
Фани донъябыҙҙы ике башланғыстан - ата һәм инә затлы тереклектәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Был - ерҙә хасил булған һәм күпләп таралып киткән йән эйәләренең күпселеген юҡҡа сығармау мөмкинлеген биргән төп фактор. Ошо ике башланғыс хатта ки үҫемлектәр донъяһына ла хас бит...
Кешеләр донъяһына, йәғни йәмғиәткә һәм дәүләткә килгәндә, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәр күпкә ҡатмарлыраҡ. Сөнки был мөнәсәбәттәр башҡа йән эйәләренән аңлы һәм үҙаңлы, хис-кисерешле булыуы менән айырыла. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың биологик айырымлыҡтары беренсел булған хәлдә лә, уларҙың тормош-көнкүреше, йәшәйештәге функциялары, йәмғиәттә тотҡан урыны, ижтимағи халәте, социаль-психологик һыҙаттары үҙҙәре йәшәгән мөхит тарафынан билдәләнә. Һәр хәлдә, үтә боронғо дәүерҙәрҙән бирле ир-ат - беренсе, ҡатын-ҡыҙ икенсе урынға ҡуйыла килә.
Иң әүәл, беҙҙең дәүерҙәрҙән бик алыҫта, тәү тормош эпохаһында ырыу-ҡәбиләләрҙең йәшәйешендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп роль уйнауы хаҡында ғилми хеҙмәттәр булыуына иғтибар итәйек. Ул ҡоролош матриархат тип атала, сөнки кешеләрҙең нәҫел-нәсәбе, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре әсәләр линияһы буйынса билдәләнгән. Икенсерәк итеп әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар - әсәләр, инәйҙәр, уларҙың инәләре һәм уларҙың алдараҡ йәшәгән быуындары - ҡәбиләне хасил итеүсе, берләштереүсе, бер туғандар төркөмөнә туплаусы ролен үтәгән. Әгәр ҙә тәүтормош ҡоролошо замандарында яҙма булып, шәжәрә төҙөү ихтыяжы булһа, ошондай силсилә тик ҡатын-ҡыҙ исемдәренән ғибәрәт булыр ине.
Матриархат дәүерендә һәр кем үҙенең әсәһен белгән, ә атаһының кем булыуы иҫәпкә алынмаған. Айырым, парлы ғаиләләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем, нәҫел ҡалдырыу, ҡәбиләне ишәйтеү ихтыяжын ҡатын-ҡыҙҙар үтәгән һәм, әлбиттә, ҡауышыу өсөн улар иң көслө, иң ҡыйыу, иң йылғыр ир заттарын һайлап алған. Беҙгә хәҙер нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡәбиләлә барса ир-атҡа ла "атай" була алыу мөмкин булмаған, сөнки сибек-сырхауҙар бындай "хоҡуҡ"тан мәхрүм ителгән. Был ул замандарҙа ҡәбилә башында торған ҡатын-ҡыҙҙар даими һәм теүәл үтәй килгән биологик ҡанун, сөнки ҡырағай йәнлектәрҙең нәҫел үрсетеүе шул уҡ ҡанун менән көйләнеүен кемебеҙ ҙә белә.
Әйткәндәй, XX быуат этнологтарының Океания утрауҙарында көн иткән аборегендар йәмғиәтендә үҫмер малайҙарҙы ир ҡорона индереү һынауҙары уҙғарылыуы хаҡында ғилми мәҡәләләре бар. Улар билдәләүенсә,малайҙарҙың физик көсөн, йылғырлығын, мәргәнлеген, сыҙамлылығын һ.б. ошондай сифаттарын баһалау маҡсатында ойошторолған "Ирлек имтиханы"н тейешле кимәлдә үтә алмаған ир-ат һуңынан өйләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән, улар ҡәбиләлә барса ғүмере буйына "малай" ролендә йәшәргә дусар булған икән...
Уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарын бына нимәгә йүнәлдермәксемен: ижтимағи прогресс һөҙөмтәһендә ир-атты үҙ балаларының атаһы иткән социаль феномен - ул да булһа ишле ғаилә. Әгәр ишле ғаилә хасил булмаһа, ир заттарының үҙ ғаиләһендә баш булыуы ла, тотош ырыу-ҡәбилә кимәлендә өҫтөнлөклө урын алыуы ла мөмкин булмаҫ ине. Тимәк, патриархат ҡоролошон булдырыусы төп фактор - ул ишле ғаилә. Ошо бөйөк социаль һынылыш ир затын бығаса күрелмәгән бейеклеккә күтәрә.
Ә ҡатын-ҡыҙҙар һуң? Ә уларға тәбиғәт агрессивлыҡ, сиктән тыш ҡаршы тора алыусанлыҡ кеүек сифаттарҙы һалмаған. Быуаттар дауамында ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә генә түгел, тотош йәмғиәттә икенсел урындан башҡаға дәғүә итмәҫлек рәүештә тәрбиәләнә башлай. Йәмғиәттә, унан бигерәк дәүләт ҡоролошонда ир-ат һис бер кире ҡағырлыҡ булмаған сифаттар менән һүрәтләнеп һәм баһаланып, ғаилә-ырыу-ҡәбилә-халыҡ менән идара итә алыусы берҙән-бер затҡа әйләндерелә...
Әйтергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге статусын ир ҡатыны, балаларын ҡараусы-тәрбиәләүсе әсә, йорт хужабикәһе функциялары менән генә сикләүгә ҡарамаҫтан, бик боронғо замандарҙа ла сибәрлеге, аҡылы, һәләттәре менән фараон, кесарь, батша, хан исемдәрен йөрөткән ир-аттарҙы ла арбарлыҡ, әүрәтерлек ҡатындар була. Улай ғына ла түгел, ошондай ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт иерархияһында бик юғары вазифалар биләй алыуға өлгәшә. Боронғо Мысыр батшабикәһе Нефертити хаҡында мәктәп уҡыусылары ла белә. Ул ҡояш илаһы Атонға табыныусы фараон Эхнатондың (Аменхотеп IV, б.э. тиклем 1354 - 1330 йылдар тирәһе) ҡатыны була, ире вафат булғас, уның тәхетен биләй. Икенсе бер Мысыр батшабикәһе Клеопатра (б.э. тиклем 69 - б.э. тиклем 30 йылдар) тәүҙә Рим кесаре (батшаһы) Гай Юлий Цезарь, һуңынан полководец Антоний ярҙамында ике тиҫтә йыл самаһы ил менән идара итә.
Рәсәй тарихында ла байтаҡ ҡына күренекле ҡатын-ҡыҙҙар булыуы билдәле. Уларҙың тәүгеһе - Киев Русенең бөйөк кенәзе Игорь Рюриковичтың ҡатыны Ольга, 945 - 960 йылдарҙа улының, йәшкә бәләкәй Святославтың регенты булараҡ, дәүләт менән үҙе идара итә. X быуат аҙағында - XI быуат башында бөйөк кенәз Владимир Святославовичтың ҡатыны, Византия императоры Василий II һеңлеһе Анна Византийская рус халҡын христиандарҙың православие диненә дүндереү өсөн күп көс һала. Шулай уҡ Рәсәй империяһының киң билдәле батшабикәләренән Петр Беренсенең бер туғанының ҡыҙы Анна Иоановнаны, үҙенең ҡыҙы Елизавета Петровнаны, Екатерина II атап үтергә кәрәк. Елизавета Петровна хакимлығы осоронда Рәсәйҙә мәғрифәткә, мәҙәниәткә, сәнғәткә күберәк иғтибар ителә, башланғыс мәктәптәр, гимназиялар асыла, Мәскәү университетына һәм Сәнғәт академияһына нигеҙ һалына, император театры эшләй башлай. Архитектор Растрелли Петербургта Ҡышҡы Һарайҙы төҙөтә, уның архитектура стиле Елизавета бароккоһы, тип атала башлай.
XX быуатта донъяның байтаҡ ҡына илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, уҡымышлы ҡатын-ҡыҙҙар фән, сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт, медицина һәм спорт, техника өлкәләрендә генә түгел, сәйәсәттә киң танылыу таба: Клара Цеткин, Роза Люксембург, Надежда Крупская, Долорес Ибарурри, Мария-Склодовская Кюри, Айседора Дункан, Галина Уланова, Фаина Раневская, Любовь Орлова, Вера Мухина, Валентина Терешкова, Марина Цветаева, Анна Ахматова, Александра Пахмутова, Ирина Роднина, Мать Тереза, Индира Ганди, Беназир Бхутто, Маргарет Тэтчер, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан Рабиға Ҡушаева, Шәрифә Тимерғәлина, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева һ.б. Был исемлеккә бөгөн меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы индерергә булыр ине.
Шулай итеп...
XXI быуат ҡатын-ҡыҙҙары яңы бейеклектәргә ынтыла, йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһендә алдынғылыҡҡа өлгәшә, асыштар яһай, йәмғиәтте һәм дәүләтте прогресс юлынан тайпылдырмаҫ өсөн ир-аттарҙан кәм эшләмәй. Бер быуаттан аҙ ғына элегерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙы ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы итеү өсөн көрәш башланғайны, ул әлеге көндә хатта "феминизм" тип аталған сетерекле тәғлимәтте һәм ғәмәлиәтте хасил итте. Һуңғыһына социаль баһа бирергә иртәрәктер әле. Шәхсән үҙемдең бер фекерем бар: сәйәсәткә, фирҡәләр, илдәр, дәүләттәр менән идара итеүгә ҡатын-ҡыҙҙарҙы күберәк йәлеп итеү, хатта ил башлыҡтарын - президенттарҙы, премьер-министрҙарҙы ҡатын-ҡыҙҙар араһынан һайлап алып, махсус рәүештә ошондай иң юғары вазифаларға әҙерләү программаларын булдырырға кәрәктер, тим. Ошолай булһа, бәлки, Ер йөҙөндә ныҡлы тыныслыҡ урынлашыр, һуғыштар тыныр, донъя кимәлендә үҫеш-яңырышҡа киң юл асылыр ине, тип хыялланам.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА