«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

ВӘЗӘМДӘР ШӘЛДЕ БӘЙЛӘМӘЙ,
вәзәмдәр шәлде һуға...

Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Йылайыр райондары, Сибай ҡалаһы өлгөһөндә былтыр беҙҙең районда ла "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошторолдо һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп кенә маҡтаулы эштәр башҡарыуға ирештек. Бына әле лә районыбыҙҙың бөтә ауылдарының ағинәйҙәре етәкселәре Вәзәм ауылында үтәсәк ҡорға юл алды.

Оло быуын кешеләренең яуаплылығына, дәртенә хайран ҡалырһың -билдәләнгән ваҡытҡа йыйылып та бөттөләр. Автобуста урын етмәне хатта. "Йыр ҡыҫҡарта оҙон юлдарҙы", тигәндәй, йырлай-йырлай барғас, юлдың алыҫлығы ла һиҙелмәй ҡалды. Вәзәм ауылының һабантуйҙар үтә торған йәмле аҡланында халыҡ гөж килә, усаҡтар төтәй, самауырҙар ҡайнай. Ауыл ағинәйҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарҙы күпереп бешкән икмәк һәм кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ менән ҡаршы алғандан һуң, йола буйынса, йыр-бейеүҙәр башланып китте.
Сараның рәсми өлөшөн асып, райондың "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Миңзифа Ишемғолова: "Беҙ бөгөнгө йыйынды үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына Вәзәмде һайламаныҡ. Улар үҙ тырышлығы менән өләсәйҙәребеҙҙең онотолған кәсебе - шәл һуғыуҙы яңыртып ебәрҙе, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашып торалар",- тине ул. Шулай уҡ Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Садовый, Татырүҙәк, Подольск, Ергән, Әбүбәкер, Йәнтеш һәм башҡа ауыл ағинәйҙәренең әүҙемлеген билдәләп үтте. - Беҙ аҡыл, тәжрибә туплаған оло быуын вәкилдәре булараҡ, йәштәргә, балаларға өлгө булырға, уларға онотолған йолаларҙы тергеҙеүҙә булышлыҡ итергә, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен өйрәнергә тейешбеҙ. Ошо эштәребеҙ менән ауылдарыбыҙға йәм өрөргә тейешбеҙ. Бөгөнгө йыйындың төп маҡсаты шундай бурыстарыбыҙҙы барлау, уртаға һалып һөйләшеү, булған тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашыу. Был байрамда балалар ҙа ҡатнаша, улар беҙҙе тыңлап, күңелдәренә һеңдереп торһон, әйҙә, - тип йомғаҡланы һүҙен район ағинәйҙәре етәксеһе.
Муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Роза Рәсембәтова үҙ сығышында ҡатын-ҡыҙҙар араһында "йәшел йылан" менән мауығыусыларҙың кәмемәүе, бигерәк тә йәш әсәләрҙең эскелеккә бирелеүе тураһында борсолоуын белдерҙе. Ошо проблеманы хәл итеүҙә ағинәйҙәрҙең роле тураһында һөйләп: "Һәр кем үҙ ғаиләһенән, үҙ яҡындарынан башлаһа ине, әйҙәгеҙ, айыҡ байрамдар, айыҡ туйҙар үткәрәйек", - тип мөрәжәғәт итте ул. Яҡташыбыҙ, "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов та килгәйне байрамыбыҙҙы уртаҡлашырға. Ошондай байрамдарға балаларҙы йәлеп итеүҙең файҙалы яҡтары тураһында бәйән итте ул һәм бөгөнгө сараның үҫеп килеүсе быуын күңелендә ғүмер буйына һаҡланасағына ышаныс белдерҙе.
Йәнтеш ағинәйҙәре етәксеһе - билдәле сәсәниә Фәниә Арыҫланова ағинәйҙәргә мөнәжәтен бағышланы, ауыл ағинәйҙәренең тәрбиәүи һәм дини юҫыҡтағы эштәре хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ Аҡъяр ағинәйҙәре етәксеһе Менәүәрә Бохарбаева, Ергәндән Суфия Билалова, Садовый ауылы абыстайы Флүрә Ниғәмәтовалар ҙа эш тәжрибәләре менән уртаҡташты. Һаҡмар-Наҙароғол ауылынан йәмәғәт хәбәрсеһе Рәшиҙә Сәйфуллина ауылдаштары менән ғорурланыуын йәшермәне. "Беҙҙә эскән кеше юҡ, бөтә байрамдар, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығындағы өй йыуыу, һарыҡ ҡырҡыу, кәзә тарау, ирҙәр ҡатнашлығындағы утын, бесән әҙерләү кеүек өмәләр, бер-беребеҙгә ярҙам итешеүҙәр эскеһеҙ үтә", - тип һөйләне һәм "Айыҡ ауыл" акцияһына ҡушыласаҡтары тураһында белдерҙе.
Бына ҡорҙоң тағы бер мөһим мәле етте - Вәзәм ауылының сағыу төҫтәге милли кейемдәр кейгән ағинәйҙәре һәм шәл оҫталары кәзә аҫырау, дебет эшкәртеү нескәлектәре менән уртаҡлашырға ниәтләп, һуҡма шәл һуғыу станоктары теҙелгән яҡҡа ҡуҙғалды. Оҫталар Гөлназ, Рәйхана, Нурсиә, Сәғиҙә, Миңзәлә, Әнүзә Суриналар, Хәмдиә, Мөнирә, Тәнзилә Күскилдиналар, Зәкиә Мусина, Клара Ыласыновалар теҙелешеп ултырып, дебет иләп, һуғып, ҡабалап, йыйылыусыларға эш процесын күрһәтте. Арыраҡ бәйләнгән, һуғылған шәлдәр, косынкалар, шарфтар, төрлө төҫтәге ептәр менән биҙәлгән балаҫтар күргәҙмәһе урын алды. Шәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ: ағы, ҡараһы, шаҡмаҡлыһы, бәләкәйе, юрғандай ҙурҙары. Үҙҙәре шундай йомшаҡ, еңел! Ошо боронғо кәсепте башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы, дәрте ташып торған Гөлназ Сурина менән әңгәмәләштек. "Ауылыбыҙ килене, билдәле журналист Сәрүәр Суринаның идеяһы менән тотоноп киттек был эшкә, - тине ул. - Уның тәҡдимен хуплап, музейҙан иҫке генә станок алып ҡайтып, етешмәгән өлөштәрен үҙем яһап, Фәүзиә апай Кәримованы саҡырып, унан шәл һуғырға өйрәндем. Әммә станок үтә иҫке булғанлыҡтан, эште тиҙ генә көйләп китеп булманы. Минең был эш менән шул тиклем ныҡ мауыҡҡанды күреп, тормош иптәшем Риф ярҙамға килде һәм станок эшләп бирҙе. Хәҙер дүрт станок эшләне инде ул. Станоктар әҙер булғас, Шунан Әбйәлил районынан Рәсилә Вәлиеваны үҙебеҙҙең ауылға саҡырҙыҡ, ул ике көн буйы шәл һуғыуҙың нескәлектәрен төшөндөрҙө, уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был кәсепкә яңыраҡ ҡына тотонһаҡ та, уңыштарыбыҙ ҙа бар: 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булдыҡ, Өфөлә Арт-күргәҙмәлә ҡатнашырға насип булды".
Риф Суриндан өйрәнеп, Азамат Сурин да Фларит һәм Муса Суриндарҙы ла йәлеп итеп, бригада ойоштороп ебәрә, улар станоктан тыш, ултырғыстар, һандыҡтар, умарталар, рамдар яһау менән шөғөлләнә.
"Бер атыуҙа - ике ҡуян" тигәндәй, вәзәмдәр район ағинәйҙәренә "Кәкүк сәйе" йолаһын да күрһәтеп, ҡунаҡтарҙы ҡуҙғалаҡлы өйрә, буҙа, кәрәҙле бал һәм башҡа милли ризыҡтар менән һыйланы. Тәмле сәй табыны артында ла фекер алышыуҙар дауам итте.
Бына шулай бик күңелле һәм эшлекле шарттарҙа үтте ағинәйҙәрҙең район йыйыны. Был осрашыу байрамда ҡатнашыусылар күңелендә матур хәтирә булып, оҙаҡ һаҡланыр әле.

Фәриға КҮСӘКОВА.
Хәйбулла районы Таштуғай ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1854

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru