«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

ДИПЛОМЛЫ БЕЛГЕСТӘР КҮП,
дауалаусылар юҡ

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры "Табиптар әҙерләү кимәле "оятһыҙлыҡ сигенә етте", тип белдерҙе. Шул йәһәттән бөгөн табиптар әҙерләү үҙенсәлектәре сере менән уртаҡлашмаҡсымын. Был Эскулап юлына баҫырға теләүселәргә лә, балаларын аҡ халатлы фәрештә итеп күрергә теләүсе ата-әсәләргә лә фәһемле булыр, тип уйлайым. Бының өсөн төп өс үҙенсәлекте аңлау фарыз - кемде уҡытырға, кемгә уҡытырға һәм нимәгә уҡытырға?

Кемде уҡытырға?
Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курс студенттарының яртыһы тиерлек - район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының маҡсатлы йүнәлтмәһе буйынса ебәрелеүселәр һәм башҡа льготалы категорияға инеүселәр. Уларҙың күпселегенең Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ул тиклем маҡтанырлыҡ түгел. Льготалыларҙан ҡалған бер урынға юғары балға эйә 20-25 абитуриент дәғүә итә. Шуға күрә иң аҡыллы, иң перспективалы балалар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа элиталы вуздарға китә. БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларынан республикала ни бары ике генә кеше тороп ҡала!
Аҡса артынан ҡыуып, коммерция бүлектәрен арттырыу шундай һөҙөмтәгә килтерҙе - дауалау факультетында уҡыусылар ғына ла шул тиклем артты, хатта лекцияларҙы өс ағымда уҡырға тура килә. Медицина вуздарында талиптар һанын бер төркөмдә 15-тән дә арттырырға ярамай. Элек-электән клиник төркөм ете-һигеҙ кешенән артмай ине, совет осоронда 9-10 кеше булды. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: был тиклем студентты мин ҡайҙа алып барырға тейеш - операция бүлмәһенә индерергә ярамай, башҡа ерҙәрҙә урын юҡ һәм, әйтәйек, хәлһеҙ ятҡан сирле нисек итеп 15-30 студенттың ҡыҙыҡһыныулы ҡарашына түҙһен. Хәҙер ауырыуҙар үҙ хоҡуҡтарын белә һәм берәүҙең дә тикшеренеү, өйрә-неү объекты булғыһы килмәй. Бигерәк тә педиатрия факультеты студенттарының проблемаһы ҙур. Баш ҡалала ни бары ике генә клиник дауахана бар: Республика балалар клиник дауаханаһы һәм 17-се дауахана. Ҡаланың үҙәгендә булғанына меңдәрсә студент йөрөй, икенсе меңе ҡаланың икенсе осонда булған Черниковкаға юлланырға мәжбүр. Микролекцияларҙы уҡыу кабинеттарында тыңлап, дауалау процесында ҡатнашмаған талиптарҙан ниндәй белгес сыҡһын, хатта улар үҙҙәре үк профессияһына ҡыҙыҡһыныу юғалта. Һөҙөмтәлә ҡулына шприц та, пинцет та, скальпель хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, тотоп ҡарамаған "дипломлы" белгес әҙерләнә. Шулай уҡ өҫтән төшөрөлгән уҡытыу программаһы ла аптырата: студенттар физиканан һәм философиянан имтихан тапшыра, ә хирургиянан - юҡ! Бөгөн, дөрөҫөн әйткәндә, йәш табиптан - пациент, ә табип пациенттан ҡурҡа. Сөнки бәләкәй генә табип хатаһы өсөн дә уны прокуратура эҙәрлекләүе көтә!
Медицина өлкәһенә иң аҡыллыларҙы, иң сыҙамдарҙы, үҙҙәренең ғүмерен кеше һаулығы хаҡына ҡорбан итергә әҙер булыусыларҙы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, тәмәке, алкоголле эсемлектәр менән дуҫ булмаған кешеләрҙе генә һайлап алырға кәрәк. Гиппократ был хаҡта шулай тип иҫкәрткән: "Табип! Тәүҙә үҙеңде дауала!" Медик менән полиция хеҙмәткәренең уртаҡлығы нимәлә? Улар икеһе лә кеше ғүмерен яҡлай һәм һаҡлай! Әммә полицияға льготалы хеҙмәткәрҙәрҙе алмайҙар - унда аҡыл йәһәтенән, бигерәк тә физик йәһәттән, сәләмәт курсанттар кәрәк.

Кемгә уҡытырға?
Элегерәк медицина уҡыу йорттарында уҡытырға конкурс буйынса иң тәжрибәлеләрҙе, республикаға исемдәре билдәле кешеләрҙе саҡыралар һәм уларға фатирҙар бирәләр ине. Улар студенттарҙың кумиры, табиптарҙың остазы булды. Хәҙер хатта өлкән курстарҙа ла былтырғы студент-ординаторҙар белем бирә, сөнки үҙен саҡ ҡына ихтирам иткән бер генә тәжрибәле белгес тә вузға уҡытырға бармаясаҡ. Сөнки бының өсөн уға бик аҙ эш хаҡы түләйҙәр. Бөгөн вуз уҡытыусыһы ғаиләһен аҫырау өсөн өҫтәмә бер нисә урында тир түгергә мәжбүр.
Былтыр 1 сентябрҙән ғилми дәрәжә өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙе алдылар. Быны, йәнәһе лә, ҡыҫҡартылған ставкалар иҫәбенә эш хаҡын күтәреү менән аңлаттылар. Ғәмәлдә, төркөмдәрҙә студенттар һаны артты, ә уҡытыусының эш хаҡы 200 һумға күтәрелде. Хәҙер фән кандидатының ставкаһы 10 мең һум самаһы, фән докторы, профессорҙыҡы - 29 мең һум.
Вузда фән менән шөғөлләнеүҙең абруйы ла түбәнгә тәгәрәне. Үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклемге быуын диссертацияларҙы тиҫтә йылдар буйына яҙа ине, докторлыҡ диссертациялары ғәмәли һаулыҡ һаҡлау проблемаларын хәл итте. Монографиялар барлыҡ дауаханаларҙың ординаторҙар бүлмәһендә ятты. Оҙаҡ йылдар вуздың Ғилми совет рәйесе булып эшләргә тура килде. Ул ваҡытта диссертация яҡлаусыларҙан уларҙың фәнни эше нигеҙенә ятҡан эшмәкәрлеген раҫлаусы "Ауырыуҙар тарихы" кенәгәләрен талап итә торғайным. Шул саҡта күренә ине кемдең фәнни эшенең ысынлап та ғәмәли медицина файҙаһына эшләгәне, кемдең плагиатлыҡ менән шөғөлләнгәне. Ә хәҙер бындай ҡаты талаптар юҡ һәм ҡаплап-ҡаплап фән кандидаттары, фән докторҙары әҙерләнә. Бөгөн Башҡортостанда 11 мең самаһы фән кандидаты һәм 3 меңдән ашыу фән докторы - тотош бер район халҡы - бар.
Мине, табип булараҡ, бигерәк тә ауыр һуғыш йылдарында - 1944 йылда Сталин тарафынан асылған Медицина фәндәре академияһының ябылыуы борсоуға һалды. Халыҡтар атаһы медицинаның әһәмиәтен шул ваҡытта уҡ аңлаған: ауырыу кеше илен яҡлай ҙа, ижад итә лә, ил менән идара итә лә алмай! Илебеҙҙең бөгөнгө хәлен үҙегеҙ баһалағыҙ.

Нимәгә уҡытырға?
Сығарылыш курсы студенттарын тегендә йәки бында эшкә йүнәлтергә маташалар, әммә уларҙың күпселеге ҡулына диплом алыу менән медицинанан китә. Сөнки дауалау өсөн белем кәрәк бит. Ә кемдер аҡса аҙ булыуҙы сәбәп итә - эш хаҡы 6,5 мең һум ғына бит. Яҡшы итеп йыһазландырылған ҙур дауаханаларҙа табип модернизация һәм юғары технологиялар буйынса түләүҙәр менән тәьмин ителгән: шуға тағы ла айына ете-һигеҙ дежурствоны ла ҡушҡанда, эш хаҡы 40 меңгә етеүе ихтимал. Миллион һум биреп табиптарҙы ауылдарға ылыҡтырыу кадрҙар ҡытлығын хәл итеүгә бер нисек тә йоғонто яһамай: нигеҙҙә, уларҙы ауылдарға, ата-әсәһенә ҡайтҡан белгестәр ала. Әммә был аҡса уртаса комплектлы автомобилгә йәки барлыҡ уңайлыҡтары урамда булған һәм таҡтанан төҙөлгән тауыҡ һарайылай ғына йорттан башҡаға етмәй. Шуға күрә Рәсәй халҡы ысынлап та һау булһын, дауаланһын өсөн буласаҡ табиптарҙы әҙерләү системаһын тамырынан үҙгәртергә кәрәк. Быны мин түбәндәгесә күҙаллайым:
-медицина университетына бары тик медучилище, медколледждан һуң ғына ҡабул итергә;
-уҡытыусыларҙы кәмендә 10 йыл практик стажы булған тәжрибәле белгестәрҙән генә тупларға, уларға фән, белем биреү һәм дауалау өсөн тулыһынса эш хаҡы түләргә.
-медицина ярҙамы күрһәтеү кимәле барлыҡ дауалау учреждениеларында ла бер төрлө булырға тейеш.

Венер СӘХӘҮЕТДИНОВ, медицина фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 1541

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru