Бөгөн көнсығыш телдәрен, көнсығыш дәүләттәренең һәм халыҡтарының иҡтисади, сәйәси, мәҙәни үҙенсәлектәрен яҡшы белгән белгестәр хеҙмәт баҙарында юғары баһалана. Ошондай шарттарҙа шәрҡиәтселек йүнәлешендә белем алыуҙың әһәмиәте тағы ла арта төшкән кеүек. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ - филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Шәрҡиәт кафедраһы мөдире, доцент Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ һәм Төркиәнең Ушак университеты доценты Морат ОЗШАХИН менән көнсығыш телдәре менән бер рәттән башҡорт теленең дә донъя кимәлендәге урыны, уның тарихы сығанаҡтары тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Сит телде, бигерәк тә көнсығыш телдәрен өйрәнеү фонетик системаны өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай, бының өсөн һин шул халыҡтар кеүек фекерләргә өйрәнергә лә тейешһең, тиҙәр. Шәрҡиәтселек кафедраһы эшмәкәрлегенең төп бурысы нимәнән ғибәрәт?
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Был кафедра филология һәм журналистика факультетында 2008 йылда асылғайны, 2010 йылдан студенттарға "Шәрҡиәтселек һәм африканистика" йүнәлеше буйынса белем бирәбеҙ. Төрөк, ғәрәп, фарсы һәм ҡытай телдәрен генә түгел, был халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын комплекслы өйрәнеү өсөн мөмкинлектәребеҙ барлыҡҡа килде, сит илдәрҙең вуздары менән килешеүҙәр төҙөп, уҡытыусылар саҡырыу ҙа телдәр өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Кафедраның уҡытыу программаһы сит ил вуздары программаһына ярашлы төҙөлгәнгә күрә, һәр студент ситтә уҡып ҡайта һәм ике вуздың да дипломына эйә була ала. Тиҙҙән Башҡорт дәүләт университетының 30 студентын Ҡытайға бер йыллыҡ курсҡа, шулай уҡ бер-нисә студентты Төркиәгә ике айға тел өйрәнеү курстарына ебәрәбеҙ. Йәштәр өсөн бындай тәжрибә телде шымартыу, сит милләттең мәҙәниәте менән яҡындан танышыу йәһәтенән бик әһәмиәтле. Фарсы һәм ғәрәп телендә һөйләшкән илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән ошо уҡ йүнәлештә эш башлау өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләсәктә шәрҡиәтселек кафедраһында бакалавр дипломы алыусы студенттарға магистратураны диңгеҙ аръяғында дауам итергә мөмкинлек асырға торабыҙ. Морат бей Озшахин, мәҫәлән, беҙҙең вуздың Төркиәләге кураторы буласаҡ.
М. ОЗШАХИН: Мин Башҡортостанға өс йылға уҡытырға килгәйнем, әммә Төркиәлә минең урыныма уҡытыусы таба алмауҙары сәбәпле, ҡайтырға тура килә. Шуға ла кураторлыҡ вазифаһын шатланып ҡабул итәм. Ушак, Станбул, Эгей, Юнус Эмре университеттары һәм БДУ араһында төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә был юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыуҙы көйләү, студенттарҙы кәрәкле дәреслектәр менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде миңә.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Бөгөн Башҡортостанда бөтөн юғары уҡыу йорттары буйынса башҡорт теле фәнен уҡырға теләүселәрҙең иҫәбе 300-гә тулмаған ваҡытта Төркиәнең Ушак университетында ғына 300-ҙән ашыу кеше башҡорт телен өйрәнә. Шуға ла был илдә башҡорт телен уҡытыу бер йүнәлештә барһын өсөн беҙҙең яҡтан ярҙам мотлаҡ булырға тейеш. Был йәһәттән боҙ ҡуҙғалды, тиһәк тә була, июнь айында вице-премьер Илшат Тажетдинов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм БДУ ректоры Николай Морозкин юғары уҡыу йортондағы эшлекле осрашыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса әсбаптар һәм методик ҡулланмаларҙы, уларҙы әҙерләүҙе Шәрҡиәт кафедраһы ағзалары ярҙамында атҡарып, Төркиәләге башҡорт телен өйрәнеүсе уҡыусыларға ярҙам итеү маҡсатын ҡуйҙы. Бының өсөн беҙ етәкселәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, был бурысты беҙ мотлаҡ үтәп сығырға тейешбеҙ. Сағыштырыу өсөн генә әйтәм: төрөк телен, төрөк мәҙәниәтен өйрәнеүсе илдәрҙе уҡытыусылар, китаптар, методик белешмәләр менән Төркиә үҙе тәьмин итә.
Был йүнәлештә юғары белем алған белгестәр үҙ һөнәре буйынса эш таба аламы? Башҡортостанда, мәҫәлән, улар ниндәй өлкәләрҙә эшләй ала?
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Шәрҡиәтселек элек-электән башҡорттар араһында киң таралған йүнәлеш. Әхмәтзәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Тағандарҙы ғына иҫкә алайыҡ, улар мәҙрәсәлә ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телдәрен яҡшы өйрәнгән, бер үк ваҡытта рус, Европа телдәрен дә үҙләштергәндәр. Донъялар буталып, был шәхестәребеҙ сит илгә сығып китергә мәжбүр булһа ла, береһе лә юғалып ҡалмаған. Мәҙрәсәлә алған белемдәрен артабан камиллаштырып, бөтөн донъяла билдәлелек яулағандар. Бөгөнгө көндә лә был ғалимдарҙың хеҙмәттәре юғары баһаға лайыҡ, донъя тарихсылары, тел белгестәре уларҙың хеҙмәттәренә таяна. Шулай булғас, ниңә беҙҙең балалар көнсығыш телдәрен өйрәнмәҫкә тейеш? Быйылдан башлап ҡытай телен уҡыта башланыҡ. Студенттар иң күп халыҡ һөйләшкән телдәрҙең береһен өйрәнеп, отасаҡ ҡына. Ҡытай менән Рәсәй дәүләте араһында бәйләнештәр нығына барыуын иҫәпкә алғанда, ҡытай теле белгестәре ҙур һорау менән файҙаланасаҡ. Шул уҡ туризм өлкәһен генә алайыҡ, сит милләт кешеләренә Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы, рухи ҡомартҡылары, билдәле шәхестәре тураһында тулы мәғлүмәт еткерә алырлыҡ гидтар, экскурсия етәкселәре кәрәк булған осраҡта, беҙҙең студенттар өсөн эш табыуы ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Тағы ла бик мөһим бер нәмә бар: архивтарҙа иҫке төрки телендә яҙылған һәм әле өйрәнелмәгән күп материалдар һаҡлана. Уларҙы уҡып, халыҡҡа еткерер өсөн беренсе сиратта иҫке төрки телен уҡый белгән, хәреф таныуҙан бигерәк, был телде аңлаған кешеләр кәрәк. Студенттарыбыҙ фарсы, ғәрәп, төрөк телдәрен ныҡлап өйрәнә, шуға ла улар тарихи архивтарҙа, һирәк ҡулъяҙмалар фондында, ғилми-тикшеренеү институттарында эшләй аласаҡ. Уҡыу программаһында инглиз телен өйрәнеү ҙә ҡаралған, был иһә министрлыҡтарҙа сит илдәр менән бәйләнештәр бүлектәрендә, сит илдәрҙең шәхси фирмаларына эшкә урынлашырға мөмкинлек бирә.
М. ОЗШАХИН: Был кафедра эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен киләсәктә күрәсәкбеҙ, тип уйлайым, уның аша Башҡортостан көнсығыш илдәрендә танылыу яулаясаҡ. Төркиәлә, мәҫәлән, башҡорт һәм татар телдәрен иҡтисад өлкәһендә эшләргә теләүселәр өйрәнә. Үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнеүҙе күҙаллап, ғалим булыу маҡсатын эҙәрлекләгәндәр ҙә бар. Уҡыу йортонда 2012 йылдан ҡытай телен иҡтисадҡа бәйләп уҡыта башланыҡ, башҡорт телен дә иҡтисади бәйләнештәр булдырыу өсөн өйрәтһәк, бик шәп булыр ине. Бындай бәйләнештәр өсөн башҡорт илен, территорияһын, тарихын, мәҙәниәтен, телен белгән кешеләр бик кәрәк буласаҡ.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Ғөмүмән, Төркиәлә телдәрҙе өйрәнеү бик яҡшы ҡуйылған. Мин тел, тарих һәм география факультетында уҡыным. Ул факультетта бөтәһе иллегә яҡын бүлек бар ине. Бөгөнгө көндә иһә, ундағы төрки телдәр кафедраһында 30-лап төрки теле уҡытыла, уларҙан тыш, рус, болгар, венгр, немец, инглиз, француз теле һәм әҙәбиәттәрен, хатта үле телдәрҙе лә өйрәтәләр. Мәҫәлән, унда бик боронғо булған һәм бөгөнгө көндә бер кем дә һөйләшмәгән шумер теле уҡытыла. Бүлектәрҙә студенттар һаны күп түгел, төркөмдә 5-6 студент булыуы ғәҙәти күренеш. Беҙҙә, бындай бүлекте перспективаһыҙ һанап, күптән ябып ҡуйырҙар ине.
Морат бей, һеҙ башҡорт телен ниндәй маҡсат менән өйрәнәһегеҙ? Башҡорт теленең боронғолоғон тойоп өлгөрҙөгөҙмө әле?
М. ОЗШАХИН: Мин Төркиәнең Измир ҡалаһында урынлашҡан Эгей университетында белем алдым. Профессор Мостафа Өнәр башҡорт теле лексикологияһының байлығы тураһында һөйләгәйне, миндә лә уға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды. Телде үҙаллы, тәржемәләр эшләп өйрәнә башланым, һөйләшеп өйрәнеү өсөн дуҫтарым менән үҙ-ара башҡорт телендә аралашырға тырыша инек. Ошо уҡ Эгей университетында магистр һәм кандидатлыҡ диссертацияларын башҡорт теленең лексикологияһы буйынса яҡланым. Был хеҙмәт 3300 биттән торҙо, уның сиктәрендә барлығы 64 тема билдәләнде. Башҡорт теленең ни тиклем бай булғанына бөгөн дә һоҡланып бөтә алмайым. Төрөк теле менән сағыштырғанда, ҡылымдар ғына ла 10 меңгә артыҡ. Мәҫәлән, аттың ҡолағын ҡыбырлатыуын аңлатҡан ғына әллә нисәмә һүҙ бар. Башҡорт халҡының тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә һәм, иң мөһиме, уның менән гармонияла йәшәгәнлеге телегеҙҙә тулыһынса сағыла.
Башҡорт теле көнбайыш менән көнсығышты тоташтырып торған күпер кеүек. Ул ике яҡтың да лексик байлығын үҙендә туплай алған һәм был байлыҡты бик оҫта файҙалана. Мәҫәлән, башҡорт телендә ғәрәп теленән ингән 2500 һүҙ бар, уларҙың ҡайһы берҙәрен үҙләштергән, ҡайһы берҙәренә яңы мәғәнәләр өҫтәп, киңәйткән. Төрөк телендә күптән дөйөм ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәр башҡорт теленең актив һүҙлек составында йөрөй. Башҡорт теле буйынса ғилми-тикшеренеү эштәренә килгәндә, уның өйрәнелмәгән өлөштәре бихисап. Мәҫәлән, башҡорт телендә төҫтәр билдәләнеше, туғанлыҡ терминдары, уртаҡ һүҙҙәр өлкәһендә тарихи бәйләнештәр тикшерелмәгән. Көрән, көрәнһыу төҫтәрен билдәләүсе айырым һүҙҙәр төрөк телендә юҡ. Башҡорт һәм монгол телдәре араһында бәйләнештәр бар, быны, әйтәйек, "ажғыр-божғор" һүҙе раҫлай, әммә был тема ентекле өйрәнелмәгән әле.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Тарихи яҡтан ҡарағанда, башҡорт теле ысынлап та бик боронғо сығанаҡтарға тоташа. Ҡайһы бер диалекттарҙа "ҙ", "һ", "ҫ" өндәрен ҡулланып һөйләшеү ҙә боронғолоҡҡа ишара яһай. Был форенгаль өндәр беҙҙең эраға тиклем IV-V быуаттарҙағы Һундар дәүләтендә лә булған. Ҡасандыр ярты донъяны үҙ ҡулында тотҡан һундарҙың эҙе тик башҡорт телендә генә ҡалған, уны башҡа телдәрҙә күреп булмай. Әлеге ваҡытта форенгаль өндәр төркмән телендә ҡулланыла, тимәк, телдәре ике тел төркөмөнә ҡараған башҡорт һәм төркмән халыҡтары ҡайһылыр дәүерҙә аралашып йәшәгән.
Башҡорттарҙың урта һөйләшендә "анта", "мынта", "еңкә" тип һөйләшәләр. Был диссимилятив өндәр VI-VII быуаттарға ҡараған боронғо Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында ғына бар, улар бүтән төрки телдәрҙә ҡулланылмай. Шулай уҡ, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, иң башта тамғалар, улар нигеҙендә Орхон-Йәнәсәй яҙмалары барлыҡҡа килгән. Белеүебеҙсә, башҡорт халҡы ла борон-борондан тамғаларҙы файҙаланған. Ырыу тамғаһы, һәр араның үҙ тамғаһы булған. Ике йыл элек Ҡаҙағстандың үҙәк дәүләт музейының ҡулъяҙма һәм музей сығанаҡтарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе, профессор Напил Базылхан Башҡортостан архивтарында булғандан һуң, иҫе китеп: "Күп төрки телле халыҡтарҙың тамғаларын тикшерҙем, әммә башҡорт халҡы ҡулланған тамғаларҙың күбеһе Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында осрай", - тигәйне. Тимәк, ҡайһылыр бер дәүерҙә башҡорт ҡәүеме дөйөм төрки ҡәбиләләр менән бергә йәшәгән осорҙа шул яҙманы барлыҡҡа килтереүҙә төп роль уйнаған. Был да башҡорт теленең боронғолоғона ишара яһай. Ә бөгөнгө көндә башҡорттар араһында һундарҙың телен өйрәнгән, Орхон-Йәнәсәй яҙмаларын уҡый алған кеше бармы? Беҙ үҙебеҙ хазина өҫтөндә йөрөп тә, шуны эйелеп ала белмәйбеҙ. Тимәк, телебеҙҙең даирәһен белә күреп кәметәбеҙ. Ул ғына ла түгел, диплом эше яҙыусылар йәки башҡа төр ғилми-тикшеренеү эштәре менән булыусылар тоталар ҙа көнбайыш биргән тапалған юл буйынса телдә "концепт", "донъя картинаһы" эҙләй башлай. Айсбергтың ҡояшҡа саҡ ҡына ирегән тамсыһына телде тығып бутайҙар ҙа, ҡыуанышып тик йөрөйҙәр. Ә уның төбөндә башҡорттоң асылы, боронғолоҡ ята. Төрки телдәр барлыҡҡа килгәндә уларҙы формалаштырыуҙа ата-бабаларыбыҙ ниндәй роль уйнаған икән, тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡмай. Әлбиттә, концепт һәм донъя картинаһы тураһында ла хеҙмәттәр яҙыу кәрәктер, тик был башҡорт теле системаһында ғына түгел, бер нисә телдәр системаһында эшләнһен ине. Мәҫәлән, башҡорт һәм инглиз телдәрен сағыштыра икән, белгес был телдәрҙең икеһен дә һыу кеүек эсергә тейеш. Беҙҙең белгестәребеҙ башҡорт телен яҡшы белгән осраҡта ла, инглиз телен тейешле кимәлдә өйрәнмәү һөҙөмтәһендә үҙ хеҙмәтендә тәржемәләр генә ҡуллана.
М. ОЗШАХИН: Ысынлап та, башҡорт телен тарихи күҙлектән өйрәнеү етешмәй, тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Шул уҡ инглиздарҙың әҙәби теле Уильям Шекспир заманында, XVI быуатта формалашҡан тип иҫәпләнә. Ә төрки телдәренең әҙәби теле барлыҡҡа килеүгә 1300 йыл. Сағыштырып ҡарағыҙ инде, ҡайһы тел байыраҡ һәм ҡайһы телдең киләсәге булырға тейеш?
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Телдең асылына төшөнөр өсөн башҡа телдәрҙе лә яҡшы өйрәнергә кәрәк. Бөгөнгө көндә башҡорт теленең этимологик һүҙлеге төҙөлгәне юҡ, сөнки уны төҙөгән кеше иҫке төрки телен, унда булған ғәрәп-фарсы алынмаларын да яҡшы белергә тейеш. Шунһыҙ был эште атҡарып сығыу мөмкин түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был телдәргә әһәмиәт биреүселәр юҡ. Башҡорт һәм рус телдәрен белһәм, шул етә, тип уйлаусылар күп. Бына шуның өсөн дә студенттарыма ҙур өмөттәр бағлайым мин.
Боронғо аҡыл эйәләренең, тел - ул халыҡ мәҙәниәтенең төп нигеҙе, тигән һүҙҙәре бар. Башҡорт теленең лексикаһын өйрәнеп, башҡорт халҡының тәбиғәт балаһы булыуын яҡшы төҫмөрләгәнһегеҙ. Башҡортостанда бер йыл йәшәгәндән һуң бөгөнгө замандаштарыбыҙ тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?
М. ОЗШАХИН: Хәтергә иң уйылып ҡалғаны - башҡорттарҙың асыҡ күңелле, алсаҡ булыуы. Тик ни эшләптер башҡорт кешеләренең күбеһе рус телендә аралашырға ярата. "Ә мин рус телен насар беләм", тим ундайҙарға, шунан һуң ғына башҡортсаға күсәләр. Мин хатта таксиға инеп ултырғас та водителдән: "Башҡортса беләһеңме?" - тип һорай һалам. Белһәләр, юл буйына башҡортса аралашып барабыҙ. "Һеҙ ҡайһы яҡтан?"- тип һораһалар, "Төркиә башҡорто мин", - тип яуап бирәм. "Унда башҡорттар йәшәйме ни?"- тип аптырайҙар. Ҡайҙа барһаң да: "Башҡорт теле һеҙгә нимәгә кәрәк, уны ни өсөн өйрәнәһегеҙ?"- тигән һорау бирәләр. Йәки: "Төркиәлә кешеләр башҡортса беләме ни?"- тип аптырайҙар. Бындай һорауҙарға ҡаршы мин һәр ваҡыт: "Төркиәлә 78 миллион кеше башҡортса белә", - тип яуаплайым.
Бер ваҡыт Төркиә аэропортында самолеттан килеп төшкән бер ханым төрөк милләтле хеҙмәткәргә инглиз телендә өндәште, әммә тегеһе аңламаны. Шунан русса әйтеп ҡараны, тегеһе тағы аңламаны. Ахыр сиктә: "Әсәйем бында тороп торһа буламы?" - тип, башҡортса өндәшкәйне, теге хеҙмәткәр: "Ярай, торһон", - тип яуап бирҙе. Бына шулай, башҡорт теле бер сит телдән дә кәм түгел, хатта ҡайҙалыр "модалы" инглиз телен дә аңламауҙары, әммә башҡорт теленең күп ишектәрҙе астыра алыуы ихтимал. Тел иң тәү сиратта аңлашыр, аралашыр өсөн кәрәк бит. Төрки халыҡтарының берәүһенең генә телен белеү ҙә һине әллә күпме халыҡҡа яҡын итә.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Төркиәлә 90-сы йылдар башында Әхмәтзәки Вәлиди, Абдулҡадир Инанды белһәләр ҙә, уларҙың башҡорт икәнлеген, Башҡортостандың ҡайҙа урынлашыуын белеүселәр бик һирәк ине. Бөйөк башҡорт улдарын үҙ шәхестәре кеүек ҡабул итә торғайнылар. Бөгөнгө көндә хәл үҙгәрҙе. Төркиәлә ана шул улар үҙҙәренеке кеүек ҡабул иткән шәхестәрҙең туған башҡорт теле уҡытылып ҡына ҡалмай, төрөктәр башҡорт теле буйынса ғилми хеҙмәттәр, китаптар яҙа һәм баҫтырып сығара. Морат бей киләсәктә башҡорт теленең һүҙлеген төҙөргә әҙерләнә, бер йыл эсендә ул ғилми хеҙмәтенең 600 битен әҙерләне.
Лексика ни тиклем генә бай булмаһын, бөгөнгө заман кешеһе телмәрендә уның күп өлөшөн ҡулланмай, һөҙөмтәлә, һөйләшеү телебеҙ көндән- көн ярлылана. Хатта яҙыусылар әҫәр яҙғанда ҡулланған тел байлығы ла 2 меңләп һүҙҙән артыҡ түгел, тиҙәр. Шулай булғас, лексик тел байлығыбыҙға яйлап юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янамаймы?
М. ОЗШАХИН: Был проблема һәр милли әҙәбиәткә ҡағыла. Рус милләтле кешенән һораһаң, улар ҙа, яҙыусыларыбыҙ үҙ әҫәрҙәрендә 500-1000 һүҙ ҡуллана, тип әйтәсәк, төрөктәр ҙә шулай яуап бирәсәк. Ләкин был кешеләрҙең проблемаһы, телдең проблемаһы түгел. Шул уҡ Өфөнән 60-70 километр ситкә сығып, ауыл халҡы менән аралаша башлаһаң, башҡорт теленең ни тиклем бай булыуын аңлайһың. Уларҙың телмәре ҡала башҡорттарыныҡына ҡарағанда, һис шикһеҙ, йәнлерәк. Әгәр ҙә кеше үҙ телмәрендә күберәк һүҙҙәр ҡулланырға теләй икән, китап уҡыһын һәм өлкән быуын менән аралашһын. Әммә беҙҙең бар бәләбеҙ китап уҡымауҙа шул.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: СССР заманында иң күп китап уҡыусы ил булдыҡ. Китаптарҙы китапханаларға йөрөп тә, һатып алып та уҡынылар. Уларҙың хаҡтары ла кеҫәгә һуҡмай ине. Хәҙер йәштәр араһында әҙәби әҫәр уҡып ултырыусыларҙы осратыуы ҡыйын. Шул уҡымау арҡаһында балаларҙың телмәре ярлылана, фекерләү ҡеүәһе лә түбәнәйә. Мәҫәлән, элек башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инер өсөн абитуриенттар инша яҙа торғайны. Инша баланың фекерләү ҡеүәһен күрһәтә, уның аша белем кимәлен дә төҫмөрләргә мөмкин. Ә хәҙер БДИ-ла тест һорауҙарына яуап биреп, уның һөҙөмтәләрен тотоп килә. Тест бит ул уйларға форсат бирмәй.
М. ОЗШАХИН: Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: бөтөн телдәрҙә лә техника үҫеше менән бергә үҙләштергән һүҙҙәр артыуы күҙәтелә. Сит телдән ингән һүҙҙәр урынына боронғо һүҙҙәрҙе кире ҡайтарып, йәки яңы һүҙ уйлап табып, киң ҡулланылышҡа индергәндә күпкә яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә. Миңә 1910 йылда сығарылған "Шура" гәзитен күреү, уҡып ҡарау бәхете тейҙе. Унда "Тел ярышы" тигән рубрика булған. Быға оҡшаш тел ярышын Англияның Оксфорд тел институтында ла ойошторалар икән. Мәҫәлән, донъяла киң таралған бер һүҙҙе алалар ҙа, үҙ телеңдә шуның аналогын табырға кәрәк була. Әйтәйек, телефон камераһына үҙеңде үҙең төшөрөү мәғәнәһен аңлатыусы "селфи" һүҙен табыусы кешегә лауреат исеме бирелде. "Селфи" һүҙенең төрөксәһе "оz ҫekim" формаһында яңғырай. Төрлө опен-эйр, флешмоб кеүек һүҙҙәр урынына башҡортса яңы һүҙ уйлап табыу буйынса яҙыусылар, ғалимдар, журналистар араһында ярыш ойоштороп, ҡулланылышҡа индерергә була.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Телдең һүҙлек составына яңылыҡ индереү, уны үҙгәртеү буйынса Төркиәнең тәжрибәһе ҙурыраҡ. Мостафа Кемаль Ататөрктөң тел реформалары осоронда XVIII-XIX быуаттарҙа төрөк теленә ингән ғәрәп һәм фарсы алынмаларынан ҡотолоу йәһәтенән XIII-XIX быуат арауығына ҡараған әҙәби мираҫтарҙан саф төрөк һүҙҙәрен "һөҙөп" алалар. Шул уҡ ваҡытта, туғандаш төрки телдәрҙең һүҙ байлығына ла ҡарап, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәренән һүҙҙәр үҙләштерелә. Улар барыһы ла ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре урынына ҡулланыла башлай. Ә инде 1929 йылда мәктәптәрҙә дәрестәрҙе ғәрәп телендә уҡытыу тыйылғандан алып, төрөк теленең һүҙлек составы шаҡтай ҙур үҙгәрештәр кисерә. Егерменсе быуаттың 30-сы йылдарына тиклем уның 50-60 процентын ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре тәшкил итһә, бөгөн яҡынса 90 проценты саф төрөк һүҙҙәренән тора. Ҡалған 10 проценты яңы сыҡҡан техника, технологиялар менән бәйле. Башҡорт телендә лә бындай үҙгәрештәр индерергә булыр ине, тип уйлайым.
М. ОЗШАХИН: Бөгөнгө заманда иң бай һаналған инглиз теленең лексикаһы 1 миллион һүҙҙән тора. Инглиз теленең һүҙлек составына ҡала исемдәре, топонимик атамалар, хатта билдәле шәхестәрҙең исемдәре лә индерелгән. Ә беҙ төрөк һәм башҡорт лексикаһын сағыштырып, уртаҡ һүҙҙәрҙе генә йыйһаҡ та, миллиондан ашыу һүҙ килеп сығасаҡ. Минеңсә, башҡорт теле әле лә төрөк теле өсөн сығанаҡ була ала. Мәҫәлән, мин Башҡортостан юлдаш каналын ҡарағанда журналистарҙың "һәүәҫкәр" һүҙен йыш ҡулланыуын ишеттем. Ә төрөк телендә француз теленән ингән "amatоr" һүҙе ҡулланыла. Уны башҡорт теленән үҙләштерелгән һүҙ менән алыштырһаҡ, яҡшыраҡ булыр ине. Шулай уҡ "фанатик" һүҙен аңлатҡан "йән атар" һүҙе бар икән. Бынан һуң мин "фанатик" тип яҙмайым, уның урынына башҡорт теленән алынған "йән атар" һүҙен ҡулланасаҡмын. Әйҙә, төрөк теленең һүҙлек составына инһен, уны бит инглиз йәки япон теленән түгел, туғандаш телдән үҙләштерәсәкбеҙ. Тимәк, башҡорт теленең әле Төркиәлә йәшәүсе 78 миллион кешегә һүҙ бирерлек көсө бар, әҙәби әҫәрҙәрҙә ул һүҙҙәр ҡулланылмауы ижадсыларҙың ғәйебе.
Глобалләшеү процестары тел һәм этник идентификация мәсьәләләрен тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе кеүек. Был күренеште нисек итеп зыян күрмәйенсә үткәреп ебәрергә була?
М. ОЗШАХИН: Йәштәрҙең үҙ милләтен инҡар итеп йөрөүе диңгеҙ аръяғынан килгән "ҡиммәттәр"ҙең өҫтөнлөк алыуынан. Бигерәк тә Америка мәҙәниәте популяр бөгөн. Балалар урыҫ, инглиз телдәрен белә, ә башҡорт телендә һүҙҙе һүҙгә ялғап та әйтә алмай. Кеҫәләге байлығын сығарып ҡуллана белмәй, тип әйтер инем мин улар хаҡында. Был кире йоғонтонан арынып булмай, әммә баҫымды бер аҙ кәметер өсөн балаларҙы оло быуын кешеләре менән йышыраҡ аралаштырырға кәрәк. Өләсәй, олатайҙары менән ваҡыттарын бергә үткәрһәләр, улар барыбер ниндәйҙер кимәлдә башҡорт рухлы булып үҫәсәк. Глобалләшеү һөҙөмтәһендә башҡорт теле ЮНЕСКО-ның юғалып барыусы телдәр исемлегенә индерелһә лә, уның артабанғы яҙмышы тик башҡорт кешеләренең ҡулында.
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Баланың башҡортлоғон таныуы тәү сиратта ғаиләләге тәрбиәнән килә, һуңынан йәмғиәт йоғонтоһонан тора, тип иҫәпләйем. Әйтәйек, СССР заманында ла милләттәргә баҫым аҙ яһалманы. Ләкин ул осорҙа аҡһаҡалдар институты яҡшы эшләп килде. Баланың ата-әсәһе аҡса эшләгән арала уны олатай-өләсәһе тәрбиәләне. Һөҙөмтәлә, хатта урам буйында берәй оло кеше үтеп барһа, йәштәр үҙен тәртипкә килтереп, һаулыҡ һорашып, яҡшы мөғәмәлә күрһәтеп тороп ҡала ине. Хәҙер ололар һәм кеселәр бер-береһен күп осраҡта һанға һуҡмай. Был бер сәбәп булһа, икенсеһе - телевидение һәм интернет йоғонтоһона ҡайтып ҡала. Бөгөнгө замана балаһы 3-4 йәшендә хәреф танымаһа ла, телевизор йәки компьютерҙы нисек ҡабыҙырға, кәрәкле мультфильмды, уйынды ҡайҙан табырға белә. Беҙ бөгөн быға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, тик башҡортса йәнһүрәттәр төшөрөп, башҡорт әкиәттәре нигеҙендә уйындар уйлап сығарып ҡына, бәлки, хәлде үҙебеҙҙең файҙаға бороп ебәрергә мөмкиндер. Мәҫәлән, йәнһүрәттәр төшөрөргә, ҡыҙыҡлы уйындар эшләргә була. Хайуандар, бөжәктәр донъяһын үҙебеҙсә аңлатһаҡ, балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең рухи мираҫыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләүгә өлгәшер инек, тип иҫәпләйем.
Шулай итеп...
Геродот кеүек боронғо аҡыл эйәләре, һәр халыҡ уны башҡаларҙан айырып тороусы үҙенсәлекле һыҙаттарға эйә, тип яҙып ҡалдырған. Хәҙерге заманда был һыҙаттарҙың сиге юйыла ла төштө, тиҙҙән беҙҙе башҡа милләттәрҙән бары тик телебеҙ генә айырып торасаҡ. Туған телебеҙҙең бер телдән дә кәм булмауын сит ҡитғаларҙа йәшәүсе туғандаш халыҡтар аңлап, телебеҙҙе өйрәнеү эшенә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡанда, беҙгә лә ошо ябай ғына хәҡиҡәтте ваҡытында аңлау кәрәктер, моғайын. Шул саҡта ғына милли үҙенсәлектәрҙе һаҡларға, үҫтерергә һәм халыҡ булып һаҡланып ҡалырға мөмкин буласаҡ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмә ҡорҙо,
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА