«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БУЛАСАҠ ҺӨНӘРЕЛЕР ӘЛЕ
+  - 

Матурлыҡ тыуҙырыу һәр кемдең ҡулынан киләме? Ә бына был көләкәс ҡыҙыҡайҙың төрлө ижад емештәре, һис шикһеҙ, тирә-яҡты йәмләй. Таныш булығыҙ: Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 6-сы синыфы уҡыусыһы Нәзилә Хәмитова.

Әлеге матур, күҙ яуын алырлыҡ тәрилкәләрҙе эшләү серҙәрен Асҡар ауылының Йәш техниктар станцияһындағы түңәрәктә өйрәнә ул. 3-сө синыфта ябай һүрәт төшөрөүҙән башлаған шөғөлөн артабан үҫтереп, бөгөнгө көндә матур итеп таҡтаға яндырып һүрәт, 3Д ручка менән күләмле һүрәт эшләй, быялаға һәм тәрилкәләргә һүрәт төшөрә. Ижади эш уның күңеленә шул тиклем яҡын, түңәрәк булмаған көндәрҙә өйҙә үҙе эпоксид ыҫмала ярҙамында төрлө биҙәүестәр яһай. Бар күңелен һалып эшләгән шөғөлө уға төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр килтерә. Шулай, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады республика конкурсында I дәрәжә лауерат исеменә, Өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында биҙәү-ҡулланма ижад буйынса XV зона фәнни-ғәмәли конференцияһында 1-се урынға лайыҡ була ул.
- Миңә ҡул эштәре, ижад менән булыу ныҡ оҡшай. Шулай уҡ үҙемдең эштәремде төрлө конкурс һәм ярыштарҙа күрһәтеү, уларҙы баһалауҙары, тәүге урындар яулау миңә ышаныс бирә. Бындай еңеүҙәрҙән һуң тағы ла күберәк матур әйберҙәр эшләргә теләгем арта. Үҙең тирәләй матурлыҡ булдырыу яҡшы ла инде. Үҙемдең эштәремде һатыуға ла сығарғым килә. Түңәрәк етәксеһе Зәйтүнә Әкрәм ҡыҙына миңә ошондай матур әйберҙәр эшләргә өйрәткәне өсөн рәхмәт. Шулай уҡ мине төрлө ҡалаларға конкурстарға алып йөрөргә һәр саҡ мөмкинлек тапҡан әсәйемә рәхмәт. Апайҙарым минең эштәремде маҡтап, һәр саҡ һоҡланыуҙарын белдереп тора. Уларға ла рәхмәт. Артабан да түңәрәктә шөғөлләнеүҙе һәм матур-матур әйберҙәр эшләүҙе дауам итәсәкмен, - ти Нәзилә.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 647

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru