
Наҙлы миҙгелдең тәүге көндәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө илаһи матурлыҡ менән балҡыта. Был көн һөйөү, гүзәллек, хәстәрлек, нәфислек һәм йән изгелеге кеүек саф сифаттар һәм тойғолар менән һуғарылған. Ошо күркәм байрам уңайынан заман егеттәре заман ҡыҙҙары тураһында ниндәй фекер йөрөтә икәнен белештек:
Ирек МЫРҘАБУЛАТОВ, инженер. Өфө ҡалаһы: Асылда, был темаға сумып китергә булыр ине. Бөгөнгө капитализм дәүерендә ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһында алыш-бирешкә ҡоролған мөнәсәбәттәрҙең киң ҡолас алыуы бәхәс тыуҙырмауын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Үҙебеҙҙе бер-беребеҙгә һатабыҙ, тип әйтергә мөмкин, сөнки күпселек осраҡта баҙар артериялары буйлап аҡсаны ир кеше йөрөтә, ә төрлө компаниялар, шуны аңлап, ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға ҡутарып аҡса түгеүенән файҙа таба. Шуның өсөн дә оятһыҙ енси контент менән донъя тулған. Уның нигеҙендә егет кешенең, әлбиттә, ҡыҙҙарҙың матурлығы тураһында мәғәнәһеҙ һығымта яһауы ихтимал. Был бик киҫкен тема, ләкин - ысынбарлыҡ. Енси теләк һәм уға ҡағылған нәмәләр бик үтемле тауар булып китте. Кешенең маркетологтар ҡулында үҙе лә тауарға әйләнеүе - бик ҡыҙғаныс хәл.
Әҙәм балаһына иҫ китмәле аҡыл бирелгән. Ир-егеткә лә, ҡатын-ҡыҙға ла. Ләкин инстинкттарҙан арына алмау, енси теләктәрҙе генә ҡайғыртыу кешене ныҡ кәмһетә, түбән төшөрә. Бының менән һәр кем үҙе лә, күмәкләшеп бергә көрәшеп тә, ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет донъяһын ошо әшәкенән ҡотҡарырға тейеш!
Анил БӘШИРОВ, студент. Ҡаҙан ҡалаһы: Хәҙерге заманда ҡыҙ балаларға тейешле тәрбиә бирелмәй - минең төп фекерем шулай. Ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта - әсә кеше, ир ҡатыны. Ләкин...
Хәҙер ҡайҙа ҡарама үҙеңде генә яратыу, үҙ күңелеңде генә күреп йәшәү, иң тәмлеһен генә татыу идеялары пропагандалана. Шул сәбәптән дофамин (баш мейеһенең эндокрин күҙәнәктәрендә етештерелгән нейромедиаторҙарҙың береһе. Кешегә шатлыҡ килтереүсе теләһә ниндәй мәлдәр был биологик актив матдәнең ҡанға сығарылыуы менән оҙатыла) кимәле бик юғары булған ҡулланыусылар быуыны сәскә ата. Ул тағы ла юғарыраҡ күтәреләсәк әле, сөнки сикләнмәгән нәфсе үҙе генә тыйылмаясаҡ. Фиҙаҡәрлек, хәстәрлек, сыҙамлыҡ һәм рәхимлек онотола бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенсә шулай килеп сыға.
Ҡайҙа күрәм мин өмөттө? Тик дин юлынан барған ҡыҙҙарҙа. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа кешеләр һәм кешегә хас етешһеҙлектәр һәр кемдә йәшәй, мәҫәлән, хаҡ юлда ла ваҡсыл ҡыҙ тап булыуы ихтимал, ләкин уның ниндәйҙер әхлаҡ нормалары, принциптары буласаҡ барыбер.
Ислам динендә егет менән ҡыҙҙың күп һәм оҙаҡ ваҡыт осрашып йөрөү ғәҙәте юҡ, йыш ҡына өсөнсө-дүртенсе күрешеүҙән өйләнешә һалалар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ундай ғаиләләр нығыраҡ һәм татыуыраҡ. Сөнки никахтары әҙерҙе ашап ятыуға нигеҙләнмәгән, уларҙы донъяға бер үк ҡараш һәм ғаилә ҡиммәттәре берләштерә. Мөхәббәт ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарағанда түгел, ә бер яҡҡа ҡараш йүнәлткәндә нурлы сәскә ата. Беҙҙең заманда егет һәм ҡыҙҙың бәйләнештәре ғишыҡ тойғоһона ғына нигеҙләнеп, аҙағынан тәрән ҡәнәғәтһеҙлектә ҡалдыра. Сөнки ғишыҡлыҡ ялҡынлы төндәрҙән һуң ауыр көндәргә килтерә.
Шулай итеп, иң тәүҙә мин ҡыҙҙы, иманына ҡарап, туғандары хаҡында белешеп, ғаиләһендә кем баш булыуын тикшереп, үҙе менән әңгәмә ҡороп, никахтан нимә көткәнен һорашып һайлар инем. Ҡиәфәт бында мөһим түгел, иң һөйкөмлөләргә лә күҙ өйрәнәсәк, ә холҡо насар булһа, бөттө баш инде.
Ренат НИҒМӘТУЛИН, төҙөүсе бригадир. Өфө ҡалаһы: Тәү сиратта нимә әйтер инем: заман ҡыҙҙары совет осорондағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырыла, әлбиттә. Элек бит тота килеп кейәүгә сығып, балалар табып, колхозда эшләп, ирешә-талаша йәшәне күптәр. Хәҙер тормош ҡыҙығыраҡ. Заман ҡыҙҙары тормош иптәше һайларға ашыҡмай. Ул ир-егеттән бойһондороҡло түгел, аҡса таба, етеш йәшәй ала. Ә ир-егет уға һөйөп-һөйөлөү өсөн генә кәрәк. Ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ бәйләнеше артабан ошо һорауҙы тыуҙырасаҡ: ә нимә өсөн бала табырға? Мин-минлек сәскә атҡан заманда ҡатын-ҡыҙ үҙенең һаулығын, гүзәллеген, ваҡытын балаға түккеһе килерме икән? Икенсе яҡтан, ғаилә алдына килеп баҫҡан финанс проблемалары - ипотека, кредиттар, һалымдар ҙа ҡурҡыта уны... Шуға ла матур һүҙҙәр менән генә заман ҡыҙҙарын әсир итеп тә, өйләнешергә өгөтләп тә булмай хәҙер. Үәт, мәсьәлә!
Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА