
Үткән аҙнала АҠШ президенты Дональд Трамп менән Киев режимы башлығы Владимир Зеленскийҙың осрашыуы йәмһеҙ янъял менән тамамланыуын ҡайһы бер эксперттар "50 йыл эсендә булмаған сәйәси цунами" тип атаны.
Украина менән һирәк ҡаҙылмалар буйынса килешеүҙең барып сыҡмаҫы алдан уҡ билдәле ине инде, сөнки Зеленский, кемдер әйтеүенсә, үҙен үсеккән бала һымаҡ тотто: һөйләшеү ваҡытында әленән-әле Трампты һәм уның ярҙамсыһын бүлдерҙе, репликалар ташланы, сырайын һытты. Үҙенең кейеменә ҡарата Трамптың шаяртып өндәшеүен дә, АҠШ-тың Киевҡа 350 млрд доллар ярҙамы өсөн рәхмәтле булырға тейешлеген дә, Рәсәй менән конфликтты көйләргә ниәте юҡлығын ғәйепләүҙе лә ҡабул итергә теләмәне; Трампты Путинға йоғонто яһай алмауҙа, ә һөйләшеүҙә ҡатнашыусы вице-президент Джей Ди Вэнсты фронттағы хәлде белмәүҙә ғәйепләне һәм тора-бара бәхәс агрессив төҫ алды. АҠШ президенты, ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйып, шул уҡ ваҡытта Зеленскийҙың утты туҡтатыуын һәм РФ Президенты Владимир Путинды урынһыҙ тәнҡитләүҙәргә сик ҡуйыуҙы талап итергә ниәтләгәйне, планы барып сыҡманы: килешеүгә ҡул ҡуйылманы. "Һеҙ миллиондарҙың ғүмере менән уйнайһығыҙ һәм өсөнсө донъя һуғышы хәүефе тыуҙыраһығыҙ",- тине Трамп Зеленскийға. Ләкин Украина башлығы үҙ һүҙен һөйләне. Һөҙөмтәлә Трамп, Киев режимы башлығының тыныслыҡ яҡлы түгеллеген, ә һуғышты дауам итергә теләүен аңланы һәм әҙәпһеҙ "ҡунаҡ"ты, Украина конфликтын көйләү буйынса һөйләшеүҙәргә әҙер булмауҙа ғәйепләп, Аҡ йорттан ҡыуып сығарырға мәжбүр булды. Сәйәсмәндәр Зеленскийҙың был ҡылығын "Үҙенә ашарға биргән ҡулды тешләне", тип яҙhа, беҙҙең халыҡта бындай осраҡта "Ашаған табағына төкөрҙө", тиҙәр...
Был хәлде анализлап, Axios баҫмаһы эксперттары Зеленскийҙың үҙ-ара һүҙ көрәштереүгә килтергән өс хатаһын әйтеп бирҙе. Беренсенән, Киев режимы башлығы Вашингтонға килмәҫ элек үк Трамп тарафынан тәҡдим ителгән һирәк ҡаҙылмалар буйынса килешеүҙе ҡабул итергә теләмәүен белдергәйне инде. Икенсенән, юғары рәсми осрашыуға килеүенә ҡарамаҫтан, дресс-кодтан баш тартып, үҙенең көндәлек "униформа"һында булыуы Аҡ йорт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт күрһәтмәү тип баһаланды. Өсөнсөнән, йыйылған журналистар алдында вице-президент Вэнс менән тупаҫ әрепләшеүе Аҡ йорт вәкилдәрен сығырынан сығарҙы. Ҡыҫҡаһы, был хәл Киев режимының тыныслыҡ теләмәүен күрһәтте лә инде.
Шуныһы ҡыҙғаныс, әллә ҡыҙыҡтырмы - Трамп менән Зеленский арһындағы был конфликт бөтөнләй көтөлмәгән икенсе төрлө ҡараш та тыуҙырҙы: РФ Финанс университеты эксперты, сәйәси конфликттар белгесе, сәйәсмән Денис Денисов фекеренсә, был янъял Аҡ йорт хакимиәте тарафынан алдан планлаштырылған сценарий булыуы бик тә ихтимал. Денисов әйтеүенсә, ысынында иһә Трамп журналистар һәм камералар күҙәтеүе аҫтында бындай һөйләшеүгә бармаҫ та ине. Ә хәҙер бөтөн донъя шаулаясаҡ. Һөҙөмтәлә Трамп Украина мәсьәләһендә еңел генә "ҡулын йыуа аласаҡ", йәғни бер юлы ул бер нисә ҡуянды үлтерә: Украина өсөн бөтөн яуаплылыҡты, финанслау һәм башҡа ярҙамды Европа елкәһенә ауҙара. Киевтан баш тартыу өсөн хәзер Трамптың 100 процентҡа ныҡлы дәлиле бар. Икенсенән, Аҡ йорт хужаһының хәҙер Рәсәй Федерацияһы менән һәүетемсә аралашыуына мөмкинлек тыуа. Украинаның килешеүгә һәләтһеҙлеген күрһәтеп, ул Рәсәйҙең компромисҡа барыуына өлгәшергә итәсәк, тип фаразлай сәйәсмән.
Аҡ йорт хәҙер Зеленскийҙың ғәфү үтенеүен көтә, тиҙәр. Ә Зеленский: "Улар үҙҙәре миңә ташланды, минең ғәйебем юҡ", - тип бара икән. Уның ҡарауы, Аҡ йорттан хурлыҡлы рәүештә сығып китеү менән Зеленский самолетына ултырып, тура Лондонға - үҙенең яҡлаусыһы һәм бағыусыһы Кир Стармер янына оса. Уныһы быны ҡосаҡлап ҡаршы ала һәм хәленсә йыуатып, Киевты ярҙамдан ташламаясағы хаҡында белдерә һәм оборона ихтыяждарына 3,2 млрд доллар кредит бирергә вәғәҙәләй. Әйткәндәй, Британия сәйәси күҙәтеүсеһе Александр Меркурис Зеленскийҙың үҙен Аҡ йортҡа алдан уҡ ыҙғыш сығарыуға ниәтләнеп килеүҙә ғәйепләй, сөнки ул һирәк ҡаҙылмалар буйынса килешеүгә ҡул ҡуйырға теләмәй.
АҠШ-тың һирәк металдар ресурстары менән етди ҡыҙыҡһыныуының үҙ сәбәптәре бар, сөнки был ятҡылыҡтарға контроллек итеүсе ил технологик лидерлыҡҡа һәм суверенитетҡа эйә буласаҡ. Был металдарһыҙ бөгөн киләсәк юҡ. Теләһә ниндәй юғары технологиялы етештереү һәм яһалма интеллект (ИИ) ошо металдар менән бәйле. Мәҫәлән, Илон Макстың бер генә проекты ла һирәк осраусы ошо элементтарһыҙ мөмкин түгел. Һәм, ғөмүмән, бөгөн смартфондар, планшеттар, электромобилдәр, самолеттар, медицина техникаһы етештереү өсөн, шулай уҡ оборона сәнәғәте һәм тағы күп нәмәләргә һирәк металдар кәрәк. Әлеге ваҡытта һирәк металдар ресурсы буйынса лидер - АҠШ-тың төп көнәркәше Ҡытай. Төрлө сығанаҡтар буйынса, ошо элементтарҙы донъя етештереүенең 60-90 проценты ҠХР-ға тура килә. Ҡытайҙан ҡала икенсе урында - Рәсәй, ләкин беҙҙә ул әҙ табыла, йылына ни бары 2,6 мең тонна. Киләсәктә Рәсәй был тармаҡты үҫтерергә уйлай, ләкин был эштә партнерҙар ярҙамына, сит ил инвесторҙарына мохтаж. Шуға күрә лә Рәсәй һирәк металдар табыуҙы үҫтереү һәм һатыу буйынса АҠШ менән хеҙмәттәшлеккә шат буласаҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА