«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
бәхес ҡоро
+  - 

ВАТАНСЫЛЫҠ НИҘӘН БАШЛАНА?

Гәзитебеҙҙең даими авторы Айгөл Ахунова 11-се һандағы "Тарих һөйләйек йәштәргә" мәҡәләһендә шулай тип яҙа: " Хәҙер телевизорҙы асып булмай - гел ҡан ҡойош, шартлау, үлтереш, яуызлыҡ. Халыҡ яратҡан илен юғалтты, яңы төҙөлөүсе илде ҡабул итә алмай, баҙап ҡалды. "Ниндәй илдең патриоты булырға һуң?" - тип уйланабыҙ. Йәштәр илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың һуғыш, аслыҡ, емереклек тигән ҡайғыларҙы үтеүен онотоп шашына, тип ғәйепләйбеҙ ҙә ул. Беҙ һөйләмәгәс, улар уны ҡайҙан белһен? Күп тапҡырҙар һөйләргә, иҫтәренә төшөрөргә кәрәк. Бигерәк тә Мәскәү урамдарында, теләһә ниндәй яҙыуҙар күтәреп, ғауғасылар аҡсаһына һатылып йөрөүсе йәштәрҙең иҫтәренә төшөшөрөргә кәрәк ил тарихын. 1941 - 1945 йылдарҙы үтеп, фашизмды еңгән даныбыҙҙы 9 Майҙа ғына түгел, йыл әйләнәһенә һөйләйек йәштәргә, балаларға. Ошо батырлыҡ тарихын белһә, үҙ илен һөйһә, уның үҫешенә бөтә тырышлығын бағышлап йәшәйәсәк улар ҙа. Һәр хәлдә, шуға ышанғы килә".

Статистика мәғлүмәттәре, ҡағыҙҙағы отчеттар, һандар буйынса, республикала йәш быуында ватансылыҡ тәрбиәләү йүнәлешендә күп нәмә эшләнә кеүек. Башҡортостанда, мәҫәлән, күп һанлы музейҙар эшләй, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге булдырылған. Бынан тыш, республикала волонтерҙар акциялары, уҡыу йорттары ҡарамағында Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейҙарының матди базаһын үҫтерергә кәрәк, тигән талап та ҡуябыҙ. Эйе, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы әҙерләгәндә физик культура, спорт мөһим әһәмиәткә эйә. Әммә улар ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләйме һуң? Һуңғы ваҡытта, ғөмүмән, ватансылыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, уны ниңәлер хәрби хеҙмәткә генә ҡайтарып ҡалдыра башланыҡ. Ә аңлатмалы һүҙлектән ҡарағанда, ватансылыҡ (патриотизм) - Ватаныңа һөйөү, уға тоғролоҡ, үҙеңдең ғәмәлдәрең менән уға хеҙмәт итергә тырышыу ул. Ватансылыҡтың тарихи элементтары тыуған ергә, телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә бәйләнгәнлек сағылышында борондан формалашып килә. Философияға һәм фәнни ҡараштарға төшөп тормай ғына, ватансылыҡты ябай гражданин күҙлегенән сығып ҡарағанда, ул өс төшөнсәне үҙ эсенә ала - тыуған ер, туған тел, дин. Борон атай-олатайҙарыбыҙҙа ни өсөн ватансылыҡ тойғоһо көслө булғанын аңлау өсөн тарихҡа өҫтән-мөҫтән генә күҙ йүгертеп сығыу ҙа етә: борон башҡорттоң ғына түгел, һәр кемдең ергә ереккәнлек тойғоһо булған. Башҡорттарҙа инде был тойғо аҫабалыҡ хоҡуғы булыуы менән дә өҫтөн торған. Шул уҡ ваҡытта ерен, дәүләтселеген йәнен аямай яҡлап һәм һаҡлап батша иҙеүенә ҡаршы бихисап ихтилалдарға күтәрелгән, ғәзиз ерен ҡанын түгеп, йәнен биреп һаҡлаған атай-олатайҙарыбыҙ дөйөм йортобоҙға - Рәсәйгә хәүеф янағанда, ил эсендәге талаш-тартышты туҡтатып тороп, уртаҡ йортобоҙҙо һаҡлау өсөн ил сигенә киткән. Улар өсөн махсус мәктәптәр ҙә, спорт секциялары ла, махсус әҙәбиәт тә, рухты күтәрерҙәй кинолар ҙа кәрәкмәгән. Бөгөн иһә бөтөн шарттар бар кеүек, әммә йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо юҡ. Төптән уйлап ҡараһаң, әгәр ҡасандыр һинеке булған урмандарыңды, йылғаларыңды, ерҙәреңде халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү өсөн һайланған депутаттар сығарған закондарға ярашлы тартып алып бөтһөндәр ҙә, ҡайҙан булһын ул ватансылыҡ тойғоһо, тыуған илгә һөйөү? Патриоттарҙың күпмелер өлөшө ошо ерһеҙ, һыуһыҙ, өҫтөнә ағасы ауып торғанда ла урманһыҙ ҡалған быуындың өмөтө өҙөлөүе менән юҡҡа сыҡты. Тиҙҙән баҡсаңа терәлеп торған урманға еләк-емеш йыйырға ла рөхсәт менән инеп, эргәңдә генә ағып ятҡан йылғанан балыҡты ла рөхсәт менән генә тота башлар көндәргә лә күп ҡалманы, күрәһең. Был хаҡта үҙенең "Светя другим, сгораю..." тигән китабында профессор Венер Сәхәүетдинов шундай миҫал килтерә: "Белоретҡа етәрәк бер нисә урында урман яныуына шаһит булдым - йөҙ йәшлек ҡарағайҙарҙы 20 - 30 метр бейеклегендә ялҡын телдәре ялмағайны! Әммә телевизорҙан күрһәтелгәнсә, урман янғынын һүндереүсе бер генә самолет та, вертолет та, юлда бер генә янғын һүндереү машинаһы ла күренмәне. Асҡарға килеп еткәс, ошо хаҡта әсенеп һөйләйем. Миңә яуап итеп: "Ә был урмандарҙы Мәскәү олигархының ҡатыны һатып алған һәм улар бай кеҫәлеләргә 49 йылға ҡуртымға бирелгән. Шуға күрә беҙгә унда инеү тыйыла, унда еләк-емеш, бәшмәк йыя, утын йәки бесән әҙерләй алмайбыҙ. Урман беҙҙеке булмағас, берәү ҙә уны һүндерергә бармаясаҡ. Элек берәй урында төтөн күренеп ҡалһа, тотош ауыл менән барып һүндерә торғайныҡ. Сөнки урман беҙҙең именлегебеҙ, тормошобоҙҙоң бер өлөшө ине. Кем, күпмегә был урмандарҙы һатҡандыр, беҙҙән, меңәр йыл ошонда йәшәүселәрҙән берәү ҙә һорап торманы", - тип яуапланылар".
Эйе, ватансылыҡ тойғоһо, нигеҙҙә, ер төшөнсәһенә бәйләнгән. Шуға ла ауыл халҡында был тойғо ҡала халҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк тә. Ни тиһәң дә, уның йорто, ихатаһы, баҡса биләмәһе, аҙ булһа ла пайы бар (хәйер, ул пайҙары ла ҡағыҙҙа ғына). Ә ҡаланың күп фатирлы күп ҡатлы йорттарында йәшәүселә ул тойғо ҡайҙан барлыҡҡа килергә тейеш һуң?
Ватансылыҡ тойғоһон тыуҙырыусы икенсе фактор - ул тел. Бында ла үҙенән-үҙе ауыл менән ҡала араһында параллель үткәреү зарурлығы тыуа. Сөнки бөгөн телде һаҡлаусылар булып тап ауыл халҡы һәм ауылда тыуып үҫеүселәр тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан белем усаҡтарында уҙғарылған саралар йәш быуында ватансылыҡтың бер сағылышы булған телһөйәрлектең ниндәй кимәлдә булыуын күрһәтте лә инде. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һ. б. уҡыу йорттары был көндө ысын мәғәнәһендә тел, рух байрамы сығанағы булып торҙо. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙең береһенә һалынған Татарстан Республикаһының Мәғариф министры Энгель Фәттәховтың шундай талабын да өлгө итеп килтерергә мөмкин: "Беҙҙә татар теле - дәүләт теле, шуға күрә икенсе тапҡыр кәңәшмәләр татар телендә уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ эш буйынса ингәндә татарса мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр татар телен белмәһәгеҙ, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙән тексты тәржемә иттереп алығыҙ, ингәс, шуны уҡырһығыҙ". Әлбиттә, етәксе шундай талап ҡуя һәм ул закон тарафынан нигеҙләнгән икән, берәү ҙә милли республикала йәшәп, быға ҡаршы сыҡмаясаҡ. Бына ҡайҙа ул ватансылыҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек сағылышы! Тел мәсьәләһенә килгәндә, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе бер нисә осраҡта өлгө итеп алырға мөмкин: татар теленә дәүләт статусы алғанда улар татар телен белгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына 15 процент өҫтәмә түләү тураһындағы пунктты ла закондан һыҙып ташламаны, ә һаҡлап ҡалды; "Татарстан Республикаһында мәғариф тураһында" ТР Законына республика вуздарында татар теле дәүләт теле булараҡ уҡытылыуы ихтимал, тигән пунктты ҡабул итте. Бөгөн уларҙың барлыҡ, хатта техник уҡыу йорттарында ла татар теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ә Башҡортостан парламенты депутаттары йәмәғәтселек тарафынан тәҡдим ителгән ошо һәм башҡа пункттарға "күҙ йомдо". Шундай өлгө күрһәткәндән һуң, йәштәребеҙҙә ниндәй ватансылыҡ тәрбиәләргә тырышабыҙ һуң? Сөнки бөгөн ике йөҙлө заманда йәшәбеҙ - һүҙебеҙ эшебеҙ менән тап килмәй.
Өсөнсө төп категория - ул дин. Ислам динен башҡорттарға 630-сы (миләди) йылда йәки 9-сы һижри йылда уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) үҙе иҫән саҡта ебәргән сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман килтергән. "Төрки халыҡтары араһында башҡорттар беренсе булып Ислам динен үҙ ихтыяры менән ҡабул иткән. Шуның өсөн дә башҡорт халҡы үҙ диненә, үҙ асылына тоғро, ихлас ҡалған. Ислам динендә йөҙҙәрсә йылдар айырым бер хөрмәт йәшәп килде: Бәйғәмбәребеҙгә, ата-бабаларыбыҙға, халыҡҡа, милләткә, телгә оло хөрмәт Ислам диненең төп нигеҙе ине", - тине үҙенең сөхбәттәрендә Шәйех Мәхмәт Әдил ән-Нәҡшбәндиә Башҡортостанға сәфәре ваҡытында. Патриарх Алексий Икенсе лә ватансылыҡ тойғоһон айырым кешене һәм тотош халыҡты ил яҙмышы өсөн яуаплы итеүҙә күрә. "Патриотлыҡ булмағанда бындай яуаплылыҡ та булмай, - ти ул. - Әгәр мин халҡым тураһында уйламайым икән, тимәк, минең өйөм, тамырҙарым юҡ. Минеңсә, тыуған халҡыңа һөйөү кеше өсөн Аллаһы Тәғәләгә булған һөйөү кеүек үк тәбиғи булырға тейеш. Әммә уны боҙорға мөмкин. Кешелек үҙ тарихында күпме генә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған тойғоно боҙорға тырышһа ла, ул һаман йәшәй".
Ә бөгөн, дөрөҫөн әйткәндә, ҡайҙа ысын дин, ҡайҙа ялған икәнен айырыуы еңел түгел. Дин артына ышыҡланып, ғаилә ҡороп, анһат ҡына талаҡ әйтеп айырылышыусылар ҙа, бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләүселәр ҙә, ауыр саҡтарында Аллаһы Тәғәләне ҡапыл иҫтәренә төшөрөп, мәсеткә йүгереүселәр ҙә, һуңынан инде, еңеллек килгәс, шатлыҡтарын шарап менән "йыуыусылар" ҙа осрап тора тормошобоҙҙа. Ахырҙа, дин бөгөн сираттағы мода шауҡымы кеүек күренә башлай. Ә бит уйлап ҡараһаң, тәү сиратта, һәр кемдең үҙ иманы булырға, уға ярашлы һин кеше күргәндә нисек барһың, кеше күрмәгәндә лә шул халәттә ҡалырға тейешһең.
Эйе, бөгөн йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо юҡ, тип саң ҡағабыҙ, уларҙа патриотлыҡ тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Ләкин көсләп асҡан күҙҙең нуры булмауын ғына онотабыҙ. Әгәр бөгөн беҙ ватансылыҡ тураһында ярһып һөйләгәндә, ата-бабалар тарихынан миҫалдар килтергәндә йәштәребеҙ: "Ә Ватанды ни өсөн яратырға?" - тигән һорау бирә икән, бәлки, уйланырға урын барҙыр? Сөнки совет йылдарында берҙәм совет кешеһен формалаштырабыҙ тигән принципты алға һөрөп, белем биреү фәҡәт рус телендә алып барылды, дин тураһында әйтеп тораһы ла түгел, ул халыҡ өсөн "әфиүн" ине. Тик ул йылдарҙа ер төшөнсәһе кешегә аяҡты ныҡ терәп торорлоҡ көс бирҙе. Яңы Рәсәй тарихы башланған мәлдә лә ватансылыҡ тойғоһо көслө, әммә ҡыҫҡа ғүмерле булды. Бөгөн көсләп-көсләп берҙәм Рәсәй кешеһен әүәләргә тырышабыҙ. Ысынлап та, шундай шарттарҙа ни өсөн Ватанды яратырға мөмкин һуң? Ярай, ауыл ерҙәрендә йәшәүселәрҙең һыңар аяғында баҫып торорлоҡ булһа ла ере бар, мәктәптәрҙә туған телдәр уҡытыла, динде лә ян-яҡҡа тартҡыламайҙар һәм борғоламайҙар. Һәм әлеге ваҡытта ысын мәғәнәһендә ауылдар - ватансылыҡ тәрбиәләүҙең һандалы булып тора. Ләкин Рәсәй, гүйә, үгәй әсәй, ерҙәрҙе тартып алды, оптималләштереү һылтауы менән мәктәптәрҙе яба, ауылдарҙа производство юҡ, эш юҡ, аҡса юҡ. Ир-ат вахта ысулы менән ситкә китеп эшләй. Ауыл халҡы хәҙер ҡалаларҙа гастарбайтер ролен үтәй, ғаиләһен, балаларын ҡарайым тип, кеше тупһаһында йөрөргә мәжбүр. Хатта ейән-ейәнсәрҙәре тыуғансы ятаҡтың бер бүлмәһендә көн күреүселәр ҙә юҡ түгел. Йәштәр үҙҙәрен "йәш яҙыусы", "йәш эшсе", "йәш кадр" тип, йәше 50-гә еткәнсе йәш булып йөрөүселәр фонында икенсе ролдәрҙе башҡара. Һәм үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа: "Ватанды ни өсөн яратырға?"
Эйе, бәлки, хәрби хеҙмәткәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар әҙерләүҙе кадет, спорт мәктәптәре асып, патриотик тәрбиә биреү клубтары ойоштороп хәл итеп булалыр, әммә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү икеле. Ватансылыҡ тойғоһо ул ерең, телең, динең берлегендә генә тыуыуы мөмкин. Ошо хаҡта ла онотмаһаҡ ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.14 | Ҡаралған: 1908

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru