«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАСЫП БУЛҺА ЛА БАРАМ...
+  - 

"Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәргә йүнәлеш бирергә, тәжрибәм менән уртаҡлашырға ниәтләйем", - ти Ейәнсура районының Өмбәт ауылынан МХО-ла ҡатнашыусы Рәүф Баев. Олпат яугир республикабыҙ хәрбиҙәре өсөн БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһына ҡушылды.

Рәүф Баев 2023 йылдың йәйендә "Башҡортостан" полкы составында Махсус хәрби операцияға юллана. 70-се тиҫтәһен ваҡлаған уҙаманды тәүҙә бармаҫҡа өгөтләйҙәр, хәрби комиссариаттан кире ҡайтаралар. "Ҡасып булһа ла барам, тигәйнем. Ниһайәт, минең теләгемә ҡаршы килмәнеләр, - ти сал сәсле яугир. - Егеттәр күпләп һәләк була бит, шул хәлдәрҙе телевизорҙан ҡарайым да, йөрәк әрней. Шуға ла түҙмәнем, мин дә барырға булдым МХО-ға. Сөнки аҙмы-күпме тәжрибәм бар, ҡасандыр беҙҙе йәшерен лагерҙа Афған һуғышына әҙерләгәйнеләр. Әммә 12 балалы ғаиләнән булғас, игеҙәк туғаным да хеҙмәт итеп йөрөгәс, мине алмаҫҡа ҡарар иттеләр. Унда ла бик барғым килгәйне. Совет заманында тыуған иле өсөн йәнен бирергә әҙер быуын үҫеп сыҡҡайны. Бөгөн беҙҙең йәштәргә шундай ҡиммәттәрҙе аңлау етмәй, улар араһында МХО-ла кемдәр менән һуғышҡаныбыҙҙы ла белмәгәндәр бар".
Рәүф Баев Ҡыҙыл Лиман һәм Луганск йүнәлешендә минометсы булып хеҙмәт итә. Батальонда иң олоһо булған яугирҙы хөрмәт итеп "Бай" позывнойы менән йөрөтәләр. Ул генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә. "Күбеһенсә йәш егеттәр менән хеҙмәт иттем. Һөжүмгә барған штурмовиктарға терәк булдыҡ, елкәбеҙгә һалып, снарядтар ташыйбыҙ, урынлаштырабыҙ. Һәр ҡайҙа ла командир менән кәңәшләшеп эшләнек", - ти яугир.
Рәүф Баев МХО-ға тиклем колхозда эшләй, республикабыҙ һыуһаҡлағыстарын төҙөүҙә ҡатнаша. Ә уға тиклем газ тәьминәте ойошмаларында водитель булып эшләй, Төмән өлкәһенә, Ямал-Ненец автономиялы округына һәм Украинаға газ үткәрә. "Беҙҙең егеттәр МХО-нан ҡайта башлаясаҡ, бергәләп тормошто рәтләргә, илебеҙҙе алға сығарыу өсөн тырышырға кәрәк. Был йәһәттән йәш кадрҙарҙы үҫтереү мотлаҡ. Шуға күрә "Башҡортостан геройҙары" программаһы бик ваҡытлы булдырылды. Минең тәжрибәм алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан МХО ветерандары өсөн әһәмиәтле булыр тип ышанам", - ти Рәүф Баев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 февралдә республикала МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар проекты старт алды. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. Программаның маҡсаты - МХО яугирҙары араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыу өсөн Махсус операцияла ҡатнашҡан һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирергә хоҡуҡлы.

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru