«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТЕШ ЙӘШӘЙЕК!
+  - 

Аҡса эшләү, ғаиләһен матди йәһәттән яҡшы тәьмин итеү һәр бер ир-аттың бурысы. Атай-әсәйем бала саҡтан ошо хаҡиҡәтте беҙҙең аңға һеңдереп үҫтерҙе. Атайым, һүҙҙәрен үҙенең эше менән дәлилләп, беҙгә, өс малайға, өлгө күрһәтте: ул гелән ниндәйҙер эш менән булыр ине, бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы. Һөҙөмтә - бала сағыбыҙ етеш тормошта үтте, йыш ҡына сәйәхәт иттек, етмәһә, улар һәр бер балаһын фатир менән тәъмин итте.

Бындай мөхиттә үҫкән малайҙар, әлбиттә, хәҙер үҙҙәре лә һәр ваҡыт эш өҫтөндә. Минең дә, төп эшемдән тыш, өҫтәмә килем килтергән шөғөлөм бар - ҡатламлы мебель (складная мебель) эшләйем. Уның менән ваҡытым булғанда, илһам килгәндә булышам һәм, әйтергә кәрәк, яратып башҡарам. Һәм бөгөнгө көндә, бәләкәй майҙанлы фатир-студиялар күсемһеҙ милек баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған саҡта, әлеге шөғөлөм бик тә актуаль килем сығанағы булып тора. Ҡатламлы өҫтәл, ултырғыс һәм карауат урынды экономиялай, торлаҡты компактлыраҡ итергә мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле, шуға күрә уға һорау ҙур. Шулай уҡ бындай мебель йыш күсеп йөрөүселәр өсөн дә уңайлы - тиҙ генә йыйып алдың да күсеп киттең, бының өсөн үҙеңдең еңел машинаң да ярап ҡала.
Өфө янындағы ауылдарҙың береһендә үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Йорт янында үҙемдең эшмәкәрлегем өсөн махсус оҫтахана эшләп алдым да, ваҡытым булғанда, шунан сыҡмайым. Эшемә бик ентекле ҡарайым һәм шуға күрә етештереү процесы ла бик үк тиҙ түгел. Заказ ҡабул итеп алғанда уҡ клиенттың ниндәй мебель күрергә теләүен яҙып алам, унан мебель дизайнын проектлайым һәм клиентҡа күрһәтәм. Артабан буласаҡ ултырғыс, өҫтәл йәки карауаттың деталдәрен эшләйем һәм йыя башлайым. Мебель өсөн тик яҡшы сифатлы материал ҡулланам. Минеңсә, күп, ләкин насар мебель эшләгәнсе, берәү, әммә сифатлыны етештереү мөһим. Ниндәй өлкә лә абруй яулау, бейеклеккә күтәрелеү өсөн ауыр, ә бәҫте төшөрөү, кеше араһында ихтирамыңды юғалтыу бик еңел.
Уңыштың сере бөтә эште лә күңелемде биреп башҡарыуҙа, тип уйлайым. Ул ваҡытта эш тә алға бара һәм аҡса ла килә. Бәлки, минең шөғөлөм кемдеңдер күңеленә ятыр һәм өҫтәмә килем сығанағына әйләнер. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Тырышайыҡ һәм етеш йәшәйек.

Әлфир ӘҒЗӘМОВ.
Өфө районы.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 164

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru