БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫНАН...
тарихтарға һыймаҫ дан ҡалған
Алтмышынсы йылдарҙан башлап Башҡорт атлылар дивизияһы ветерандары араһында йыш булырға сәбәптәр сығып ҡына торҙо. Хәтеремдә, өлкән йәштәге Ғүмәр Чурмантаев (ветерандар советы рәйесе булып та эшләне) бигерәк тә йыш сығыш яһар ине. "Мин - шайморатовсы!" тип башлай торғайны һүҙен, шул саҡтарҙа зал дәррәү ҡул сабыр ине. Һүҙ ҡуйырып, бәхәс ҡыҙып киткәндә лә юғалып ҡалманы был ветеран һәм сығышын һәр ваҡыт: "Не спорьте со мной, дорожите воинской клятвой, башкиры в плен не сдавались!"- тип тамамлап ҡуйыр ине. Зал ҡайтанан көслө алҡыштарға күмелер ине. Ғ. Чурмантаев дивизия ойошҡан көндәрҙә хәрби комиссариатта хеҙмәттә булған, дивизияға килгәс, штаб начальнигы булараҡ абруй ҡаҙанған, 1943 йылда разведчик булараҡ танылған.
Дивизияның хәрби юлдарын тәү башлап С. Ҡадиров һүрәтләне. Ул Башҡорт дивизияһы һәм Шайморатов тураһында яҙмаһа, беҙ бөгөн күп мәғлүмәттәрҙән мәхрүм ҡалыр инек. Уға Йыһат Солтанов эскерһеҙ ярҙам итте. Әммә дивизия тарихы, бигерәк тә Шайморатовтың тормош юлы хәрби әҙерлекле һәм бай интеллектлы тикшереүсене көтә, тип раҫларға урын бар. Генерал Шайморатов һәм ул етәкләгән яҡшы әҙерлекле дивизия юҡҡа ғына СССР Ҡораллы Көстәре тарихында берҙән-бер һәм тиңһеҙ булыуы менән айырылып тормайҙыр.
Мәскәүҙә, Үҙәк архивтарҙа эҙләнеп тә дивизия тураһында аҙмы-күпме мәғлүмәт туплағанмын. Һуңынан яу үткән ерҙәрҙә булыу теләге тыуҙы. Бер-бер артлы Сталинград, Ростов, Ворошиловград өлкәләрендә булып, урындағы тарихсылар, мәктәп уҡыусылары, хакимиәт вәкилдәре, эҙәрмәндәр менән осрашыу бәхете тейҙе. Чернухино ауылында, мәҫәлән, атлылар хөрмәтенә монументаль һәйкәл ҡуйылған. Бейеклеге - 7 метр. Һалдаттың уң ҡулбашына ат башын терәгән. Аһәңле композиция! Шул уҡ Чернухинола Шайморатовтың төн эсендә атлы ғәскәрҙе ҡамауҙан алып сыҡҡан соҡорон төшөп ҡараным. Самаһыҙ тәрән, ағаслыҡ менән ҡапланған, әллә ҡайҙарғаса һуҙылған соҡор. Шайморатов исеме менән аталған урам буйлап та атлап үттем. Ҡаршыма осраған балалар менән һөйләшкәндә, улар: "Как же, знаем, с приходом башкирского войска наши бабушки вывесили красные флаги. Думали, вернулись навсегда", - тине. Ҡайһылыр йорт янында команда пункты урынлашҡан мөгәрәпте күрһәттеләр. Штеревкаға барғас, беренсе сиратта Шайморатов һәләк булған урынға барып, баш эйҙек. Өлкән йәштәге уҡытыусы Мария Германовна Никифорова (ире Шишмәнән) һәм Эҙәрмәндәр клубы етәксеһе Николай Романов экскурсияны ҡараңғы төшкәс тә дауам итеп, батырҙар һөйәге ятҡан урындарҙы күрһәтте. Тулҡынландырғыс сәфәр! Үткер ҡырлы таш ҡаплаған был ҡалҡыулыҡтың һәр метрында тиерлек ҡаһармандар мәйете ятып ҡалған. Ергә аяҡ баҫыуы ла уңайһыҙ. Бәлки, тап ошонда кемдеңдер ғәзизе яталыр...
Ҡаһарман башҡорттар үткән башҡа яу ерҙәрендә лә аҙмы-күпме йөрөргә тура килде. Осрашыуҙарҙа булғанда үҙемдең Башҡортостандан икәнемде әйтһәм, өлкән йәштәгеләр араһынан, "Мы хорошо знаем вас, башкир, они освободили наше село, никого не обижали, во всем помогали", тип ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә әҙер тороусылар күп булды. Липецк өлкәһенең Тербун ауылында һикһән өҫтөндәге ике әбей былай һөйләне: "Когда мы были под немцами, они, супостаты, всю живность переловили. Хорошо, их быстро прогнали. Пришли башкиры, так они лучше родного были. Но нависла угроза возврата вражеской части. Так, башкиры помогли своими подводами, помогли грузиться. Слава им, фашистов не пустили, прогнали. Как можно забыть такое!"
...Яҡташтарыбыҙҙың яу яландарындағы ҡаһарманлыҡтары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, әммә күп һанлы юғалтыуҙар күҙ алдына баҫҡанда, йөрәктәргә ҡан һауғандай була, ирекһеҙҙән ҡайғы-хәсрәт яңыра. Күптәр ҡартатаһының үле кәүҙәһе ҡайҙа ятып ҡалғанын, ул тейешенсә ерләнгәнме-юҡмы икәнен белә алмай интегә, үҙен был тарафтан ғәйепле һанай. Әлбиттә, ил өсөн ғүмерен биргән һалдаттарыбыҙ эҙен юллап йөрөү байрам түгел. Ә шулай ҙа юлларға кәрәк. Улар ҡан түккән урындарға барып, доғалар уҡып, йәндәрен тынысландырыу, ҡәберҙәре алдында баш эйеү зарур.
Фәрит ВАХИТОВ.
(Аҙығы. Башы 9-10-сы һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА