«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҡыҙыҡлы ҡор
+  - 

АМЕРИКА СТУДЕНТЫ...
башҡорт бал ҡорттарын өйрәнә

Ҡурсаулыҡҡа Американан бер студент килгән, уны барып күрә һал, бөгөн-иртәгә ҡайтырға тейеш, тигән хәбәр алғас, тиҙ генә йыйынып, юлға сыҡтым. Мин барып еткәндә студент тамаҡ туйҙырыу менән мәшғүл ине. Тупһала ултырып алған да, беҙҙең ҡыҙҙар бешергән бутҡаны йыпыра ғына. Мин тыныс ҡына уның ашағанын көтөп-күҙәтеп торам. Былай ашауға таҙа күренә "капиталист". Тирмәне һәйбәт тартҡанға оҡшай. Аслыҡ бер туған апай түгел (урыҫса шәп белгән кешеләй, голод не тётка, тигәнде башҡортсаға ауҙарам инде). Ошо ерҙә, нишләптер, үҙебеҙҙең халыҡтың мәҡәлдәре лә телгә килә: ас ҡарынға һөйләшеп булмай, астың асыуы яман, астан ҡаҙан аҫтырма, ашаған малда өмөт бар. Уларҙы эстән генә ҡабатлап, Америка студентының ашағанын сабыр ғына күҙәтәм.

Ниһайәт, студент һөйләшерлек булды, буғай. Ана бит, миңә ҡарап ҡалай матур итеп йылмайып ултыра. Бына хәҙер һүҙ башларға ла була. Тәүҙә үҙе менән танышайыҡ. Диллон исемле егет икән. Уға әле егерме өс йәш. Өсөнсө курста белем ала. Өйләнмәгән. Ата-әсәһе бар. Ғаиләлә дүрт бала - ағаһы, апаһы һәм һылыуы бар. Үҙе әйтмешләй, оло сәйәсәттән алыҫ торған ҡәҙимге ябай ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ул.
Беҙҙең яҡтарға нисек килеп сыҡты икән - был, әлбиттә, төп һорау булды.
- Беҙҙең илдә бер фирма бар. Ул йыл һайын конкурс үткәрә һәм ҡырҡ йәш кешене һайлап ала. Баштан уҡ әйтергә кәрәк, был конкурста еңеп сығыуы еңелдән түгел. Барлыҡ сығымдарҙы ошо фирма ҡаплай, әммә буштан ғына аҡса түгә һалып та бармай. Шуға күрә тырышырға тура килә инде. Төп ҡағиҙә шунан ғибәрәт: һәр кем өйрәнеү-тикшеренеү йүнәлешен үҙе һайлай, әммә был йүнәлеш барлыҡ (йәки күпселек) илдәргә ҡағылышлы булырға тейеш. Бына мин бал ҡортон өйрәнеү юлын һайланым.
Ә башҡалар ниндәй йүнәлеш һайланы икән, был турала ла һорамайынса булдыра алманым.
- Әйтәйек, берәүҙең велосипедҡа ҡағылышлы тикшеренеүҙәрен хупланылар. Хәҙер бит барлыҡ илдәрҙә лә машиналар күбәйҙе. Хатта уның күплеге кешегә ҡамасаулай башланы. Машиналар теҙмәһенән торған тығындар ҡайһы ваҡыт хатта унар саҡрымға һуҙылып китә. Шуға күрә күп илдәрҙә кешеләр велосипедҡа күсергә мәжбүр. Бына ошо теманы өйрәнергә ниәт итте йәш кеше. Илдә ябай халыҡ ниндәй велосипедҡа өҫтөнлөк бирә, өйҙән алып эшкә хәтлем ниндәй ара һәм унда ниндәй велосипед менән йөрөү отошло тип иҫәпләнә, эш урынына барып еткәс, уны ҡуйырға махсус урындар бармы, урлау осраҡтары күҙәтеләме, ғаиләлә һәр береһенең велигы бармы - ошоға оҡшаш һорауҙарҙы ул егет асыҡларға тейеш була инде. Ә бына икенсе бер егеттең темаһы кредит буйынса булды. Кем ниндәй банктан күпме кредит ала, проценты күпме, ул аҡсаны нимәгә тотона, кеше банкты үҙе табамы, әллә банк үҙе тәҡдим итәме, ябай халыҡ кредитты һәр ваҡыт аламы, әллә алған эш хаҡына риза булып көн итәме, кеше кредитты сараһыҙҙан алырға мәжбүрме, әллә артыҡ кәрәк булмаған осраҡта ла аламы (әйтәйек, сит илгә сығып ял итеп килеү өсөн) һәм башҡа ошондай һорауҙарҙы асыҡларға ниәтләй был йәш кеше. Ә бына мин урындағы халыҡтың бал ҡортона ниндәй ҡарашта булыуын асыҡлап ҡайтырға тейешмен. Минең проект артыҡ ҡытыршылыҡһыҙ үтте, тип әйтә алам. Сәбәбе ябай. Бөгөн дөйөм алғанда күп илдәрҙә бал ҡорто күп үлә. Бигерәк тә беҙҙең Америкала күпләп ҡырыла улар. Ҡайһы бер штаттарҙа һәләкәт кимәле 80-90 процентҡа барып етә!
Ошо өйрәнеү-тикшеренеүҙәрҙең төп шарты - барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ябай халыҡтан йыйырға тейешһең. Рәсми сығанаҡтарға таяныу бөтөнләйе менән тыйыла. Ҡағыҙға нимә тип яҙһаң да түҙә бит ул. Шуға күрә беҙ бары тик ябай халыҡ менән генә аралашырға, уларҙың көнкүреш шарттарына түҙеп йәшәргә, уларҙың һөйләгәндәренә генә таянып һығымта яһарға тейешбеҙ.
Өйрәнеү йүнәлештәре асыҡланды, буғай. Ысынлап та, конкурстың был шарты бик үҙенсәлекле икән. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тормошта күп осраҡта ҡағыҙға яҙылған менән ысынбарлыҡ тура килмәй ҙә ҡуя шул. Шул арала Диллон конкурстың өсөнсө шарты менән таныштыра.
- Ошо өйрәнеүҙәр бер йыл дауамында барырға тейеш. Бына мин былтыр июль айында сығып киттем, быйыл август башында ҡайтырға тейешмен.
Ошо урында мин уйлана төштөм. Быны күптәр үтәй алыр ине микән, был бик сетерекле мәсьәлә, буғай. Әйтәйек, бына гәзит уҡыусыларҙың кемеһе бер йыл буйына (!) яңғыҙы ғына һигеҙ-ун илдә булып, унда нимәлер тикшереп ҡайтырға риза булыр ине микән? Белмәйем, әйтеүе бик ҡыйын.
- Ошо бер йыл эсендә мин күп илдәрҙә булырға тейешмен. Бына минең маршрут ошолай - Мысыр, Танзания, Монголия, Һиндостан, Ҡытай, Рәсәй, Англия, Украина, Франция, Италия. Өс ай һайын фирмаға интернет аша ҡыҫҡаса мәғлүмәт ебәреп торам. Ҡайтҡас, әлбиттә, тулы отчет бирәсәкмен.
Һорауҙарҙы байтаҡ бирҙем Америка студентына. Миҫал өсөн кейем, ашау-эсеү мәсьәләләре тураһында әңгәмәләшкәнде ҡыҫҡаса яҙып үтәйем.
- Кейем артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырманы былай. Илдә нимә кейәләр, шуны һатып алаһың да кейәһең дә йөрөйһөң. Ә бына ашау сетерекле нәмә булып сыҡты. Күп илдәрҙә йөрөгәс, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарып бөтөлдө. Ҡайһы ваҡыт шундай ашамлыҡ килтереп ултырталар, ҡайһы еренән тотоп нимәһен ашарға ла белмәйһең. Ҡалаҡ тотоп алаһың да ултыраһың инде нимәнән башларға белмәй. Ярай әле ҡалаҡ бирһәләр, ә бирмәһәләр...
Бына ошолай килеп юлыҡҡан икән Бөрйән еренә Америка студенты. Әйтергә кәрәк, күп илдәрҙә умартасылар менән осрашҡан Диллон. Бал ҡортона ҡағылышлы мәғлүмәт туплаған. Гәзит биттәрендә бөтәһе тураһында ла яҙып булмаҫ, ахыры. Шулай ҙа бер нисәүһенә туҡталып китәйек әле. Бына Англияла, ерҙә урын етмәү сәбәпле, бал ҡорттарын күп осраҡта өй баштарында тоталар (фото). Танзанияла балды бороп алып тормайҙар, ә балауыҙы менән ҡуша ашайҙар (фото). Миңә иң оҡшағаны тауҙарҙа йәшәгән Һиндостан умартасылары булды. Улар өй һалғанда стенала бушлыҡтар ҡалдырып төҙөйҙәр, ә өйҙөң эс яғынан уны тимер ябыу менән ябып ҡуялар (беҙҙеңсә, мейес ауыҙын япҡан һымаҡ була инде). Бер өйҙә сама менән 6-8 ҡыуышлыҡ ҡалдырыла. Күс айырыу осоронда ошо бушлыҡтарға бал ҡорттары килеп ҡуна. Балауыҙ һуҙып, бал йыйып, имен-аман йәшәп алып китәләр икән. Уларға ла шәп, кешегә лә уңайлы. Сәй эсергә бал кәрәк икән, ябыуҙы асаһың да балды ҡырҡып та алаһың (фото). Бал ҡорттары ошо ояларҙа ҡышлайҙар, дөрөҫөрәге, ямғыр осорон үткәрәләр. Беҙҙә ҡыш осоронда ҡар булһа, Һиндостанда ярты йыл буйына (!) туҡтамай ямғыр яуа икән.
Ә төп һығымта ниндәй икән? Был һорауға Диллон ошондай аңлатма бирҙе.
- Барлыҡ илдәрҙә лә ябай халыҡ тыныс һәм күңелле итеп йәшәргә тырыша. Бәләкәй генә ҡыуанысты ла оло шатлыҡ күреп ҡабул итергә өйрәнгән улар. Күңел тыныслығы һаҡланған уларҙа. Ә инде бал ҡортона килгәндә, ябай умартасылар ата-бабаларҙан ҡалған эш ҡорамалдарын һаҡлап, урындағы бал ҡорто менән эшләүҙе хуп күрә. Был шөғөлдән бөтмәҫ-төкәнмәҫ килем алыу мәсьәләһе уларҙы артыҡ борсомай.
Был һүҙҙәргә өҫтәп, тағы ни әйтәһең инде?

Әғләм ШӘРИПОВ.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 1860

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru