«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ МИРАҪТЫ ҺАҠЛАУ КӘРӘК
+  - 

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа күпселек тауыш менән "Башҡортостан Республикаһы Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында"ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланылар. Закон проектын депутаттар ҡарауына төбәк хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев тәҡдим итте.

"Атай-олатайҙарҙың хәтерен, быуындар күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлау, республиканың рухи-әхлаҡи, фәнни-мәғариф һәм тарихи-мәҙәни, тәбиғи, рекреацион потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында БР Конституцияһының 61-се статьяһында күрһәтелгән объекттарҙы һәм башҡа уникаль рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын үҙ эсенә алған Башҡортостандың милли мираҫының дәүләт реестры әҙерләнгән", - тип хәбәр итте Урал Килсенбаев Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында.
Уның һүҙҙәренсә, реестр 36 уникаль объектты үҙ эсенә ала. Закон проекты реестрҙы тулыландырыу механизмын күҙ уңында тота. "Был - Рәсәйҙең башҡа субъекттарының төбәк ҡануниәтендә аналогы булмаған уникаль документ", - тип билдәләне Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, рухи, мәҙәни, тарихи мираҫ объекттары - республиканың үҙенсәлеген һәм колоритын билдәләгән нәмәләр Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына инәсәк. "Улар араһында матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттары ла бар: башҡорт теле, башҡорт халыҡ музыкаль, музыкаль-шиғри ижады, традицион йола байрамдары, шул иҫәптән башҡорт туйы йолаһы һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы. Реестрға шулай уҡ билдәле башҡорт балы, ҡурай һәм ҡымыҙ инә. Проектҡа бөтәһе 36 милли мираҫ объекты индерелгән. Улар иҫәбендә комплекслы объекттар бар, мәҫәлән, нығытылған тораҡ пункттар системаһы - бронза дәүеренең археология ҡомартҡылары", - тип өҫтәне төбәк ҡоролтайы рәйесе. Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, бөгөн беренсе уҡыуҙа хупланған закон проекты административ акт ҡына түгел. Был - үткәнебеҙгә хөрмәт һәм киләсәккә инвестиция. "Мәҙәни кодыбыҙҙы тәшкил иткән объекттарҙың айырым статусы милли үҙенсәлекте нығытыуға хеҙмәт итәсәк. Реестр Башҡортостандың үҙенсәлеген һәм мәҙәни байлығын һаҡлау эшендә дәүләт, ғилми берләшмә һәм киң йәмәғәтселек көстәрен берләштереү буйынса мөһим инструментҡа әйләнер, тип ышанам", - тип һығымта яһаны Константин Толкачев.
"Башҡортостан Республикаһы Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында"ғы закон проекты Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ һәм Экология министрлығы менән берлектә республика Хөкүмәте тарафынан әҙерләнгән.

Галина БАХШИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru