?

- Уларға тиҙерәк тыныслыҡ алып ҡайтырға тырышырбыҙ. Беҙ яуҙа йөрөгәнгә бындағылар ҙа борсола бит ул, йөрәктәре түҙмәй. Ауылдарҙан күпме гуманитар ярҙам ебәрәләр, быҡтырылған итен дә әҙерләйҙәр, һалма ла ҡырҡалар, масксетка ла үрәләр, ойоҡ та бәйләйҙәр, тимәк, улар ҙа йоҡламай. Махсус хәрби операция тамамланһа, исмаһам, тылдағылар ҙа тыныс булыр ине. Барыбыҙ исеменән дә рәхмәт һүҙҙәрен юллайым һәм һаулыҡ-сәләмәтлек, сабырлыҡ, түҙемлек теләйем.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тамырҙары менән Ейәнсура районы Юлдаш ауылынан булған геройыбыҙ үҙе армияла диңгеҙ буйы һағында хеҙмәт итһә лә, танк ғәскәрҙәренә эләгеүен, яҙмыштыр, ти. Сөнки атаһы танкист булған. Ата юлын ул ҡыуыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул боронғолар. Бына шундай намыҫлы ир-егеттәребеҙ булғанда, илебеҙҙе һаҡлар, киләсәгебеҙҙең тыныслығын тәьмин итер быуындар булыр әле.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 40

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru