
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Генерал Обручевтың төбәк менән идара итеү буйынса билдәле бер программаһы булмай. Уның төбәкте үҫтереү һәм яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған барса сараларын осраҡлы тип әйтеп була. Төбәк медицина йәһәтенән дә ярлы ине, станицаларҙа медиктар бөтөнләйгә булманы, әммә ошондай әһәмиәтле етешһеҙлеккә иғтибар ителмәне.
Төбәктә ҡырғыҙ далаларынан һәм Себерҙән таралған ҡоротҡос мал ауырыуҙары һис туҡтамай барҙы, был урындағы халыҡҡа бик ныҡ зыян килтерә ине.
Станицаларҙа йәшәгән казактар һаулығына иғтибар итмәй, Обручев батша ғали йәнәптәренән Ҡаҙан университетының ветеринар бүлегендә ғәскәр иҫәбенә 10 стипендия бүлеүҙе үтенә, ошо рәүешле әҙерләнгән ветеринарҙарға дөйөм медицина курсына күсеү тыйыла. Обручев казак ғәскәрендә һәм башҡорттарҙа табиптар урынына фельдшерҙарҙы файҙаланыуҙы уңайлыраҡ тип иҫәпләй; ошо маҡсатта Ырымбурҙа эшләп килгән фельдшерҙар мәктәбе ҙурайтыла; унда казактар капиталы иҫәбенә 40 кеше уҡытыла; һуңынан уның өсөн хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған таш бина һалына.
Обручевты ғәҙел баһалау өсөн Ырымбурҙағы бер генә учреждениеның да уның шәхси күҙәтеүенән ситтә ҡалмауын күрһәтеп була. Төшкө аш ваҡытында кадет корпусына барып, унда тәрбиәләнеүселәр өсөн әҙерләнгән ашты үҙе тәмләп ҡарай, әгәр ул ҡәнәғәтләнерлек булмаһа, экономды саҡыртып килтерә һәм бик ныҡ итеп шелтәләй. Обручев ҡул аҫтындағыларҙың эш боҙоуҙарын һәр саҡта ла ваҡытында белеп тора. Шулай бер көндә ул үҙенең йорто янында тапанып торған кантонсыны күреп ҡала, уның үҙенә нимәлер әйтергә теләүен аңлап, шул кеше янына сыға һәм уға ни кәрәклеген һорай. Тегеһе иртәгәһе көндә кантонсылар йортонан (унда хәҙер 2-се кадет корпусы) эконом киндерен, буҫтау һәм күн тауарҙарын алып китәсәктәре хаҡында белдерә. Обручев иртәгәһенә шунда үҙе бара һәм бурҙарҙы эләктерә. Баталион командиры, майор Сплодринский отставкаға ебәрелә.
Обручев Ырымбурҙа линия баталиондары һалдаттарының дивизия начальнигы, генерал-лейтенант Толмачевтың имениеһынан һатыуға килтерелгән тәмәкене тартыуҙарын белеп ҡалғас, бер баталион командирына ошо тәмәкене килтереп күрһәтергә бойора. Баталион командиры, майор Чигирь, элегант кеше булараҡ, ябай халыҡ ҡулланған барса нәмәгә сикәнеп ҡарай, шулай ҙа корпус начальнигына ике пачка япраҡлы тәмәке-махорка алып килә. Обручев быны үҙенең бөтә нәмә хаҡында белеп тороуын күрһәтер өсөн эшләй.
Йәйге кистәрен Обручев йыш ҡына ординарецы - урядник йә иһә унтер-офицер менән ҡала буйлап йөрөй. Ҡаршыһына осраған чиновниктарҙы эшлекһеҙ булыуҙары өсөн әрләп, шелтәләп тә китә, ә ҡайһы саҡта уларҙы айырмай һәм тейешһеҙ һүҙҙәр һөйләй. Бер ваҡыт разводтан һуң ул, отставкалағы офицерҙы күреп ҡалып, уны үҙенең янына саҡырып ала һәм, күптән түгел өйәҙ буйлап йөрөгәнендә почта юлдарының үтә насар хәлдә булыуын иҫенә төшөрөп, был офицерҙы ныҡ итеп әрләргә тотона. Әрләнеүсе үҙенең юл эштәре менән идара итмәүе хаҡында әйтә. Обручев уның земство исправнигы түгел, кадет корпусы экономы икәнен һорап белеү менән, уны тағы лы яманыраҡ итеп шелтәләй башлай: ул корпусҡа һуңғы тапҡыр барған саҡта бында етешһеҙлектәрҙең бик күп булыуын күрә, ә эконом өйөндә булмай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|